Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төплө уйланылған ҡарар
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтен отставкаға ебәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. “Был сәйәси ваҡиғаны нисек баһалайһығыҙ?” – тигән һорау менән гәзит уҡыусыларыбыҙға мөрәжәғәт иттек.

Альберт МИФТАХОВ, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе:
— Башҡортостанда башҡарма власть етәксеһе — Президент. Ә премьер-министр вазифаһы булғанда башҡарма власть органдары икегә бүленә. Шулай уҡ хөкүмәт аппаратын тотоу ҙа ҡыйбатҡа төшә. Хәҙер иһә был маҡсатҡа бүленгән бюджет аҡсаһы кәрәкле өлкәләргә тотоноласаҡ. Ошоғаса министрҙар ниндәйҙер мәсьәләне вице-премьерға, унан премьер-министрға, ул иһә Президентҡа еткерә ине. Шулай итеп, бюрократизм күп ваҡытты ала торғайны. Министрҙарҙың туранан-тура Президентҡа буйһоноуы күп мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә эште тиҙләтәсәк тигән фекерҙәмен. Әлеге үҙгәрештәргә бәйле Президенттың эше күбәйһә лә, күпселек мәсьәләләр Президент күҙлегенән һәм ул нисек күрә, шулай тормошҡа ашасаҡ. Шуға ла Рөстәм Хәмитовтың был ҡарарын хуплайым.
Наталья БИБАКОВА, Өфө дәүләт авиация техник университетының философия кафедраһы доценты, политолог:
— Донъя миҫалында Хөкүмәттең отставкаға ебәрелеүе — ҙур сәйәси ваҡиға. Ә ниндәй киҫкен ваҡиға бындай хәлгә нигеҙ була ала? Кризис, ҙур сәйәси хата йәки илдә алып барылған сәйәси система етди үҙгәрештәргә мохтаж булғанда. Башҡортостанда Хөкүмәттең ни сәбәптән отставкаға ебәрелеүенә аныҡ нигеҙ юҡ. Шуға ла мин һуңғы вариантҡа туҡталам. Моғайын, республика етәксеһе әлеге Хөкүмәттең эше менән ҡәнәғәт түгелдер. Сәйәси фараздарға килгәндә, миңә ҡалһа, әлеге Хөкүмәт составында эшләүселәрҙең күбеһе үҙ урынында ҡаласаҡ.
Илдар ҒАФУРОВ, эшсе:
— Илдә оптималләштереү барған саҡта Хөкүмәт аппаратын ҡыҫҡартыу, бәлки, дөрөҫтөр. Әммә был эшкә әле генә баһа биреп булмай. Тәүҙә эшләп ҡараһындар. Әлбиттә, бюрократизм кеүек күренеш кәмер тип ышанам. Быға бер йылдан һығымта яһарға булыр. Чиновниктарға киткән сығымдар социаль өлкәгә йүнәлтелһә, яҡшыраҡ булыр ине, тип уйлайым.
Әнүәр МӨХТӘРОВ, Өфө районы, хаҡлы ялда:
— Ниһайәт, ҡағыҙ әйләнеше туҡтап ҡалыр тигән өмөт бар. Авдон ауылында бына 30 йыл самаһы төҙөлөп бөтмәгән физкультура-һауыҡтырыу комплексы тора. Шул хаҡта нисә йыл инде Президентҡа хат яҙам, ләкин аһ-зарым республика етәксеһенә барып етмәй, Хөкүмәттән район хакимиәтенә кире ебәрелә. Мин туплаған хаттар хәҙер бер нисә томлыҡ китап һымаҡ булды. Президент был ҡарары менән чиновниктар армияһын ҡыҫҡартып, минеңсә, һәйбәт эшләй.
Айҙар ӘКРӘМОВ, Мәскәү ҡалаһы, студент:
— Бындай ҡыҫҡартыуҙар федераль кимәлдә лә, төбәктәрҙә лә булырға тейеш. Хәҙер компьютер, телефон заманы. Шуға ҡағыҙ менән эш итеү системаһынан яйлап ситләшергә ваҡыт. Кеше менән хатлашып түгел, онлайн аралашырға ла була бит. Хөкүмәттә башланған ҡыҫҡартыу министрлыҡтарға ла ҡағылыр тип уйлайым, сөнки бер-береһенең эшен ҡабатлаған министрлыҡтар, улар эргәһендә булдырылған агентлыҡтар, бюролар күп. Бюджет аҡсаһы маҡсатлы файҙаланылырға тейеш.
Лилиә НУРЕТДИНОВА
яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521