Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүләтенә күрә — ғаиләһе
Дәүләтенә күрә — ғаиләһеҺәр кем ғаиләлә тыуа, тәрбиәләнә, ваҡыты етеү менән үҙе лә ғаилә ҡороп балалар үҫтерә. Кешелектең быуаттар дауамында нығынған был яҙылмаған ҡануны – уның йәшәү нигеҙе һәм шарты. Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа ғаиләнән ситтә – балалар йортонда, приют-интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәр ҙә күбәйә. Был да ғаилә институтына, ғөмүмән, әҙәм балаһының борондан килгән тоҡом-нәҫел ишәйтеү, йолаларҙы дауам итеү кеүек изге бурысҡа мөнәсәбәтенең ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында кирегә үҙгәреүен аңлата.
Ләкин, нисек кенә булмаһын, берәү ҙә балам игелек күрһәтмәй үҫһен, үҙен генә уйлаһын, башҡаларҙы тапап китеүҙән дә тартынмаһын, ул бер кем алдында ла бурыслы түгел кеүек теләк-маҡсаттан сығып эш итмәй.

«Балаларығыҙҙа ниндәй сифаттар тәрбиәләргә теләр инегеҙ?» Яңыраҡ Мәскәү ҡалаһының «Левада-үҙәк» йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең ошо һорау буйынса 2010 йылда (әйткәндәй, был һуңғы мәғлүмәт) үткәргән тикшеренеү йомғаҡтары менән таныштым. Респонденттарҙың 48 проценты «ҡуйған маҡсаттарына өлгәшә белеүен» тигән яуапты һайлаған. Бындай фекер йөрөтөүселәрҙең 1998 йылғы менән сағыштырғанда (40 процент) артыуы баҙар шарттарында тормош дәрәжәһенең һәр кемдең һәләтенә ҡарап билдәләнеүен аңлауҙарына ишара.
Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 38 проценты — «кешеләр менән аралаша белеү», 41-е – «яуаплылыҡ тойғоһо», «һәйбәт ғәҙәттәр һәм йәмғиәттә үҙ-үҙеңде тота белеү» кеүек варианттарҙы күрһәткән. Ошондай сифаттарға эйә шәхес бер ниндәй социаль ҡоролошта ла юғалып ҡалмай һәм үҙенә лайыҡлы урын таба. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, респонденттарҙың һәр дүртенсеһе генә «белемгә ынтылыш тәрбиәләү»ҙе өҫтөнлөклө һанай. Ә бит ундайҙар 1998 йылда һәр өсөнсө кеше булған. Тимәк, йәмғиәттә, белемең булмаһа ла, маҡсатыңа өлгәшә, кешеләр араһында үҙ-үҙеңде тота белһәң, шул еткән тигән фекер нығына. Интеллект һәр саҡ юғары баһаланған кешелек цивилизацияһы өсөн быны ыңғай күренеш тип баһалап булмай. Рәсәй дәүләт гуманитар университеты (РГГУ) студенттары араһында үткәрелгән тикшеренеүҙәрҙән асыҡланыуынса, һәр өсөнсө студенттың уңышҡа үҙ тырышлығың менән өлгәшергә мөмкин тигән фекере лә ошо күңелһеҙ һығымтаны раҫлай. Студенттарҙың 28 проценты иһә ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ, таныш-белешлек кеүек сығанаҡтарға өҫтөнлөк бирә.
«Левада-үҙәк» ҡыҙыҡһынған һорауҙар араһында тағы ла береһен атап китәйек. Респонденттарҙың 30 проценты, балаларҙа «үҙ-үҙеңде яҡлай белеү һәләте» тәрбиәләргә кәрәк, тип иҫәпләй. Һорауҙың ошолай ҡуйылышы, бер яҡтан, үҙе үк сәйер тойғо уята, сөнки Конституцияла нығытылған «Рәсәй Федерацияһы – федератив демократик хоҡуҡи дәүләт» принцибы менән ярашмай, сөнки үҙ-үҙеңде йоҙроҡ йәки ҡорал менән дә яҡларға мөмкин тигән ҡарашҡа урын ҡалдыра. Икенсенән, был сәйер яуапты һайлаусыларҙың күплеге (28 процент) йәмғиәттә хоҡуҡи нигилизмдың һаман көслө булыуына ишара яһай. Тимәк, һәр биш граждандың өсөһө, теләйме-юҡмы, ошо сифаттарҙың артабан да һаҡланасағына булышлыҡ итә.
