Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » «Ҡыҙыл мәсет» ҡайтты!
«Ҡыҙыл мәсет» ҡайтты!Күгәрсен районында аҙна һайын тип әйтерлек берәй яңы йортҡа нигеҙ һалынып, яңы объекттар сафҡа индерелеп тороуы һоҡланырлыҡ та, ғәжәпләнерлек тә. Әйтәйек, Республика көнөнә Побоище ауылында яңы клуб, Күгәрсен ауылында реконструкциянан һуң шундай уҡ мәҙәниәт усағы ишектәрен асһа, үткән шәмбелә район үҙәге Мораҡта өр-яңы мәсетте сафҡа индереү тантанаһы булды. Тиҙҙән Ялсы ауылында ла иман йорто мосолмандарҙы ҡабул итәсәк.

Был донъя шул тиклем мөғжизәле лә, тылсымлы ла. Алдағы көндәр ямғырлы тороп, 20 октябрь иртәһе лә төмһәреп тыуһа, күп тә үтмәҫтән, бар халыҡты таң ҡалдырып, әйтерһең дә, күк көмбәҙе асылды. Изге йорт алдына йыйылған һәммә халыҡ, ғәжәпләнеп тә, шатланып та, йылы, яҡты нурҙарын ер өҫтөнә йомарт һипкән алсаҡ ҡояшҡа йылмайҙы. «Ҡарасәле, болоҡһорап торған көн шулай асылып китһен әле! Гүйә, берәйһе заказ биргән. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң шул», – тиеште йәмле тантанаға йыйылған инәйҙәр. Эргәләге туғайлыҡта ярышып ҡоштар һайрай башлауы ожмахтай донъяға тағы мөғжизә өҫтәне. Ысынлап та, изге йорт асылыуға бар тереклек ҡыуана түгелме?!
Шәриғәт ҡанундары көслө затҡа һәр ерҙә лә өҫтөнлөк бирә – мәсет алдындағы майҙанда төп урынды ир-егет биләне. Гүзәл зат вәкилдәре, балалар ситтәрәк урын алды. Барыһы ла тантаналы минуттарҙы түҙемһеҙлек менән көттө. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың, Стәрлетамаҡ мәсетенең имам-хатибы Ришат хәҙрәт Рафиҡовтың, Борайҙан имам-мөхтәсиб Рифат хәҙрәт Зариповтың, Ейәнсуранан имам Фәрит хәҙрәт Вәлиевтең, Кинйә Арыҫланов исемендәге хәйриә фонды етәксеһе Марс Юлбарыҫовтың, «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Хәйҙәр Ғайсиндың, алыҫ ерҙе яҡынайтып, күгәрсендәрҙең изге байрам шатлыҡтарын уртаҡлашырға килеүе — үҙе үк мәртәбә. Ҡунаҡтар янынан яңы ғибәҙәтханалар төҙөүгә көс-тырышлыҡ һалған район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин, имам-мөхтәсиб Рәсүл хәҙрәт Янбаев та урын алды.
Халыҡ алдына Рәсүл хәҙрәттең сығып баҫыуы менән майҙан тын ҡалды. Бисмиллаһын әйтеп, имам-мөхтәсиб һүҙ алды.
