Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йотлоҡ яңғыҙ йөрөмәй
Йотлоҡ яңғыҙ йөрөмәйАслыҡ-хәйерселек, яланғаслыҡ һәм иң ҡурҡынысы — ашау етмәүҙән, төрлө суррогат, үлән, һөйәк онтағы, үләкһә менән туҡланыуҙан әҙәм күтәрә алмаҫлыҡ ауырыуҙар ҙа барлыҡҡа килә.
“Төрлө ауырыуҙар тарала. Былай ҙа ҡот осҡос ярлылыҡтың сигенә еткән, аслыҡ ғазаптарын кисергән, ауырыу, йонсоу, бөтөнләй тиерлек шәрә ҡалған кешеләр ҡышҡы һалҡында ҙурыраҡ ауылдарға, заводтарға тартыла... Һалҡындар аслыҡтың эшен тамамлап ҡуя, һәм йөҙләгән кеше юлда туңа. Аҙым һайын — ауылда булһынмы, юлдамы — туңған аяҡтарын саҡ һөйрәгән кеше һөлдәләрен осратырға мөмкин... Ярты халыҡтың бер нәмәһе лә юҡ: торор ере, малы, кейеме, йорт йыһаздары — бөтәһе лә аслыҡта юҡ булған... Бөрйән — Түңгәүер кантонында ике волость бар — Бөрйән, Байназар-Ҡыпсаҡ... Аслыҡ был улустарҙа туҡтамаған һәм туҡтала ла алмай. Был яҡтағы халыҡтың тормошо тотош мәхшәрҙән тора. Ауылдарҙа хатта көҙҙән, ҡыштан үлгән мәйеттәр ҙә йыйылмаған. Шундай өйҙәр бар, бөтә ғаилә ағзаларының төрлө ҡиәфәттә аслыҡтан үлгәнен, хатта өй тупһаһында ятып, уны кимереүсе кеше мәйеттәрен дә күреп була. Үлем әле лә аҙаймай. 1921 йылдан алып әлеге йылдың (1922 йыл — Р.У.) сентябренә саҡлы Өсөнсө Бөрйән волосындағы 7800 кешенән тик 2750-һе генә ҡалған. Өсөнсө Бөрйән волосының 23 ауылынан алтыһында ғына биш-алты баш ат бар, ә ҡалған 17-һендә бер ниндәй ҙә мал юҡ...” — тигән мәғлүмәт килтерелә Бөрйән-Түңгәүер кантонынан (БР ҮДТА. Ф.Р — 100. Оп. 1. д.2). (Артабан сығанаҡты күрһәткәндә “БР ҮДТА”-ны күрһәтмәйенсә, фонд, теркәү, “эш” һанын ғына бирәсәкмен).
Аслыҡтан, ул тыуҙырған ауырыуҙарҙан яфаланыусылар, үлеүселәр тураһында “Помгол” АРА, аслыҡ эҙемтәләре менән көрәшкән башҡа ойошмаларға мәғлүмәттәр бирелеп торған. Шуларҙан ғына ла афәттең әҙәм ышанмаҫлыҡ эҙемтәләрен аңларға мөмкин.
Түбәндәге таблица (Ф.Р — 100. Оп. 1. Д. 6.) 1921 йылдың 15 октябренә килтерелгән һандарҙан төҙөлгән. Шуны иҫкә төшөрөү кәрәк: һандар Бәләкәй Башҡортостан буйынса бирелә. Өфө губернаһы 1922 йылдың 14 июнендә ВЦИК-тың “Автономиялы Башҡорт Социалистик Республикаһының сиген киңәйтеү хаҡында” декреты менән бөтөрөлөп, Өфө, Бөрө, Бәләбәй, Златоуст өйәҙҙәре Башҡортостанға индерелгән. Шуға ла 1922 йылдың 14 июненә тиклемге һандарҙа гел Бәләкәй Башҡортостан күҙаллана.
