Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зар илайҙар ауыл ҡарттары...
Зар илайҙар ауыл ҡарттары..."Төбәгебеҙҙә эшһеҙлек, ғәмһеҙлек тамыр йәйә, йәштәр ситкә китә, мәктәптәр ябыла, хакимиәттә милли кадрҙар юҡ тиерлек... Был нимә менән тамамланыр?" Архангел районындағы Аҙау ауылы аҡһаҡалдарының йөрәгенән урғылып сыҡҡан зар был. Уларҙың Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына яҙған хатын тулҡынланмайынса уҡыу мөмкин түгел: ҡағыҙҙағы борсоулы, хәүефле юлдар Инйәр буйҙарын төйәк иткән милләттәштәребеҙ янына ашыҡтырҙы.

Әйтер һүҙеңде әйтә алмайынса


"Урындағы халыҡтың күпселеген тәшкил иткән аҫаба башҡорттарға кем һәм нисек ярҙам итергә тейеш?" — тигән һорау тынғылыҡ бирмәне Аҙауға юлланғанда. Өҫтәүенә, хатта яҙыуҙарынса, район хакимиәте вәкилдәре, ойошма-предприятие етәкселәре араһында телеңде аңлаған кеше аҙ булһа. Был тыуған төйәгеңдә үҙеңде үгәй тойоп йәшәүгә нигеҙ түгелме?
— Ауылыбыҙҙа күпселекте пенсионерҙар тәшкил итә, — тип башланы сығышын аҡһаҡалдар берлеге рәйесе Фәнияз Садиҡов (Аҙау халҡы Өфөнән килгән вәкилдәр менән осрашыуға дәррәү йыйылғайны). — Иң әсендергәне шул: район үҙәгендәге беҙ мөрәжәғәт итергә, ярҙам һорарға мәжбүр урындарҙың күбеһендә башҡортса бер һүҙ аңламаған кешеләр ултыра. Төрлө мәсьәлә менән барып, фекереңде, үтенесеңде әйтә алмай ҡайтып киткән осраҡтар йыш ҡабатлана. Үҙ еребеҙҙә аһ-зарыбыҙҙы ла тейешенсә аңлатыу мөмкинлегебеҙ юҡ...
— Район үҙәк дауаханаһына барыу айырыуса хәлде ала, — тип һүҙгә ҡушылды ветеран-уҡытыусы Нуретдин Шәйбәков. — Сираттан үтеп булмай, олоно оло тип белмәйҙәр. Күп осраҡта табипҡа эләгә алмайынса ҡайтып китергә мәжбүрбеҙ. Бында ла тел мәсьәләһенең өлөшө ҙур. "Район Советына былтыр һайланған 14 депутат араһында өс кенә башҡорт булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй", — тигән фекерҙә аҡһаҡалдар.
Белеүебеҙсә, батша хөкүмәте милли сәйәсәткә бик һаҡсыл ҡараған. Әйтәйек, урындағы губернатор шул төбәк халҡының телен белергә тейеш булған, бының өсөн уға өҫтәп түләгәндәр. Хәҙер бындай талаптар юҡ. Әммә хакимиәт вәкилдәре, төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн тәғәйенләнгән ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре, халыҡ өсөн эшләгән кешеләр булараҡ, аҫаба милләттең телен аҙмы-күпме белһә, өйрәнһә, урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү күпкә еңелләшер ине.

Ауыл пенсионерҙар менән бергә ҡартайырмы?


