Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иман йорто ҡалҡты Аҡъярҙа
— Бисмиллаһи-рахман-рахим. Изге Рәжәб айында Башҡортостандың бик матур тарихи төбәге Хәйбуллала яңы тарихи бит асыла. Аҡъяр ауылында изге ай нуры балҡытып, мәсет манараһының ҡалҡыуы Хәйбулла районында иманлы, рухлы һәм хаҡ дин юлынан барыусы кешеләр йәшәүе тураһында бәйән итә. Мәсетте иманлы халыҡ ҙурлай — шатлыҡта ла, ҡайғыла ла Хоҙайҙан ярҙам һорап, иман йортона киләбеҙ. Ошонда дини байрамдар ойошторола, никах туйҙары үтә, сабыйҙарға исем ҡуштырыла. “Жәмиғ” мәсетенән кеше өҙөлмәҫ, яҡшылыҡҡа әйҙәүсе, йәштәр өсөн тәрбиәүи көскә эйә булған иман йортоноң ишектәре һәр кем өсөн асыҡ. Байрамығыҙ мөбәрәк булһын, — тип район мосолмандарын ҡотлаған Башҡортостан Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың тәбрик һүҙҙәре руханиҙар күңеленә тантаналыҡ өҫтәне.

Һабантуй көнөнә тап килгән был олуғ ваҡиға хәйбуллалар өсөн икеләтә байрамға әүерелде. Иртәнге сәғәттә оло юл сатында урынлашҡан, йәшел манаранан әллә ҡайҙан үҙенә ылыҡтырып яңғыраған аят, доғалар район мосолмандарын үҙенә саҡырҙы. Иман йортон асыу тантанаһына аҡ һаҡаллы олатайҙар һәм аҡ яулыҡлы ағинәйҙәр генә түгел, йәштәр ҙә, бала-саға ла, мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа, күрше райондарҙан дин әһелдәре лә килгәйне.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Хәйруллин халыҡты күркәм ваҡиға менән ҡотлап, Иман йортон төҙөүгә өлөш индергән һәр кемгә изгелектәренең үҙҙәренә мең сауап булып әйләнеп ҡайтырына, ҡунаҡсыл Хәйбулла ерендә артабан да тыныслыҡ, күңел бөтөнлөгө һәм дуҫлыҡ хистәре тантана итәсәгенә ышаныс белдерҙе. Аҡъяр ауылының имам-мөхтәсибе Юлай хәҙрәт Юнысов, мәсетте төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәткән кешеләрҙең, ойошмалар һәм предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙарҙың исемен билдәләп, уларға аҡъярҙар исеменән рәхмәт белдерҙе. Руханиҙар айырыуса ҙур матди ярҙам күрһәткән сәнәғәт предприятиелары — “Башҡортостан баҡыры”, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты, Башҡортостан шахта-проходкалау идаралығы һәм Хәйбулла тау компанияһы предприятиелары хөрмәтенә ихлас ҡул сапты. Әйткәндәй, изге байрамға бер кем дә буш килмәгәйне. Һәр мосолман ғына түгел, башҡа дин кешеләре лә, район ойошмалары ла үҙ бүләктәрен тапшырҙы. Мәсет файҙаһына саҙаҡа биреүселәрҙең дә күп булыуын билдәләп үтке килә.
“Жәмиғ” мәсетен тантаналы асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Рөстәм Рәүҙәт улына тапшырылды. Артабан яңы иман йортоноң изге эшен башлап ебәреп, руханиҙар доға ҡылды, вәғәздәр уҡыны һәм был ғәмәлдең оло сауабы хаҡында аңлатты.
Мәсет төҙөп, изге ғәмәл ҡылды хәйбуллалар. Барлыҡ ҡунаҡтар, руханиҙар, дин әһелдәре иман йорто тирәләй йәш үҫентеләр ултыртты.
Мәрйәм ИМАНҠОЛОВА.
Хәйбулла районы.


Әғләметдин хәҙрәт ҒӘЗИЗОВ, Сибай ҡалаһының “Тәҡүә” мәсетенең имам-ҡазыйы:
— Әле Аҡъяр ауылында Аллаһы рәхмәте менән икенсе мәсетте күреп торабыҙ. Был халҡыбыҙҙың дин һәм иман юлына ҡайтыуына ишара. Мәсеттәрҙең ҡалҡыуы — оло шатлыҡ-ҡыуаныс. Хәҙер ислам дине нигеҙен ҡаҡшатыусы тармаҡтар, сектанттар баш ҡалҡыта. Улар тыныслыҡты түгел, мосолмандар араһында ҡан ҡойошто хуп күрә. Шуға күрә йәштәребеҙҙе мәсеткә йәлеп итеп, уларҙы хаҡ дин юлына, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәргә әйҙәргә кәрәк.

Данир ҮЗБӘКОВ, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (Өфө ҡалаһы):

— Бөгөнгө тантананың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Аҡъяр ауылында тышҡы, эске биҙәлеше менән һоҡландырғыс изге йорт үҫеп сыҡты. Изге динебеҙ гел яҡшылыҡҡа өндәй һәм йәш быуын өсөн дә уның тәрбиәүи көсө ифрат шифалы.

Әхмәт хәҙрәт ШӘЙӘХМӘТОВ, Әбйәлил районының имам-мөхтәсибе:
— Был район ғына түгел, барлыҡ республикабыҙ өсөн дә тарихи ваҡиға. Ислам дине — ул тәрбиә нигеҙе. Бөгөн руханиҙар ултыртҡан йәш үҫентеләр тиҙ арала тамыр йәйер, киләсәк быуын ошонда килеп, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе белеп, заман афәттәренән ары торорға өйрәнер, тип ышанам.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523