Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тыуған ергә һөйөү билдәһе
Тыуған ергә һөйөү билдәһеРим ағай Янғужин менән яҡынданыраҡ танышыуым “Йәшлек” гәзитендә эшләп йөрөгәндә булды. 1992 йыл. “Башҡортостан” уның башҡорт ырыуҙары тураһында бай мәғлүмәтле мәҡәләләрен даими биреп барғайны. Күптәр хатта уларҙы ҡырҡып алып, үҙҙәренең шәжәрә ҡумтаһына һалып та ҡуйҙы. Ошо уҡ эште беҙ йәштәр баҫмаһында дауам итергә булдыҡ, тик өс йылдан ашыу ваҡыт үткәс һәм гәзиттең үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән “Ҡойон” махсус битендә.

Ваҡыт тигәнең аяуһыҙ

Рим ағайға шул үтенесте белдереп шылтыратам, сөнки, нимә генә тимә, беренсенән, авторҙың ризалығын алырға кәрәк, икенсенән, мәҡәләләрҙе ҡыҫҡартып әҙерләргә иҫәп тотам. Оҙон-оҙаҡ һөйләп тороу балаларҙы ялҡыта, етмәһә, сығарылыштың күләме лә ҙур түгел. Тик Рим ағайыбыҙ материалды ҡыҫҡартыуға риза булмай сыҡты. “Нисек итеп тунарға уйлайһығыҙ уны, кем аңлаһын шунан ул мәғлүмәтте? Ырыуы — шул, ораны — шул, ҡошо — был, ағасы — теге, тип әйтеү менән генә сикләнергә уйлаһағыҙ, дөрөҫ булмаясаҡ. Бигерәк тә — балаларға. Бер һанда бер ырыуҙы күрһәтеп, уның тураһында бай мәғлүмәт бирһәгеҙ, дөрөҫ, сөнки ырыуҙар хаҡында әле мәҡәлә сыҡҡаны юҡ”, — тип аңлатты. Үҙе инанғанға беҙҙе ышандырыуы ауыр булманы уға.
Һәр ырыу хаҡындағы мәҡәләне уҡыусылар көтөп алды. Хәҙер, йылдар үткәс, уйлайым да, тағы ла бер тапҡыр уның хаҡлы булыуын аңлайым. Ырыуҙарҙың ҡайһы ерҙә көн итеүен, йәшәйеш тарихын белмәй тороп, ҡоро исемдәрен ятлауҙан, моғайын, файҙа сыҡмаҫ ине. Етмәһә, Рим ағай мәҡәләһендә теге йәки был ырыуҙың хәҙерге Башҡортостандың ҡайһы районында, ауылында йәшәүен дә аңғарта. Беҙҙең эшмәкәрлек йыл дауамында барҙы, ул арала Рим ағай баҫманы күҙәтеп, кәңәштәрен еткерҙе, гәзит уҡыусыларҙан хаттар, шылтыратыуҙар бармы-юҡмы икәнлеген һорашты.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң ике тиҫтәгә яҡын йыл үтеп киткән икән... Хәйер, әле генә БДУ-ла янып-ялҡынланып студенттар, аспиранттар уҡытҡан, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайындағы үҙенсәлекле сығыштары менән халыҡтың ихтирамын яулаған Рим Зәйнәғәбитдин улы Янғужиндың арабыҙҙан китеүенә лә биш йыл булып киткән. Ваҡыт тигәнең аяуһыҙ, тигәндәре ошо булалыр инде. Яҡты рухына бағышланған мәҡәләмдә шәхестең тормошона, ижадына, фәнни биографияһына күҙ һалып үткем килә. Уның менән ғүмер юлы хаҡында һөйләшеп ултырғаныбыҙ булманы, күберәк ғалим булараҡ беләм Рим ағайҙы. Был урында үҙе яҙып ҡалдырған автобиографияһы һәм тоғро тормош юлдашы Зәйтүнә апай ярҙамға килде.

