Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
"Супер килен"Тәғзимә үҙен Өфөнән алып ҡайтҡан машинанан төштө лә тура магазинға ҡарай юртты. Бындай эште йыумайса булмаҫ. Магазин ябылмаҫ элек өлгөрөп ҡалырға кәрәк, һуң булып бара. Ҡатын кәстүмендәге миҙалды йәнә бер тапҡыр һыйпап-һыйпап ҡараны. Ауылға ошо миҙалды тағып ҡайтып инһен әле! Барыһының күҙҙәре туҫтаҡ кеүек булыр. Тәғзимә үҙенең уйҙарынан үҙе ҡыуанып, бына күрегеҙ, мин кем тигәндәй, күкрәктәрен алға кирә биреберәк атланы. Әтеү анау бер бөртөк балалы Сара гелән генә теге лә был тип аҡыл һатып маташҡан була. Хәҙер бына һөйләшеп ҡараһын. Уның һымаҡ Өфө һынлы Өфөгә барып миҙал алып ҡайтһа, нишләр ине икән, ә?
Тәғзимә ике йыл элек күрше Мырҙаҡайҙан килен булып төшкәйне. Бер көндө беҙҙең ауылда йәшәүсе апаһына ҡунаҡҡа килгән ҡатын өс балаһы менән үҙенән ун дүрт йәшкә оло Ғәйнисламда торған да ҡалған. Кемделер туҡмаған өсөн төрмәгә ултырған ире хаҡында:
— Алма кеүек сағымда бер үҙем өңрәйеп, әллә ҡайтҡан, әллә ҡайтмаған шул ен күбәләген көтөп ултыраһым юҡ инде, — тип кенә ебәргән, имеш. Инде ҡатын төҫө күрмәй ҡартайып барған иргә ике йылда тупылдап торған ике малай алып ҡайтып та бирҙе. Кемдеңдер:
— Вәт, исмаһам, супер килен! — тиеүе ат ҡойроғона эләккән тегәнәк кеүек уҡмаша ла ҡуя. Хәҙер ауылда уға үҙ исеме менән өндәшкән кеше лә юҡ шикелле, барыһы ла “супер килен” ти ҙә ҡуя.
Пакетындағы шешәләрҙең салтыр-солтор килеүе, күкрәгендәге миҙалының күңелле сыңлауы бергә ҡушылып, Тәғзимәнең йәнә лә кәйефен күтәрҙе. Әйтеүе генә анһат, ошо миҙал тип йәнен ала яҙҙылар бит.
Тәүҙә ауыл хакимиәтенә ҡалаға кейеп барасаҡ кейемен кейеп килергә ҡуштылар. Бигерәк килештерәләр инде, биш балалы ҡатын тигәс тә, яланғас йөрөй тип уйлайҙармы икән! Кейемдәре донъя уның. Аллаға шөкөр, өйҙә генә ултырһа ла аҡсанан өҙөлгәне юҡ. Балалар пособиеһын көнөндәген көнөндә килтереп торалар.
Тәғзимә мал ҡыуғанда, һыуға барғанда кейә торған ҡатаһын һөрткөләп алғайны — бына тигән булды ла ҡуйҙы. Бер нисә көн элек кенә үзбәктәрҙән һатып алған күлдәген кейеп ебәрҙе. Башына теге аҙнала ғына күршеһе биргән эре барсалы ҡыҙыл яулыҡты сөйөп бәйләне.
Ҡатындың ауыҙында һерәйеп торған етеме, һигеҙме тешен күргәс, ауыл хакимиәтендә:
— Әллә ни ҡурҡыныс юҡ, миҙал алғанда башыңды һелкеп кенә рәхмәтеңде белдерһәң, бер нәмә лә һиҙелмәҫ. Моғайын, йырлап тормаҫһың бит инде, — тинеләр. Ә бына кейемен бөтөнләй оҡшатманылар.
Ахырҙа ҡатынға өйөндәге барлыҡ әйберҙәрен алып килергә ҡуштылар. Уларҙы ҡырҡ тапҡыр кейҙертеп, ҡырҡ тапҡыр систереп тигәндәй ҡараһалар ҙа, мәгәр килешкәнен таба алманылар. Имеш, тегенеһе тоҡ кеүек лапшайып тора, быныһы бармай. Хәҙер магазин тулы сепрәк-сапраҡ та һуң, ҡулыңда аҡсаң булмағас, кем тоттороп ебәрһен! Былай ҙа һатыусының көтәсәккә бирә торған дәфтәрендә иң ҙур бурыс Тәғзимәнеке булып сыҡты.
Кейем эҙләп, тегенеһен, быныһын кейеп ҡарай торғас, Тәғзимә үҙе лә, хакимиәт ҡатындары ла эт арманһыҙы булды. Шулай ҙа эҙләнә торғас, берәүҙән күтәрмәләре нәҙек кенә туфли, икенсеһенән костюм, кемдәндер алҡа, беләҙектәр таптылар. Сәстәрен буяп, матур итеп тарап, өйөп ҡуйҙылар. Күҙ тирәләй ҡара ҡәләм менән йөрөтөп, ирендәренә ҡыҙыл тейҙерҙеләр. Тырнаҡтарын тигеҙләп, матур ғына итеп лак яҡҡас, Тәғзимә күркәм генә ҡатынға әүерелде лә ҡуйҙы. Хатта танымаған кешеләр ҙә булды әле.
Тәғзимәне баш ҡаланан ҡаршы алыу күршеләре, бергә ҡатышып, ашап-эсеп йөрөгән дуҫ-иштәре өсөн оло байрам, кесе туйға әүерелде.
Кемдеңдер:
— Бынауындай селләлә өйҙә ултырмаҫбыҙ инде, — тиеүе башҡаларына етә ҡалды.
— Шулай шул.
— Әйҙәгеҙ, тәбиғәткә сығайыҡ. Унда мин харап шәп урын беләм.
Миҙал йыуыу тантанаһы иҫ китмәле шәп үтте. Был көндө йылға буйҙары таңғаса шаулап торҙо. Миҙалды рюмкаға һалып, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп “таҙарттылар”. Бер аҙ төшөрөп алғас, кемдер йыр һуҙып маташты, кемдер һикергеләне. Ә буш шешәләр ярыша-ярыша ағас төптәренә осто.
Иртәгәһен “Супер килен” байрам иткән урында балалары менән миҙалын эҙләп йөрөй ине...
Х. ӘХМӘТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519