Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » МЕЙЕС (Булған хәл)
Бер туған һеңлем күрше ауылға кейәүгә сығып, ире менән яңы ғына донъя көтә башлағайны. Икәүһе лә эшләп йөрөгәнгә, буш торған совхоз өйөн бирҙеләр. Ҡәҙимге генә иркен, ике бүлмәле йорт ине ул. Утынлығы, келәте, һарайы бар. Йәшәрлек инде былай, үҙҙәре ҡасан йорт төҙөгәнсә ярарлыҡ, тик мейесе генә насар булып сыҡҡан. “Апай, мейес сығарып бир инде. Эштә йөрөйһөң, беләбеҙ, ваҡытың юҡ, шулай ҙа, бәлки, риза булырһың?” – тип килгәндәр. Яңы йәшәй башлағандар, сит кешене яллап, аҡса түләп ыҙаламаһындар тип ризалаштым.

Көн һайын иртәнге һауындан ҡайтып, өй эштәрен теүәлләп, балаларҙы ҡарағас, киске һауынға тиклем эшләрмен тип уйланым. “Оҙаҡҡа һуҙылһа ла, сыҙайһығыҙ инде”, – тинем. Тегеләрҙең ризалашмай әмәле юҡ. Шулай итеп, көн дә барып, мейес сығара башланым, өс саҡрым араны йәйәү барам, йәйәү ҡайтам. Йәш саҡта йәйәү йөрөү үҙе бер кинәнес бит ул. Шулай ҙа оҙаҡҡараҡ һуҙылып китте был шөғөл, йәштәр икәүһе лә эштә, миңә ярҙам итер кеше юҡ. Балсығын болғап әҙерләп, кирбесен алып биреп тороу­сы булһа, тиҙерәк ырар ине лә һуң. Бер үҙемә ауырға ла тура килде, холҡомдағы дыуамаллыҡ үҙен һиҙҙерә башланы. Ҡаным ҡыҙып, саҡ ҡына осҡонға ла дөрләп тоҡанырға торғанымды һиҙәм, әммә үҙемде ҡулда тоторға, кейәү менән һеңлемә һиҙҙермәҫкә тырышам. Мине мәжбүри ҡушҡан кеше булманы бит, үҙем ризалыҡ бирҙем, берәүгә лә һуҡрана алмайым. Һүҙ биргәс, үтәү фарыз.

Әмәлгә ҡалғандай, әсәйем килде, хәҙер инде эшемде тиҙерәк тамамлармын, тип ҡыуандым. Иртәнге һауындан ҡайтам да күрше ауылға юлланам. Өйҙәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙе әсәйем еренә еткереп үтәй, балаларымды ҡарай, тел йоторлоҡ тәмле ризыҡтар бешереп һыйлай. Әсәй әсәй инде ул, бөтәһен дә хәстәрләп, тәрбиәләп тора.

Мейестең инде мөрйәһен генә сығараһы ҡалды, ҡыйыҡ эсендә бурай биреп, торба ултыртһам, әҙер тигән һүҙ. Унан һуң инде, башҡарған эшемә ҡәнәғәт булып, ҡыуанаһы ғына ҡала. Әҙер мейесте һылап, ағартып, яғып ебәрһәк, ҡыуанысыбыҙ икеләтә артып китер әле. Үҙ ҡулың менән эшләгә­неңдең уң булыуына ни етә һуң!

Әммә уйламағанда хәл-ваҡиғалар бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа боролоп китте. Ҡыйыҡ эсенә менергә баҫҡыс кәрәк, кейәү ҡайтһа, берәйһенән алып килер тип көтөп йөрөйөм. Артҡан бөтөн кирбестәрҙе соланға сығарып теҙҙем, ватыҡтарын, балсыҡ ҡалдығын, сүп-сарҙы көрәк менән ҡырып, бер урынға өйҙөм. Әҙ булһа ла эш кәмеһен, кейәү менән һылыуыма өйөлгән ҡыйҙы сығарып түгеп, йыуып алыу ҡыйын булмаҫ тип уйлайым.
Бына улар икәүләшеп ҡайтып инде. Нимәгәлер үҙ-ара асыула­ныш­ҡан­дары, әрләшкәндәре күренеп тора. Һылыуым тырт-мырт йөрөй, кейәү ҙә өндәшер-өндәшмәҫ, һүҙҙәре теш араһынан ғына сыға. Мин белмә­меш тә күрмәмеш, өндәш­мәйем. Кеше араһына ҡыҫыла торған холҡом юҡ, бигерәк тә ир менән ҡатын араһына яҡын да юламайым.

