Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аждаһа менән дуҫлашмай сара юҡ
Аждаһа менән дуҫлашмай сара юҡҠуян йылы тарих биттәренә инеп йәшеренеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Алыҫта Аждаһа йылының ажғырып килеүе һиҙелгәндәй. Японияла һәм башҡа Көнсығыш илдәрендә ҡабул ителгән календарға ярашлы, 12 йыллыҡ йыл иҫәбе (мөсәл) йыл һайын ҡайһы ла булһа хайуан билдәһе менән үтә. Кеше яҙмышы ла үҙе тыуған йыл үҙенсәлектәре менән тығыҙ бәйле, ти боронғолар. Көнсығышта бындай календарь ҙур танылыу яуланы. Тыуған йылын, көнөн аныҡ белгәндәр йондоҙнамә ярҙамында үҙенә ярашлы тормош иптәшен һайлай, яңылыш аҙымдарҙан ҡурсалана ала.
2012 йыл беҙгә әкиәттәрҙән яҡшы таныш персонаж — Аждаһа билдәһе менән үтәсәк. Тышҡы ҡиәфәтенән уҫаллыҡ, ҡеүәт, көс, һығылмалылыҡ, ғәйрәт бөркөлөп торған хайуан менән нисек дуҫлашырға, йылды имен-аман үткәреү өсөн уның ниндәй ҡылыҡтарына күҙҙе йомоп, ҡайһыларына нығыраҡ иғтибар итергә? Әйҙәгеҙ, ошо йылда тыуған “аждаһа”ларҙың холоҡ-фиғеле, шөғөлдәре, йәшәү рәүеше менән танышайыҡ.
* * *
Аждаһа йылында тыуған кешеләрҙең сәләмәтлегенә көнләшерлек, дәрт-дарманы ташып тора, ҡуҙғыусандар, тиҫкәрелек һәм ҡырҡыулыҡтан да азат түгелдәр.
Намыҫлы, хис-тойғоға бай, ҡыйыу шәхестәр, улар менән “разведка”ға барырға мөмкин. Ихтыяр көсө менән башҡаларҙан айырылып торалар. Асыҡтан-асыҡ фекерен белдерергә һәләтлеләр. Кешенән бурысҡа аҡса һорарға, телмәр тоторға яратмайҙар. Хаталарын, яңылыш аҙымдарын тиҙ генә төҙәтә алалар. Бик иртә кейәүгә сығалар йәки өйләнәләр. Бөтөнләй ғаилә ҡормауҙары ла ихтимал. Ғүмер буйы үҙҙәрен яратыуҙы тойоп йәшәйҙәр.
Икейөҙлөлөк, ваҡсыллыҡ уға хас булмаһа ла, Сусҡа кеүек бер ҡатлы, ышаныусан тип тә әйтеп булмай үҙен. Камиллашыуға ынтылыш уны башҡаларға ҡарата ла талапсан итә. Йыш ҡына әсе теленә хужа була белмәй, уйлап еткергәнсе әйтеп өлгөрә, әммә уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу бик файҙалы. Ғорур, төрлө яҡлап үҫешкән, һәләтле, сыҙам, йомарт Аждаһа менән әшнә булырға теләүселәр ифрат күп. Ул ғүмер буйы бер нәмәгә лә мохтажлыҡ кисермәйәсәк, сөнки һәр эштә уға уңыш юлдаш. Артисмы, табипмы, сәйәсмәнме — ул гелән түрҙә, хөрмәттә. Ниндәй генә бөйөк эшкә үҙен бағышламаһын, һәр саҡ маҡсатына ирешер. Әммә ошондай уҡ уңыш менән тыйылған, ҡырын эштә лә еңеп сығырға мөмкин, сөнки ул — еңеүсе!
Үҙен яратыусылар ифрат күп булһа ла, һөйөү хистәрен түгеп-сәсеп йөрөүселәрҙән түгел. Был билдәгә ҡараған ҡатын-ҡыҙ ир-ат тарафынан айырыуса ҙур иғтибар менән солғана. Буйҙаҡлыҡтың тәмен улар яҡшы белә, яңғыҙлыҡты һис тә бәхетһеҙлек тип ҡабул итмәй.
Тормош юлын Сысҡан менән парлашып үтеүе ихтимал. Аҡыллы Йылан да уның бар кәмселектәрен ҡабул итә белер. Тәкәббер, һөрән һалыусы Әтәс тә Аждаһа менән уртаҡ тел табыу маһирлығына эйә. Ул ҙур ҡәнәғәтлек менән “икенсе яртыһы”ның уңыштарын сүпләп кенә торор. Маймыл уны мөхәббәттә лә, эшендә лә хәйләкәрлеге, күркәм сифаттары менән байытыр, тулыландырыр. Ә Аждаһа, үҙ сиратында, көс-ғәйрәте менән бүлешер. Маймылдың һәр эште көлкөгә бороуы, ҡыҙыҡлы һүҙҙәре менән албырғатыуы хатта үҙен ҡеүәтле, һынмаҫ һанаған хайуандың да ғорурлығын йомшартырлыҡ. Юлбарыҫ менән тыныс тормош килеп сыҡмаҫ, айырыуса Эттән арыраҡ тороу яҡшы.
Ғүмеренең тәүге өлөшөндә ул ҡыйынлыҡтар кисерәсәк, сөнки яҡындарынан күпте өмөт итеп, талаптарҙы арттырасаҡ. Ни тиклем юҡҡа-барға көйөнмәй йәшәһә, шул тиклем тормошо алға барасаҡ. Даими ҡәнәғәтһеҙлек кисереүҙән ул ғүмер буйы яфалана, холоҡһоҙлоғо ла шуға бәйле. Өлкәнәйгән осорҙа унан да бәхетле кешене табыуы мөмкин түгел. Йондоҙнамәнең был билдәһе тормошто һәм үҫеште кәүҙәләндерә. Аждаһа һәр йортҡа дүрт төрлө шатлыҡ алып килә: байлыҡ, изгелек, гармония һәм оҙон ғүмер.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523