Донъя күреү теләге

Сығышы менән ул — Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылынан, колхозсы ғаиләһенән. Дүрт малай һәм бер ҡыҙ үҫәләр. Ауылда ете класты тамамлағандан һуң, үҫмер Рим Ишембай нефть техникумына уҡырға инергә була. Беренсе имтиханын — математиканы — уңышлы тапшыра, әммә, урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәү сәбәпле, өнһөҙ ҡала. Шул саҡ ярҙамға башҡорт милләтле директор урынбаҫарын саҡыралар. Техникум етәкселеге малайҙың, математиканы яҡшы белһә лә, урыҫ теленән имтиханын тапшыра алмаясағын аңлай. Йылдар үткәс, ғалим бының сәбәбенә лә төшөнә: ауылында урыҫ теле уҡытыусыһы дәрестәрҙе башҡортса алып барған була. Уҡыйым, артабан белем эстәйем тип торған үҫмер, кәйефе ҡырылып, кире ҡайта. Әмәлгә ҡалғандай, шәмбе көндө Стәрлетамаҡтан Үзбәк ағаһы ҡайта һәм, уның хәлен һорашҡас, шундай кәңәш бирә: “Әгәр кеше булырға теләһәң, етенсе класты тағы ҡабатларға тура килер, моғайын. Күрше Ашҡаҙар урыҫ мәктәбенә барасаҡһың, урыҫ телен өйрәнеү бик мөһим. Директор менән үҙем һөйләшермен”. Аҙаҡ ғүмере буйы рәхмәт уҡыясаҡ әле уға Рим, сөнки ер-һыу күрергә, белемле булырға теләгән ҡустыһының ынтылышын ағаһы тәрән аңлап, иң дөрөҫ кәңәште биргән.
Биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан урыҫ мәктәбендә малай бик теләп уҡый башлай. Бында килгәндә урыҫса бер һүҙ белмәгән малай диктанттарын, изложениеларын тик “биш”кә яҙа. Директор уны башҡаларға миҫал итеп ҡуя хатта. Ашҡаҙар мәктәбен уңышлы тамамлаған үҫмер Ишембай мәктәп-интернатына килә. Унда йәмәғәт эштәрендә, үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә әүҙем ҡатнаша, кластың комсоргы ла була. Мәктәпте алтын миҙал менән тамамлай. Артабан инде — Башҡорт дәүләт университетындағы ябай студенттан профессорлыҡҡа, үҙе ойошторған Башҡортостан Республикаһының тарихы һәм этнографияһы кафедраһы мөдире дәрәжәһенә тиклем фиҙаҡәр хеҙмәттә үткән оҙон юл.

Ә нигеҙе уның — мөхәббәт

Университетта уҡыған йылдарында ла уға эшләргә тура килә. Хәйер, ете йәштән атаһының ярҙамсыһы булып колхоз эшендә йөрөгән, аҙаҡ һигеҙ йәшенән трактор руленә ултырған малайға баш ҡалала көс түгеү әллә ни ауыр ҙа тойолмай. Ғаиләләрендә балалар күмәк, ауыр йылдар... Ата-әсәләренең хатта кейем алып бирергә лә аҡсаһы булмай. Стәрлетамаҡ районындағы матур яландар, аҡландар, моғайын, әле булһа хәтерләйҙер бәләкәй генә Римдең мәктәп кәрәк-ярағын һатып алыу өсөн аҡса эшләйем тип еләк йыйып йөрөгән саҡтарын. Йәйен мөмкин тиклем күберәк эшләп ҡалырға тырыша ул. Белемгә ынтылышы, өҫ-башын ҡарар өсөн аҡса кәрәклеге лә уны үҙ йүнен үҙе күреүгә этәргәндер. Студент сағында өйҙән аҡса алыу ҡайҙа ти ул?! Ул хатта ата-әсәһенә был хаҡта ишара яһарға ла ояла. Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ инде шунан төпсөк малайҙың ни тиклем үҙаллы, тырыш, ихтирамлы булыуын!
Бала сағынан тыуған яғына булған мөхәббәтле, ихтирамлы мөнәсәбәте студент Янғужинды икенсе курстан ғилми-тикшеренеү эшенә йәлеп итә. Йыл һайын ул археологик экспедицияларға йөрөй, этнография буйынса материалдар туплай. Үҙенең Тыуған ере, Ватаны хаҡында башҡаларға ла һөйләгеһе, бүтәндәрҙе лә милләтенең үҙенсәлеге менән таныштырғыһы килә уның. Етәкселәре профессорҙар К. Сальников, Р. Кузеев була. Уға Бөтә Союз студенттарының ғилми конференцияларында ҡатнашыу бәхете тейә. Ҡазан, Екатеринбург, Нальчик, Киев, Мәскәү, Санкт-Петербург фән эшмәкәрҙәре Р. Янғужиндың сығышын ҡыҙыҡһыныу менән тыңлай, хатта бер ни тиклем ғәжәпһенеп ҡабул итә. Ни генә тимә, совет кешеһен тәрбиәләгән осорҙа башҡорт халҡының этнографияһы тураһында һүҙ алып барыу баш етмәҫлек ҡыйыулыҡҡа тиң, шулай бит! III курстан Р. Янғужин БДУ-ның Үҙәк ғилми-студент йәмғиәте рәйесе булып китә.
Егеттең тәүге ғилми эше 1962 йылда Ленинградта Бөтә Союз студент-археологтарының VIII ғилми конференцияһында яңғырай, аҙаҡ ошо уҡ ҡалала башҡа ғилми материалдар менән бергә баҫылып та сыға. “Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районындағы ҡурғандарҙы ҡаҙып тикшереү” тип атала ул. Ошо йылдарҙа ныҡлы ҡарарға килә студент: халҡы тураһында донъя йәмәғәтселегенә еткерергә һәм бының өсөн аҡтыҡ көсөн йәлләмәҫкә! Көнө буйы китапханаларҙа, архивтарҙа шөғөлләнеп, докладтар яҙа, фәнни эшенә нигеҙ һала. Сессия ваҡытында ғына ул имтихандарға иғтибар бүлеп, башҡа дәрестәр менән шөғөлләнергә форсат таба. Ә былай тотошлайы менән этнография донъяһына сума.
(Аҙағы бар).
Лариса АБДУЛЛИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521