Иҫкәрмә: һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, декабрь айына асығыусылар һаны халыҡтың 90 процентын тәшкил итә. Үлеүселәр һанын, медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәү сәбәпле, тулыһынса килтереп булмаған.
Таблицанан күренеүенсә, Күҙәй, Юрматы кантондарындағы дөйөм халыҡ һанын күрһәткән бүлектә яңылышлыҡ китеп, ҡалған бүлектәре менән тап килмәй. Башлыса һандар дөрөҫлөктө сағылдыра, был бүтән таблицалар менән дә иҫбатлана. Шулай итеп, 1921 йылдың 15 октябренә Башҡортостанда 671 мең 692 кеше асығып, 10 мең 11 кеше тифтан үлгән.
Тиф — аслыҡ һөҙөмтәһендәге иң ҡурҡыныс, йоғошло ауырыу. Төрҙәре: ҡорһаҡ тифы (брюшной) — үҙенә бер төрлө бактерия йоғоуҙан барлыҡҡа килгән инфекция ауырыуы; бетле ҡайтмалы тиф (возвратный вшивый) — спирохета бактерияһы йоғоу арҡаһында киҫкен инфекция ауырыуы, уны бет тарата; талпанлы ҡайтмалы тиф (возвратный клещевой) — үҙенә бер төрлө бактерия йоғоуҙан барлыҡҡа килгән киҫкен инфекция ауырыуы, уны үҙенсәлекле талпан тарата; бетле сабыртмалы (эпидемик, Европа тифы, (сыпной вшивый эпидемический) — үҙенә бер төрлө риккетсия йоғоуҙан барлыҡҡа килгән киҫкен инфекция ауырыуы, уны бет тарата. (“Медицина-гигиена терминдарының ҡыҫҡаса русса-башҡортса һүҙлеге”, Өфө, БКН, 1990).
Аслыҡ, теләһә нәмә ашау шулай уҡ зәңге (цинга — С витамины етешмәүҙән авитаминоз ауырыуы), ашҡаҙан-эсәк, һары (желтуха — ҡанда үт пигменты — билирубиндың күбәйеүенән тире һәм тиресә ҡатламдарҙың һары төҫ алыуы), шешенеү (отек) һымаҡ кеше һаулығы өсөн ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы ла алып килә.
Мәҫәлән, 1921 йылдың сентябрь-декабрь айына Башҡортостан кантондары буйынса бөтәһе 2208 кеше ҡорһаҡ тифы, 755-е бетле сабыртмалы тиф, 3065-е бетле һәм талпанлы ҡайтмалы тиф, 1454-е — зәңге, 8527-һе ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән яфаланған. (Ф.Р — 100. Оп. 1. Д.6.) Был 1921 йылдың дүрт айына! Ә алда ҡышҡы оҙон, һыуыҡ һәм ас көндәр торған... Таблица тик эпидемия (ныҡ таралып киткән инфекция ауырыуҙары) тыуҙырған сирҙәр буйынса ғына төҙөлөүен иҫәпкә алһаҡ, хәлдәрҙең ҡайһылай ҡот осҡос булғанлығына иҫең китер.
“Известия” гәзитенең (“Известия Башобкомпомгола”, 1922, 23 сентябрь) 5-се һанында Бәләкәй Башҡортостан һәм элекке Өфө губернаһы буйынса аслыҡ тыуҙырған ауырыуҙар менән яфаланыусылар һаны күрһәтелгән таблица баҫыла. Ул үҙ эсенә 1921 йылдың июленән 1922 йылдың июленә тиклемге арауыҡты ала. Таблицаны төҙөүсе алдан уҡ 1921 йылдың 1 июленә элекке Өфө губернаһында асығыу сәбәпле ауырыусыларҙың 48632 кеше булғанлығын хәбәр итә (Бәләкәй Башҡортостан буйынса һандар юҡ, ул тик октябрҙән генә бирелә — 2398). Бер йылда Өфө губернаһы һәм Бәләкәй Башҡортостанда 499915 кеше ауырыған. Тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса ғына ла — ярты миллион!
