Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыйынлыҡтарҙы еңә-еңә...
Ҡыйынлыҡтарҙы еңә-еңә...Үҙенең йәшәү рәүеше менән балаларына өлгө булған атай хаҡында

Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, күпселек артабан нисек йәшәргә белмәй аптырап ҡалды. Эйе, беҙ башҡаса тормошҡа күнеккәйнек. Эшһеҙ ҡалыу ҡурҡынысы берәүгә лә янаманы, киреһенсә, һәлкәүҙәрҙе, “йәшел йылан” менән дуҫ булғандарҙы ғына түгел, рәшәткә артынан сыҡҡандарҙы ла йәһәтләп йәмғиәткә файҙалы йүнәлешкә бороу яйын ҡайғырттылар. Бығаса беҙ өйрәнгән системаның ҡапыл килеп тарҡалыуы өр-яңы проблемалар тыуҙырҙы. Сәнәғәт предприятиелары, хужалыҡтар тарҡалды, кешеләр эшһеҙ ҡалды. Хатта хеҙмәтең өсөн түләмәй ҙә башланылар.

Әммә яңы шарттарҙа яңыса йәшәргә өйрәнергә кәрәк ине. Һәр кем көрсөктән сығыу юлын үҙенсә эҙләне. Рухи һәм матди ҡыҫымға сыҙамай эскегә бирелгәндәр ҙә байтаҡ булды. Кемдер алыпһатарлыҡҡа тотондо, аҙмы-күпме аҡсаһы булғандар үҙ эшен асырға тырышты. Ауыл ерендәгеләр, башлыса колхоз-совхоз арҡаһында көн күреүселәр, тәүҙә ферма һәм баҫыуҙарҙа тир түгеүен дауам итте. Улар араһында һәр эшкә маһир Илдар Мөхәрләм улы Ғилманов та бар ине. Маһирлыҡҡа-маһир, әммә үҙгәртеп ҡороуҙар хатта уның ғаиләһенә лә байтаҡ “баш ауыртыуы” алып килде.
Йәндәй күргән Флүрәһе менән дүрт балаға ғүмер бүләк иттеләр, ләкин уларҙы киләсәктә ни көтә? Әле бит иң өлкән улы Айҙар ҙа аяҡҡа баҫып өлгөрмәгән. Ғаилә башлығы сетерекле һорауға көнө-төнө яуап эҙләне. Бығаса фиҙаҡәр хеҙмәте менән илгә файҙа килтереп, ғаиләһен һис бер мохтажлыҡһыҙ йәшәткән егәрле кеше өсөн әлеге торошо, бөгөнгө хәле ифрат та кәмһеткес кеүек ине. Ана бит, күмәк хужалыҡтар бер-бер артлы юҡҡа сыға, ә техника, мал-тыуар сосораҡ ҡулдарға күсә, ауыл халҡы әкренләп эштән ситләтелә...
...Йоҡоһоҙ төндәр йышайҙы. Илдар Мөхәрләм улы борсоулы уйҙарын ҡатынына, балаларына һиҙҙермәҫкә тырыша ла инде былай, ләкин бөтәһен дә яҡындарыңдан йәшереп буламы ни?! Ә күҙгә йоҡо эленмәгән төндәрҙә үткәндәр хәтергә килә. Буранғолда тыуып үҫкән егет, механизатор һөнәрен үҙләштереп, “Йәнгел” совхозында төпләнде. Бөрйән урмандарына ла йыш йөрөргә тура килде уға. Бер барғанында ҡыпсаҡ һылыуы Флүрәгә ғашиҡ булды. Дуҫлашып киттеләр. Егет һөйгәненән ярайһы ғына өлкәнерәк тә ине. Өйлән дә өйлән тип, әсәһе, үгәй атаһы ҡыҫып алып бара. Йәнә Бөрйәнгә юл төшкәнендә тәүәккәлләне егет: Флүрәгә тәҡдим яһаны. Тегеһе бер аҙ уйланып торғандай итте лә ризалыҡ бирҙе.
Татыу ғына йәшәп алып киттеләр. Кәләше совхоз эшенән айырылманы, бер-бер артлы донъя күргән балаларына хәстәрлекле әсәй, Илдарына иһә тоғро ҡатын була белде. Тәүҙә бер бүлмәле генә фатирҙа көн күрһәләр, һуңғараҡ тырыш хеҙмәтенә күрә совхоздың ул саҡтағы директоры, үҙе йорт һалып сыҡҡас, элекке өлкән, күркәм өйҙө совхоздың алдынғы механизаторы Илдар Ғилмановҡа ҡалдырҙы.
Хеҙмәт батыры... Был абруйлы исем Илдарға рәсми ҡарар менән бирелмәһә лә, ул —ысын-ысынында хеҙмәт батыры. Ғүмер буйы экскаваторҙан төшмәне, маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнде, орденын да алыр ине, сөнки И. Ғилманов был юғары баһаға ла асылда лайыҡ, әммә, ни ғилләлер, совет заманында орденды, йә булмаһа Социалистик Хеҙмәт Геройы тигән юғары исемде билдәле бер һөнәр эйәләренә генә бирәләр ине бит. Юл төҙөлөшөндә бульдозерҙа, экскаваторҙа эшләүселәр иһә еңеү пьедесталының ундай уҡ юғары баҫҡысына күтәрелә алманы. Кем белә, үҙенә күрә бер сәйәси алым да булғандыр уныһы. Шулай ҙа Илдар ағай йылдың-йылы социалистик ярыштарҙа еңә килде, “Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторы” тигән оло исемгә лайыҡ булды.
Бына хәҙер “артабан нисек йәшәргә?” тигән уй килеп баҫты алға. “Эш мәнеһе белмәгән берәү кеүек ниңә ҡаңғырам әле, — тип уйлап алды Илдар Мөхәрләм улы. — Малсылыҡ фермаһын арендаға алғанда нисегерәк булыр ине икән?” Бер нисә кеше кәңәшләшеп, шулай иттеләр ҙә. Был 1989 йыл ине. Күп тә үтмәй, илде яңы иҡтисади тетрәнеүҙәр дер һелкетте. Үҙ тырышлығың менән генә әллә ни алдырып булмаҫын аңлағайны инде Илдар Ғилманов.
Уңышһыҙлыҡҡа осраған бәғзе берәүҙәрҙең күңеле тиҙ төшә, артабан улар тәүге ниәттәренән дә ваз кисә. Әммә Илдар Мөхәрләм улы яҙмышына баш эйеп, бирешергә теләмәне. Йәнә өс иптәше менән бергәләп 50-шәр гектар ер алдылар. Береһенең дә үҙ техникаһы юҡ. Тәүҙә совхоз ярҙам итте. Улар хужалыҡтан сыҡмайынса ерҙә эшләп ҡарарға уйлағайны, тәүҙәрәк эш ыңғай ҙа барған һымаҡ ине. Ике-өс йыл иген сәстеләр, ләкин сираттағы реформа ашлыҡ хаҡын ҡырҡа төшөрҙө. Түккән тиреңдең хаҡын да ҡайтарып булмай башланы. Аҡса миллионлап ҡына иҫәпләнде. Яллаған хеҙмәткәрҙәргә лә аҡса түләү үтә ауырлашты. Шулай итеп, совхоздағы тәүге фермер хужалығы юҡҡа сыҡты.
Ул арала Айҙар ҙа ҡул араһына керҙе. Әйткәндәй, Илдар Ғилмановтың өс улына ла атайҙарынан техника “ене” ҡағылған: улар барыһы ла механизатор һәм водитель һөнәрҙәрен үҙләштергән. Айҙарҙың иһә хеҙмәт юлы башҡасараҡ юҫыҡтан киткән, әммә был турала һуңыраҡ.
— Бер көн, шулай, махсус әҙәбиәт ҡараштырып ултырам. Тирмән һыҙмаһы күҙгә ташланды бит. Тейешле кешеләргә мөрәжәғәт иттем. Эшләп ҡара, тиҙәр. Тотондом тирмән яһарға. Ҡороп та ҡуйҙым, — тип хәтерләй Илдар ағай.
Әйткәндәй, ул ҡоролма совхозда күпмелер ваҡыт уңышлы ғына эшләй. Халыҡ маҡтап бөтә алмай. Он һалдырырға хатта алыҫ ауылдарҙан да киләләр. Эш барышын Илдар Мөхәрләм улы үҙе күҙәтә. Тәүлегенә дүрт тоннаға хәтлем он етештерә әлеге ҡеүәтле тирмән. Уның эше, шулай уҡ хужаһы Илдар Ғилманов хаҡында уҙған быуат аҙаҡтарында “Осҡон” район гәзитендә лә яҙып сыҡҡайнылар.
— Хәҙер тирмән буш тора. Рәйес Манапов ҡуртымға алып, күпмелер эшләткәйне бер заман. Бөгөн ни, ондо халыҡ һатып ҡына ала... — Үҙ ҡулдары менән ҡорған тирмән туҡтап ҡалғас, Илдар ағайҙың эсе бошҡаны ла күренеп тора.
Әлбиттә, төп сәбәп, бәлки, кешеләрҙең ондо һатып алыуында ла түгелдер. Хәҙер күмәк хужалыҡтар әүәлгеләй шаулап-гөрләп тормай, иген баҫыуҙары ла күберәк сәселмәй-һөрөлмәй ята. Ашлыҡ етештереү күләме кәмегән. Дөрөҫ, Әбйәлилдә һуңғы йылдарҙа хужалыҡтар яйлап аяҡҡа баҫа башланы: малсылыҡ фермалары тергеҙелә, игенселәр баҫыуға сыға. Был хәл ҡыуандыра, әлбиттә. Ҡыйратыуы йәһәт һәм еңел, ә бына тергеҙеү-төҙөү күпме көс, ваҡыт талап итә — уныһын ауыл кешеһе генә белә.
...Ғилмановтар һис ҡасан балаларына аҡыл һатып ултырманы, уның өсөн ваҡыттары ла юҡ ине. Өс улдарын, бер ҡыҙҙарын улар үҙ өлгөһөндә намыҫлы һәм эшһөйәр итеп үҫтерҙе.
— Бәләкәйҙән ҡул араһына инделәр, хужалыҡ эшендә булыштылар, — тип һөйләй Илдар ағай. — Исемдәрен дә оҡшаш итеп ҡушҡайныҡ Флүрә менән: Айҙар, Айбулат, Айрат, Айгөл. Шөкөр, холоҡ-фиғелдәре күркәм балаларымдың. Барыһы ла ғаиләле. Тик әсәйҙәре генә яҡты донъянан иртә китеп барҙы.
Биш ейәне, биш ейәнсәре бар Илдар ағайҙың. Балаларының барыһына ла ул үҙе йорт һалышҡан. Ҡулдары алтын: өҫтәл-ултырғысты ла, тәҙрә-ишеген дә “ялт” иттереп яһап ҡуя. Эшһеҙ торғанын һис күрмәҫһең. Өҫтәүенә хәҙер яңы һөнәр үҙләштерә — умарта тота башлаған.
— Бал ҡортон тәрбиәләү хаҡында китапты күп уҡыным. Улай ғына өйрәнеп булмай икән ул, оҫталыҡ кәрәк. Умартаһын үҙем яһайым, ә бына ҡорт ҡарарға тәжрибәле кешеләрҙән өйрәнәм. Йүкә сәскәһенә саҡ өлгөрҙөк, унан тағы үҙебеҙгә ҡайттыҡ. Киләсәктә килендәремде умартасы итеп күргем килә, хыялым бар шундай. Улдарым — ғаилә тотҡаһы, үҙ алдарына алған маҡсаттары бар, — ти Илдар ағай.
Бөгөн Айбулат Магнитогорскиҙа водитель булып эшләп йөрөй, Айрат та “Башэнерго”ла ошо йүнәлештә мәшғүл. Килендәргә килгәндә, уларҙың ҡатындары Люциә һәм Лилиә — икеһе лә уҡытыусы.
Айгөл — һөнәре буйынса хореограф, Йәнгел музыка мәктәбендә эшләй. Ире Нур менән бер малай үҫтерә, Магнитогорскиҙа университетта белем алырға ла, райондың “Йәшлек” бейеү ансамблендә бейергә лә өлгөрә.
Айҙар Илдар улы хаҡында айырыбыраҡ әйтеп үтке килә. Ата-әсәһенән ныҡышмаллыҡ, тәүәккәллек кеүек гүзәл сифаттарҙы ныҡлы үҙләштергән егет 1993 йылда, дуҫтары Вәкил Ниғмәтуллин, Насирйән, Рәхимйән, Ураҙбай Юлдыбаевтар менән бергәләп, яңы фермер хужалығына нигеҙ һала. Ер алалар, бер нисә берәмек иҫке генә техниканы ла ҡулға төшөрәләр. Сәсеү һәм ураҡ мәлдәрендә бер-береһенә ихлас ярҙамлашып, иңгә-иң терәп эшләйҙәр. Моғайын, ошо берҙәмлек булмаһа, улар артабан да уңышҡа өлгәшә алмаҫ ине.