“Ҡайынбикә, мейесең тип-тигеҙ матур килеп сыҡҡан, өйҙө йәмләп ултырыр әле”, – тип күңелемде күрергә тырыша кейәүем. “Һалпы яғына һалам ҡыҫтырма, апайыма һинең маҡтауыңдың хәжәте юҡ!” – тип һылыуым арҡыры төшә. Мин һаман да ләм-мим.

Ярай, донъя бит ул, эләгешеп тә алырҙар, килешеп тә китерҙәр әле. Тик бер-береһенә ал бирмәҫкә тырыша был икәү, ҡуйырҙан уйҙары юҡ. Бигерәк тә һылыуым ныҡ үсеккәнгә оҡшай, ҡырҡыу һөйләшә кейәү менән. Ахырҙа мин: “Улай итеп юҡҡа-барға үпкәләшмәгеҙ. Бер- берегеҙҙе тыңлап, ишетеп өйрәнегеҙ, кәңәш итеп, килешеп йәшәгеҙ. Оҡшамаған нәмәгеҙ булһа, тырт-мырт йөрөгәнсә, уртаға һалып һөйләшегеҙ“, – тип һүҙ ҡыҫтырырға булдым.

Ҡайҙан әйткән көнгә төштөм! Китте һылыуым миңә теләһә ниндәй һүҙ ташлап, 12 йәшкә кесемен, алдымда иң ҙур апайым бит әле, тип уйлау ҙа юҡ. Хатта шуға барып етте: “Үҙ өйөмдә мин үҙем хужа, нимә эшләргә, нисек һөйләргә үҙем белермен. Һинең өйөң түгел, ҡыҫылышың булмаһын! Эшеңде бөт тә һыпырт бынан!” – тағы әллә ниндәй һүҙҙәр әйтеп бөттө. Минең дә түҙемем сигенә сыҡты, енем ҡуҙғып, арҡанлап тыйып тотҡан тәбиғәтем ажғырып килеп сыҡты ла һылыуым менән кейәү өҫтөнә ябырылды. Уларға зыян килтермәҫ өсөн мин яңы ғына эшләп бөткән, әле кибеп тә өлгөрмәгән мейесемде ҡулымдағы балтам менән емерә, ҡыйрата башланым.

“Һеҙҙең өйөгөҙгә дәғүә иткәнем дә юҡ, кәрәкмәй ҙә. Үҙеңдең дә был өйгә башың инһә, артың инмәгән, хужа булып хәбәр һөйләһәң дә, һинеке түгел, совхоздыҡы. Бына һиңә өй, бына һиңә мейес, ҡулыңдан килһә, үҙең сығар ҙа ал! Кешенең ҡәҙерен белмәһәң, башҡарған эшкә шөкөр итмәһәң, ошо һиңә таман! Телеңде самалап асырға һабаҡ булыр!” – тип һөйләнә-һөйләнә мейесте емереп бөтөп, ер менән тигеҙләп, тапап, иҙеп, балтаны бар көсөмә иҙән уртаһына ҡаҙап, ишектәрен шарт ябып, ялпылдап ҡайтып киттем.

Был көтөлмәгән хәл икәүһен дә ныҡ тетрәндерҙе, буғай, бигерәк тә кейәүҙең иҫе киткәндер инде. Мин енләнеп мейесте аҡтара һуға башлағанда “Ҡайынбикә, ҡуй улайтмасы әле”, тип кейәү, “Апай, емермә, эшләгән эшеңде әрәм итмә, ғәфү ит мине!” тип һылыуым яҡынлап ҡараны, әммә мине туҡтатып алырлыҡ түгел ине инде. Аждаһа сығырынан-сыҡҡайны, тыйып алырлыҡ, ҡаршы торорлоҡ көс юҡ. Икәүһе лә өнһөҙ, тынһыҙ ҡарап торҙо. Башҡа әмәлдәре лә юҡ ине шул, нимә ҡылһындар инде! Алдарындағы ҡот осҡос ҡиәфәткә ингән, ҡулына балта тотоп алған, ярһыуҙың аръяғына сыҡҡан бисә ҡыҙыулыҡ менән үҙҙәрен дә тапап, имгәтмәҫ тимә. Ҡурҡырһың да! Һыйыр тулаһа, аттан яман, тигәндәре шул булалыр инде.

