Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тирәклеләр булды терәк
Тирәклеләр булды терәк“Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһы ифрат уңышлы башланғыс булды. Уның аша гәзитебеҙҙең абруйына, дуҫтарыбыҙҙың күплегенә тағы ла бер инандыҡ һәм был беҙҙе халыҡҡа нығыраҡ яҡынайтты.

Акция дауам итә. Элекке кеүек, уға беренсе булып ҡушылған коллектив “Башҡортостан” гәзите редакцияһынан бүләк аласаҡ. Мәҫәлән, үткән подписка һөҙөмтәһе буйынса Архангел районының Тирәкле мәктәбе ошондай бәхеткә өлгәште — балалар уҡытыусылары менән бергә Өфөлә сәйәхәттә булып ҡайтты. Ҡунаҡтар иң тәүҙә “Башҡортостан”дың баш мөхәррире Нияз Сәлимов менән осрашып, баҫманың, журналистарҙың ниндәй эшмәкәрлек алып барыуы хаҡында күп мәғлүмәт Тирәклеләр булды терәкалды. Тәьҫораттар баҫыу цехында тағы ла көсәйҙе — уҡыусылар ғына түгел, уҡытыусыларҙың байтағы гәзит-журналдың донъя күргәнгә тиклем ниндәй юл үткәненә тәүге тапҡыр шаһит булып, хайран ҡалыуын йәшерә алманы. “Йәшлек”, “Йәншишмә” гәзиттәре редакциялары менән танышыу ҙа матур хәтирәләр ҡалдырҙы.
Тирәкле мәктәбендә 1997 йылдан умартасылыҡ серҙәренә өйрәтәләр. 2004 йылда, яңы бинаға күскәс, Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов изге шөғөлдө үҫтереү өсөн уҡыу йортона матди ярҙам күрһәткән. Шуға ла күптәнге таныштар ҡыуанып күреште. Әмир Миңнәхмәт Тирәклеләр булды терәкулының һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңлаған уҡыусылар умартасылыҡ буйынса яңы мәғлүмәткә эйә булды, етәксенән бүләктәр алып һөйөндө.
Артабан тирәклеләрҙе “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалында ихлас ҡаршы алдылар. Ҡунаҡтарыбыҙға “йондоҙ”ҙар менән яҡындан танышыу, “Сәңгелдәк”, “Шәп арба” кеүек яратып ҡараған тапшырыуҙарҙың нисек әҙерләнеүен күреү бәхете тейҙе.
Кискә хөрмәтле милләттәшебеҙ, әҙип һәм дәүләт эшмәкәре Рауил Бикбаев менән осрашыу көтә ине. Һөйләшеү башҡорт теле, халыҡ мәсьәләләре, йәштәрҙең Тирәклеләр булды терәкбөгөнгө тормошта тотҡан роле хаҡында барҙы. Уҡыусылар үҙен ҡыҙыҡһындырған бихисап һорауға яуап алһа, Рауил Төхвәт улы йәш быуындың тәрбиәле, рухлы булыуына һөйөндө. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында әҙиптең “Хазина” спектаклен ҡарау ике быуынды тағы ла яҡынайтты, уртаҡ тойғоларҙы көсәйтте кеүек.
Тирәклеләр Өфөнөң иҫтәлекле урындарында булды, фотоға төштө, ғөмүмән, баш ҡаланан ифрат матур тәьҫораттар менән ҡайтты.
Бына шулай халҡыбыҙға өлгө күрһәтте тирәклеләр. Уларҙағы рух, милләтебеҙ өсөн янып йәшәү һәр беребеҙгә хас булһын ине.
“Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына берҙәм ҡушылайыҡ, хөрмәтле дуҫтар!
Дилбәр ИШМОРАТОВА

Тирәклеләр булды терәкЭльвира ХӘСӘНОВА, Тирәкле мәктәбенең тарих уҡытыусыһы:

— Өфөгә сәйәхәт беҙгә лә, уҡыусыларға ла ныҡ оҡшаны. Үҙемә килгәндә, мәҫәлән, типографияла беренсе тапҡыр булдым. Гәзит-журналды ҡулына алған кеше уны сығарыуҙа шул ҡәҙәр күп көс түгелгәнен, бихисап хеҙмәткәр ҡатнашҡанын күҙ алдына ла килтермәй. Ә беҙ быны яҡындан күреп ҡайттыҡ — баҫма матбуғатҡа һөйөүебеҙ тағы ла артты.
Баш ҡалабыҙ йылдан-йыл матурая, замансаға әйләнә бара. Ауылдағы мәшәҡәттәрҙән арынып, унда гел барып йөрөп тә булмай. Күңелдәге ошо бушлыҡты тултырыу, Өфөлә рәхәтләнеп ял итеп ҡайтыу мөмкинлеген булдырған “Башҡортостан” гәзитенә ҙур рәхмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 123

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 473

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 111

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 918

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 680

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 263

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 585

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 969

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 446

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 524

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536