Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аҫабалар рухы йәшәй миндә...”

Шиғриәт, рух һәм хис байрамы.

Мәскәүҙә билдәле шағирә, журналист, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Лариса Абдуллинаның Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арналған “Аҫабалар рухы” исемле ижад кисәһе булды. Илһөйәрлек, шул уҡ ваҡытта нескә, наҙлы хис менән һуғарылған сара илебеҙҙең баш ҡалаһында йәшәгән яҡташтарыбыҙ өсөн ысын рух байрамына әүерелде.

“Йышыраҡ осрашырға тәҡдим итәм!”

– Баш ҡалаға юлланғанда ысын мәғәнәһендә ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем, сөнки миңә республикам фатихаһын биреп ҡалды: Мәҙәниәт министрлығы, Яҙыусы­лар союзы, Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы. Шулай уҡ Баш­ҡортостандың Рәсәй Федера­цияһы Президенты ҡарамағын­дағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә юл тотоуыма ла шатмын, сөнки бында башҡорт халҡы йыйылып, үҙенең мәҙәниәте, йолалары, борсоған мәсьәләләре хаҡында иркенләп һөйләшә ала. XXI быуатта бында халҡымдың ижады яңынан тыуа, ҡанат ҡаға, баш­ҡортомдоң һулышы һиҙелә, – тине кисәне асып Лариса Абдуллина. Артабан һүҙҙе Башҡорт­ос­тандың Тулы хоҡуҡлы вәки­ленең беренсе урынбаҫары Андрей Федоров алды.
– Ҡәҙерле дуҫтар, ватандаштар, яҡташтар, – тип бик йылы сә­ләмләне барыһын да Андрей Иванович, – һеҙгә ошолай мөрә­жәғәт итеүем бушҡа түгел, сөнки мине Башҡортостан менән 18 йылға һуҙылған уртаҡ хеҙмәт бәйләй. Республика вәкиллегенең төп бурысы – яҡташтарыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ менән даими бәй­ләнеш тотоу. Лариса Абдул­линаның был ижад кисәһе беҙгә башҡорт шиғриәте, мәҙәниәте менән яҡындан танышырға шәп мөмкинлек бирә. Сара башында яңғыраған ҡурай моңо ябай түгел, ул – ата-бабаларыбыҙ ауазы. Йышыраҡ осрашып торорға тәҡдим итәм.

Бар асылы менән халҡым тип янған рухлы шағирәнең ижад кисәһе Башҡортостан автономия­һы төҙөлөүгә 100 йыл тулған йылда уҙғарылыуы һәм был оло ваҡиғаға арналыуы осраҡлы түгел. “Рәсәй дәүләтендә беҙ бе­ренселәрҙән булып автономияға хоҡуҡ алғанбыҙ. Рәсәй Феде­рацияһының башланғысында тап башҡорт халҡы торғанына оло ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм”, – тине Лариса Абдуллина һәм халҡыбыҙҙың бөйөк улы Зәки Вәлидигә шиғыр арнаны:
...Илен һағынып йырлаһа,
Иленән елдәр иҫер.
Илен һинән артыҡ һөйһә,
Эй, Хоҙайым, мең кисер!
Телен һағынып моңланһа,
Өндәшер һиңә Хоҙай!
Балҡып китер таныш өндәр,
Күңел дәфтәре – туҙҙай...
Ихтирам һүҙҙәре

Зәки Вәлидиҙе Өфөнән, үҙҙәре әйтеүенсә, башҡорт халҡы ха­ҡында һөйләргә ашҡынып килгән билдәле “Арғымаҡ” этно-рок төр­көмө солисы Ринат Рамаҙанов та телгә алды, үҙенең Төркиәлә шәхестең ҡәберен эҙләп табыу тарихын бәйән итте, һәм “Арғы­маҡ” төркөмө үҙ сығышын “Зәки Вәлиди йыры” менән башлап ебәрҙе.

Лариса Абдуллина үҙ ижадында исемдәре тарих биттәренә уйылып ҡалған бөйөк башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ла ҙур иғтибар бүлә. “Киҫәнбикә” шиғырын уҡыр алдынан шағирә христиан динен ҡабул итмәҫ өсөн өс тапҡыр һаҡ аҫтынан ҡасҡан, аҙаҡ Екатеринбург ҡалаһында тереләй янды­рылған Киҫәнбикә Байрасованың һуңғы һулышына тиклем иманына һәм халҡына тоғро ҡалыуы хаҡында телгә алып үтте.

