Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иҫән-имен булғың килһә, әрмегә бар
...Ошондай фекерҙә республика хәрби комиссариаты хеҙмәткәрҙәре. Билдәле булыуынса, ваҡытында әрмегә бармай ҡалыусылар араһында үҙ-үҙенә ҡул һалыу, төрлө сектаға эләгеү, юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыу осраҡтары йышайған. Мәҫәлән, һуңғы осорҙа республикала өс кеше ошондай аяныслы хәлгә тарыған.

Республика хәрби комиссары Анатолий Балтинский матбуғат конференцияһында хәрби хеҙмәттең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
Көҙгө саҡырылышта алты меңгә яҡын егет Рәсәй Ҡораллы Көстәренә оҙатылырға тейеш. Хеҙмәт итеү ваҡыты элеккесә ҡала – 12 ай. Рәсәй Оборона министрлығы был мәсьәләгә үҙгәреш индерергә ниәтләмәй. Егеттәр төрлө хәрби округтарға юлланасаҡ. Республикала барлығы 69 хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы эшләй.
Көҙгө хеҙмәткә саҡырылғандарҙың әҙерлеген тикшереү өсөн республика Хәрби комиссариатына Генераль штабтан вәкилдәр килгән. Улар әҙерлекте юғары баһалаған, был йәһәттән иң яҡшы субъект тип тапҡан. Элекке йылдар менән сағыштырғанда, быйыл саҡырыу пунктында буласаҡ һалдаттарҙың көнкүреш шарттары күпкә яҡшырған: иҫке һикеләр алмаштырылған, һәр кемдең үҙ кәштәһе һәм ултырғысы бар. Шулай уҡ егеттәр хәрби часҡа китер алдынан банк картаһын ала, ай һайын унда ике мең һум аҡса күсереләсәк.
Хәрби комиссариаттың врач комиссияһы рәйесе Роберт Йыһангиров иһә хеҙмәткә саҡырылғандарҙың һаулығы насар булыуын билдәләне. Яҫы табанлылыҡ, ҡолаҡ-танау сирҙәре, ВИЧ айырыуса таралған. Билдәле булыуынса, республика Хәрби комиссариаты контрактсыларҙың һанын арттырыу буйынса эшләй.
Матбуғат конференцияһында хәбәрселәрҙе министрҙарҙың, хакимиәт башлыҡтарының, эшҡыуарҙарҙың улдары хеҙмәт итеү-итмәү мәсьәләһе ҡыҙыҡһындырҙы. «Социаль статусына, туғанлыҡ ептәренә ҡарамай, бөтәһенә лә тиң ҡарайҙар. Мәҫәлән, әле йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванютаның улы әрме хеҙмәтендә үҙ бурысын үтәй», – тип яуап бирҙе республика хәрби комиссары Анатолий Балтинский.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың күпселеге Үҙәк хәрби округка юлланасаҡ. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәрҙең һаны арта бара. Ә бына альтернатив хеҙмәткә Башҡортостандан дүрт кеше генә ебәреләсәк.
Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу кампанияһы осоронда граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса “ҡыҙыу элемтә” телефондары эшләй: республиканың Хәрби комиссариатына – 253-13-48, 228-02-92; Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһына – 250-05-10; ашығыс психологик ярҙам кәрәк булһа, 273-09-00 телефонына шылтыратырға мөмкин. Шулай уҡ Хәрби комисcариаттың муниципаль бүлектәрендә лә ҡыҙыу элемтә телефондары бар. Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре етәксеһенең электрон адресы: [email protected].
Илмира ҠОЛБАХТИНА




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521