Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡса һуға белгән “ҡунаҡтар”
Мигранттар илебеҙҙән ситкә күпме байлыҡты “осора”?

“Илебеҙҙе килмешәктәр баҫа!” тип кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә дау һалырға өйрәнде хәҙер ҡайһы берәүҙәр. Ысынлап та, мигранттар һаны буйынса бөгөн Америка Ҡушма Штаттарынан ғына ҡалышабыҙ шул. Ләкин океан аръяғындағы илгә тап мигранттар нигеҙ һалғанын иҫтән сығарырға ярамай. Ә бына Рәсәйгә сит халыҡтарҙың күпләп ағылыуы ниндәй эҙемтәләргә килтерә ала?

Әлбиттә, таяҡ ике башлы булған кеүек, һәр көнүҙәк мәсьәләнең ыңғай һәм кире яҡтарын табырға була. Бер яҡтан, мигранттар эшсе ҡулдарҙы арттырһа (ни тиһәң дә, күпселеге “ҡара” эштә мәшғүл), шул уҡ мәлдә улар илдәге аҡсаның ситкә ағылыуына юл ҡуя. Беҙгә килгәндәрҙең күбеһе элекке союздаш республикаларҙан булыуын да иҫтән сығарырға ярамай. Мәҫәлән, Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр ғына улар тыуған тарафтарына 18,2 миллиард доллар күсергән. Баҡһаң, был Рәсәйҙең эске тулайым продукты күләменең 0,93 процентын тәшкил итә. Йәғни илебеҙҙә ҡалырға тейеш аҡсаның байтаҡ өлөшөн мигранттар “ашай”. Күрше илдәргә үҙҙәренең эшселәрен беҙгә оҙатыуҙан файҙа тос ҡына: мәҫәлән, Рәсәйҙән оҙатылған аҡса Тажикстандың эске тулайым продукты күләменең яртыһын тәшкил итһә, Ҡырғыҙстанда был күрһәткес – 30, Молдовала 15 процентҡа ҡәҙәр барып баҫа. Ә Рәсәйгә күсерелгән аҡса күләме иһә былтыр ни бары 3,29 миллиард доллар булған (0,17 процент). Беҙҙә эшһеҙлек кимәле түбән булғанлыҡтан, милләттәштәребеҙҙең күбеһе ситтән бәхет эҙләргә ашҡынып тормай.
Шулай итеп, мигранттарҙы эшле иткән Рәсәй вағыраҡ илдәрҙәге йәшәү кимәлен үҫтереүгә тос өлөш индерә икән. Бындай республикаларҙа мигранттар тарафынан күсерелгән аҡса күләменең йылдан-йыл артыуына өмөттәрен йәшермәйҙәр. Ситтән килеп ялланыусылар, әйткәндәй, беҙҙең иҡтисадҡа яйлап яраҡлаша: мәҫәлән, элек Тажикстандан килгәндәрҙең яҡынса 70 проценты “ҡара” эштә йөрөһә, бөгөн ундайҙар 20-30 проценттан артмай.
Быны һандар ҙа раҫлай. Мәҫәлән, быйылғы дүрт ай эсендә генә эшсе мигранттар Тажикстанға 848,5 миллион доллар күләмендә аҡса күсергән. Ә күпмеһе кеҫәлә, сумаҙанда ҡайтҡанын Хоҙай ғына белә. Был ил гастарбайтерҙары йыш ҡына алдан билдәле урынға өс-дүрт айға эшкә юллана: берәүҙәре – туйға, икенселәре яңы автомобилгә йә йортҡа аҡса туплай. Илдең миграция хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл башынан ситкә эшкә тип 480 мең кеше юлланһа, шуның 230 меңе кире әйләнеп ҡайтҡан. Уларҙың бөтәһенең дә ошо арауыҡта күпме аҡса эшләп өлгөрөүен һәм күпмеһен үҙе менән алып ҡайтыуын теүәл генә асыҡлау, әлбиттә, мөмкин түгел.
Әммә хеҙмәт миграцияһын ундайҙар өсөн аҡса сығанағы тип кенә раҫлау яҙыҡ булыр. Йыш ҡына урамдарыбыҙҙа 20 йәшен дә тултырмаған гастарбайтерҙарҙы осратырға була. Тимәк, миграция бындай йәштәргә донъя менән танышыу һәм тормошта үҙ урыныңды табыу йәһәтенән берҙән-бер ысулға әйләнгән тиһәк, хата булмаҫ.
Мигранттар илебеҙҙән аҡса ғына сығарып ҡалмай, улар ҡайһы саҡта “ауыртмаған башҡа тимер таяҡ”ҡа ла әүерелә. Йыл башында Рәсәйҙә 10,2 миллион сит ил кешеһе теркәлһә, шуның 3,3 миллионы 3 айҙан артыҡ йәшәгән (ҡануниәт тәртибен боҙоп). Ҡайта белмәҫ “ҡунаҡ” араһында кемеһе эш артынан, кемеһе башҡа маҡсатта йөрөүен асыҡлау еңелдән түгел. Уларҙың күптәре ҙур ҡалаларҙа төпләнә, шуға ла араларында рөхсәтһеҙ эшләгәндәре бихисап. Баҡһаң, Украинанан – ярты миллион, Үзбәкстандан – 900, Тажикстандан 400 мең тирәһе мигрант беҙҙә миграция ҡануниәтен боҙоп йәшәй икән.
Хәҙер Рәсәй ҡануниәтен боҙған мигранттарҙы беҙҙең илгә башҡаса индермәүҙәре лә ихтимал, был турала Дәүләт Думаһы закон ҡабул иткәйне. “Ҡунаҡ”тарға, ниндәй законды боҙоуына ҡарап, Рәсәйгә инеү бер йылдан ун йылға ҡәҙәр тыйыла ала. Ысынлап та, йыш ҡына киң күңелле булып ҡыланһаҡ та, “ҡунаҡ”ты үҙ мәлендә “муйнаҡ”тан айыра башларға кәрәктер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521