Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Инйәр буйҡайында илай әсәләр...
Инйәр буйҡайында илай әсәләр...Яңыраҡ Бөтә донъя туризм көнө билдәләнде, шул уңайҙан Өфөлә ил кимәлендәге форум үткәрелде. Был тармаҡ вәкилдәре Өфөлә һәм Башҡортостанда туризмдың үҫешеүе, төбәгебеҙҙең “туризм мәккәһе”нә әүерелә барыуы тураһында тәфсирләп һөйләне. Ул арала “ҡырағай” туризм, йәғни ойошторолмаған ял ҡорбандарының ғәйепһеҙгә изоляторҙа ултырыуына бишенсе ай китте.
“Башҡортостан” гәзитендә баҫылған “Ҡырағай” туристар ғауға ҡуптара” (2012 йыл, 23 июнь) тигән мәҡәләлә, темаға әйләнеп ҡайтырбыҙ, тип вәғәҙә иткәйнек. Судтың оҙаҡламай үтеренә һәм ғәҙел ҡарар сығарылырына өмөт тотҡайныҡ ул саҡта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, судты ҡарау оҙаҡҡа һуҙылды, ә Иҙел Әхмәтҡужин, Илдар Усманов һәм Марс Гәрәев һаман да һаҡ аҫтында! Һуңғы осорҙа яҡындары менән күрешергә лә рөхсәт итмәйҙәр. Үҙен ҡораллы һөжүмдән яҡлаған кеше хәҙер енәйәтсе һанала башланымы икән әллә?!

Инйәр буйҡайында илай әсәләр...“Муйыныма бысаҡ терәлгәндә һине уйланым, әсәй”...

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: өс егет Архангел районының Тәүәкәс ауылы эргәһендәге ваҡиғанан һуң ҡулға алынды. Эштең асылына төшөнмәйенсә сенсацион хәбәр баҫырға әүәҫ ҡайһы бер баҫмалар егеттәрҙе һәм ауыл халҡын ғәйепләп яҙып та сыҡты. “Кис балыҡ ҡармаҡлаған егетебеҙгә ауылдың ике кешеһе: “Бөтөн балыҡты бөтөрҙөгөҙ, еребеҙҙе тапайһығыҙ”, — тип бәйләнде”, тиелгәйне уларҙа. Артабан ауылдан егермеләп егет килеп, ял итеүселәрҙе арматура, һәнәк менән туҡмаған, тип тә шаштырҙылар. Өфөләр үҙ һүҙен әйтте. Хәҙер шаһиттар һәм ауыл халҡы һөйләгәндәргә туҡталайыҡ.
Барыһы ла ғәҙәти шаяртыуҙан башлана.
Тәүәкәстә тыуып үҫкән һәм Өфөлә шофёр булып эшләгән Илдар 2 июлдә дуҫы Иҙелде ауылына ҡунаҡҡа алып ҡайта (Иҙел — Әбйәлил районы егете, әлеге хәлгә тиклем ҡотҡарыусы булып эшләгән). Ике дуҫ һабантуйға бара һәм Өфөгә юлға сығыр алдынан Инйәр буйына төшә. Ярҙа, ғәҙәттәгесә, ситтән килгән кеше күп була.
Һыу инеп йөрөгән Илдар, кәмәлә балыҡ тотоп ултырған ирҙе күреп: “Бында балыҡ юҡ!” — тип мәрәкәләй. “Ералаш” тапшырыуын ҡараусыларға был шаяртыу яҡшы таныш. Ял итергә килгәндәрҙең әллә юмор хисе булмай сығамы, әллә берәйһе менән һуғышҡыһы килеп китәме — һәр хәлдә өс ир ярға сыҡҡан шаян егеттәргә бысаҡ тотоп йүгереп килә. “Балыҡсы” Иҙелдең муйынына “Мачете” тигән ҙур бысаҡ терәй, ҡалғандары: “Ҡаршылашһаң, дуҫыңа насар буласаҡ”, — тип Илдарҙы туҡмарға керешә.
— Балам менән күрешергә рөхсәт итмәйҙәр, — тип күҙ йәштәрен тыйырға тырышты 21 йәшлек Иҙелдең әсәһе Шәүрә Ильяс ҡыҙы, беҙҙең менән осрашҡанда. — Һаҡсылар аша ҡош телендәй генә хатын алдым. “Муйыныма бысаҡ терәлгәс, күҙ алдыма һин килеп баҫтың, әсәй”, — тигән ул.