– 2008 йылда райондың элекке хакимиәт башлығы Рәмил Мәжитовҡа халыҡ менән яңы мәсет төҙөү мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт иткәйнек. Бергәләшеп кәңәшләшкәндән һуң эш башланып китте. Әлеге башлығыбыҙ Фәрит Мырҙагилде улы, ерлектәге бағыусылар, халыҡ ярҙамында бына нисә йылдан һуң, әлхәмделләһи, ошо ҡыуанысҡа өлгәштек. Тыштан да, эстән дә ҡарап туйғыһыҙ матур ғибәҙәтханабыҙ. Мәсет төҙөү – бик изге эш. Иман йортон һалыуҙа ҡатнашҡан һәр беребеҙ Аллаһы Тәғәләнең сауабына ирешкән. Ошо мәркәзебеҙҙә йомаларҙа йыйылып, намаҙҙар ҡылып йәшәргә яҙһын. Мәсеттә әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе өйрәнәбеҙ, һәр йомала рухыбыҙҙы, иманыбыҙҙы күтәрә торған вәғәздәр һөйләйбеҙ. Шуға күрә, йәмәғәт, аҙнаһына бер тапҡыр булһа ла мәсеткә килеп торорға тейешбеҙ. Дини дәрестәр үткәрәсәкбеҙ. Кемдең ниндәй һорауы бар – рәхим итегеҙ, бөтә кеше өсөн дә мәсет ишектәре асыҡ. «Ҡыҙыл мәсет» бинаһын төҙөүҙә урындағы етәкселек, башҡа райондар вәкилдәре, ситтә эшләп йөрөгән яҡташтарыбыҙ ярҙам күрһәтте. Барыһына ла рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, – тип, хәҙрәт төҙөлөш ойошмаһы етәкселәре Әсхәт Ишмөхәмәтовҡа, Иван Гавриловҡа, Әмир Зиннәтуллинға, Мансур Әбсәләмовҡа, Валерий Павловҡа, Валерий Федоровҡа, Ринат Йәнбәтовҡа, Айрат Болғаировҡа рәхмәт хаты һәм бүләктәр тапшырҙы.
Район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин, халыҡты яңы мәсет асылыуы айҡанлы тәбрикләп, кешеләрҙең ғибәҙәтханаға йышыраҡ йөрөүен һораны, йәш быуынды тәрбиәләүҙә дин әһелдәре эшмәкәрлегенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың вәғәзе тын ҡалып тыңланды.
– Башҡортостанда йөҙҙән ашыу халыҡ вәкилдәре йәшәй. Ислам дине бөтә милләттәргә ихтирам менән ҡарарға өйрәтә. Ниндәй милләтле, ниндәй тәнле булыуығыҙға ҡарамаҫтан, мин һеҙҙең барығыҙҙы ла бер инәнән яралттым, барығыҙға ла тигеҙ ҡарайым, ти Аллаһ Тәғәлә. Шуға ла һәр милләт үҙенең телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡларға, башҡаларҙыҡын да ихтирам итергә тейеш, – тине Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе. – Сит телдәрҙе күберәк белеү үҙе бик ҙур бәрәкәт. Бер милләт тә, тел дә бер-береһенән ҙурыраҡ, юғарыраҡ, өҫтөнөрәк түгел – Аллаһ Тәғәлә алдында барыһы ла тиң, һәммәһе лә тигеҙ. Был турала Ҡөрьән Кәрим 1400 йыл элек үк ап-асыҡ итеп бәйән итте. Ошо сирҙәргә тарымаҫ, яңылыш юлға баҫмаҫ, йәғни тәрбиә, иман нуры таратыу өсөн кәрәк мәсет. Әҙәм балаһы һәр ваҡыт – 10 йәштә лә, 20, 30, хатта 50 – 60 йәштә лә нәсихәткә мохтаж. Мәсеткә килде икән ул, барыбер ниндәйҙер белем, ғилем ала. Ошо мәсеткә юлығыҙ өҙөлмәһен, мөхтәрәм йәмәғәт!
Һуҙылған ал таҫма ҡырҡылды, һәм бар халыҡ, бисмиллаһын әйтеп, мәсет эсенә үтте. Был көндөң тағы бер мәртәбәле ғәмәле – мәсет алдына йәш үҫентеләр ултыртылыуы.
«Ҡыҙыл мәсет» Мораҡ ауылы үҙәгендәге төп майҙанды ғына түгел, ә һәр мосолмандың күңел түрен яҡты, баҙыҡ нурҙар менән балҡытты.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Күгәрсен районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523