Үлеүселәргә килгәндә, элекке Өфө губернаһында (медицина бүлексәләре биргән һандар) 1921 йылда аслыҡтан 16869 кеше йән биргән, 1922 йылдың ғинуарында — 3298, февралендә — 5622, мартта — 9668, апрелдә — 7015, майҙа — 4102, июндә — 2310, июлдә — 1873; бөтәһе — 50755!
Ошо уҡ гәзит элекке Өфө губернаһының тыуыусылар һәм үлеүселәр һанын күрһәткән таблица ла килтерә
Күреүебеҙсә, 1921 йылдың тәүге ярты йыллығында халыҡ 19133 кешегә артһа, икенсе ярты йыллыҡҡа 40 674-кә кәмегән; 1922 йылдың тәүге ярты йыллығында күрһәткес 67271 йәнгә төшкән. Айлыҡ һандар тыуымдың аҙ булыуын (мәҫәлән, 1922 йылдың июнендә 1921 йылдың феврале менән сағыштырғанда биш тапҡырға аҙыраҡ) күрһәтһә, үлеүселәр, киреһенсә, дүрт тапҡырға артҡан. Быға инаныр өсөн 21-се йылдың ошо уҡ ваҡыты менән 1922 йылдың март — май айҙарын сағыштырыу ҙа етер ине. 1921 йылдың июленән 22-нең июненә саҡлы губерна халҡы 107945 кешегә, йәғни 5,5 процентҡа кәмегән. Ғәҙәттә, халыҡ һаны йыл һайын 2 процентҡа артырға тейеш.
Гәзит хәбәр итеүенсә, Бәләкәй Башҡортостан буйынса ошондай уҡ теүәл һандар килтереп булмай, сөнки улустың никах теркәү органдарының күпселеге тулы мәғлүмәт бирмәгән. Шуныһы бәхәсһеҙ: унда халыҡтың кәмеүе Өфө губернаһына ҡарағанда ла күберәк. “...Ғәҙәти йылдарҙа БССР халҡының 60 мең кешегә артҡанын, ә 1921—1922 аслыҡ йылдарында артыу түгел, Өфө губернаһында ғына ла 108 000 кешегә кәмегәнен иҫәпкә алһаҡ, һис яңылышлыҡ булмаҫ, 1922 йылдың 1 июленә БССР халҡы 225 меңдән дә аҙыраҡҡа кәмегән”, — тип фаразлай “Известия Башобкомпомгола”.
Башобкомпомгол баҫмаһы булған “Известия” шулай уҡ 1922 йылдың июленә асығыусылар һанын да килтерә. Таблицанан күренеүенсә, ул ваҡытта БССР-ҙа, инде Оло Башҡортостанда 3 млн. 083 мең 779 кеше йәшәһә, шуларҙың 2 млн. 537 мең 741-е аслыҡтан интеккән. Июль айына республика халҡының 73 проценты асыҡҡан. Ә айырым алғанда, элекке Өфө губернаһында 65 процент, Бәләкәй Башҡортостанда — 90.
Ҡайһы бер сығанаҡтар күрһәтеүенсә, аслыҡ йылдарында Совет Рәсәйе халҡы 8 миллион кешегә тиклем кәмей (6 процент), ә Башҡортостанда был күрһәткес 22 процент була.
1922 йылдың июненә Бәләкәй Башҡортостанда асығыусылар һаны 1 млн. 175 мең 305 кеше була (шуларҙың 751987-һе өлкәндәр, 423318-е — балалар). Процентҡа һалғанда Стәрлетамаҡ кантонындағы халыҡтың 90 проценты, Табында — 90, Арғаяш — 97, Бөрйән-Түңгәүер — 98, Дыуан-Ҡошсо — 94, Ҡыпсаҡ-Ете ырыу — 96, Күҙәй — 92, Тамъян-Ҡатай — 94, Туҡсоран — 97, Үҫәргән — 96, Юрматы — 96, Ялан кантонында йәшәүселәрҙең 90 проценты ас булған (Ф.Р — 100. Оп. 1. Д. 42).
