Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хикмәт башҡортлоҡта ғына түгел
(Р. Үтәев, "Башҡортлоҡ нимәнән ғибәрәт?", 2012 йыл, 17 май)
Мәҡәләне уҡып, аптырашта ҡалдым.
Ул урыҫса "Башкирский" тип билдәләнгән юғары уҡыу йорттарының башҡортса "Башҡорт" тип алыныуына ҡаршы сыға, хатта "Башҡорт" тип яҙыуҙан ғына башҡортлоҡ артмай бит, тип тә ебәрә. Ниңә артмаһын, арта ул!

Бына мин, мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетын тамамлауым менән ғорурланып йәшәйем, оҙаҡ ҡына йылдар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләнем. Әммә хикмәт башҡортлоҡта ғына түгел дә баһа. Беренсенән, донъяла традиция тигән төшөнсә лә бар бит әле. Ә традиция тиктомалдан ғына барлыҡҡа килмәй. Әйтәйек, Башҡорт дәүләт университеты ғына түгел, ә уға тиклемге К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты ла күптән инде тарихыбыҙҙа нәҡ ана шул "Башҡорт" тигән исем менән урын алған. Улар бит совет осоронда республикабыҙ, дәүләтселегебеҙ үҫешенең, күп ваҡыт һүҙҙә генә булһа ла, милли мәҙәниәтте үҫтереү, халыҡ тормошо өсөн айырыуса мөһим профессиялар буйынса (иң элек мәғариф, медицина, ауыл хужалығы) милли кадрҙар әҙерләү сәйәсәтенең бер билдәһе булараҡ та төп милләттең исеме менән аталған.
Ҡаҙаҡ, Ҡырғыҙ, Төркмән һәм башҡа дәүләт университеттары ла нәҡ ана шул аҫаба халыҡтың исеме менән атап йөрөтөлә, хәҙер ҙә шулай дауам итә. Иҫкә төшөрәйек әле: республикабыҙ ҙа 70 йыл буйы Башҡорт АССР-ы (аҙ ғына ваҡыт Башҡорт ССР-ы) булып йөрөнө. Әле лә бәғзе төбәктәр, мәҫәлән, Удмурт, Сыуаш, Чечен республикалары тип атала. Рәсәйҙең үҙендә атаҡлы Урыҫ география йәмғиәте, мәҫәлән, бер ҙә Рәсәй география йәмғиәте тип түгел, ә "Урыҫ" һүҙе менән йөрөтөлә (уның хәҙерге президенты Сергей Шойгу бөтөнләй башҡа милләт кешеһе әле ул).
Башҡортса әйтелешендә төп халыҡтың исеме менән алынған атамалар беҙҙә һис юғында ете-һигеҙҙән артмайҙыр. Әлеге бер нисә уҡыу йортонан тыш, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, Башҡорт дәүләт филармонияһы бар. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында был исемлеккә йәнә "Башҡорт энциклопедияһы" тигән нәшриәт атамаһы өҫтәлде. Дөрөҫ, ҡайһы бер аңһыҙыраҡ кешеләр уны "Башҡортостан энциклопедияһы" тип боҙоп яҙырға әҙер тора. Әле ошо нәшриәттә ете томлыҡ "Башҡорт энциклопедияһы" башҡорт телендә донъяға сығырға әҙерләнә.
Шуны ла әйтеп үтәйем: ваҡытында "Башҡорт энциклопедияһы" тигән атамаға, йәғни уның "башҡорт" тигән билдәләмәһенә ҡаршы сығыусылар ҙа булды. Уларса, йәнәһе, "Башҡортостан энциклопедияһы" булырға тейеш. Миңә, был эштең башында торған кеше булараҡ, үҙемдең ҡарашымды яҡлап, ныҡ торорға тура килде. Сәбәп шунда: энциклопедия төҙөү эшен, йәғни тотош бер фән тармағын, Башҡортостан ни тиклем генә ҡәҙерле булһа ла, айырым бер республика, территория менән сикләп ҡуйыу ҙур хата булыр ине. Был осраҡта "башҡорт" һүҙенә бик киң, хатта сикләнмәгән мәғәнә һалына. Өҫтәүенә, башҡорттар бит бүтән өлкәләрҙә, республикаларҙа, сит илдәрҙә лә йәшәй. Әгәр ҙә бәғзеләр аяҡ салмаған булһа, беҙ, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, украиндар, үзбәктәр, тажиктар, төркмәндәр һәм, ғөмүмән, элекке союздаш республикалар халыҡтары кеүек үк, бөгөн бөтөн донъя тураһындағы белемде үҙ эсенә алған универсаль йөкмәткеле "Башҡорт энциклопедияһы"н да төҙөгән булыр инек (хәйер, был мәсьәлә хәҙер ҙә көн тәртибенән алып ташланмаған).
Күренеүенсә, этнонимға милли-территориаль берәмек, дәүләт атамаһына ҡарағанда киңерәк мәғәнә һалыныуы ла мөмкин. Алда телгә алынған атамаларҙы ла бер кем дә әлеге шул башҡортлоҡ мәғәнәһендә генә ҡулланмай, "башҡорт" һүҙе бында төп халыҡ башҡорттар икәнлеген дә, киңерәк мәғәнә лә белдереп тора. Ысыны шул да баһа!
Беҙҙә башҡорт һүҙен әйтмәҫкә тырышыусылар былай ҙа табылып тора ул. Заманында "Китап" нәшриәте "Башҡортса календарь" сығара башлағайны. Кемгәлер оҡшаманы, "Башҡортостан календары"на әйләндерҙеләр. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһында бөтөн донъяға танылған Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрын Башҡортостан Республикаһының дәүләт опера һәм балет театры тип үҙгәртергә тырышып ҡаранылар. Ярай әле уның төп атамаһын һаҡлап ҡала алдыҡ.
Эй, туғандар! Юҡ менән булышмағыҙ, булғандың ҡәҙерен беләйек, башҡортлоҡ төшөнсәһен дә киңерәк аңларға тырышайыҡсы. Былай ҙа эш күп. Мәрхүм В.С. Черномырдин әйтмешләй, ҡысымаған урынды тырнау был.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519