Туристарҙың ҡырағайлығынан шаңҡыған Иҙел менән Илдар ауылға табан юлланғас, ҡаршыларына тәүәкәстәр тап була.
— Иҙел ныҡ ҡурҡҡайны, төҫө ҡасҡайны. Үлемдән саҡ ҡалдым, тип иланы, — тип хәтерләй ваҡиғаның шаһиттары.
Егеттәрҙең һөйләшеп торғанын күргәс, ял итеүселәрҙең береһе: “Нимә, һеҙгә етмәй ҡалдымы әллә?” — тип ҡысҡырып, ҡулындағы “Мачете” менән яҡынлаша башлай. Артынан ике әшнәһе эйәрә. Ир-егеттәрсә һөйләшеп аңлашыр урынға, өфөләр тәүәкәстәргә ташлана. Был күренеште һуғышыу тип тә атап булмай. Дөрөҫөрәге, ауылдыҡылар ҡораллы туристарҙан һаҡланып маташа. Күҙ асып йомған арала йәштәрҙең береһенең елкәһен баяғы ҙур бысаҡ телеп үтә.
Шашынған ир бысағын икенсегә һелтәй. Шул саҡ Марс Гәрәев, ерҙән күҫәк алып, ҡоралға һуға, ирҙең башына ла тейә. Күҫәк һына, шулай ҙа яралы егетте ҡазанан һаҡлап алып ҡала. Әйткәндәй, Марстың психик кәмселеген, махсус дауаханала ятып сығыуын дәлилләгән белешмәләр бар, әммә хоҡуҡ һаҡсылары быны иҫәпкә алмай, егетте биктә тота.
Шаһиттарҙың әйтеүенсә, Өфөнән килгән кешеләр һин дә мин руль артына ултырып ҡайтып китә. Һуңынан, дауаханаға ауыр яра менән эләктеләр, бер ҡатындың аяғын һәнәк тишкән, тигән хәбәрҙең килеп сығыуы сәйер. Шул уҡ көндөң кисендә Тәүәкәс егеттәренең полиция хеҙмәтенә яҙған ғаризаһына бөтөнләй иғтибар бүленмәй.

Шомло төн хәтерҙән юйылмаҫ

“Күрмәгәнегеҙҙе күрһәтербеҙ, төрмәгә ултыртырбыҙ”, — тип янай өфөләр Тәүәкәс егеттәренә. Ысынлап та, 7 июндән 8-енә ҡараған төндә ауылға Өфөнән, район үҙәгенән бер өйөр хоҡуҡ һаҡсылары килеп төшә һәм өй һайын тиерлек тентеү үткәрә башлай.
“Комсомольская правда” гәзитендә (2012 йыл, 13 июнь), “Тәүәкәс егеттәре һыу буйына арматура, һәнәк тотоп килгән”, тиелгәйне. Өфөләр шулай уҡ, ауылдың егермеләп кешеһе ҡорал менән ташланды, тип әйткән. Шуға ла хоҡуҡ һаҡсылары егерме егетте йыйып алырға ҡарар иткәндер, күрәһең, сөнки ир еткән улдары Инйәр буйҡайында илай әсәләр...булған ғаиләләргә баралар, уларҙың көрәк-һәнәген алып китәләр.
— Төнгө сәғәт бер тулып килгәндә тәҙрәгә туҡылдаттылар, — тип хәтерләй Марстың әсәһе Рәүлә Гәрәева. — Ирем ишекте асты. Беҙгә төрлө һорау яуҙыра башланылар. Ниҙер эҙләгән булып, өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерҙеләр, бысаҡ, һәнәк, көрәк һорап алдылар. Улыма суд-медицина экспертизаһы үткәрмәйҙәр, изоляторҙа тоталар. Адвокат ялларлыҡ хәлем юҡ.
— Төнгө икенсе киткәс, беҙ йоҡларға ятҡас, өй алдына машина килеп туҡтаны. Ете-һигеҙ кеше араһында Вилдан улымды күреп аптыраным: уның ҡулдары бәйле ине. Үҙен көндөҙ һорау алыуға саҡыртҡан булғандар икән, — ти Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен йөрөтөүсе абруйлы ғаилә башлығы Фәрүәз Камалетдинов. — Тентеү яһарға килдек, тип ҡағыҙ күрһәттеләр. Унда бер мисәт тә юҡ ине. Тимәк, эште законһыҙ башҡарғандар.