1922 йылдың 1 июленә Башҡортостан буйынса асығыусыларҙың һаны килтерелә: 520228 өлкән кеше (әйткәндәй, 15-16 йәштән өлкән балалар ололар иҫәбенә индерелә), 374 936 бала; аслыҡтан үлеүселәр — 134 812. Ошо уҡ таблица кеше һәм мәйет ашаусыларҙың һанын да килтерә — 781 (Ф.Р — 100. Оп.1. Д. 42).
Аслыҡтан ҡотолоу юлын эҙләп, халыҡ ситкә — уңыш булған ергә күпләп ағыла. Үҙ аҫаба ерҙәре менән ситтә тороп ҡалырға мәжбүр булған милләттәштәребеҙ ҡотолоу юлын беҙҙең республикала күрә. Ошо йәһәттән Һамар өлкәһенең Ҡыпсаҡ ауылында булған һөйләшеүҙе миҫалға килтерге килә. Таллы ауылынан килен булып төшкән 89 йәшлек (осрашыу 1998 йылда булды) Ҡәҙерниса әбей Усманова һөйләгәйне уны:
— Хәсән ауылынан Янғол байҙың (Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романында Ниязғол бай — Р.У.) утарын “Алмаутар” ти торғайнылар, баҡсаһында алмаһы күп ине. Бер кемдә лә машина булмағанда машинаһы булды, вилсәпите. Шул Янғол килә лә: “Башкирияға күсегеҙ, урыҫ ҡулына ҡалаһығыҙ”, — ти. Шунан халыҡтар тыңлап күсә башланы, тик ваба ауырыуы сыҡты. Халыҡ юлда барғанда үлә. Кире әйләнде күбеһе. Шулай Хәсән бабайым үҙе лә, ҡатыны Нәзирә лә, балаһы ла бер үк көндө вабанан ятып үлде. Тағы биш балаһы ҡалды, өй артында илап ултыралар, мин дә йәлләп илайым. Элегерәк өй башына бойҙай күмгән булғандар ҙа шуны бер нисә ус бөртөкләп ашаған булалар. Теге балаларҙы кешеләр таратып алдылар, тик, бахырҙар, аслыҡ заманында бөтәһе лә үлеп бөттө. Аслыҡтан да, яман сирҙән дә халыҡ күп ҡырылды шул... — тип ауыр көрһөндө Ҡәҙерниса инәй.
Башҡортостандан да күпләп ағыла халыҡ. 1922 йылдың һуңында төҙөлгән таблица (Ф.Р — 100. Оп. 1. Д. 40) Башҡортостан халҡының аныҡ һанын күҙалларға булышлыҡ итә. Бөтәһе 2373527 кеше (ҡалала — 165 425, ауылда — 2203102) йәшәй. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙан һуң 651 672-гә (21,54 процент) кәмегән. Шул иҫәптән, 100 000 кеше киткән, 551 672 кеше үлгән. 1921—1922 йылдарҙа республика буйынса мең кешегә 29 бала тыуған, ә тотороҡло йылдарҙа — 52. Ҡарауһыҙ ҡалған балалар — 75 меңдән 100 меңгә саҡлы.
Һандарҙы йырып сығыуы, айышына төшөнөүе, ай-һай, ауыр. Хатта асығыусылар, ауырыусылар, үлеүселәр һаны төрлө таблицала төрлөсә күрһәтелә. Был тәбиғи, сөнки ул заманда урындарҙан һандар төрлөсә, күп осраҡта яҡынса бирелә. Уның теүәл генә килтерелеүе мөмкин дә түгел: бөгөн ас кеше — иртәгә ауырыу, артабан сирле — мәйет...
Илдәге боларыштар халыҡҡа фәҡирлек алып килә. Фәҡир илде ҡоролоғо ла, башҡаһы ла теҙ сүктерә. Үткән быуаттың 21-22-се йылдарында астан шешенеп үлеүселәр ауазы һаман тетрәндерә: һаҡ бул, кешем!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521