Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек
Һөйөү бит ул гөлдәр кеүекКүңелле, тантаналы минуттарҙы хәтергә төшөрөп торорға ярҙам иткән иң ҡәҙерле иҫтәлек ул — фотоһүрәттәр. Зауыҡ менән төшөрөлөп, сифатлы итеп эшләнһә, йылдар уҙғас та һоҡланып ҡарарлыҡ. Бына шундай яуаплы, иҫтәлекле мәлдәрҙе мәңгелеккә теркәп ҡуйыуҙы эшҡыуарлыҡ өлкәһе итеп һайлаған Гөлназ менән Рушан Булатовтар. Береһе фотолар өсөн яуаплы булһа, икенсеһе видеояҙмаға төшөрә.

Туй фотографы булыу ниәте Рушанда 2003 йылда уҡ тыуа. Уҡыуын тамамлап, Өфөлә эш эҙләп йөрөгән егеттең күҙенә иғлан салына. Тик фотоаппараты булмағас, эшкә алмайҙар. Әммә был уй күңелендә ныҡлы урын биләй. 2006 йылда, ата-әсәһе тәүге профессиональ “Никон” фотоаппараты бүләк иткәс, хыялы бойомға аша. Тәүге заказсыһы дуҫы була. Күп кенә нескәлекте белмәүе арҡаһында ҡатмарлыҡтар килеп сыға. Дуҫы менән 20 көн буйы, хатта тиҙерәк булһын өсөн береһе — көндөҙ, икенсеһе төндә алмаш-тилмәш эшләйҙәр. Шунан башлана ла инде Рушандың туй фотографы булып китеүе. 2008 йылдан ул — шәхси эшҡыуар. Фото-көнкүреш техникаһы тауарҙары, ашығыс фотоға төшөрөү нөктәһе лә аса. Әлегә, ваҡыт етмәү сәбәпле, уны ябып торғандар, киләсәктә киңәйтеп, компьютер кеүек техника ремонтлау буйынса ла хеҙмәт күрһәтергә иҫәптәре. Был хаҡта һүҙ сыҡҡас, компьютер йүнәтергә нисек өйрәнеүен һораным. Баҡһаң, был һөнәргә лә Рушан үҙаллы төшөнгән икән.
— Мохтажлыҡ мәжбүр итте, — ти ул, йылмайып. Үҫмер саҡта ағаһына алып биргән иҫке компьютер ватылып йонсотҡас, ағалы-ҡустылы икәү уны ҡутарып, боҙолған ерен асыҡларға, рәткә килтерергә өйрәнә. Аҙаҡ инде дуҫ-иштәр, таныш-тоноштар ҙа мөрәжәғәт итә башлай. Ғаиләлә ҡорамалдарҙы, программаларҙы ваҡыт үткән һайын замансараҡҡа алыштырып торалар. Рушандың иһә, ижади кеше булараҡ, киләсәккә уй-ниәттәре бихисап.
— Хакимиәт берәй урындан ер бүлһә, йәш ғаиләләр аллеяһы булдырырға ине, — ти ул. — Туй көнөндә икәүләп ултыртҡан ағастарын аҙаҡ, йылдар уҙғас, балалары менән килеп күрерҙәр, байрамдарын иҫкә алырҙар ине. Шулай уҡ ғашиҡтар, һөйөүҙәренең мәңгелек билдәһе итеп, йоҙаҡ элеп, асҡысын ташлап, йола үтәргә ярата. Шул маҡсатта тимерҙән махсус “мөхәббәт ағасы” эшләп ҡуйғанда һәйбәт булыр ине.
Бына шундай тырыш, маҡсатлы, мөхәббәтле йәштәр йәшәй беҙҙең яҡтарҙа. Ундайҙарҙың уй-ниәттәре тормошҡа ашыр, эшҡыуарлыҡ төрө тағы ла киңәйер тигән өмөт бар.
Рәйлә САБИТОВА.
Ғафури районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521