Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡартайырға ваҡыт юҡ!
Ҡартайырға ваҡыт юҡ!Олпат кәүҙәле был ир-уҙамандың нисә йәштә икәнлеген белеп ҡалһалар, тәүҙә ышанмай торалар. “Ҡуйсы, булмаҫ, бигерәк йәш күренә бит!” — тиеүселәр йыш осрай. Бөгөнгө геройыбыҙ “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, республикабыҙҙың мәҙәниәт министры һәм башҡа вазифаларҙы намыҫлы башҡарҙы. Беҙҙең редакцияла, мәҫәлән, ул етәкселек иткән осорҙо хеҙмәттәштәре әле булһа ла йылы итеп иҫкә ала. Ябайлыҡта һәм намыҫлы булыуҙалыр һәр саҡ йәш ҡалыуының сере. Башҡортостандың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәтенең Уҡыу-уҡытыу үҙәге директоры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов бөгөн 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан күренекле замандашыбыҙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

— Тәлғәт Ниғмәтулла улы, юбилейығыҙҙы ниндәй кәйеф менән ҡаршылайһығыҙ?
— Бик яҡшы кәйефтәмен! Беренсенән, ошо йәшкә етеү — үҙе бер мәртәбә. Шунан эшләп йөрөүең, көсөңдө биреү урыны булыуы ла ҡыуаныслы. Эшләгәндә изге ниәттәреңде тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар — уныһы ла һәйбәт. Әгәр һаулығың хафаландырмаһа, ғаиләң бөтөн икән, яныңда дуҫ-иштәрең булһа, туғандарың менән татыу йәшәһәң, күңелһеҙләнергә урын юҡ. Аллаға шөкөр, был йәһәттән үҙемде бәхетле тип иҫәпләйем.
— Һәр бала кемдәндер үрнәк алырға тырыша. Ә һеҙгә кескәй саҡтан кем өлгө булып торҙо?
— Күпселек осраҡта малайҙар атайыма оҡшарға тырыштым, тиҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин улайтып әйтә алмайым, сөнки миңә өс ай булғанда атайымдың ғүмере һуғыш яланында өҙөлгән. Осоро ла шулай ине бит. Ауылда күпселек балалар атайһыҙ үҫте. Атайлыларға беҙ аптыраңҡырап ҡарай инек. Шуға ла ир-аттан ундай образдарҙы иҫкә төшөрә алмайым. Мин бала саҡтан уҡырға яраттым. Бәлки, әҫәрҙәрҙәге ыңғай геройҙарҙан үрнәк алып, яҡшылыҡты тормошта эҙләргә ынтылғанмындыр.
— Һеҙ — заманында “Башҡортостан”дың абруйын арттырыуға тос өлөш индергән шәхес. Гәзитебеҙҙең баш мөхәррире булып эшләгән йылдарҙан ниндәй хәтирәләр һаҡлана?
— Ул ваҡытта, бәлки, ауырлыҡтары ла әҙ булмағандыр. Йылдар үтеү менән улары онотола, ә бына эшләгән эшең һәм уның ыңғай яҡтары хәтерҙә нығыраҡ һаҡлана. Бик ҡыҙыҡ заманда эшләнек. Милли үҙаңыбыҙ уянған, быға тиклем тыйылған темаларға тотонорға мөмкинлек тыуған осор ине. Әгәр хәлеңдән килә икән — ентекләп теманы өйрән, халыҡҡа үҙ фекереңде еткер. Был йылдар үҙе бер мәктәп инде. Совет осоронда редакция финанс-иҡтисади үҙаллылыҡтан алыҫ торҙо. Уның үҙ бухгалтерияһы ла юҡ ине. Аҙаҡ иһә тулыһынса үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итеүгә күстек. Бухгалтериябыҙҙы, хужалығыбыҙҙы булдырыу менән шөғөлләнергә тура килде. Шунан компьютерлаштырыу заманы башланды. Беҙ республика гәзите редакцияларынан беренсе булып компьютер техникаһы алыуға өлгәштек. Шунан яйлап “Башинформ” менән Интернетҡа сығыуға юл ярҙыҡ. Төҫлө баҫмабыҙҙың тәүге һаны ғәҙәти генә күренһә лә — уныһы ла беҙҙән башланды. Уйлап ҡарағыҙ — редакцияла компьютерҙар булып та, башҡортса шрифт юҡ икән, нисек эш алға барһын? Беҙ башҡорт шрифтын эшләнек, аҙаҡ уны күптәр килеп һорап йөрөнө. Был осор бик үҙенсәлекле ине. Заман биргән мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырыштыҡ, гәзит уҡымлыраҡ та, үткерерәк тә булып китте. Халыҡ та баҫмабыҙҙы бик оҡшатты.
— Төп гәзиткә мөхәррир итеп тәғәйенләнгәс, нисек эш башлайым тип ҡаушап ҡалманығыҙмы?