— Барыбыҙҙы ла аш бүлмәһенә этеп индерҙеләр ҙә йоҡлап ятҡан ҡыҙыбыҙҙың түшәген күтәреп: “Бәлки, бында наркотик йәшерәһегеҙҙер?” — тинеләр. Бер ни аңламаған кинйә улыбыҙ ҡурҡышынан мунса яғына йүгерҙе. Артынан ҡыуып етеп, һөйрәтә-һөйрәтә мунсаға алып инеп киттеләр, нимәлер эҙләнеләр, — тип һүҙгә ҡушыла уның ҡатыны.
Ошондай күренеш бер төн эсендә ауылдың күп өйөндә ҡабатлана. Республикабыҙҙа үҙ-ара ыҙғыш, талаш көн дә булып торһа ла, был хәл ни өсөндөр айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Һөҙөмтәлә 9 июндә — Иҙелде, 12 июндә — Марсты, 18 июндә Илдарҙы изоляторға ябып ҡуялар.

Ниңә ял урындары ойошторолмай?

Ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларының һүҙенә ышанһаң, тәүәкәстәрҙе һәнәк менән туристарға ташланған ҡырағайҙар тип уйларһың. Асылда бында ҡош-ҡорт, мал-тыуар аҫрап донъя көтөргә, балаларын белемле итергә ынтылған тырыш халыҡ йәшәй. Мәҫәлән, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләгән Нәсимә апай Хөсәйенова үҙе генә ни тора! Ул дүрт балаһын да белемле иткән: өс ҡыҙы ла Өфөләге юғары уҡыу йорттарында уҡыта, ә улы — подполковник. Был ауылдан тағы ла техник фәндәр докторы Эрнст Юлбарисов, философия фәндәре кандидаты Әнисә Ташбулатова, тарих фәндәре кандидаты Марат Зөлҡәрнәев кеүек күренекле шәхестәр сыҡҡан.
Инйәр буйҡайында илай әсәләр...— Аҡыллы, булдыҡлы егеттәребеҙҙе нахаҡҡа ғәйепләүҙәре, енәйәтсе итеп күрһәтергә маташыуҙары күңелде әрнетә. Йәштәребеҙ матур, әҙәпле беҙҙең, — ти пенсионер Роза Ғәббәсова. — Илдә иҡтисади көрсөк, эшһеҙлек булған заманда ла эш табып, үҙ көстәре менән аҡса эшләп йөрөйҙәр.
— Был ваҡиғала ҡатнашҡан һәм уның шаһиты булған балалар беҙҙең күҙ алдында үҫте, — ти уҡытыусы Нурзилә Ишмөхәмәтова. — Барыһы ла махсус урта йә юғары белемле. Йорт һалып йөрөгәндәре лә бар. Ошондай аҫыл егеттәрҙең шәхси намыҫын кәмһетәләр.
Клуб директоры Гөлфисә Хызырова ла ауыл йәштәренең тыныс холоҡло, итәғәтле булыуын билдәләй.
— Ҡайһы бер ауылдарҙа дискотека үткәрергә ҡурҡалар, йәштәр эсеп һуғыша, тиҙәр. Был йәһәттән егеттәребеҙгә бер һүҙем юҡ. Эсмәйҙәр, талашмайҙар, киреһенсә, эш ҡушһаң, ярҙамлашырға ғына торалар, — ти ул.
Ауыл халҡы тыныс, итәғәтле булғанға, һуңғы йылдарҙа ситтән төрлө халыҡ бында коттедждар төҙөп, ошонда төпләнә башлаған. Ғөмүмән, тәүәкәстәр быуаттар буйы эргә-тирәһендәге тиҫтәнән ашыу милләт вәкилдәре менән татыу ғүмер итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Инйәргә ял итергә килгән ҡайһы бер “текә” әҙәмдәр уларҙың ихласлығынан һәм күндәмлегенән файҙалана. Ауыл халҡы һөйләгәндәрҙе тыңлаһаң, сәстәр үрә торорлоҡ!