Кемдер әйткәнсә, беҙ, башҡорт ҡыҙҙары, барыбыҙ ҙа Салауатҡа ғашиҡ. Рух ашып-ташып торған был байрамда батырыбыҙҙы иҫкә алып үтмәү яҙыҡ булыр ине.
– Миңә Эстонияла Салауаттың тере рухы менән осрашырға насип булды. Салауатҡа булған мө­хәббәтте, уның рухының асылын мин шунда күрҙем. Палдиски ҡала­һында бәләкәй баланан алып оло йәштәге ҡартына тиклем беҙҙең Башҡортостандан килгәнде белгәс, миңә Салауат хаҡында һөйләнеләр: “Салауат бына ошонда туҡталған... Был башня Салауат заманынан ҡал­ған... Был урында Салауат ҡа­мыш таяҡтарынан ҡурай яһап уйнаған...”

Ошоно миңә һөйләй эстон хал­ҡы, күҙ алдығыҙға килтерә­һе­геҙме?! Иҫем китеп, хайран ҡа­лып тыңланым уларҙы. Улар беҙгә Салауатҡа булған һөйөү­ҙәрен, уның азатлыҡ рухын етке­рәләр. Бер тавернаға барып кер­ҙек, хужабикәһе мәрйә ҡатыны булып сыҡты. Беҙҙең Салауаттың яҡташы икәнде белеп ҡалғас, бушлай ашатырға булып китте. Салауатҡа арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Эстониянан мин Салауаттың асылын һәм йәнле рухын тойоп ҡайттым, уға булған мөхәббәтте күрҙем. Күп тә үтмә­не, үҙебеҙҙең егеттәр, әлеге лә баяғы “Арғымаҡ”тар Салауат­тың тыуған ерендә уның йән ҡәберен – таш тирмә асып ҡуйҙы. Ысынлап та, Салауат Юлаевтың исемен мәңгеләштереү буйынса республикабыҙҙа күренекле шә­хестәр бик күп эш башҡара, сөнки Салауат – ул беҙҙең иманыбыҙ, Салауат – ул рухыбыҙ, Салауат – ул азатлыҡ символы. Әйтәләр бит, Башҡортостанда “Салауат!” тиһәң, башҡорт егеттәренең ярты­һы әйләнеп ҡарай. Сала­уат­ҡа булған һөйөү быуаттар аша, нисек кенә үҙ заманында исе­ме тыйылһа ла, килеп еткән бит... – тине шағирә һәм Салауат Юла­евҡа булған мөхәббәт, ихтирам һүҙҙәрен шиғырында дауам итте.

“Шағирә булараҡ, халыҡҡа рух өрә”

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Алһыу Сирғәлина был сараның һүҙ, шиғриәт байрамы икәнен билдәләне:
– Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, нин­дәй генә саралар булмаһын, беҙҙең арала һәр саҡ Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лариса Хашим ҡыҙы ла бар. Ҡурған өлкәһендәге сәфәрҙән ул юл буйы ундағы милләт­тәштәребеҙҙең еңел булмаған тормошо өсөн әсенеп, уйланып, шиғыр яҙып ҡайтты. Аҡтаныш яҡтарында ла автономия өсөн көрәшеп баш һалған Илдархан Мутин кеүек шәхестә­ре­беҙгә иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһында ҡатнаштыҡ. Шун­дағы сарала Лариса Абдул­линаның сәхнәгә сығып “Аҡтаныш башҡорттарым, һеҙ аҙашып ҡалғанһығыҙ” тиеүе булды, залда ултырған 500-ләп халыҡтың күбеһе күҙ йәшен тыя алманы. Ҡайҙа ғына бармаһын, Лариса шағирә булараҡ халыҡҡа рух өрөп йөрөй, үҙенең һүҙен еткерә.

Лариса Абдуллина – айбар рухлы, илһөйәр, шул уҡ ваҡытта ҡылдай нескә, наҙлы күңелле шағирә, үткер ҡәләмле журналист ҡына түгел, ә әүҙем йәмәғәт эшмәкәре лә. Асылда уның ҡылған эштәре башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнгән. 2016 йылдан алып даими уҙғарылып килгән Евразия “ЛиФФт” әҙәби фестивале бөтә Рәсәй буйынса уңышлы эшләп килә. Лариса Хашим ҡыҙы – “ЛиФФт”тың Баш­ҡорт­остандағы төбәк мөхәррире. Республика­быҙҙағы һүҙ генә түгел, ҡылҡәләм оҫталарының да эштәрен тупла­ған “ЛиФФт” журналының йылына бер нисә тапҡыр донъя күреүе, был проекттың республика Башлығы грантына лайыҡ булыуы ла уның тынғыһыҙ хеҙмәт емеше. “Аҫа­балар рухы” ижад кисәһендә Евразия халыҡтары Ассам­блеяһы яҙыусылары һәм уҡыусы­ларының Әҙәби советы, Рәсәй Халыҡтары ассамблеяһы әҙәбиә­те буйынса комитет рәйе­се, шағирә, философ Маргарита Аль үҙенең сығышында барыһын да ошо күркәм ваҡиға менән ҡотланы, Лариса Абдул­линаның иҫ киткес шағирә булыуын, уны Мәскәүҙә генә түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә бик яратыуҙарын телгә алды. Миҫал өсөн әллә ҡайҙа китәһе түгел: һүҙҙе артабан ҡырғыҙ шағиры Маҡсатбәк Гапыров алды:

– Башҡорттар – ҡырғыҙ халҡы өсөн иң туғандаш халыҡ, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Мин үҙ сиратымда ҡаҙаҡтарҙы иң туғандаш милләт тип һанай инем. Әммә бөгөнгө кисәлә бер сәғәт эсендә башҡорт теленең алтмыш процентын үҙләштереүемә ҡарап ҡырғыҙҙар өсөн, ысынлап та, башҡорттарҙың иң туғандаш ха­лыҡ икәнлегенә инандым. Рәсәй­ҙәге тәүге автономия Башҡорт­останда төҙөлгәнен белгәс, миндә Ҡырғыҙстан хөкүмә­тенә был ваҡиғаны беҙҙең илдә лә үткәреүҙе һорап мөрәжәғәт итеү теләге яралды.

Беҙ Лариса менән Сочиҙа уҙған “ЛиФФт” фестивалендә таныштыҡ. Ул фестивалдең иң әүҙем, теремек, өлгөр ҡатнашыу­сыһы булды, – тине ул һәм көслө алҡыштар аҫтында Лариса Абдуллинаның шиғырҙарын ҡырғыҙ теленә тәржемә итергә вәғәҙә бирҙе.

Туған моң ҡәҙере

Рәсәйҙәге төрөк диаспораһы етәксеһе Йософ Шен үҙ сиратында барыһын да Төркиәгә саҡырҙы, Лариса Абдуллинаға ҡайнар ҡотлауҙарын еткергәс, шиғриәт байрамының юғары кимәлдә үтеүен, шиғырҙарҙан тыш йыр-бейеү менән үрелеп барыуын баһаланы. Ысынлап та, “Арғымаҡ” этно-рок һәм “Аҡ тир­мә” фольклор төркөмдәре йырлап-бейеп кенә ҡалманы, ҡунаҡ­тарҙы ла үҙҙәренә ҡушылырға мәжбүр итте, ижад кисәһе бәлә­кәй генә һабантуйға оҡшап китте.

Шиғриәтте хисһеҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел, Лариса Абдуллинаның шиғриәтен бигерәк тә. Башҡорттоң аҫыл улдарына, данлы үткәненә, шанлы тарихына арналған шиғырҙар менән бер рәттән Лариса Хашим ҡыҙы нескә лирикаһы менән дә уртаҡлашты. Сафлыҡ, яҡты һағыш, һүнмәҫ өмөт һәм тоғролоҡ бөркөлгән мөхәббәт шиғырҙары бер тамашасыны ла битараф ҡалдырманы. Шағирә ижадын күп йәштәр үҙ итеүе, уларҙың да был кисәгә күпләп килеүе, моғайын да, ошо иҫ киткес шиғырҙарға бәйлелер...

Кисәлә Лариса Абдуллинаға ҡотлау, ихтирам һүҙҙәрен еткереүселәрҙән микрофон янында ярайһы ғына сират теҙелгәйне. Был шағирәнең халыҡсанлығы, ҡылған эштәренең хаҡлығы хаҡында һөйләй.

“Аҫабалар рухы йәшәй миндә,
Эске аңда мең төр уй ята.
Ете төндә уйламаҫлыҡ уйҙан
Ете тапҡыр рухым уята”, –
тине ул, ижад кисәһендәге шиғри һүҙен тамамлап, ә әйткәнен эше менән аҡланы: Мәскәү башҡорт­тары менән берлектә сәйәси золом ҡорбандары Муса Мортазин, Муллайән Халиҡов, Харис Йома­ғолов, Хафиз Ҡуша­ев, Әхмәҙулла Бейешев, Яхъя Сәлихов, Һиҙиә­тулла Сәғәҙиев, Нәсибулла Бикбаев, Сәләхетдин Аҙнағолов, Афзал Таһиров, Шәрифә Тимерғә­лина, Сәғмән Ғәлиуллин, Әмир Ибраһимов ҡәберенә зыярат ҡылды.
* * *
Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, республи­кабыҙҙың Мәҙәниәт министр­лығы, Хөсәйен Әхмәтов исемен­дәге Баш­ҡорт дәүләт филар­монияһы, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы ойошторған Лариса Абдуллинаның “Аҫабалар рухы” ижад кисәһенең тап мәркәзебеҙ Мәскәүҙә үтеүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Күркәм тамаша – тыуған төйәгенән алыҫ көн күргән милләттәштәребеҙ өсөн йыуаныс-ҡыуаныс, туған телдә аралашыу, туған моң менән илһамланыу ҙа...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 906

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 870

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 039

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 173

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 997

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 962

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 979

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 247

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 161

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 278

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 269

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 231