Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡәҙерһеҙгә әйләнгән Ғәзизйән
Гөлзифа апай мине күреү менән хәсрәтен һөйләй башланы.
— Анау беҙҙең йән көйөгөнән генә бер ниндәй тулк юҡ. Әле шунан ялҡып сығып киттем әле, — тине. — Тамам аптыратты бит. Хәҙер нисә көн эсеп ята. Ишшеү етмәһә, әсәй, бер яртылыҡ ҡына аҡса биреп тор әле, тип быуынға төшә. Бирермен томшоғона. Көтөп торһон. Хөрәсән. Эшләһен дә ашаһын. Ней бисә алырға эшкинмәне. Ней сәсрәһә, сәсрәп ҡуймай. Әллә кемгә оҡшаған.
Исемләп әйтмәһә лә, кемде әрләгәнен белеп торам. Улы Ғәзизйәнде гелән шулай йән көйөгөнән һалдыра ул. Әсәнең ҡасандыр кешенән ҡырын һүҙ әйттермәгән сабыйын әрләүен ишетеү ғәжәп ине.
Ғәзизйән менән бер урамда үҫтек, ул минән өлкәнерәк булһа ла, өсөнсөләме, дүртенселәме күсмәй ҡалғас, артабан бер класта уҡыныҡ. Шуға ла уның менән бергә үткән бала саҡ, мәктәп йылдары, инде апаруҡ ғүмер үтһә лә, әлегеләй күҙ алдында.
Уҡырға барымы булманы Ғәзизйәндең. Һигеҙ йыл буйы дәфтәр тышына матур ғына итеп адресын яҙырға ла өйрәнмәне. Мәктәпкә белем алыу, нимәлер өйрәнеү өсөн йөрөмәне. Дәрескә китаптар алып килгәне лә хәтерҙә ҡалмаған. Уртаға бөкләнгән ике-өс дәфтәре уҡыу йылы бөткәнсе тулмай ине. Ҡайһы бер малайҙар уҡыуҙа әллә ни алдыра алмаһа ла, барыбер ниндәйҙер һәйбәт сифаты бар. Мәҫәлән, Нәғим — спортсы, саңғыла уҙышыуҙа уға еткән кеше юҡ. Район ярыштарына гелән уны йөрөтәләр. Ә Ғәзизйән бөтөнләй үҙенә башҡа. Инде малайҙың уҡымауын, өйгә бирелгән күнегеүҙәрҙе лә эшләмәүенә ғәҙәтләнеп бөткән уҡытыусылар унан бары шым ултырыуҙы, дәресте алып барырға ҡамасауламауын, башҡаларҙы мәшәҡәтләмәүен генә үтенә ине. Әммә Ғәзизйәнгә бындай иҫкәрмәләр бер ҡолағынан инә, икенсеһенән сыға. Ҡыҙҙарҙы йәберләй, йә уларҙы сәсенән тарта, йә портфелдәрен алып ҡутарына башлай. Самолет эшләп осора. Әй, онота яҙғанмын, берҙән-бер ыңғай сифаты булды — дәрес ҡалдырманы.
Уның өсөн класс етәксеһе Фәриҙә Сәғиҙуллинаға ауырға төшә ине. Ғәзизйәндең тәртипһеҙлегенән ғарыҡ булған уҡытыусылар дәрес тамамланыу менән уға ябырыла.
— Һин балаларың менән эшләмәйһең. Мәктәпкә аҡса алыу өсөн генә йөрөйһөң!
— Ул уҡыусыңды балалар колонияһына һөрөргә кәрәк.
— Исмаһам, ата-әсәһен күреп һөйләшер инең.
