Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » «Ағинәй» иман тарата
«Ағинәй» иман таратаКүңелдәрҙе миғражға күтәрерҙәй ғәмәлдәр көтөлә

Былтыр Сурай ауылында мәсет асыу тантанаһында булырға тура килгәйне. Ғибәҙәт ҡылыу йортоноң бик матур эшләнешенә, архитектура йәһәтенән камиллығына һоҡланыуҙан күңелемдең иң нескә ҡылдары тирбәлде, уны һалған һәммә кешегә рәхмәт хистәрем урғылды. Аллаһы Тәғәләне яратып, уның берлегенә инанып йәшәүселәр арта, иншалла, уларҙың матди теләктәшлеге ярҙамында тыуған еребеҙҙә иман йорттары күбәйгәндән-күбәйә.

Яңыраҡ был тарафтарға тағы юл төштө. Ауылға ҡарап ҡына торған Аҡҡош тауы итәгендәге мәсет балҡып ултыра. Исеме лә ниндәй бит әле — «Ағинәй»! «Күңелдәренә изгелек орлоҡтары сәсеп, инсафлы, матур, батыр балалар үҫтергән, ғүмерҙәрен хәләл ефетенә арнап, уның һәр эшенә ҡеүәт өҫтәгән, зирәклеге менән ил ҡотон арттырған, үҙҙәренән һуң иманлы нәҫел ҡалдырған милләтебеҙ күрке булған инәйҙәргә, өләсәйҙәргә, әсәйҙәргә бағышланды», — тигәйне төҙөлөш эштәрен башынан аҙағынаса әйҙәп йөрөгән Миңзәлә ханым Фазлетдинова.
Көҙҙөң алтын миҙгелендә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм пәйғәмбәребеҙгә Ҡөрьән төшөрөлгән көндә ауыл халҡы мәсеткә йыйылды. Семәрле баҫҡыстарҙан күтәрелгәндә «Ағинәй» иман таратаһәр кем «Аллаһүммәж-ғәлни әүжәһә мән тәүәжжәһә иләйкә үә әҡрабә мән тәҡаррабә иләйкә үә әфҙалә мән сәьәләкә үә рағибә иләйкә» тигән доғаны күңеленән уҡымай ҡалмағандыр. Залда байрамса кейенгән атай-әсәйҙәр янында мәктәп балаларының ялан сәскәләре кеүек һибелеп ултырыуы үҙе бер ҡыуаныс ине. Тимәк, Аллаһ йорто улар өсөн дә ят түгел.
Һикһән биш йәшен тултырған Рәхимә Мусина сара башланмаҫ борон уҡ шатлығы менән бүлешергә ашыҡты. «Атайым Әбелҡасим муллалыҡҡа уҡып ҡайтты, тик эшләй алманы. Дәһрилек заманы ине. Әммә өйҙә һөйләгән доғалары онотолманы, йөрәк түрендә һаҡланды. Аяғым йөрөгәндә, күҙем күргәндә бер йоманы ла ҡалдырмам. Туҡһандың өҫтөнә баҫҡан Миңйыһан еңгәм мәсеттән алыҫыраҡ йәшәй, әммә ул да яйлап килеп етә. «Ағинәй» — ауылдың иң матур биҙәге, иң изге урыны. Аҙан моңонан уянабыҙ, аҙан моңо менән хәйерле төнгә сумабыҙ», — тине ул.
Байрамды асҡан Жәүит мулла Ризуанов Рәхимә апайҙың һүҙенә ҡеүәт өҫтәне: «Әлхәмдүлиллаһи, халыҡ әүҙемләште, дингә ихтирам артты, өйҙәрҙә Ҡөрьән сүрәләре йышыраҡ яңғырай. Ошондай мәсетебеҙ булғанға күрше хәҙрәттәр ҙә шатлана», — тине һәм артабан доғаларҙың шифаһы, намаҙға баҫыуҙың тән һәм йән өсөн файҙаһына туҡталып үтте. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Әлиә Хәсәнова: «Мәсеттең әһәмиәте ҙур тип уйлайым, ул иманға, тәртипкә өндәй. Доғалар уҡыһам, киләсәккә ышанысым, көсөм арта, аҙан тауышын ишетһәм, күңелемә бөткөһөҙ һиллек, еңеллек килә», – ти.