Ярһыуҙан шәп-шәп баҫып ҡайтып барам. Артымдан бер машина ҡыуып етеп, янымда туҡтаны. Кейәүҙең бер туған ағаһы икән: ”Ултыр, ҡоҙағый, алып барып ҡуяйым, кейәүең ебәрҙе”, – ти. “Юҡ, ултырмайым!” – тип ишеген шарт яптым. “Ҡуй, ҡоҙағый, улайтма! Һеҙ килен менән һүҙгә килешкәнгә мин ғәйепле түгел бит!” – тигәс, ултырҙым. Бер ауыҙ һүҙ һөйләшмәй килеп еттек. Мин рәхмәт әйтеп төшөп ҡалдым, ҡоҙа баш ҡағып ҡына хушлашты.

Әсәйем балаларым менән рәшәткә буйындағы ултырғыста ултыра ине. Машинанан төшөүемдән, йөҙөмдән, атлауымдан уҡ берәй хәл булғанын һиҙгәндер: “Нимә булды, балам? Бөгөн иртәлә­гәнһең”, – тип ҡаршы­ланы. Унан бөтәһен дә эстән тойоп, һи­ҙеп, аңлап алды, күҙҙәре менән ге­нә мине өйгә оҙа­тып ҡуйҙы, үҙе артымдан инергә ашыҡ­маны. Әммә әсә йөрәге түҙмәне, буғай, бер аҙҙан яныма инеп, өндәшмәй генә эргәмә ултырып, һаҡ ҡына башымды һыйпай, ипләп кенә арҡамды һыпыра ине. Эй, шифалы әсәм ҡулдары! Мин тынысланып, иҙрәп йоҡлап киттем.
Әсәйемдең йомшаҡ ҡы­на итеп: “Балаҡайым, эше­ңә ваҡыт етте, уян инде. Тамаҡ ялғап өлгөр. Тор, балам, тор!” – тигәненә һике­реп тороп ултырам. Әсәйем ҡулдарының шифа­һы бар тәнемде яҙып, арыу-талыуымды, асыу-ярһы­у­ы­м­ды һыпырып алғандай юҡҡа сығарған. Мин үҙем­де бик еңел, дәртем ашып-ташып торған кешеләй хис иттем.

Эй, әсәйем! Шифалы ҡулдарыңды, аҡыллы кә­ңәш­тәреңде, изгелек, именлек, һаулыҡ теләгән доғаларыңды, тәмле-татлы ризыҡ­тарыңды, моң тулы тауышыңды, аҡҡош һымаҡ ипләп кенә атлап йөрөүеңде шул тиклем һағынам хәҙер! Әсәйем ап-аҡ йөҙлө, ҡыйғас ҡара ҡашлы, оҙон ҡара сәстәрен толомлап үреп йөрөткән һылыуҙарҙан-һылыу ҡатын ине. Ул үҙе яй ғына күренһә лә, ҡулдарында эш уйнап тора торғайны, егәрлелектә ауылда уға тиңдәр булмағандыр. Төрлө ысулдар менән сигеү сигә, ойоҡбаштан алып шәл, свитер, юбка, күлдәктәргә тиклем бәйләй. Ә теген эшендә уға тиңләшеүсе бөтөнләй юҡ! Оҫталар­ҙан-оҫта әсәйем беҙгә, ете балаһына, күлдәктән алып тунға тиклем тегеп кейҙерҙе, хатта атайыма унты ла текте. Кейем дефицит замандарҙа, өҫтөбөҙҙәге матур күлдәктәргә ҡарап, ҡайҙан һатып алдығыҙ, тип һорарҙар ине. “Әсәйем тегеп бирҙе”, – тип яуап­лар инек ғорурланып.

