Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нисек теләйем – шулай йәшәйем!
Нисек теләйем – шулай йәшәйем!Күршем балаларымды Ислам ҡанундары буйынса тәрбиәләргә тырышыуымды хупламай. “Ни өсөн уларға бөтә нәмәне тыяһың? Ғүмер бер генә – нисек теләйҙәр, шулай йәшәһендәр. Ниңә ҡыҫылаһың? Минең улдарым иректә үҫте”, – ти.

Уның балалары күптән буй еткергән инде. Өлкән улы, ҡырҡ йәштән үтһә лә, өйләнмәй йөрөй, бәләкәйе ғаиләле, әммә әсәһенә килеп ярҙам иткәне лә, хатта хәл белгәне лә юҡ. Уларға ҡарайым да, үҙемдең тәрбиә алымымдың дөрөҫ икәненә йәнә бер ҡат инанам. Шул уҡ ваҡытта аҙым һайын тыйып тороу ҙа еңел түгел...

Шулай ҙа балаға дөрөҫ тәрбиә биреүҙең әһәмиәте шул ҡәҙәр ҙур. Был йәһәттән дин ҡанундарына таяныу – Аллаһ ҡушҡанды үтәү – иң дөрөҫ юл. Раббыбыҙ тәрбиәһе бер көнлөк түгел, ә ғүмерлек: унда барыһы ла – үткән дә, бөгөнгө лә, киләсәк тә – иҫәпкә алына, хәстәрләнә. Иманлы бала тарихты онотмай, үҙ заманына йәм өҫтәй, алдағы көндәргә изгелек орлоғо сәсә. Ул ата-әсәһенең, туғандарының, тотош йәмғиәттең терәге булыуға әҙер үҫергә тейеш. Ғөмүмән, баланы үҙебеҙ өсөн генә түгел, барлыҡ өммәткә, илгә кәрәкле кеше итеп тәрбиәләргә бурыслы. “Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул” тигән бит ата-бабабыҙ.

Ә “Ғүмер бер генә, кеше нисек теләй – шулай йәшәһен” тигән фекер өҫтөнлөк итә икән, йәмғиәттең тарҡалыуы ихтимал. Дөйөм тәрбиә алымы, уртаҡ маҡсат булмаһа, борон-борондан һалынған ныҡлы нигеҙҙе һаҡлау мөмкинме? Һәр кем тик үҙен уйлап, шәхси мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәй башлаһа, ғаилә, дәүләт, милләт, өммәт тигән төшөнсәләр ҡеүәтен юғалтмаҫмы?

Әҙәм балаһы бит ата-әсәһен ҡыуандырып ғүмер итергә, иленең көсөн арттырырға тырышырға тейеш. Ә үҙе өсөн генә йәшәргә өйрәнгән кеше был хаҡта уйлаймы?

Әйтеүемсә, күршемдең улдарының береһе һаман өйләнмәй йөрөй, икенсеһе килеп тә әйләнмәй. Эйе, ни сәсһәң, шуны ураһың. Әгәр ҙә был малайҙар дини ҡанундар буйынса тәрбиәләнһә, әсәһен шулай ҡайғыртыр инеме? Ғәзиз балаһының ҡырҡҡа етеп тә өйләнмәй йөрөүен кем генә һыҙланыуһыҙ ҡабул итһен? Шул уҡ ваҡытта ул-ҡыҙы хәл белешеп китергә лә ваҡыт тапмаһа, ата-әсәнең хәсрәтһеҙ йәшәүе мөмкинме? Ислам тәрбиәһе ошо һәм башҡа күңелһеҙ күренештәрҙе иҫкәртә, уларҙан аралай, хаҡ юлды күрһәтә.

Һүҙ юҡ, әлеге йәмғиәттә баланы дин ҡанундары буйынса тәрбиәләү еңелдән түгел. Ул башҡа тиҫтерҙәре менән гел бергә булырға теләйҙер, айырылып йөрөгөһө килмәйҙер. Ситләштерергә ярамай ҙа. Әйҙә, бергә уйнаһындар, төрлө сараларҙа ҡатнашһындар. Дини тәрбиә алған бала өйҙә ҡасып-боҫоп, йәмғиәттән айырылып ултырырға тейеш түгел бит. Күрһен, сағыштырһын, үҙ фекерен әйтергә өйрәнһен, шәхси миҫалында юл күрһәтһен. Балалар бик һиҙгер: дөрөҫлөк яғына ауышырҙар. Динебеҙ бит борон-борондан шулай яҡшы өлгө, күркәм вәғәз аша таралған, тамыр нығытҡан.

Әҙәм балаһының бәхетендә тәрбиәлелектең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Күркәм холоҡ, башҡаларҙы уйлап йәшәү – кешеләге иң матур сифаттар. “Улар барҙа ер сәскәгә күмелә, ғүмер оҙоная”, – тигән имам Садиҡ. Аҡыл эйәләре әҙәплелекте, әхлаҡлылыҡты уңышҡа алып барған хазина тип белә. Ошондай сифаттар тәрбиәләү – ата-әсәнең балаһына биргән иң ҙур бүләге. Ә бының нигеҙендә Аллаһ Тәғәлә ҡанундары ятҡанын онотмаһаҡсы, хөрмәтле йәмәғәт.

(Өфөлә йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).


Автор: И. ҠОРМАНОВА.
Фото: moi-goda.ru


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 439

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 535

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 712

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 569

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 529

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 533

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 792

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 97

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 188

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 152

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 164