— Әлеге тормошто элеккеһе менән сағыштырып ҡарайбыҙ ҙа йәнебеҙ әрней, — ти аҡһаҡалдар. — Әлбиттә, рәхәт йәшәлмәне: һуғышты ла үттек, аслыҡ-яланғаслыҡты ла күрҙек, әммә киләсәккә өмөт бар ине. Ниндәй генә хәлдә лә "ауыл бөтөр" тигән уй башыбыҙға ла инеп сыҡманы. Бөгөн иһә ошондай хәүеф бар, сөнки халыҡ битарафлыҡ һаҙлығына сума бара төҫлө. Фәнияз Садиҡов әйтеүенсә, ғәмһеҙлектең төп сәбәбе — ауылға иғтибар булмауҙа. Эш урындары юҡ тиерлек, шунлыҡтан йәштәр ситкә китә. Ауыл иһә пенсионерҙар менән бергә ҡартайырға мәжбүр. Мәҫәлән, электр линияһы авария хәлендә, бағаналар иҫкергән.
— Етәкселәр бер-береһенә һылтаныуҙан уҙмай, — ти аҡһаҡалдар берлеге рәйесе. — Берәй ҡазаға юлығырбыҙ ҙа, тик һуң булыр инде. Ямғыр яуһа, ауыл урамдары йөрөгөһөҙ хәлгә инә: батҡаҡҡа әйләнә. Былтыр көҙ ремонт башҡарылғайны ул, әммә таш эләккән ерҙәргә түгелде, эләкмәгәне шул килеш ҡалды. "Үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын" тигәндәй, ғәмһеҙлек шул тиклем көслө — берәүгә бер ни кәрәкмәй.
— Йәштәрҙең ситкә китеүе — ҙур бәлә, — тип дауам итте Нуретдин Шәйбәков. — Беҙҙе лә заманында төрлө урынға саҡырҙылар, фатир ҙа вәғәҙә итә инеләр. Әммә тыуған еребеҙҙә ҡалыуҙы хуп күрҙек, сөнки илһөйәрлек көслө булды.
Беҙҙең Аҙау — данлыҡлы ауыл. Халҡы элек-электән тырыш, ҡунаҡсыл булған, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Хәтеремдә: ауылдағы артель хатта Балтик буйы республикалары менән алыш-биреш итте. Улар беҙҙән арба тәгәрмәсе, ағастан яһалған башҡа ҡул эштәрен һатып ала торғайны. Ә бөгөн? Ундай эш менән шөғөлләнгән кешеләрҙе бармаҡ менән һанарлыҡ. Өҫтәүенә, алыш-биреш итер өсөн юлдар йүнле түгел. Район үҙәгенә алыҫ — 36 саҡрым. Инйәр аша күпер булмағас, хатта яҡында ғына ятҡан ауылдарға сыға, туғандар менән аралаша алмай йәшәйбеҙ. Ошо мәсьәләләр буйынса юғарыға мөрәжәғәттәребеҙ яуапһыҙ ҡала килә. Сағыштырып ҡарағанда, күршеләге Белорет районы ауылдарында Инйәр аша икешәр күпер бар. Беҙҙең быға хаҡыбыҙ юҡмы ни?
— Быйыл ҡыш ауылдың эсендә лә юл булманы, — тине аҡһаҡал Гәрәй Йосопов. — Хатта зыяратҡа бара алманыҡ. Ошо мәсьәләне хәл итеүгә бәйле тәҡдимем бар. Ауылдағы бөткән хужалыҡтарҙан ҡалған иҫке техниканы йыйып һатырға кәрәк. Аҡсаһына яңы трактор алайыҡ та уртаҡ ҡулланайыҡ. Юл да һәйбәт булыр, утын-бесән алдырыу ҙа еңелләшер ине.
Ауылдаштар аҡһаҡал менән ризалашты кеүек. Элек Аҙауҙа ҡеүәтле урман эшкәртеү хужалығы булған икән. Ул тарҡалғас, ҡайһы бер кешеләр таҡта ярыу цехының станоктарын һатып бөткән. "Шуларҙы ваҡытында һаҡлап ҡалһаҡ, халыҡҡа күпме файҙа булыр ине", — тип әсенде Гәрәй Йосопов.
Аҙауҙарҙы ағас алыуҙағы ауырлыҡтар ҙа урап үтмәй. "Был мәсьәлә буйынса район үҙәген әллә күпме тапарға тура килә, — ти улар. — Утын алғансы бер айҙай ваҡытың уҙһа, аҙаҡ делянканы тапшыра алмай ҡаңғыраһың. Урмансылыҡ хужаларының күренгәне лә юҡ. Ә ситтән ағас алырға килгәндәр эргәһендә йүгерешеп йөрөйҙәр..."