Йомала, мосолмандарҙың бергәләшеп ғибәҙәт ҡылыу, йыйылып һөйләшеү көнөндә, күңелдәге барлыҡ уйҙарҙы әйтеп һалыу зарур. Был юлы ла шулай булды. Гөлсәсәк Вәлиуллина: «Бер йыл эсендә ике исем ҡушыу, дүрт никах теркәү йолаһы башҡарылды. Тимәк, мәсет үҙ бурысын үтәй. Аҙна һайын йома намаҙына йыйылабыҙ. Тик әлегә мәсеткә оло быуын вәкилдәре генә йөрөй», — тип билдәләне. Башҡалар ҙа йәштәрҙең мәсеткә һирәгерәк юл тотоуын әйтеп үтте. Ҡармыш ауыл хакимиәте башлығы Дауыт Шәкүров ир-атты изге йортта күберәк күрергә теләүен белдерҙе. «Йома намаҙында бәлиғ булған һәммә ир-ат ҡатнашырға бурыслы. Мәсет газ менән йылытыла, электр уты яна, телефон эшләй. Оҙаҡламай һыу үткәреләсәк. Йыйып әйткәндә, шарттар бынамын тигән», — тине ул.
Һөйләшеүҙең ошо юҫыҡҡа йүнәлеүе бик урынлы булды. «Мәсет ни өсөн һәм кем өсөн һалына?» тигән һорауҙы йыш ишетергә була. Хажиә Миңзәлә Фазлетдинованың балаларға ҡарап һөйләгән йөрәк һүҙҙәре тап ошоға яуап булып яңғыраны. Ҡасандыр ауылда сабыйҙар тупылдап донъяға килеп торған, Сурай мәктәбендә 150-нән ашыу бала уҡыған. Бөгөн уҡыусыларҙың һаны 50-гә лә тулмай. I класта — өс, IX класта — ун бала. Ә бит башҡорттар борондан күп балалы татыу ғаиләһе, туған йәнлелеге, илһөйәрлеге менән дан тотҡан. Бөгөнгө хәлдең сәбәбе күп, әлбиттә. Шуларҙың береһе — диндән ситләштереү. Күңелдең, зиһендең иң түрендә булырға тейеш дини аңдың урынын халҡыбыҙҙы юҡҡа сығара торған алама ғәҙәттәр ҡыҫырыҡланы, иман зәғифлегенә килтерҙе. Һөҙөмтәһе бик аяныс: һаулыҡ ҡаҡшай, ғаилә тарҡала, матди хәл ауырлаша. Ә мәсеткә йөрөүҙең файҙаһы ҙур. Ҡөрьән сыҡҡанда күккә олғашҡан манара аша Аллаһы Тәғәләгә юл асыла, доғалар уҡыһаң, теләктәр ҡабул була, тән сафлана, зиһен яҡтыра, аҙан моңонан яуыз көстәр ҡаса. «Бына ни өсөн динебеҙҙе ҡайтарып, милләтебеҙҙе сәләмәт тәнле, сәләмәт рухлы итеп һаҡларға, ҡан-гендарыбыҙҙы таҙартырға тырышабыҙ, шул саҡта сабыйҙар атайлы ла, әсәйле лә булып, бәхетле мөхиттә үҫер, сөнки дин булған ерҙә эскелеккә, башҡа насар ғәҙәттәргә урын ҡалмай», — тине Миңзәлә ханым. Уның хәләл ефете хажи Ҡәдүрий Әбдрәхим улы балаларҙы мәктәптә уҡыу менән бергә мосолман дине тәғлимәттәрен өйрәнергә саҡырҙы, сөнки фән уҡымышлы итһә, матди сығанаҡ булдырһа, дин барлыҡ эштәрҙең башында тора: йәшәүҙең маҡсатын аса, теләктәрҙең, ниәттәрҙең дөрөҫ юлын билдәләй, яңылыш уйҙарҙан ҡотҡара, кешене иманлы итеп тәрбиәләй.