Ҡартәсәйем менән өләсәйем тик әсәйҙән генә балитәкле күлдәктәр, камзулдар, түшелдеректәр тектереп кейҙе. Ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йортона ла милли кейемдәр тегеп бирҙе. Ә бит әсәйем тегенсегә бер ерҙә лә уҡымаған, был шөғөлгә үҙаллы өйрәнгән. Әгәр уға уҡыу эләкһә, тиңе юҡ модельер-дизайнер булыр ине, моғайын.

Быларҙан башҡа ла һөнәрҙәре күп ине әсәйебеҙҙең. Баяғы теген машинкаһын, сепараторын, кер йыуыу машинаһын үҙе йүнәтте. Хатта бил ауыртҡанда ҡыҙҙырып йылыта торған лампа ла эшләп алғайны. Ул сәскән һәр бер орлоҡ гөрләп үҫә, мул уңыш бирә торғайны. Икмәгенең, бәлештәренең, бешергән аштарының тәме әле лә тел осонда. Ғүмере буйы эшләне – кочегар ҙа, икмәк бешереүсе лә, һыу ебәреү станцияһында оператор ҙа булды. Шул уҡ ваҡытта ул нескә күңелле, йыр-моңға бай, бик иғтибарлы, кешенең хәлен тын алышынан аңлар психолог та ине.
...Холҡомдо яҡшы белгән әсәйем үҙем һөйләгәнсә бер нимә лә һорашмай, миңә өҫтәл әҙерләп, тәмле, хуш еҫле сәй эсереп, эшкә йыйынғанымды сабыр ғына күҙәтә. Ә мин нисек һүҙ башларға белмәй баш ватам. 40 йәшкә етһәм дә, һис ҡасан әсәйемде ауыр һүҙ әйтеп рәнйетеү түгел, бер ауыҙ ҡаршы һүҙ әйткәнем юҡ. Ә был хәл рәнйетәсәк әсәйемде. Эх, шул ҡыҙыулыҡ! Ғүмерем буйы көрәшәм ошо яман ғәҙәтем менән. Күбеһенсә мин еңәм, әммә ошондай хәлдәр ҙә килеп сыға. Әсәйемә аңлатырға кәрәк, өндәшмәй эшкә китә алмайым да инде. Был уны һанламау булыр ине, сөнки үҙен йәнемдән артыҡ күрәм. Минең кеүек, һылыуым да уның балаһы, өҫтәүенә кинйәбикәһе!
Нисек ҡыйын булһа ла, ҡылған эшемде әсәйемә еткерәм.

– Эй, балаҡайым! Ни эшләп кенә һалып бөткән мейесеңде емерҙең инде? Көсөңдө, ваҡытыңды әрәм итеп! Хәҙер ҡайһылайта инде һылыуың мейесһеҙ? – тип көйәләнеп китте әсәйем.

– Үҙе ғәйепле, әсәй, мин оло башымды кесе итеп, уға мейес сығарып йөрөйөм, ә ул мыҫҡыл итә. Түҙеп тора алманым инде. Һин мине ғәфү ит, әсәкәйем, зинһар, рәнйемә йәме?! Бирешмәҫтәр әле! Ҡышҡыһын туңғылары килмәһә, мейессеһен дә, аҡсаһын да табырҙар! – тинем.
Тик эшкә тип сығып барғанда, әсәйемдең күҙ ҡарашындағы әсенеү, рәнйеү ҡатыш үкенеү тойғоларын абайлап, йөрәгем телгеләнде. ”Эх, шул енләнгән минутта әсәйем иҫемә төшһәсе! Нимә эшләһәм дә эшләр инем, тик әҙер мейескә теймәҫ инем!” – тип һуңлап ҡына үкендем, ләкин ҡылынғанды төҙәтеп булмай. Үкенеүҙән бер файҙа ла юҡ: “Асыу – алдан, аҡыл – арттан!” – тип бушҡа әйтмәгәндәр шул...

Әсәйемдең, фани донъяны ҡалдырыуына 15 йыл булып китһә лә, шул саҡтағы күҙ ҡарашы иҫемә төшһә, йәнем тетрәп, йөрәгем сәнсеп ҡуя. Бар булмышым менән уның күңел яраһын тоям. Күп йылдар үтһә лә, яман ҡылығым өсөн һинән ғәфү үтенәм, әсәйем! Ғәфү ит мине – дыуамал ҡыҙыңды!..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521