Күпер һалынһа, һигеҙ бала өҫтәләсәк


Күп ауылдарҙағы кеүек, Аҙауҙа ла мәктәп яҙмышы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнгән. Заманында 12 ауылдың балаларын йыйып белем биргән, "кадрҙар әҙерләү урыны" тигән исем алған, республиканың күсмә Ҡыҙыл байрағын яулаған абруйлы мәғариф учреждениеһында бөгөн 46 ғына бала уҡый. Урта мәктәп туғыҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелгән. Унда икешәр, өсәр уҡыусы белем алған кластар бар. Быйыл беренсегә дүрт бала килеүе көтөлә.
— Оҙондарҙа, Айытмәмбәттә, Аҙауҙа урта мәктәптәр эшләй ине, — ти директор Раилә Шакир ҡыҙы. — Балалар һаны етмәгәнлектән, Айытмәмбәттә һәм беҙҙә төп мәктәп итеп ҡалдырылды. X, XI класс уҡыусылары Оҙондарға йөрөп белем аласаҡ. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер педагогтарҙың да ҡыҫҡартылыуы көтөлә. Барыһы ла беҙҙән генә тормай бит. Штат бүленмәгәс, ни хәл итәйек?
Раилә Шакир ҡыҙының әйтеүенсә, Родинка ауылы менән ике арала Инйәр аша күпер һалынһа, тағы ла һигеҙ бала өҫтәлер ине. Архангелдең дөйөм мәғариф тармағына килгәндә, әле төбәктә 2 300 самаһы уҡыусы иҫәпләнә (сағыштырып ҡарағыҙ: 2005 йылда 5 500 тирәһе булған). Район ҡаҙнаһының 80 проценттан ашыуын дотациялар тәшкил иткәнлектән, мәктәптәр республика бюджеты тарафынан финанслана. Быға тиклем Сәғит, Заря ауылдарындағы мәктәптәр ябылған, быйыл бер нисәүһенең статусы үҙгәртелгән, ҡайһылары балалар баҡсалары менән ҡушылған. Уҡыусыларҙы автобуста йөрөтмәҫ өсөн Валентиновкала, Тәүәкәстә интернат асыу ниәттәре лә бар. Район хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Алевтина Бочкареваның әйтеүенсә, эшһеҙ ҡалған уҡытыусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырышалар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай педагогтарҙың һаны августа тағы ла 53-кә артыуы көтөлә. Аҙау мәктәбенә килгәндә, уға балалар баҡсаһын ҡушырға уйлайҙар. Мәктәпкәсә учреждениеның бинаһы иҫке булғанлыҡтан, был алым тик файҙаға буласаҡ, тип ышандыра етәкселәр.

