Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Был юлы миңә Туймазы районында ғәжәп эшҡыуар барлығы хаҡында һөйләнеләр.

Әлим Хажиморатов атлы уҙаман ҡояшлы Тажикстандан Башҡортостанға матур уй-ниәттәр менән күсеп килә. “Хөкүмәткә күпме бил бөкһәң дә, мандып булмаҫ. Бөгөнгө заманда эшҡыуарлыҡ — иң һыйлыһы. Йүнселдәр барыһы ла мул, иркен йәшәй. Аҡсаны услап тоталар, лутсы үҙемә эшләйем”, — ти ул.
Туймазы халҡының ҡышын да, йәйен дә помидор-ҡыяр үҫтереүе, шуның менән кәсеп итеүе, бәғзеләренең сереп байыуы хаҡында ишетеп, ике лә уйлап тормай шунда саба. Бәй, уларҙан ҡайһы ере менән кәм? Артыҡ булмаһа әле. Теләһә, уҙҙырып та ебәрә ала. Ҡыяр-помидор үҫтереү нимә генә ул!
Тик, ваҡытында осороу сараһын күрмәһәң, был йәшелсә сереп, боҙолоп бара. Икенсенән, артыҡ күп ашап булмай — тиҙ бүктерә. Ә ул үҫтерәсәк йәшелсә ниндәйме? Әллә күпме һаҡларға мөмкин. Бер татып ҡараған кешенең унан тағы ла ауыҙ иткеһе килеп кенә торасаҡ. Аҡсаһы булмаһа ла, аптыранмаҫ, барыбер әмәлен табып, кемдеңдер кеҫәһен таҙартып, икенселәрҙең өйөнә төшөп булһа ла, үҫемлекте тәмләр.
Әлим сәмләнеп эшкә тотона. Ә хыялдың иге-сиге юҡ. Алла бирһә, сереп байыр көнө алда әле!
Беҙҙең халыҡ ҡыҙыҡ ҡына бит ул: саҡ ҡына арыуыраҡ берәй нәмә эшләнеңме, “нисек”, “ҡайһылай”, тип төпсөнә башлай. Бер мәл, ҡайҙан ҡолаҡтарына төшкәндер, был турала ауыҙ асып бер кемгә лә һөйләгәне булмаһа ла, әллә кемдәр Әлим йәшәгән йорттоң ҡапҡаһын шаҡыны.
— Һаумыһығыҙ?
— Һаубыҙ әле.
Ҡунаҡтар бигерәк ҡыҙыҡһыныусан булып сыҡты. Килеп инеү менән ихата тирәһен зыҡ ҡубып тикшереп сыҡтылар. Үҙҙәре “ах” та “ух” килеп баштарын сайҡай. Теплица тирәләй метр ярым бейеклегендәге киндер үҫентеләрен күреп, шаҡ ҡаттылар.
— Бына, исмаһам, эшҡыуар! — тине береһе.
— Әйтмә лә инде, баҙар ҡанундарын ҡайһылай яҡшы белә, — тип йөпләне икенсеһе. Унан ят кешеләр Әлимдең эш сере менән ҡыҙыҡһынырға тотондо.
— Был тиклемде нисек үҫтерҙең?
Тикшереүселәр Әлимдең телен нисек кенә асырға тырышмаһын, бушҡа ғына. Йылы яҡ ҡунағын, вәт, дан егет, башҡаларҙың төшөнә лә инмәгән кәсеп менән шөғөлләнә, тип ҡуҡырайтып та, ахырҙа, бер ауыҙ һүҙ әйттерә алмағас, ҡурҡытып та ҡаранылар. Ә ул һаман бер үк һүҙҙе ҡабатлай.
— Һи-и-и, тапҡанһығыҙ аптырар нәмә! Беҙҙең Туймазы ере харап уңдырышлы бит ул. Юҡҡа ғына барса халыҡ зыҡ ҡубып помидор, ҡыяр менән булыша тиһегеҙме! Ә киндер үҙенән-үҙе үҫә. Махсус рәүештә үҙем ултыртҡандыр шул. Үҫһен әйҙә, тирә-йүнде йәмләп тора бит. Бер кемгә зыяны юҡ уның.
Теплица эсендәгеһе бигерәк ишелеп уңған. Ҡыяр менән бергә ике-өс метр бейеклектәге киндер, урманмы ни, шаулап үҫеп ултыра. “Йәшелсә”не үҫтереү бер, уны кәрәкле генә кешеләргә осора белеү ҙә зарур. Был йәһәттән Әлимдең эше шәп бара. Марихуананы эшкәртеү өсөн төрлө ҡорамалды ла етерлек йыйнаған. Бәләкәй генә бизмәне лә дөп-дөрөҫ күрһәтә.
Тик бына хоҡуҡ һаҡлау органдарының сәйер ҡыланышы аңлашылмай эшҡыуарға. Штраф, төрмә менән янайҙар. “Был тиклем дә тар күңелле әҙәмдәр булыр икән, юҡҡа ғына бәйләнеп, хәлде алалар”, — тип уйлай ул.
Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523