Бахыр Фәриҙә апайыбыҙ нимә эшләргә лә белмәй. Ғәзизйәндең өйөнә әллә нисә тапҡыр барҙы инде. Әммә унан фәтүә сығырҙай түгел шикелле. Әсәһе Гөлзифа апайҙың алдына сығырмын тимә. Ауыҙыңды асып өлгөрмәйһең, мең һүҙгә етә. “Баланың ни ғәйебе? Һеҙ ошаҡлаша тип кенә ғәзиземде рәнйетер башым юҡ. Үҙем етем үҫтем, нужаны күп күрҙем. Мин уны туҡмап-ҡыйнап үҫтерер өсөн тапмаған. Күрә алмағанығыҙ шул Ғәзизйән булды инде. Бер минеке генә шаяралыр шул. Бала кеше шаяра инде ул. Һау бала ут кеүек булырға тейеш тип врачтар үҙҙәре әйтә. Ана, күрше Ғәйнисламдың улы шаярыу түгел үҙ хәжәтенә лә йөрөй алмай. Тәүбә-тәүбә. Насар уҡый тиһегеҙме! Шул минең балаға ҡаныҡтығыҙ инде. Уҡыһа ни, унан һеҙгә ни зыян. Ана, Мәстүрәнең малайын йыйылыш һайын, отличноға уҡый, тип ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтай торғайнығыҙ. Ҡупырайтып кәртечкәһен стенаға ла элеп ҡуйғайнылар, етмәһә, гәзиткә лә маҡтап яҙғандар бит әле. Уҡыу менәнме ни, бер нәмәгә лә эшкинмәгәс. Әле ҡалала заводта йөрөй, тиме. Унда эшләү өсөн бутта белем кәрәк”.
Шулай этә-төртә, уҡытыусыларҙы этләй-этләй һигеҙҙе бөткәс, бер нисә егеткә эйәреп, Салауат ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһына барып ҡарағайны ла, бер-ике ай йөрөнөмө-юҡмы, дөмбөрө батмай кире ҡайтты. Аҙаҡтан беҙгә, ҡыйын, асыҡтыра, ҡала малайҙары этләй, аҡса таптыра, тип һөйләгәне хәтерҙә. Ауылға йыш ҡайтып йөрөгәс, Ғәзизйәндең тормошон ишетә-күрә торам. Ата-әсәһе, туғандары үҙенә ҡайҙандыр кәләш димләп, өйләндереп тә маташтылар. Ни сәбәптәндер ҡатындары торламаны.
Көндөҙ урам тирәһенә бигүк сығып йөрөмәгән Ғәзизйәндең эш сәғәте төн уртаһы еткәс башлана. Берәүҙәрҙең һарығы юғала, икенселәрҙең келәтенән һуғымлығы ғәйеп була. Йөҙләгән йорттан торған ауылда бөтә нәмә күҙ уңында бит. Бөтәһе лә былар Ғәзизйәндең эше булыуын тоҫмаллаһа ла, ҡулынан тотмағас, ярай, бурлыҡ менән берәү ҙә мандымаған, тип рәнйеүҙән ары китмәй. Ней бара һалып әйтергә ауылда, хатта яҡын-тирәлә полицейский юҡ.
Ғәзизйән бөгөн ата-әсәһенең ихатаһындағы бәләкәй өйҙәрендә айырым йәшәй.
...Иртәгәһен кире китергә сыҡҡанда, Ғәзизйән һаулыҡ һорашыр-һорашмаҫтан:
— Класташ, үлеп барам, ҡана берәй егерме һум ғына аҡса биреп тор әле, — тине. — Анау ҡарттарға асыу килеп сығып киттем әле. Кисә әҙерәк байрам иткәйнек, бөгөн баш ҡутарылып килә. Берәй ярты көмөшкәлек аҡса бирегеҙ әле, тим, юҡ инде бирмәйҙәр. Бынан һуң утындарын ярырмын әле. Әтеү ҡотора башланылар, эшләйһең-эшләйһең, ҡәҙерҙе белмәйҙәр. — Ғәзизйән, әсәһен әрләй-әрләй, ҡулын йоҙроҡлап һелтәнде.
Венер ИСХАҠОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 334

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521