Яттар килеп эшләмәҫ


— Ҡатмарлы мәсьәләләр ифрат күп, — тип борсола аҙауҙар. — Беҙ һайлап ҡуйған депутаттар ни ҡарай? "Мин һиңә теймәйем, һин миңә ҡамасаулама" тигән принцип менән йәшәйҙәр кеүек. Бына тиҙҙән тағы ла һайлау була. Беҙҙең ауылды шунда уҡ иҫенә төшөрәсәктәр, концерт алып киләсәктәр. Ундай депутаттар кәрәкме беҙгә? Туйҙыҡ!
Эйе, һүҙҙәрендә ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөк ярылып ята. Әммә бөтөн проблеманы власҡа ауҙарып ҡуйған аҙауҙарҙан: "Ә үҙегеҙҙә бер ниндәй ҙә ғәйеп тоймайһығыҙмы?" — тип һорағы килде. Мәҫәлән, ауылда ниңә эшҡыуарҙар ике бөртөк? Хозур тәбиғәтле Инйәр буйҙарында әлеге мәлдә әллә күпме турист кинәнеп ял итә. Улар өсөн мунса төҙөп ултыртып, ауыл продукцияһын тәҡдим итеп, миндек бәйләп һатып ҡына ла күпмелер табыш алырға мөмкиндер бит.
Юлда шау сәскәле аҡландарға, киң яландарға һоҡланып килдек: умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндә, мал үрсеткәндә, үҙеңә лә, башҡа кешегә лә ҙур файҙа булыр ине. Ғөмүмән, бындағы халыҡтың битарафлығына, һүлпәнлегенә иғтибар итмәү мөмкин түгел. Тәбиғәттең байлығын файҙаланып, ниндәйҙер эш ойоштороп ебәргәндә, һис шикһеҙ, бөгөнгө аһ-зар күпкә кәмер ине. Әллә быны сит кешеләр килеп башҡарыр тип көтәбеҙме? "Мәктәпте һаҡлайыҡ!" — тип яу һалыуҙан да фәтүә булырмы: йәштәр ауылда төпләнмәһә, балалар тыумаһа, унда кемде уҡытһындар?
Осрашыуға килгән урындағы етәкселек вәкилдәре райондың Убалар тигән ауылын өлгө итеп күрһәтте. Унда халыҡ шундай берҙәм йәшәй икән. Ике йыл элек эскелеккә ҡаршы акцияға ҡушылыу идеяһын дәррәү күтәреп алғандар. Хәҙер унда аҙып-туҙып, эшһеҙ йөрөгән кеше юҡ. Бәләкәй генә ауыл булыуына ҡарамаҫтан, Убалар эшҡыуарҙар һаны буйынса Архангелдә тәүге урынды биләй! Таҡта ярыу цехтары бар, өс-дүрт магазин тоталар, һәр йортта тиерлек умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, солоҡсолоҡ та киң тарала бара. Һөҙөмтәлә унда "мәктәпте нисек һаҡлап ҡалырға?" тигән проблема ла юҡ. Тимәк, заман сәйәсәтенә бирешеп тормаған Убалар халҡы ауылының, еренең, милләтенең яҙмышын үҙ ҡулына алған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары Нияз Мәжитов, Вәлиәхмәт Бәҙретдинов, Фәнзил Санъяров та, урындағы етәкселәрҙең фекерен йөпләп, халыҡты әүҙем, ғәмле һәм сәмле, берҙәм булырға саҡырҙы.

* * *


Әлбиттә, юғары органдарға хат менән мөрәжәғәт итеү тыйылмай, һәр кем үҙ һүҙен әйтергә, тәҡдимен еткерергә хаҡлы. Аҙау аҡһаҡалдары, һис шикһеҙ, дөрөҫ эшләгән. Бөгөнгө ҡайһы бер етәкселәрҙе, "ғәмһеҙлек һаҙлығына сумып барған" йәштәрҙе шулай уятып, ҡуҙғытып ебәрмәһәң... Улар аҡһаҡалдарҙың йөрәк әрнеүен ишетеп, дөрөҫ баһалап, хаталарын төҙәтергә ынтылһын, сәмләнеп эшкә тотонһон ине.

---------------

Аҙау ауылы тураһында сағыштырмаса мәғлүмәт

2005 йыл
Пенсионерҙар — 83 кеше; 16 йәшкә тиклемге балалар — 127; эш менән тәьмин ителгәндәр — 316; эшһеҙҙәр — 186.
Ул ваҡытта Аҙау ауыл Советы хакимиәте, 127 урынға иҫәпләнгән урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, почта бүлексәһе, ауыл китапханаһы, ике магазин эшләгән, мәсет булған.
2013 йыл
Пенсионерҙар — 176; 16 йәшкә тиклемге балалар — 75; эш менән тәьмин ителгәндәр — 98; эшһеҙҙәр — 415 кеше.
Аҙау ауыл Советы бөтөрөлөп, Оҙондарға ҡушылған, урта мәктәп туғыҙ йыллыҡ итеп ҡалдырылған, мәҙәниәт йорто "ауыл клубы" тип үҙгәртелгән. Мәсет, почта бүлексәһе, ауыл китапханаһы, ике магазин һаҡланған. Ике шәхси эшҡыуар утын әҙерләү, таҡта ярыу менән шөғөлләнә. Быйыл биш бала тыуған.

Архангел районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519