Таҙа һыулы Инйәр йылғаһы Тәүәкәсте уратып аға. Өфөнән алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан таулы-урманлы яҡтарҙы ял итергә яратыусы ҡала халҡы күптән үҙ иткән. Ҡомда ҡыҙынырға, урман ҡыҙырырға, кәмәлә йөҙөргә, балыҡ тоторға — ғөмүмән, йәнең теләгәнсә ял итергә мөмкин. Тик бына ситтән килеүселәргә ауыл халҡының малы, ҡош-ҡорто бик ныҡ ҡамасаулай икән. Шунлыҡтан ҡайһы берҙә көтөүселәрҙе, ир йә ҡатын булыуына ҡарап тормай, туҡмап ҡайтаралар, ти. Зиннур ағай Иштуғановҡа хатта мылтыҡ тоҫҡағандар.
— Өсөнсө йыл булды был хәл, — тип хәтерләй ул. — Ялға ҡайтҡан ейәнсәрем менән көтөү көтөргә сыҡтыҡ. Мал йылғаға төшкәс, ял итеүселәрҙең береһе мылтыҡ тотоп килде. “Бынан алып китмәһәң, үҙеңә лә, һыйырҙарыңа ла атам”, — тине. Үҙем өсөн түгел, бала өсөн ҡурҡтым.
Донъя михнәте күрмәй йәшәгән ҡала байҙары ауыл халҡының ошо малға күҙ төбәп тороуын ҡайҙан аңлаһын! Бәғзе әҙәмдәр Тәүәкәс эргәһенә ял итергә түгел, халыҡты кәмһетергә, ҡурҡытырға килә тигән фекер ҡалды.
Йылға буйында йәшәүселәргә йәйге осор айырыуса тынғыһыҙ.
— 18 йәшлек ир еткән улымды һыу инергә яңғыҙын ебәрмәйем, сөнки ситтән килгәндәрҙән нимә көтөргә лә белмәҫһең, — тип зарлана Гөлфисә Хызырова. — Улар башмаҡ кеүек эттәрен бәйһеҙ һәм морондоҡһоҙ иреккә ебәрә, һыулауға төшкән малға һөсөлдәтә. Эттең балаларға ташланыуы ихтимал. “Ҡырағай” туристарҙың тағы бер яратҡан шөғөлө — һауаға буш шешәләр сөйөп, шуларға пистолеттан атыу. “Дружба” бысҡыһы менән ағас ҡырҡып усаҡ яғырға ла рөхсәт һорап тормайҙар. Быҫҡып ҡалған усаҡтарын ирем менән һәр кис һүндереп йөрөйбөҙ.
Республикабыҙҙың төрлө ауылында йәшәүселәр тәүәкәстәрҙең һөйләгәндәрен ҡеүәтләп, беҙҙә лә шундайыраҡ хәл, тип эстән генә көрһөнөп ҡуйғандыр, моғайын. Башҡортостандың ҡайһы ғына төбәгенә барһаң да, йылға һәм күл буйында иркенләп ял итергә мөмкин бит. Иң мөһиме — бушлай. Ойошторолмаған туризм ситтән килеүселәргә ифрат оҡшаһа ла, урындағы халыҡ өсөн был ысын мәғәнәһендә бәләгә әүерелде. Беренсенән, малды һуғарыр әмәл ҡалмай; икенсенән, ситтән килеүселәр үҙҙәрен йыш ҡына әҙәпһеҙ тота; өсөнсөнән, тәбиғәт ресурстары тәләфләнә.
Тейешле иғтибар бүленһә, ял урындарын ойоштороу әллә ни ҙур мәсьәлә лә түгел кеүек. Мәҫәлән, Тәүәкәс эргәһендә Инйәр буйында ял түләүле булһа, сүп һауыттары һәм усаҡ яғыу урындары яһалһа, бер нисә егет һаҡсы итеп ҡуйылһа, ситтән килеүселәр үҙҙәрен әҙәпле тотор ине, ауыл халҡына иһә сауҙа һәм эш урындары барлыҡҡа килер, тәбиғәт тә йылдан-йыл бысранмаҫ ине. Иң мөһиме — Иҙел, Илдар һәм Марс ғәйепһеҙ килеш изоляторҙа ултырмаҫ ине...
Егеттәрҙең яҡындары әйтеүенсә, уларҙың артабанғы яҙмышы хаҡында аныҡ бер ни ҙә әйтеп булмай, сөнки суд ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында айҙан-айға күсерелә бара. Дөрөҫлөктө даулап, Өфө менән Әбйәлил юлына саң ҡундырмаған Шәүрә Ильяс ҡыҙының тауышын, Инйәр буйында йәшәүсе башҡа әсәләрҙең илауын хоҡуҡ һаҡсылары ҡасан ишетер?!