— Юҡсы. Уға тиклем байтаҡ тәжрибәм бар ине. Мин “Һәнәк” журналында баш мөхәррир булдым, аҙаҡ БАССР-ҙың радио һәм телевидение тапшырыуҙары буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын алты йылдан артыҡ башҡарҙым. Күреп тораһығыҙ — тәжрибә етерлек булғандыр. Элекке заманда ниндәйҙер етәкселек эшенә тәғәйенләр алдынан анкета тултырталар ине. “Һеҙ кемде мөхәррир итеп күрергә теләйһегеҙ”, — тип коллективтан һорайҙар. Бына шунда арыу ғына халыҡ мине атағайны. Шул да, бәлки, ҡаушауҙы алып ташлағандыр. Тағы ла шуны әйтер инем: бер ҡасан да ҡаушарға ярамай. Аптырап, шаңҡып ултырһаң, эш алға бармай.
“Быға тиклем баҫма мөхәррире булдым инде”, — тинем, “Һәнәк”кә эшкә килгәс. Тегеләр аптырап ҡалды. “Эйе, эйе! Мәктәп стенгәзитен сығарыу буйынса”, — тип көлдөрөп алдым хеҙмәткәрҙәрҙе.
— Бөтәһе лә тигәндәй һоҡланғыс ул-ҡыҙҙар үҫтерергә хыяллана. Ә бына һеҙҙең улдарығыҙ яуаплы вазифаларҙы биләй, уларҙы халыҡ яҡшы белә, хөрмәт итә. Үҙеңә лайыҡлы алмаш үҫтереү өсөн ниндәй шарттарҙың булыуы фарыз?
— Әллә инде... Бер яҡтан ябай ҙа, икенсенән шул тиклем ҡатмарлы ла һорау бирҙегеҙ әле. Мин бит уларҙы кемдер буласаҡ тип махсус рәүештә тәрбиәләмәнем. Атанан күргән — уҡ юнған, тиҙәр бит. Улар минең эште бәләкәйҙән күреп үҫте. Күрәһең, әсәләре лә башҡарған эшемә ҡарата ихтирам тәрбиәләгәндер (Фәрзәнә Сәғитова — күренекле педагог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. — А.Б.). Бер хәл иҫкә төштө әле. Кесе улымдың тыуған көнөнә класташтарын саҡырғайныҡ. Ул ваҡытта комсомолда эшләй инем. Ҡунаҡҡа килгән балаларға һүрәт төшөрөргә ҡуштыҡ. Аҙаҡ улар нимә төшөргәнен аңлатырға тейеш. Азамат улыма сират килеп етте.
— Һин нимә төшөрҙөң? — тип һорайым унан.
— Автобус.
— Ул хәҙер нишләй инде?
— Обком комсомола янына бара ла, аҙаҡ районға командировкаға китә...
Бына ошо хәл мәңге хәтерҙә ҡалған. Әгәр ул автобус базаға тауар алырға китә тиһә, бәлки, шулай тәрбиәләнер ине. Туристарҙы алып бара тиһә, туризм буйынса ниндәйҙер орлоҡ һалыныр ине. Кем белә, әммә шулай бит инде. Был бик ҡатмарлы һорау, әлбиттә. Беҙ улдарыбыҙҙы тәү сиратта ябай һәм кешеләргә ҡарата ихтирамлы итеп тәрбиәләргә тырыштыҡ.
— Уларға әле лә кәңәш бирәһегеҙме?
— Бик етди мәсьәләләр буйынса ултырып һөйләшкеләйбеҙ. Ә былай эштәрендә нисек кәңәш биреп йөрөйһөң? Улар секунд һайын, минут һайын дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә тейеш.
— Пенсия йәшендә булыуға ҡарамаҫтан, әле лә эшләүегеҙҙе дауам итәһегеҙ. Етте, ял итергә кәрәк тип уйлағанығыҙ юҡмы?
— Әлегә ул уй килмәне, шикелле. Ял көндәрендә нимәлер эшләмәй торһам, күңелемдә бушлыҡ тойола. Нисектер бәләкәй саҡтан шулай өйрәнелгән. Хәҙер хеҙмәт стажым да илле йылға етеп килә. Ҡайһы бер ваҡытта таныштарым менән осрашҡанда ҡалай йәш күренәһең, тиҙәр. “Ҡартайырға ваҡыт юҡ!” — тип яуаплайым ғәҙәттә. Аллаға шөкөр, күңелем һис тә ҡартлыҡты ҡабул итмәй.
— Үҙ ғүмеремдә ниндәй иң мөһим эште башҡарҙым тип әйтер инегеҙ?
— Бында барлап тороуҙы һис тә генә кәрәкле тип иҫәпләмәйем. Өлөшөмә төшкән көмөшөмдө матур алып барҙым. Бөгөн кем менән генә һөйләшһәм дә, оялмай күҙенә тура ҡарай алам. Мин намыҫлы йәшәнем һәм эшләнем, шуға был донъяла оялырға бер генә сәбәп тә юҡ. Киреһенсә, үткән тормош юлыма һөйөнәм.
— Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. “Башҡортостан” гәзите коллективы һеҙҙе олпат юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлай. Киләсәктә лә шулай күтәренке кәйефле, дәрт-дарманлы булып ҡалығыҙ.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521