Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сибайҙар, афарин!
Сибайҙар, афарин!Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булды.

Билдәле булыуынса, тап Сибай төбәгендә, Ҡарағайлы йылғаһының Төйәләҫкә ҡойған урынындағы яланда, 200 йыл элек 1500 кешенән торған өс полк төҙөлгән. 1812 йылғы Ватан һуғышының юбилейы айҡанлы билдәле тарихсы Рамаҙан Үтәғолов быйыл ҡалала башҡорт яугирҙәренә һәйкәл төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһай. Ҡала хакимиәте ярҙамында тиҙ арала һәйкәлде төҙөү эштәре башлана. Бейеклеге 3,5 метр тәшкил иткән скульптура ҡомартҡыһын ҡуйыу өсөн ҡаланың иң матур урыны һайлап алына. Мәскәү скульпторы Вадим Кириллов етәкселегендәге коллектив башҡарған мөһабәт һын – атта һыбай сапҡан башҡорт яугире – батырҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын данлай, йәш быуында атай-олатайҙарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята.
1812 йылғы башҡорт яугирҙәренә арналған һәйкәлде асыу тантанаһында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов халҡыбыҙҙың тарихи үткәненә, уның бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмағандары, республикала тәүгеләрҙән булып Ватан һуғышы батырҙарына һәйкәл төҙөгәндәре өсөн сибайҙарға рәхмәт әйтте һәм киләсәктә был урын ҡала халҡының ғына түгел, килгән ҡунаҡтарҙың да иң яратҡан еренә әүерелер тигән ышаныс белдерҙе.
Артабан Республика Президенты Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты эшселәре өсөн төҙөлгән Көньяҡ биҫтәһендәге 35 фатирлы йортто ҡараны. Хеҙмәткәрҙәр дөйөм хаҡының ун процентын индереп, ҡалған сумманы ун йылға процентһыҙ түләү юлы менән фатирлы буласаҡ. Оҙаҡ йылдар шахтер булып эшләгән Наил Ниғмәтуллинға икеләтә бәхет йылмайҙы тиергә була. Ҡатыны Наташа, улдары Роман һәм Денис менән ике бүлмәле фатирға күсеп тә өлгөргәндәр. Шуныһы ҡыуаныслы: ошо уҡ йортта, шул уҡ ҡатта уның бер туған ағаһы Раил да (ул да шахтер булып эшләй) өй туйлаясаҡ. Яңы фатир алыусыларҙы Рөстәм Хәмитов ихлас ҡотлап, иң ҙур теләген еткерҙе:
— Бында сабый тауыштары һәм балаларҙың шат көлөүе яңғырап торһон! Нигеҙегеҙ ҡотло, эштәрегеҙ уң булһын!
Президент Сибай ҡалаһы буйлап сәфәрен «Ирәндек» боҙ һарайында һәм реконструкция эштәренән һуң яңы асылған «Сбербанк» бинаһында дауам итте. Ҡалала «Сбербанк»тың ете филиалы эшләй. Клиенттар өсөн бөтөн уңайлыҡтар тыуҙырылған, заманса йыһазландырылған банктың барлыҡ филиалдары ла киләсәктә ошондай буласаҡ тигән ышаныс белдерҙе «Сбербанк» етәкселеге.
«Ирәндек» боҙ һарайында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов беренсе тапҡыр ғына түгел. Ҡасандыр боҙҙа тәүге хәрәкәттәрҙе яһай башлаған фигуралы шыуыу, шорт-трек секцияларында тәрбиәләнеүселәр был юлы республика етәксеһенә ғәжәйеп программа тәҡдим итте. Тимәк, киләсәктә Сибай спортсылары республика ла ғына түгел, хатта ил буйынса ҙур еңеүҙәр яулаясаҡ тигән ышаныс тыуа.
Матур тирмәләр ҡуйылған, һәр ерҙә йыр-моң яңғыраған майҙанда үткән Ҡала көнө байрамында республикабыҙ Президентын сибайҙар ихлас ҡаршы алды. Балаларҙың шат тауышы яңғыраған тирмә янына инеп, Рөстәм Зәки улы яңылышманы. Бында уларҙы Сибай ҡала сәнғәт мәктәбенең «Йәйғор» фольклор ансамбле (етәксеһе – Зөһрә Килмөхәмәтова) тәрбиәләнеүселәре көтә ине. Малайҙар һәм ҡыҙҙар мәртәбәле ҡунаҡтың үҙен «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынына саҡырып, «Беҙгә Президент Рөстәм Хәмитов кәрәк!» тип, республика башлығын бер аҙға ғына булһа ла бәхетле бала саҡ иленә әйҙәне.
Ҡала ойошмалары һәм предприятиелары, шәхси эшҡыуарҙар ойошторған күргәҙмәләрҙе ентекле ҡарап, уларҙың эше, проблемалары менән яҡындан танышты Рөстәм Хәмитов. Республика етәксеһен «Буранбай» туристик компанияһы, йылы һәм йомшаҡ быймалар етештергән шәхси эшҡыуарҙар айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы.
Рөстәм Зәки улының ҡулынан щулай уҡ төрлө уҡыу йорттарында белем алған алдынғы студенттар – Президент стипендияһы, күп балалы ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сертификат алып һөйөндө.
Кәримә Усманова
Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521