Нурзиә ХӘСӘНОВА

Фуат АҪЫЛҒУЖИН, ауыл Советы рәйесе:
— Иҙел менән Илдар урынында башҡа берәүҙең дә булыуы мөмкин ине, сөнки туристарҙың ауыл халҡына ташланыуы тәүгегә түгел. Ситтән килеүселәр ауыл магазинына ярым яланғас йөрөй, бында әҙәпле мосолман халҡы йәшәй, тип киҫәтеүҙе аңламайҙар. Арттарынан ҡалған сүп-сар тураһында әйтәһе лә түгел! Йыл да мәктәп уҡыусылары менән экологик өмә ойоштороп, йылға буйҙарын таҙарта торғайныҡ. Һуңғы осорҙа туристар шәхси гигиена әйберҙәрен дә ҡалдыра башлағас, балаларҙан сүп йыйҙырырға уңайһыҙландыҡ.
Павел ПОПОВ, адвокат:
— Судтың ни өсөн кисектерелә барыуын, эштең ниңә һуҙылыуын аныҡ ҡына аңлатып булмай, сөнки тәфтишсе Карен Карапетян хаттарыма яуап бирмәй. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһына һәм Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостандағы идаралығы етәксеһе Алексей Касьяновҡа яҙма рәүештә дәғүәмде белдерҙем. Әлегә уларҙан да яуап алманым.
Егеттәрҙең сәләмәтлеге һәйбәт, әммә психологик яҡтан ҙур тетрәнеү кисерәләр, сөнки билдәһеҙлектә көн итеүе еңел түгел. Өҫтәүенә, үҙҙәрен ғәйепле тип таныуҙарын талап итеп, уларға әхлаҡи яҡтан баҫым яһайҙар.
Рәфис АҠСУЛПАНОВ, ыҙғыш булған көндө район дауаханаһының ҡабул итеү бүлегендә дежурҙа ултырған табип:
— Тәүәкәс ауылы егеттәре дауаханаға шок хәлендә килде. Илдар Усмановтың сикәһенә ҡан төйөлгәйне, муйыны ике яҡтан һыҙырылғайны. Шаңҡыған егет бер ни ҙә һөйләй алманы, тәүге ярҙамдан баш тартып, эшкә тип ҡайтып китте.
Араларында берәүҙең елкәһе яраланғайны. Әгәр бысаҡ бер-ике сантиметр ситкәрәк эләкһә һәм йоҡо артерияһын йәрәхәтләһә, егетте ҡотҡарып булмаҫ ине. Бил тәңгәле ауыр әйбер менән һуғыуҙан йәрәхәтләнгәйне.
Тәүәкәстәрҙән һуң Өфөлә йәшәгән ғаиләләр килде. Барыһы ла үҙ аяҡтарында йөрөнө. Ҡабул итеү бүлмәһендә ныҡ шаулаштылар, үҙ-ара ҡыҙып-ҡыҙып һөйләштеләр, иҫерек инеләр. Бер ирҙең ябыҡ баш һөйәге-мейе травмаһы, мейе һелкенеүе асыҡланды. Ул дауаханала ҡалды, әммә тейешле дауаны алмайынса, үҙ теләге менән ҡайтып китте. Икенсе ирҙең ҡулы терһәктән өҫтәрәк еңелсә һыҙырылғайны, ә беләгендә уңалған яраларының эҙе бар ине. Ботоноң артҡы яғы йәрәхәтләнгән ҡатын машинаны үҙе йөрөтөп килде һәм ҡайтҡанда ла руль артына ултырҙы. Әгәр һәнәк менән сәнсеүҙән яраланһа, дауахана буйлап йүгереп йөрөй ҙә алмаҫ ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Шамил
    Шамил от 14.11.2012, 00:36
    Бик урынлы проблема күтәргәнһең, Нурзиә! Халҡыбыҙҙа әйтмешләй, "Көслөнөкө - замана"ға әйләнеп бара донъябыҙ. Кемдә аҡса, юғарыла тыуған-тыумаса бар, шуларҙыҡы - дөрөҫ. Быға сик ҡуйырға ваҡыт. Закон алдында һәр кем тигеҙ.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523