Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Төньяҡ амурҙары” байрағы серенең әсе һабағы
Билдәле ғалим, филология фәндәре докторы Миңлеғәле Нәҙерғоловтың гәзиттең 5 октябрь һанында донъя күргән “Тарихи дөрөҫлөккә шик юҡ” исемле мәҡәләһен күргәнгә ҡәҙәр әле Азат Ярмуллиндың ул һүҙ алып барған мәҡәләһенә (2012 йыл, 6 сентябрь) үҙ мөнәсәбәтемде белдереү ниәтенән ҡулыма ҡәләм алғайным инде. Хөрмәтле ғалимыбыҙ фекерен әйткәндән һуң хәҙер барыһы ла асыҡланды һымаҡ, “Төньяҡ амурҙары”ның серле байрағы сер булыуҙан туҡтаны.

Мин үҙем башта уҡ “Төньяҡ амурҙары”ның серле байрағы” мәҡәләһен милләт өсөн иҫтәлекле һәм онотолмаҫ ваҡиғаға бәйле мәсьәләлә икенсе яҡ менән бәхәскә инеү тип ҡабул иттем, сөнки ундағы төп тезис һүҙ барған байраҡҡа мөнәсәбәттә тарихи әҙәбиәттә урын алған ҡарашты кире ҡағыуға, уның байраҡ тарихы менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы булмауын иҫбат итеүгә ҡайтып ҡала. Бәхәстең асылы шунда: тарих фәндәре кандидаты Р.Н. Рәхимов үҙенең хеҙмәттәрендә, республикабыҙҙың Милли музейында һаҡланған Башҡорт полкы байрағы 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм 1813–1814 йылдарҙағы сит ил походтары осорона ҡарамай, тигән ҡараш үткәрә. Шуның өҫтөнә ул быны тотош бер төбәктең — Көньяҡ Уралдың тарихын өйрәнеү проблемаһы юғарылығына алып сығып, шул кимәлдән уға нөктә ҡуя.
Әле беҙ Р. Рәхимовтың үҙ ҡарашын нисек нигеҙләүенә туҡталып тормаҫтан, иң элек “Төньяҡ амурҙары”ның серле байрағы” мәҡәләһе авторының, үҙ оппонентынан айырмалы, байраҡтың тарихын өйрәнеүгә фән күҙлегенән яҡын килеүе, уны тәү сығанаҡҡа мөрәжәғәт итеүҙән башлауы хаҡында айырып әйтеп китмәксебеҙ. Шуға күрә уның боронғо ҡулъяҙмаларҙы өйрәнеүҙә ҙур тәжрибәһе булған ғалимда теләктәшлек табыуы аңлашыла, әлбиттә. Миңлеғәле Хөсәйен улы байраҡтағы яҙыу менән танышҡас, ундағы ғәрәп хәрефтәренең асыҡ бирелмәгәнлеген, уларҙың төрлөсә уҡылыу мөмкинлеген белдерә. Ә инде ғалимдың “11-се кантон начальнигы Семеновский” яҙыуын “бригадный начальник Семеновский” тип тә уҡырға була, тип нығытып ҡуйыуы мәҡәлә авторы өсөн үҙе бер асыш була.
Артабан беҙ тәржемәлә “бригадный начальник Семеновский” тигән һүҙҙәрҙең булыуы мөмкинлегенең Азат Ярмуллинға 1812 йылғы Ватан һуғышы тарихына юл асҡанлығын беләбеҙ. Ул ошолай подполковник П. Тихновский фамилияһына килеп сыға. Был инде ике йөҙ йылдан һуң 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт һыбайлыларының данын туған халҡына ҡайтанан ҡайтарып биреүгә тиң. М.Х. Нәҙерғолов иһә үҙенең алда телгә алынған мәҡәләһендә ул хаҡта аҙаҡҡы һүҙҙе әйтә, шуның менән был мәсьәләлә бүтән төрлө фекер йөрөтөүгә урын ҡалдырмай, алда әйтелгәнсә, уға нөктә ҡуя. Ә беҙгә иһә уны әсе һабаҡ булараҡ ҡабул итергә генә ҡала.
Әгәр бөгөн Бородино бәрелешендә ҡатнашҡан, Тарутин лагерынан Парижға ҡәҙәр дошманды эҙәрлекләп, уға баҫып ингән башҡорт полктарынан ҡалған берҙән-бер ҡомартҡыны уларҙың иҫтәлеге итеп таныуҙан баш тартыуға ғәмһеҙ ҡалһаҡ, әхлаҡһыҙлыҡ булыр ине. 1812 йылғы Ватан һуғышында урыҫ ғәскәрҙәренең Баш командующийы М.И. Кутузов Рәсәй еренең дошман һалдаттарынан тулыһынса таҙартылыу уңайы менән үҙ ғәскәренә мөрәжәғәтендә империяның ил сигенә килеп еткән үҙ һуғышсыларын “һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ — Ватанды азат итеүсе” тип атаны. Һис һүҙһеҙ, унда был көндө күреү насип булмағандарҙың да өлөшө ҙур.
