Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Белгестәр кәңәш биргән

Рәсәй Президентының Башҡортостан Республикаһындағы ҡабул итеү бүлмәһе белгестәре Бүздәк районында күсмә ҡабул итеү ойошторған.
Белгестәрҙең районға килеүе менән файҙаланып, 50-нән ашыу кеше ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Һорауҙарҙың күбеһе Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Пенсия фонды эшмәкәрлегенә бәйле. Өлкән йәштәгеләрҙе пенсияларҙы иҫәпләү механизмы ҡыҙыҡһындырған, “хеҙмәт ветераны” исеме алыу шарттары менән ентекләберәк танышырға теләүселәр ҙә булған. Белгестәр бер мөрәжәғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаған.

Сүп ташлаһаң — штраф!

Рәсәй Дәүләт Думаһына автомобилдә китеп барғанда тәҙрә аша юл буйы һыҙатына сүп-сар ырғытҡан өсөн 1 мең һум күләмендә штраф түләтеү тураһындағы закон проекты ҡарауға индерелгән. Проект авторҙары тәҡдим итеүенсә, тәртип боҙоуҙың ошо төрө тураһында һәр кем хәбәр итә ала. Хәбәр итеүсе фото, аудио, видео теркәү материалынан тыш, йәшәү урыны тураһында һәм башҡа шәхси мәғлүмәттәрҙе тикшереү өсөн ризалығын да бирергә тейеш.
Әгәр мәғлүмәт ялған булып сыҡһа, ғәйепләнеүсе был кешенән әхлаҡи зыян өсөн компенсация талап итә ала. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тәртип боҙоу тураһында хәбәр алғандан һуң, бер ай эсендә граждандарға сүп-сар ташлау осрағын тикшереү һөҙөмтәһен еткерергә тейеш. Әлеге мәлдә автомобиль тәҙрәһенән сүп-сар ташлаған өсөн яза төбәк кимәлендә генә ғәмәлгә индерелгән. Мәҫәлән, Красноярск ҡалаһында – 2 мең, Владимир өлкәһендә – 2,5 мең, Приморье крайында 3 мең һум штраф түләтәләр. Испанияла иһә автомашина тәҙрәһенән ташланған тәмәке төпсөгө өсөн 90 евро, күләмлерәк сүп-сар өсөн 200 евро, ә Америкала 2 мең долларҙы кеҫәңдән сығарырға тура киләсәк.

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды

Рәсәй Президенты Владимир Путин “2012 йылдың октябрь – декабрендә Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙе хәрби хеҙмәттән бушатыу тураһында”ғы Указға ҡул ҡуйҙы.
Көҙгө саҡырылышта, яҙғыһы менән сағыштырғанда, саҡырылыусылар һаны 15,4 меңгә кәмерәк буласаҡ. Ил буйынса йәмғеһе 140 меңдән ашыу егетте хәрби хеҙмәткә аласаҡтар.

Мамонт теше тапҡандар

Нефтекамала мамонт ҡалдығын тапҡандар. 8 килограмм ауырлыҡтағы һөйәк мамонт теше булып сыҡҡан.
Әлеге ваҡытта теште баш ҡалалағы Республика милли музейына тапшырғандар. Белгестәр, уны тикшереп, мамонттың йәшен асыҡлаясаҡ. Табышҡа төҙөлөш ойошмаһының бер хеҙмәткәре Кама буйынан килтергән ҡомташты бушатҡанда юлыҡҡан.

Социаль ярҙам берләштерелә

2013 йылдың 1 ғинуарынан бер нисә төр социаль ярҙам берләштереләсәк. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ай һайын түләнгән, яңғыҙ әсәләр өсөн тәғәйенләнгән, хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың сабыйҙарына бирелгән пособиелар бергә ҡушыласаҡ.
Бынан тыш, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең мәктәптә уҡыусы балаларына түләү күләме 410 һумға арттырыласаҡ. Был ташламаларҙы аҡсаға әйләндереү юлы менән тормошҡа ашырыласаҡ. Йәғни бушлай юл йөрөү, физкультура-спорт, мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәргә льгота бөтөрөләсәк.
Башҡортостанда 180 мең ғаилә балалар өсөн пособие ала, улар 300 меңдән ашыу бала тәрбиәләй.

Күрше төбәктәргә бал һатабыҙ

Сентябрҙән башлап күрше төбәктәрҙә “Башҡортостан балы” көндәре үткәрелә башлаған. Беренсе йәрминкә Екатеринбург ҡалаһында ойошторолған. Артабан “баллы” эстафетаны Һамар һәм Ырымбур ҡалалары алған.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге белгестәре бал йәрминкәһе ойоштороу өсөн Силәбе ҡалаһына юлланасаҡ. Үрҙә телгә алынған ҡалаларҙа иһә 30 тоннанан ашыу бал һатылған. “Бындай саралар ике яҡ өсөн дә отошло. Беренсенән, беҙ башҡорт балын пропагандалайбыҙ, икенсенән, умартасыларыбыҙға йыйылған уңышты һатырға ярҙам итәбеҙ, өсөнсөнән, бал һатып алыусыларҙы сифатлы продукция менән тәьмин итәбеҙ”, – ти үҙәктең етәксеһе Әмир Ишемғолов.

Баскетбол ярышына рәхим итегеҙ!

Башҡортостан мәктәптәре араһында “КЭС-БАСКЕТ” баскетбол лигаһының яңы миҙгеле башланды.
Әлеге мәлдә бәйгелә 1217 команда ҡатнашырға теләк белдергән. Ярыштар мәктәптәрҙә апрелгә тиклем дауам итәсәк. Еңеүселәр Волга буйы федераль округы финалына барасаҡ. Команданы теркәү әле лә һуң түгел. Быны ШБЛ “КЭС-БАСКЕТ” сайтында эшләргә була.
Лилиә НУРЕТДИНОВА
әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523