Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.

“Хөрмәтле хәрбиҙәр! Ҡәҙерле ветерандар!

Һеҙҙе, ғаиләләрегеҙҙе, туғандарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Был көн беҙҙең өсөн дөйөм халыҡ байрамына әүерелгән. Ул илебеҙҙең үткәне менән киләсәген, өлкән һәм йәш быуынын, ирҙәр менән ҡатындарҙы, ғөмүмән, бар рәсәйҙәрҙе бергә бәйләй.

23 февраль – хәрби хеҙмәткә мөнәсәбәте булған һәр кем өсөн үҙенсәлекле көн. Шул иҫәптән минең өсөн дә. Беҙ һәр ваҡыт армия йылдарын айырым йылылыҡ аша иҫкә алабыҙ, элекке хеҙмәттәштәребеҙ, ҡорал буйынса иптәштәребеҙ менән осрашабыҙ. Был көндә шуға бөтөн йөрәктән төшөнәһең: беҙ, Тыуған илебеҙҙең тоғро улдары, ата-бабаларыбыҙ кеүек үк, Ватаныбыҙҙы һаҡларға һәр саҡ әҙербеҙ.

Хәрби дан көнөндә беҙ тыныс күк аҫтында йәшәү бәхете өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына рәхмәтлебеҙ. Илебеҙ бөтөн донъя менән берлектә киләһе йыл ҙур ваҡиғаны – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын – ҡаршыларға әҙерләнә.

Беҙ хәрби-интернационалистарҙың, хәрби хәрәкәттәрҙә, “ҡыҙыу нөктә”ләрҙәге махсус операцияларҙа ҡатнашҡандарҙың ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ. Күптән түгел Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылғанына 30 йыл тулыуҙы билдәләнек, тарихыбыҙҙың мөһим һабаҡтары, яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары тураһында һөйләнек – улар һәр саҡ хәтеребеҙҙә.

Беҙҙә тотош хәрби династиялар бар. Йәш армеецтар, кадеттар, курсанттар йолаларҙы лайыҡлы дауам итә, уларға ҙур ышаныс бағлайбыҙ. Республиканың барлыҡ мәктәптәрендә был көндәрҙә батырлыҡ дәрестәре үтә, музейҙарҙа – өлкән быуындың хәрби традицияларына бағышланған иҫтәлекле күргәҙмәләр.

Быйыл беҙ Ватанды һаҡлаусылар көнө менән әле хәрби бурысын башҡарған йәки контракт буйынса хеҙмәт иткән һәр яҡташыбыҙҙы йылы тәбрикләнек. Беҙҙең егеттәрҙең яҡшы әҙерлек менән айырылып тороуында республика Хәрби комиссариатының өлөшө ҙур. Ул Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе булып танылды.

Был көндәрҙә беҙ суверенитетты һәм илдең хәүефһеҙлеген тәьмин иткәндәрҙе, халыҡ-ара террорлыҡҡа ҡаршы көрәшкәндәрҙе тәбрикләйбеҙ. Былтыр 12-се айырым инженер бригадаһы составы Сүриә Ғәрәп Республикаһы биләмәһендә яуаплы бурыстар атҡарҙы. Генерал-майор Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең махсус тәғәйенләнештәге 29-сы айырым отряды хәрби операцияларҙа күп тапҡыр ҡатнашты.

Ҡәҙерле дуҫтар!

Ватанды һаҡлаусылар көнө – көслө, ышаныслы кешеләрҙең байрамы. Һеҙ – үҙегеҙҙең туғандарығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың, ғаиләгеҙҙең генә түгел, ә бөтөн Башҡортостандың, Рәсәйҙең ныҡлы терәге.

Беҙ һәм беҙҙең быуындар Тыуған илебеҙҙе һаҡларға әҙер икән, Ватаныбыҙҙа һәр саҡ тыныслыҡ буласаҡ. Әйҙәгеҙ, артабан да үҙ сафыбыҙҙы тулыландырайыҡ, илебеҙҙә, республикабыҙҙа лайыҡлы, бәхетле тормош булһын өсөн көсөбөҙҙө берләштерәйек.

Байрам менән!


Автор: И. ҠОРМАНОВА әҙерләне. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан алынған һәм Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә 17.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 0

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә