Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп ҡоралдары — ҡәләм һәм һүҙ
Американың элекке президенты, күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәре Дуайт Эйзенхауэрҙың әйтеп ҡалдырыуынса, халыҡты мәғлүмәтле итеүгә бүленгән бер доллар армияны ҡоралландырыуға йүнәлтелгән биш долларға торошло. Өфөлә уҙған "Ҡала мөхите" VIII халыҡ-ара социаль реклама фестивале был йәһәттән бер ҙур армия булдырыуға өлгәште, тиергә мөмкин. Йәмғиәттәге, һәр беребеҙҙең холҡо һәм аңындағы кире күренештәргә ҡаршы көрәшеүселәр ғәскәре ул. Тормоштағы киҫкен мәсьәләләргә битараф була белмәгән конкурсанттарҙың төп ҡоралы — ҡәләм һәм һүҙ.
Республикабыҙҙа һуңғы һигеҙ йылда уҙған сараларҙың күбеһе тиҙ арала онотолдо, йолаға әүерелә алманы, ә бына "Ҡала мөхите" халыҡ-ара кимәлгә тиклем үҫеүгә өлгәште. Тимәк, коммерция нигеҙендәге сағыу, күҙгә инеп барған рекламанан ялҡҡан халыҡтың социаль йүнәлештәге лозунгтарға ихтыяжы ҙур.
— Быйыл Рәсәй, Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Германия илдәренән 600-ҙән ашыу эштең килеүе, фестивалгә ярҙам итеүсе министрлыҡ һәм ҙур компанияларҙың артыуы, яңыраҡ дәүләт грантының бирелеүе лә сараның әһәмиәте, йәмғиәтебеҙгә кәрәкле булыуы хаҡында һөйләй, — тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов журналистар менән осрашыуҙа.
Фестивалдең төп үҙенсәлектәренең береһе — йәш буйынса сикләүҙең булмауы. Быйыл хаҡлы ялдағыларҙыҡы менән бер рәттән 14 йәшлек үҫмерҙәрҙең эшен дә күрергә мөмкин ине. Алтмышты ҡыуған Ишембай ҡалаһы пенсионеры Валентин Асачин сәләмәт тормошҡа саҡырған ике юллыҡ тапҡыр шиғырҙарын тәҡдим иткән һәм, үҙенең әйтеүенсә, көтмәгәндә еңеүселәр рәтенә сыҡҡан. "Күңелгә ятышлы халыҡсан шиғри юлдар кешегә ҡиммәтле рекламанан да көслөрәк тәьҫир итә", — тине ул беҙгә.
Еңеүселәр араһында йәш әсә Татьяна Карцева ла бар ине. Бер-береңде милләткә ҡарап айырмаҫҡа саҡырған һүрәте менән еңеү яуланы ул. "Сабыйым тыуғас, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте тураһында тәрәнерәк уйлана башланым", — тине рәссам.
Фестиваль күргәҙмәһен ҡараусыларҙы иң тетрәндергәне Тимур Сабитовтың "Шихандар" тигән теҙмәһе булғандыр, моғайын. "Шихандар юғалһа, йөрәгебеҙҙе (Йөрәктау) юғалтасаҡбыҙ", "Кемдер үҙенә миллиондарса һум аҡса эшләр, әммә 300 миллион йыллыҡ тарих юғалыр" кеүек яҙыуҙарҙы, ысынлап та, әрнемәйенсә уҡып булмай. Был эштәр I урынға лайыҡ булды.
Жюри менән халыҡ һөйөүен яулаған эштәр матбуғат баҫмалары, урамдағы реклама таҡталары һәм телевидение аша киң йәмәғәтселеккә, юғары етәкселеккә барып етһә, фестивалдең абруйы тағы ла артыр ине.
Н. ХӘСӘНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521