Үҙенә бүленгән 33 гектар ергә Айҙар баштан уҡ тик иген культуралары сәсә. Иҫке техника ҡыйрап та киткеләй, эштә өҙөклөктәр ҙә була, әлбиттә, әммә тырыш, уңған фермерҙың ере бер ҡасан да буш ятмай. Уңыш тәбиғәт шарттарына бәйле, шулай ҙа ерҙе тейешенсә тәрбиәләү, агротехник сараларҙы теүәл үтәү үҙ һөҙөмтәһен бирә. Иң ауыр, ҡоролоҡло йылдарҙа ла уңышһыҙ ҡалмай Ғилмановтарға беркетелгән ер. Ғилмановтарға, тинем, сөнки үҙе ойошторған крәҫтиән (фермер) хужалығына Айҙар 2003 йылға тиклем генә етәкселек итә, унан инде шәхси предприятие Илдар Мөхәрләм улы ҡарамағына күсә. Айҙар иһә тәүҙә ауыл хакимиәтенең йәштәр бүлегендә белгес, унан МТС-та агроном була. Тәүҙә махсус урта белем менән хеҙмәт юлын башлаған егет бер аҙҙан ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетын тамамлай. Дипломды ул, “Йәнгел” ауыл хужалығы предприятиеһы тәжрибәһен өйрәнеп, “Ярауай бойҙай сәселәсәк майҙанды минималь эшкәртеү” тигән заманса темаға яҡлай. Бөгөн Айҙар Ғилманов Әбйәлил районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығында баш агроном вазифаһын башҡара.
Ә ул нигеҙ һалған шәхси предприятиеның эше нисек бара, тиһегеҙме? Һәйбәт бара. Эйе, беҙҙең яҡтарҙы һуңғы тиҫтә йылда ҡоролоҡ йонсота, ғөмүмән, Көньяҡ Урал ауыр тәбиғәт шарттары зонаһына ҡарай. Тупраҡ уңдырышлы, айырыуса “Йәнгел” һәм “Красная Башкирия” тапҡырында, әммә ергә етерлек дым да кәрәк бит әле. Ә һуңғы йылдарҙа ҡышын — ҡары, йәй ямғыры инәлтеп кенә яуа.
— Уңышлы килгән йылы гектарынан 25-әр центнер иген урған бар. Былтыр инде ни бары 8 центнер булды уңыш. Анауындай көйҙөргөс йәйҙә шөкөр тиергә генә ҡала, — ти Илдар ағай.
Предприятиеның иҫәп-хисап эштәрен алып барыу өсөн ситтән белгес эҙләргә кәрәкмәй.
Айҙарҙың ҡатыны Гөлсөм Мәхмүт ҡыҙының махсус бухгалтер белеме бар. Ҡасандыр хужалыҡ иҫәбендәге сауҙа предприятиеһында бухгалтер-ревизор булып эшләп йөрөгән ханым көндәрҙән бер көндө ҡыҫҡартыуға эләгә. Ғаиләлә хәл итәләр: улар икеһе лә артабан белем алырға тейеш. Шулай итеп, сабый көткән йәш ҡатын китапхана техникумына уҡырға инә, уны өс йылдан тамамлай. Әле ул Йәнгел ауыл китапханаһында эшләй.
Егерме йылдан ашыу татыу ғүмер иткән Гөлсөм менән Айҙар Ғилмановтар ғаиләһендә өс малай. Өлкәндәре Азат — университет студенты, әле армияла хеҙмәт итә. Илшат Өфөлә лицейҙа уҡып йөрөй. Өс йәшлек Айнур, әлбиттә, ата-әсәһе янында, өй йәме.
Фермер хужалығының киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһындым.
— Ерҙе, исмаһам, 150 гектарға еткерергә ине, — тинеләр миңә. — Малсылыҡты ла күҙ уңында тотабыҙ. Әле һәр ҡайһыбыҙ күпләп һыйыр малы, һарыҡ, ҡош-ҡорт аҫрай, тимәк, был тармаҡҡа нигеҙ һалынған. Мал аҙығы культуралары сәсеү кәрәк буласаҡ.
...Һәр төрлө реформаларға, һынауҙарға бай, әленән-әле көрсөккә терәлеп кенә торған аҡһаҡ иҡтисадлы заманда юғалып ҡалмауҙарына һис тә ғәжәпләнерлек түгел. Юҡҡа ғына халыҡ “ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тимәгән бит. Ә Илдар Ғилманов ҡорған нигеҙ ныҡлы. Үҙенең тормошҡа, кешеләргә булған мөнәсәбәте менән дә, йәшәү рәүеше менән дә балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө ул. Ейәндәренә шахмат уйнау серҙәрен өйрәтергә лә, мәсеткә йөрөргә лә, оҫталыҡ итергә һәм егермеләп умартаһын тәрбиәләргә лә, крәҫтиән (фермер) хужалығының эшенә етәкселек итергә лә өлгөрә Илдар Мөхәрләм улы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521