Республиканың Милли музейында һаҡланған байраҡтың да 1812 йылғы Ватан һуғышына һәм урыҫ армияһының 1813–1814 йылдарҙағы сит ил походтары осорона мөнәсәбәте булыуына шик һалыу үҙе үк төпкөлдәге башҡорт ауылдарынан Парижға ҡәҙәр шанлы юл үткән башҡорт атлыларының иҫтәлегенә хыянат итеү менән бер булыр ине. Был байраҡ — башҡорт полктарының береһенең байрағы — уларҙың барыһы өсөн дә уртаҡ ҡомартҡы булыуы менән ҡиммәт. Ул шулай уҡ улар өсөн уртаҡ ватансылыҡ тойғоһоноң беҙҙең көндәргә килеп еткән бер билдәһе лә. Был тойғо Рәсәй тарихының һәр осоронда уға тоғро ҡалды, бер ҡасан да үҙгәрмәне. Үҙ ваҡытында Мәжит Ғафури “Мин — Ватансы” исемле шиғырында: “Сикһеҙ ватансы мин, совет иле булыу шарты менән ул Ватан”, — тип ғорурланһа, һуңғараҡ Мостай Кәрим быны “Мин — россиянмын” тип нығытып ҡуйҙы.
Әле беҙ Азат Ярмуллиндың серле байраҡтың серен асыуҙа үҙенең Тихновский фамилияһына барып сығыуына бурыслы булыуын тағы бер тапҡыр раҫлау өсөн Яныбай Хамматовтың барыбыҙға ла билдәле “Төньяҡ амурҙары” әҫәрендәге бер эпизодҡа туҡталып китмәксебеҙ. А. Ярмуллин мәҡәләһендә һыбайлы башҡорт полктарының бригада начальнигы подполковник Тихновскийҙың Кутузовҡа ебәргән донесениеһынан бер өҙөк килтерелә. Әҫәрҙә иһә ул Кутузов үҙ кабинетында дежур генерал Коновницин менән һөйләшкәндә һүҙмә-һүҙ ҡабатлана. Генерал Баш командующийға үҙенә башҡорт полктарының бригада начальнигы Тухновскийҙан хат килеүе хаҡында хәбәр итә лә уның эстәлеген телдән һөйләп бирә. Хатында Тухновский шул көндәрҙә Нижний Новгород аша үткән Өсөнсө, Дүртенсе, Бишенсе һыбайлы башҡорт полктарының Полоцкийҙағы Соколица тигән урында генерал-лейтенант Виттенштейн корпусына барып ҡушыласағы хаҡында белдерә. Тухновскийҙан дежур-генералға килгән хатта ла, Тихновскийҙың Кутузовҡа донесениеһында ла бер үк һанлы башҡорт полктары телгә алына, шул уҡ корпус командирының исеме ҡабатлана. Беҙгә “Төньяҡ амурҙары” дилогияһында башҡорт полктарының ойошторолоуы һәм хәрби хәрәкәттәренең һүрәтләнеүе йәһәтенән документаль нигеҙгә ҡоролған әҫәр икәне билдәле. Шуға күрә Азат Ярмуллиндың байраҡтағы яҙыуҙағы подполковник Семеновскийҙың подполковник Тихновский булыуы мөмкинлеге хаҡында фараз итеүе менән хаҡлы булыуына беҙгә икеләнергә урын юҡ. Уның интуицияһы яңылышмай. Ахырҙа ул шулай булып сыға ла. Филология фәндәре докторы М. Нәҙерғоловтың “Тарихи дөрөҫлөккә шик ҡалмай” исемле мәҡәләһе шуны раҫлай ҙа. Тик шуныһы: А. Ярмуллиндың оппонентының халыҡ тарихының шундай данлы һәм һәр беребеҙ өсөн ҡәҙерле осорона шулай еңел ҡарауын бүтәндәрҙе лә шуға ышандырырға тырышыуын аңлауы ла, аңлатыуы ла ҡыйын.
Беҙҙең өсөн Милли музейҙа һаҡланған Башҡорт полкы байрағы һәр саҡ атай-олатайҙарҙың үҙҙәренең оло Ватаны Рәсәйгә булған ватансылыҡ тойғоһоноң айырылғыһыҙлығы хаҡында шаһит итеүе ҡәҙерле ҡомартҡы булды һәм 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығын билдәләгәндә уның ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ.
Зиннур НУРҒӘЛИН,
Башҡортостан Фәндәр
академияһының
почетлы академигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521