«Эшкә намыҫлы ҡараш» тәрбиәләргә теләүселәр 30 проценттан артмай. Ошондайыраҡ нисбәт атап үтелгән РГГУ студенттары араһында ла күҙәтелә. Ысынлап та, «Коммунизм төҙөүсенең әхлаҡ кодексы» тарихҡа киткәндән һуң «эшләп кем байыған?», «эшләп кем яраған?» кеүегерәк фекерҙәрҙе асыҡтан-асыҡ белдереүселәр арта. Насар ғәҙәт тиҙ йоғоусан тигәндәй, был күренеш идара итеүсе даирәләрҙә ошондай кәйефтең күптән урынлашыуы һәм нығыныуы, артабан ябай граждандарға ла «йоғоуы» тураһында һөйләй.
«Түҙемлелек һәм тирә-яғыңдағыларға ихтирамлы мөнәсәбәт» кеүек сифаттарҙы балаларында күрергә теләүселәр – 29 процент. Был иһә «һөмһөҙлөк – икенсе бәхет», тигән ҡарашта тороусыларҙың фекер сағылышы түгелме икән? Һуңғы йылдарҙа ныҡ алға һөрөлгән эшҡыуарлыҡ менән Ватан ерлегендә хәүефһеҙ, унан да бигерәк отошло шөғөлгә тотоноу өсөн ошондайыраҡ сифат кәрәк тә инде. Ҡыҫҡаһы, тикшеренеү мәғлүмәттәре йәмғиәт һулышын асыҡ күҙ алдына баҫтыра.
«Ғаилә — йәмғиәттең бер ячейкаһы», тип өйрәтә торғайны марксизм-ленинизм тәғлимәте. Ысынлап та, теләһә ниндәй йәмғиәт иң элек ғаиләнән тора. Донъя цивилизациялары күп төрлө булған кеүек, бер үк дәүләттә, ҡала йәки ауылда көн иткән ғаиләләр ҙә бер иш фекер йөрөтмәй, бер үк ҡиммәттәргә табынмай, ахыр сиктә, бер үк дәрәжәлә тормош көтмәй. Ләкин уларҙың һәр ҡайһыһы барыбер үҙен уратып алған йола, ғөрөф-ғәҙәт һәм ҡағиҙә менән иҫәпләшергә мәжбүр, сөнки кешелек донъяһы күп быуаттар шулай йәшәп килә.
Мәҫәлән, башҡорттар Рәсәй дәүләтенә ҡушылғанға тиклем үҙ донъяһы, үҙ ырыуы сиктәрендә ата-бабаһынан килгән, тимәк, ҡанына һеңгән ҡанундарға эйәргән. Ул саҡта, «балаларыма шундай өлгө күрһәтәйем», «шундай тойғо тәрбиәләйем», «шундай кеше булып үҫһендәр» тигән маҡсат, моғайын, ҡуйылмағандыр, сөнки ата-әсәһенең үҙ-ара һәм үҙенә мөнәсәбәтенән, шулай уҡ тирә-яғындағыларҙың холоҡ-фиғеленән сығып һәр балала шундай сифаттар тәрбиәләнгән. Насар ғәҙәттәргә ылығыуҙан дин дә ҡурсалаған.
Был йәһәттән ауыл муллаһы үҙе тәрбиәсе лә, хөкөмдар ҙа ролен үтәгән. Башҡорт ерҙәренең баҫып алыныуы, башлыса крепостной хоҡуҡты үҙ елкәһендә татыған православие халыҡтарының күпләп күсенеүе арҡаһында аҫабаларҙың холоҡ-фиғеленә, донъя көтөүенә лә хәл иткес, күп йәһәттән кире йоғонто яһалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «интернациональ ғаилә» ҡороусыларҙы пропагандалап, совет власы башҡорт ғаиләһен, уны тотоп торған йолаларҙы боҙоуға ҙур өлөш индерҙе. Ә бит донъя күп төрлө, һәм һәр йән эйәһенең үҙенә генә хас, уны ҡабатланмаҫ йән эйәһе итеп башҡаларҙан айырып торған сифаттары бар. Башҡорттарҙы урыҫтан, немецтан һәм башҡаларҙан айырған сифаттар байтаҡ, һәм улар был халыҡтарҙың ата-бабаларының йәшәү рәүеше, ниндәй ҡиммәттәргә табыныуына хәл иткес дәрәжәлә бәйле. Миҫал рәүешендә тапалған эскелек проблемаһын атау ҙа етәлер. Урыҫтарҙың эсә башлауына бер нисә быуат, һәм улар үҙҙәрен халыҡ булараҡ һаҡлап килә, ә эсеүгә әүәҫләнгән милләттәштәребеҙ хаҡында былай әйтеү шикләндерә.
