Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матур йәшәйем тиһәң...
Матур йәшәйем тиһәң...Әҙәм балаһы тәртипкә лә, болаға ла тиҙ күнегеүсән. Урамыбыҙҙан йома һайын киске сәғәт 6-лар тирәһендә сүп-сар йыйыусы трактор үтеүен хатта биш йәшлек ейәнсәрем дә белеп тора. Көнө һәм ваҡыты етеү менән: “Өләсәй, ҡый йыйыусы трактор тураһында онотманыңмы?” — тип иҫкәртә. Онотоу ҡайҙа ул! Элек аҙналар йәки айҙар буйы өйөлөп киткән көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡайҙа сығарып түгергә белмәй аптырай торғайныҡ. Хәҙер ни, ана, райондың “Комстройсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре, аҙна һайын һәр урамдан тәғәйен ваҡытта сүп-сарҙы йыйып, сығарып түгеп тора. Күрһәтелгән хеҙмәт өсөн күп тә түләтмәйҙәр — йән башына 22 һум 50 тин.

Йәмғиәт күрһәткән хеҙмәттәрҙән ҡулланған кеше булараҡ, шуны билдәләй алам: һуңғы йылдарҙа “Комстройсервис”тың ошо юҫыҡта атҡарған эше күҙгә күренеп яҡшырҙы. Был уның эш күләме кәмеүгә бәйле, сөнки ике-өс ҡатлы йорттарға хәҙер айырым ойошма идара итә. Шунлыҡтан уларҙы ремонтлау, реконструкциялау, ғөмүмән, йорт төҙөлөшө эштәре йәмғиәттең “елкәһенән” төштө, ул район үҙәген һыу менән тәьмин итеү һәм сүп-сар, күп ҡатлы йорттарҙа тотонолған бысраҡ һыуҙы сығарып түгеү менән сикләнә. Һөҙөмтәлә район үҙәген һыу менән тәьмин итеүҙә артыҡ өҙөклөк булғаны юҡ — торбаларҙы алмаштырыуға йәки яңыһын файҙаланыуға тапшырыуға бәйле генә һыу биреү туҡтатылып тора. Был турала, әлбиттә, халыҡ алдан иҫкәртелә.
“Комстройсервис”тың эше йыл әйләнәһенә етерлек. Әммә йәй етеү менән көсөргәнешлек икеләтә арта. Быйыл яҙ башынан уҡ, әйтәйек, иҫке сүп-сар полигонын реконструкциялап, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын түгеү өсөн тәрән соҡор ҡаҙынылар. Полигонға йыйылған ҡый-һайҙы юҡ итеү ҙә — уның иңендә. “Был эш ҙур килем килтермәй, әммә бурысың шул булғас, үтәйһең, — ти йәмғиәт етәксеһе Валерий Ковалев. — Иң мөһиме — район үҙәгенең таҙа һәм төҙөк булыуы беҙҙең яуаплылыҡта. Халыҡты, предприятиеларҙы һыу менән тәьмин итеү иһә, ғөмүмән, бер тин дә файҙа килтермәй, сөнки һыу һурыу, уны торбалар буйлап ҡыуыу электр энергияһына бәйле, ә уға хаҡтар юғары һәм ул артҡандан-арта. Ҡыш Иҫәнғол ауылын тәьмин итеү өсөн ике һыу һурғыс станция етһә, ҡыш өҫтәмә тағы ла өс-дүрт станцияны эшкә ебәрәбеҙ. Һуңғы ваҡытта халыҡтың ялыу, ҡәнәғәтһеҙлек белдергәне юҡ, сөнки тырышабыҙ. Быға тиклем Рәсәй, Мортазин, Солтанов, Ғарипов урамдарындағы һыу проблемаһын беҙҙең һәм был урамдарҙа йәшәүселәрҙең йүнләүе буйынса район хакимиәте хәл итеү мөмкинлеген тапты. Һөҙөмтәлә тендерҙа еңеп, һыу селтәрен төҙөүҙе ҡыҙыулаттыҡ. Шулай уҡ быйыл тендерҙа еңеп, Еңеүҙең 40 йыллығы, Геологтар, Төҙөлөш һәм Салауат урамдарында һыу селтәрен яңыртабыҙ. Пионер, Тыныслыҡ һәм Йәштәр урамдарында ла торбаларҙы алмаштырасаҡбыҙ. Бынан тыш, шәхси төҙөлөш барған яңы микрорайондарҙа ла һыу селтәре төҙөйбөҙ”.
Валерий Васильевичтың әйтеүенсә, ойошма күрше Ырымбур өлкәһенең Заречная ҡасабаһында ла 15 километрлыҡ һыу селтәре төҙөгән. Хеҙмәткәрҙәр унда вахта ысулы менән йөрөп эшләй. Аҡса йүнләйем, яҡшы йәшәйем тиһәң, заман талабына ошо рәүешле яраҡлашырға тура килә, ти етәксе.
Халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһендә ойошма хеҙмәткәрҙәренең кәйефен ҡырыусы хәлдәр ҙә бар. Әйтәйек, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр көнкүреш ҡалдыҡтарын ғына түгел, ә баҡсаһындағы йәшелсә һабаҡтарын һәм үләндәрҙе контейнерҙар янына өйә (бындай ҡалдыҡты сығарып түгеү “Комстройсервис”тың бурысына инмәй). Ошондай хәлдән сығыу өсөн ойошма эштән һуң трактор арбаһын шул өйҙәр янына йәки заказ биреүселәрҙең йорто алдына һәм ихатаһына алып барып ҡуя. Хеҙмәт, әлбиттә, буш түгел — 1 мең һум түләргә тура килә. Тик кешеләр бындай юлға бик бармай, сөнки бушлай хеҙмәтләндереүгә өйрәнгән. Шулай уҡ канализация бысрағын түләүле һурҙырыу хеҙмәте лә ҡаралған. Был мөмкинлектән күптәр файҙалана. Ҡый-һайҙы сығарып түккән, баҡсаны һуғарған, шәхси машиналарҙы йыуған, ғөмүмән, тотонолған һыу өсөн түләмәүселәр арҡаһында ойошманың зыянға эшләүен күптәр аңламай. Был йәһәттән халыҡ араһында аңлатыу эше алып барыла, өй һайын йөрөп, бурыстарҙы йыйып алыу ғәмәле лә индерелгән.
Йәшәү-көнкүреш кимәлебеҙҙе яҡшыртыу, тәртип, төҙөклөк, күреүебеҙсә, беҙҙе хеҙмәтләндергән “Комстройсервис” йәмғиәтенән генә түгел, ә күп нәмәнең үҙебеҙҙән тороуын йәмәғәт ҡолағына киртеп ҡуйһа ине.
Й. БАЙЫШЕВА.
Ейәнсура районы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519