Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сатирик хикәйә
Эш бүлмәһе мәж килеп тора. Ары сабалар, бире сабалар. Берәүҙәр ғәйбәт тоҡсайын бүҫкәртә, икенселәр әллә дүртенсе, әллә бишенсе тапҡыр сәй шөпөрҙәтә. Өсөнсөләр дуҫының яңы кейемен йыуа.
Ғәләү ҙә ойоп ултырмай. Киреһенсә, иң ауыр, иң әһәмиәтле бурыс уның иңенә һалынған. Ана, өҫтәлен күрәһегеҙме? Бер өйөм ҡағыҙ араһынан пеләш башы ғына ялтырап күренеп ҡала. Оҙон йыл буйы яҙа ла яҙа ул. Был ҡәҙәр ҙә өҙлөкһөҙ эшләүгә ябығып китте хатта, элек бүҫелеп барған сикәләре күҙгә күренеп һурылды, күҙҙәре ағас ботағы урыны кеүек өңрәйеп эскә батты. Ал юҡ, ял юҡ. Уйын эшме ни: инде ҡасанан бирле иртәнән ҡара эңергәсә ҡулынан ҡәләме төшмәһен әле. Эштә генә өлгөрә алмағас, ял көндәрендә лә сыҡҡыланы шул. Инде башҡалар күптән отпускыла булып килһә, ә ул, бахырың, әле һаман былтырғыһын ала алмай эт ише интегә.
Һуңғы осорҙа ойошманың үҫеш юлдарын, перспективаһын билдәләгән концепция менән хитланды. Инде уныһын теүәлләп, хәл алырға өлгөрмәне, директор йәнә саҡыртып алды.
— Квартал планы кәрәк! Иртәгә кискә әҙер булырға тейеш.
Ул ғына нимә инде Ғәләүгә, өйрәнгән баш. Ундай эш менән бер бөгөн генә ултырмай. Былтырғыһын йәһәт кенә соҡоп сығарҙы ла, йылын, датаһын үҙгәртеп, йәнә бер нисә һүҙ өҫтәгәйне — план шап әҙер. Кисте көтөп тора буламы ни! Төшкә тиклем үк уны директор өҫтәленә индереп тә һалды.
Хәҙер бына нисәнсе аҙна инде ул ахмаллаға ҡалып былтырғы эш һөҙөмтәләре тураһында отчет яҙа.
— Уф, ҡулым ҡалманы, күҙем атылып сығып барған һымаҡ. — Ғәләү, ауыр һулап, башын ҡалҡытты. Унан бармаҡтарын яҙып, һелккеләп алды. Алдындағы графиндан һыу уртланы.
Бер аҙҙан отчетын тотоп, ҙур бер эш атҡарған ҡиәфәттә, аяҡтарын кирә баҫып, хужа бүлмәһенә юлланды.
— Ил башлығы ниндәйерәк бурыстар ҡуя әле? — Директор, ҡулына ҡәләмен алып, ҡағыҙҙарға тексәйҙе. Унан, зиһене асылып китеренә өмөтләнеп, тәмәкеһен ҡабыҙҙы. — Тәк, илдәге демография, йәш ғаиләләргә ярҙам, ришүәтселәргә, тәмәкеселәргә ҡаршы көрәш. — Унан Ғәләүгә ҡарап: — Ҡустым, ҡойтораҡ күренә, — тине. Унан, бер нисә минут самаһы уйланып торғандан һуң, давай өҫтә, тине. “Быйыл коллективта дөйөм тырышлыҡ менән ун ғаилә барлыҡҡа килде, ун дүрт сабый тыуҙы!”
Ғәләү аптырап китте.
— Һуң, Самат Ғәлинурович, беҙҙә барлығы ун ғына кеше эшләй бит!
— Мине өйрәтер кеше тыумаған әле. Яҙ тигәс, яҙ. — Директорҙың тауышы зәһәр яңғыраны. — Йәнә өҫтә: “Тәмәкенең организмға зарарын аңлап, коллективта бер тәмәкесе лә ҡалманы. Биш кешегә арзан хаҡҡа фатир юллап бирелде...”
Ана шулай ҡағыҙға төшөргәндәрен хужанан тикшертеп ала ла тағы тотона яҙырға. Унан йәнә шулай ҡабатлана. Әллә туғыҙ, әллә ун тапҡыр ҡабаттан күсереп яҙа торғас, һис ниндәй икеләнеүһеҙ кәрәкле урынға ебәрер ҡиәфәткә килде.
Шул саҡ иртәнән бирле бер ҡағыҙҙы тегеләй-былай әйләндереп арыған һалбыр ҡашлы Ҡасим мыҫҡыллы йылмайҙы.
— Тәки яҙып бөттөм тиң инде?
— Шулай шикелле.
— Ну эшләйһең дә инде.
— Ә кәк же.
— Уй, һин бигерәк шәп эшләйһең дә ул. Көн һайын ҡосаҡ-ҡосаҡ ҡағыҙ яҙаһың. Бүстәк менән булашаһың түгелме икән? Ҡағыҙ әрәм итеп. Һинең ул нәмәләрең кемгә хәжәт инде. Шуны кем уҡып ултыра тиң. — Хеҙмәттәшенең уйынлы-ысынлы әйткән һүҙе Ғәләүҙең намыҫына тейҙе.
— Ҡара әле, тотаһың да юҡты лапылдап тик ултыраһың. Нишләп файҙаһыҙ эш булһын ти!? Һинең кеүек үшәндәр эшләгән ойошманы быйыл тәк зерәгә илдең иң яҡшы ун предприятиеһы иҫәбенә индергәндәр тиһеңме? Мул ғына премия ла топ-тойоҡтан кеҫәңә инеп ятмаған. Быйыл ғүмереңдә беренсе тапҡыр миҙал алдыңмы — алдың? Ә үҙеңдең бында эшләүеңә бер йыл да юҡ әле. Уның да ярты йылын балниста аунаның. Бөтәһе лә дәдәңдең кәрәкле урынға йәтеш кенә яҙыу һөҙөмтәһе икәнен онотма. Белеп ҡуй: бында иң мөһим эште мин башҡарам.
Әммә уның теләһә кемдең әкиәтен тыңларға ваҡыты юҡ.
Ғәләү ойошманың план-проспекты тигән папканы ҡулына алды. Ошо аҙнала быныһын ослап ҡуйһа, киләһендә медиа-планға тотонор.
Эш сәғәте тамам. Иртәгә шәмбе, рәхәтләнеп ял итермен, бәлки, берәй киноға барырбыҙ тигән уй менән Ғәләү ишек тотҡаһына үрелгәйне генә, директор менән бәрелешә яҙҙы.
— Ғәләү Мөхтәрович, тағы ла бер мөһим эш бар. Өҫтән йыйылыштың протоколын һорайҙар. Дүшәмбегә әҙер булырға тейеш. Шуны ял көндәрендә әҙерләрһең әле.
Ғәләүҙең йөҙө йәмрәйҙе.
— Ярар, — тип кенә бышылдап яуап ҡайтара алды ул. Унан ҡабаттан боролоп, өҫтәлендәге ике-өс кирбес ҡалынлығындағы папкаларын тыңҡыслап сумкаһына тултырҙы ла ҡайтыр юлға сыҡты.
В. ХАҠОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521