Әлбиттә, ғаилә үҙ эсенә бикләнеп, үҙ ғөрөф-ғәҙәтенә генә табынып йәшәй алмай. Һөҙөмтәлә бер үк нәҫелгә ҡараған төркөмдәрҙә лә яңы, шул иҫәптән кире сифаттар ҙа барлыҡҡа килә. Бынан тыш, ғаилә институты, дәүеренә ҡарап, үҫеш тә кисерә, ниндәйҙер сифаттарын, шулай уҡ ыңғайын да юғалта. Урыҫ колонизацияһынан тыш, ғаилә институты тышҡы йоғонтоно ла ныҡ кисергән. Иң элек Европа йоғонтоһон. Мәшһүр башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдин әйтмешләй, был ҡитға мәмләкәттәре менән аралашыу арҡаһында боҙоҡлоҡтар ҙа килеп ингән. Хәҙерге Интернет технологиялары иһә был йәһәттән үҫеп килеүсе быуынға емергес йоғонтоһон да яһай.
Үтеп барған йылдың Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителеүенә бәйле йәмәғәтселеккә ошо институттың торошо, айырым тенденциялар тураһында мәғлүмәт биргән социологик тикшеренеүҙәр үткәрергә форсат тыуғайны. Үкенескә ҡаршы, белгестәр араһында бындай ынтылыш һиҙелмәне. Сир китә, ғәҙәт китмәй тигәндәй, йәмғиәттә һаман да социология фәненең граждандар йәмғиәтендә хәл иткес роль уйнауын аңлап еткермәгәндәрҙең күплеге борсолоу тыуҙыра. Әгәр ҙә республикала «Һеҙ ғаилә институтының дәрәжәһен нисек баһалайһығыҙ?», «Бөгөн ғаилә ҡороу, ғаилә мәшәҡәттәре менән йәшәү ниндәй дәрәжәлә отошло?», «Һеҙҙеңсә нисек: ғаиләнең баһаһы күтәреләме, әллә төшәме?» кеүегерәк һорауҙарға яуап алынһа, йәмәғәтселек өсөн дә, идара итеүсе даирәләр өсөн дә отошло булыр ине.
Ғаиләһенә күрә – дәүләте. Шул уҡ ваҡытта дәүләтенә күрә ғаиләһе тип тә әйтергә мөмкин. Әммә беҙҙең ерлектә икенсеһе урынлыраҡ кеүек. Ғаилә институтының Рәсәй дәүләтендә үҙенсәлекле юл үтеүе, совет осоронда дәүләттең көслө йоғонтоһона дусар ителеүе яҡшы билдәле. Тап шул арҡала борон-борондан килгән, һәр халыҡтың үҙенә генә хас йолалары юҡҡа сыға, тимәк, ул ҡабатланмаҫ социаль күренеш булараҡ үҙенсәлеген юғалта. Хәҙерге шарттарҙа иһә дәүләт ойошмалары төрлө юлдар менән элекке ыңғай традицияларҙы дауам итеүҙән ялтана. Йәнәһе, капитализм шарттарында һәр кем үҙ көнөн үҙе хәстәрләргә бурыслы. Ғәмәлдә дөрөҫ кеүек, һәр хәлдә Европа, Азия һәм башҡа илдәр күҙлегенән ҡарағанда. Ләкин был дәүләттәрҙә ғаилә институты өҫтөнән бер ҡасан да «тәжрибәләр» үткәрелмәгән, һәм ул тетрәнеүҙәр кисермәгән. Әлбиттә, бер кем дә дәүләт ғаиләне ҡурсаларға бурыслы тигән бер яҡлы ҡараш үткәрергә йыйынмай. Ә бына дәүләтте башҡа конституцион бурыстарынан иң элек ғәҙел, Европалағыса социаль сәйәсәт үткәреүҙән бер закон да азат итмәгән. Граждандарҙың эш хаҡы, килемдәр араһында тиҫтәләрсә тапҡырға еткән айырма, серегән байҙарҙан да, ауыҙын асһа, үпкәһе күренергә торған фәҡирҙән дә бер кимәлдә алынған һалым һәм башҡалар дәүләттә имен, татыу, сәләмәт ғаилә институты булыу мөмкинлегенә шик тыуҙыра. Һәр бишенсе респонденттың, «иң фәҡир шарттарҙа ла үҙеңде һаҡлап ҡалырға» (Левада-үҙәк), ғаилә ҡороуға әҙерлекте һәр бишенсе граждандың матди-көнкүреш шарттарына 16 процентының төрлө хәүефтәргә, 13-өнөң иҡтисади көрсөккә бәйләүе лә (Йәмәғәт фекерен өйрәнеү фонды) дәүләт органдарының эшләп еткермәүе тураһында һөйләй. Хәйер, Рәсәйгә инвестиция һалыуҙан шикләнеүселәр ҙә (был мәғлүмәт Владивосток ҡалаһында үткәрелгән саммиттан һуң билдәле булды) ошондай хәүеф белдерә.
Мәхмүт ХУЖИН.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519