— Бай тарихлы ауылда йәшәйһегеҙ, балалар. Уға 1745 йылда Сурай Илкәев тигән бабағыҙ нигеҙ һалған. 2015 йылда ҙур юбилей көтөлә. Уны яҡшы уҡып ҡаршы алығыҙ. Бала саҡтағы изге теләктәргә Аллаһы Тәғәлә аҡ юл аса, шуға алдығыҙға гел юғары маҡсат ҡуйып йәшәгеҙ. Ә атай-әсәйегеҙ бөгөнгө осрашыуҙан һуң уйланыр, сабыйҙарына дөрөҫ тәрбиә, иманлы ғүмер биреп, үҙҙәренә бәхетле ҡартлыҡ әҙерләр тип ышанам, — тине Ҡәдүрий Әбдрәхим улы. Эйе, «Ағинәй» — шатлыҡ бөркөүсе, иман таратыусы изге йорт. Теләһәң, хәҙрәттәрҙең саф ғәрәп телендә йә башҡортса һөйләгән вәғәздәрен видеояҙманан тыңлап була, республикабыҙҙа нәшер ителгән башҡортса Ҡөрьән, Әлхәрәмдән килтерелгән ғәрәпсә Ҡөрьән, заманса ксерокс, бухгалтерия мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ноутбук бар. Жәүит мулла мәктәп етәкселегенең ризалығы менән уҡыусыларға ғәрәп әлифбаһын өйрәтә башлаған. Балаларҙың күҙҙәрендәге шатлыҡлы осҡондар уларҙың бик риза булыуы тураһында һөйләй. IV класс уҡыусыһы Булат Ларинбаев «Ихлас» сүрәһен, VI класс уҡыусыһы Рифат Мөхәмәтшин, «Әл-Фәтиха»ны яттан тасуири һөйләп, булдыҡлылығын күрһәтте.
Сығыш яһаусылар фекеренсә, мәсеттә тағы ла бик күп файҙалы эштәр атҡарырға мөмкин. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үтемлерәк саралар уйлап табып, йәштәр зиһененә мосолманлыҡ әхлағын һалырға була. Былтыр, мәҫәлән, мәсет асҡанда сәсәниә Розалия Солтангәрәева, шағирәләр Гүзәл Ситдиҡова менән Тамара Юлдашева иҫтәҡалырлыҡ фәһемле итеп сығыш яһағайны. Ошо тәжрибәне дауам итеп, әҙип, тарихсы, философ, табип һәм ғәмәли фәндәр өлкәһендә эшләгән күренекле ғалимдарҙы саҡырып, йәш күңелгә асҡыс булырҙай осрашыуҙар үткәргәндә килен-кейәүҙәр һыра кеүек хәрәм эсемлек шешәһе тотоу урынына ошо алтын ишектәрҙе асып инер, сәләмәтлекте ҡәҙерләү, ҡартлыҡ көндәрендә терәк булырҙай ышаныслы балалар үҫтереү серҙәренә төшөнөр ине. Әруахтар рухына йә булмаһа күңел теләгән ниәт-маҡсаттарҙың бойомға ашыуына бағышлап Ҡөрьән сығыу, дингә бәйле башҡа матур йолалар, ғәмәлдәр өйҙәрҙә түгел, ғаилә менән берлектә мәсет эсендә атҡарылһа, ирҙәрҙе мосолманлыҡҡа ыңғайлатыуы еңелерәк булыр кеүек. Никахлашыу, исем ҡушыу кеүек йолаларҙы халыҡ ижады менән байытып, шаян таҡмаҡтарҙы, һағышлы сеңләүҙәрҙе, дини мөнәжәттәрҙе, матур йырҙарҙы, аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрҙе урынлы ҡулланып үткәреүҙе лә күҙ уңында тоталар. Йыйып әйткәндә, киләсәктә «Ағинәй» рухыбыҙҙы миғражға күтәрерҙәй, Аллаһы Тәғәләгә яҡыныраҡ булыуыбыҙҙы белгертерҙәй рух үҙәгенә әйләнер, тигән фекер йомарланды сығыштарҙа.
Тупланыу кисәһе аҙағында илаһи ғәм таратҡан аҙан моңо яңғыраны. Балалар атай-әсәйҙәре менән бергә намаҙға баҫып, Раббыбыҙҙың бөйөклөгө хаҡына, бөгөн әйтелгән саф теләктәрҙең бойомға ашырына ышанып сәждә ҡылды.
Фәүзиә ЛАТИПОВА.
Әлшәй районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521