Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һынауҙарҙы еңгән разведчик
Башҡортостан егеттәрен махсус ғәскәрҙәргә алырға ашҡынып торалар.

Тыуған илде, тыуған ерҙе һаҡлау һәр ир-уҙамандың изге бурысы булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы ваҡытта күптәр һалдат һурпаһын татырға бигүк ашығып бармай. Төрлө сәбәп табып, булмаған ауырыуҙарға һылтанып, әрме тормошонан ҡасырға тырыша.

Ә Учалы егете Рәйес Ҡа­симовтың башына ундай уй бер ҡасан да инеп сыҡмай. Уның атаһы ла, ағаһы ла хәрби хеҙмәт үтә. Сталинград өсөн алышта ҡатнашҡан, әллә күпме орден-миҙалдар менән бүләкләнгән олатаһының иҫтәлеген ҡәҙерләп, уның менән ғорурланып үҫә ул. Үҫмер сағынан спорт менән дә дуҫ була – еңел атлетика, кикбоксинг менән шөғөлләнә.

Мәктәпте тамамлау менән егет Магнитогорск тау университетына уҡырға инә. Беренсе курс­тан һуң уны әрме сафына саҡыр­талар. Иң тәүҙә Владимир өлкә­һенә әҙерлек үҙәгенә ебәре­лә йәш һалдат. Разведка диви­зия­һы начальнигы физик яҡтан ныҡ­лы, аҡылы – төплө, фекерләү ҡеүәһе тәрән күренгән һалдатты, һынауҙарҙан һуң, разведкаға билдәләй.

Әҙерлек разведротаһындағы һалдаттарҙың 80 процентын Кавказ өсөн әҙерләйҙәр. Рәйескә Мәскәүҙә йә иһә яҡын ғына урынлашҡан Сыбаркүлдә хеҙмәт үтергә тәҡдим яһайҙар, әммә егет үҙен ҡыҙыу нөктәләрҙә һынап ҡарарға ҡарар итә.

Моздокка тиклем поезда баралар. Тәҙрәләре бронежилет менән ҡапланған “Урал” машиналары, һауала өйөрөлгән вертолеттар иң тәүҙә сәйер тойола. Артабан юлдарын бронепоезда дауам итәләр. Һуғыштың нимә икәнлеген аңламаған һалдат­тарҙы Ханкала атыу, шартлау тауыштарын яңғыратып ҡаршы ала. 71-се полктың развед­ротаһына шулай килеп эләгә егет.

Законһыҙ ҡораллы фор­ми­рованиеларҙы, ҡорал йәшерелгән урындарҙы, нығытмаларҙы, боевиктар төпләнгән урындарҙы билдәләү төп маҡсат итеп ҡуйыла разведчиктар алдында.

Дошман контролдә тотҡан урын­дарҙа бер нисә көн эки­пи­ров­ка­ланған, ҡоралланған көйөн­сә йә­шеренеп күҙәтергә, хәрәкәт итергә тура килә уларға. Ҡаты бәрелеш­тәрҙе, миналар шартлауын, кешеләр үлеүен дә күрә һалдат.

Ғәҙәттә, дары еҫен еҫкәгәндәр һуғыш тураһында әллә ни һөй­ләргә яратмай. Рәйес Роберт улы ла бер генә ваҡиғаны иҫләү менән сикләнде.
– 2004 йылдың август аҙаҡ­тарында яҡын-тирәлә теракт әҙерләнеүе тураһында хәбәрҙар булдыҡ. 1 сентябрҙә боевиктар төркөмөнә ҡаршы барырға тейеш инек. Иртән колоннаның юлға сы­ғыуын бер нисә тапҡыр ки­сек­терҙеләр. Хәрәкәтте башлап, бай­таҡ юл үтеүгә, командир ултырған машинаны шартлаттылар. 24 йәш­лек кенә коман­дирыбыҙ һәләк булды, ә беҙ ун­һыҙ артабан хәрә­кәт итә алмай­быҙ. Һуңынан Бес­ландағы фажи­ғәне ишеттек, – тип көр­һөндө әңгәмәсем, командиры менән фажиғәнән бер нисә сәғәт алда ғына төшкән фотоны күрһәтеп.
Рәйес Роберт улынан урын­да­ғы халыҡ тураһында ла ҡыҙыҡһындым.

– Разведчиктар булараҡ, урын­дағы халыҡ менән аралашырға тырышманыҡ. Ауылдарҙа ир-ат бөтөнләй күренмәй торғайны. Ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро ғына эш менән булыша ине. Оло ке­ше­ләргә йәштәрҙең бик итәғәтле мөнәсәбәттә икәнлеге асыҡ һи­ҙел­де, шулай 40 йәштәр тирә­һендәге бер ир-уҙаман менән һөйләшеп киттек, беҙҙең менән бергә тәмәке лә ҡабыҙҙы. Тартып торған тәмәкеһен ҡапыл ғына йә­ше­рә һалды. Баҡһаң, оло ағаһы­ның килеүен шәйләп ҡалған икән. Ә беҙҙә оло ветеранмы, ата-әсәһеме – тәмәке көйрәтеү генә түгел, эсеп боларырға, һүге­нергә лә тартынмайҙар, – тип борсолоуын белдерҙе әңгәмәсем.

2014 йылдан Рәйес Роберт улы Учалы районының Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойош­ма­һына етәкселек итә. “Ҡыҙыу нөк­тәләр”ҙә хеҙмәт иткән 800-ҙән ашыу кеше иҫәпләнә унда. Ойошма ветерандарға, яҡындары һәләк булған ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.

– Юридик, социаль ярҙам һо­рап мөрәжәғәт итеүселәр күп. Федераль программа буйынса торлаҡ алыу, дарыуҙар менән тәьмин итеү, социаль льготалар һ.б. мәсьәләләрҙә ярҙам итәбеҙ, – ти ойошма рәйесе.

Бынан тыш, иҫтәлекле дата­лар­ҙы, байрамдарҙы, тантана­лар­ҙы бергәләп билдәләй улар, төр­лө спорт ярыштарында әүҙем ҡат­нашалар. Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү маҡ­са­тын­да мәктәптәрҙә, уҡыу йортта­рын­да ла йыш була хәрби хәрәкәт ветерандары.

– Һуңғы ваҡытта әрме хеҙмә­тен изге бурыс тип һанаған егет­тәрҙең күбәйеүе ҡыуандыра. Сәлә­мәт тормош яҡлы, белемгә, төрлө яҡлап үҫергә ынтылыусылар тиҫтерҙәренә яҡшы өлгө булып тора. Башҡортостан егет­тәренең даны элек-электән яҡшы, уларҙы махсус ғәскәрҙәргә алыр­ға ашҡынып торалар, – тип ғорур­лығын белдерҙе әңгәмәсем.

Рәйес Ҡасимов бөгөн вахта ысулы менән Байкалдағы Быс­тринск тау-байыҡтырыу комбинатында флотатор булып эшләй. Ял ваҡытында башкөллө ойошмала эшләй, спорт менән шөғөл­ләнә. Туғыҙ йәшлек улы Эрик та атаһынан ҡалышмай – хәрби хеҙмәттең физик яҡтан көслө булыуҙы талап итеүен яҡшы аңлай буласаҡ һалдат.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 330

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519