Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәштән мине яратмаһа ла, бәхетем булды”

Бер ғаилә яҙмышы.

Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, йүнәлтмә буйынса республикабыҙҙың көньяҡ райондарының береһендә оҙаҡ ҡына йылдар уҡытыусы булып эшләргә насип итте. Шул осорҙа ауыл кешеләре менән тығыҙ аралашып йәшәнем, уларҙың көнкүреше менән таныштым. Уңайҙан файҙаланып, яҡын күргән дуҫ-иптәшемдең һөйләгәндәрен аҡ ҡағыҙға төшөрҙөм. Улар һеҙгә лә ҡыҙыҡ булыр, моғайын.

– Беҙҙең ауыл шул хәтлем ҙур, остағы кешеләрҙең түбән яҡтағыларҙы белмәүе лә ихтимал, – тип башланы һүҙен фекерҙәшем. – Тирә-яҡтан күсеп килгәндәр ҙә бар, сөнки теләгәндәргә бында эш табып була ине. Уҡытыу ике телдә алып барылды. Үҙебеҙҙең ауыл балаларының күбеһе – рус, ситтән килгән ҡыҙ һәм малайҙар башҡорт кластарына уҡырға алынды, шул иҫәптән мин дә.

Шулай итеп, йылдар үтә торҙо, IX класҡа еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Миндә ҡапыл һөйөү тойғоһо уянды. Ул замандарҙа, балалар күп булыу сәбәпле, һәр партала өсәр уҡыусы ултыра торғайны. Парталашым – үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙы Ғәлиә һылыуҡайға күҙем төштө бит. Уны көн дә күрге, һәр ваҡыт эргәһендә булғы килә, йылмайыуы, һәр хәрәкәте һоҡландыра. Киләсәктә кәләшем булырға тейеш, тип тә хыялланам әле. Йәнәшә ултырған малайҙар ҙа был ҡыҙға күҙ атыуымды һиҙҙе, буғай. “Давай, Ғәлим, беҙ һиңә танышыу хаты яҙырға ярҙам итәбеҙ”, – тип мине тыныс­ландырып та ҡуйҙылар. Дәрестән һуң ҡалып, тиҙ генә ҙур булмаған хат әҙерләнек. Иртәгәһенә бөтәһе лә тәнәфескә сыҡҡас, уны ­ алдына һалдым. Ә ул ҡағыҙ киҫәген тиҙ генә усына йомарлап кеҫәһенә тығып та ҡуйҙы. Унда былай тип яҙылғайны: “Сәләм минән, әгәр ваҡытың булһа, кискә йәштәр кисәһенә кил, шунда осрашайыҡ, һөйләшер һүҙҙәр бар, килмәһәң, үпкәләрмен”.

Кис ауыл клубына бик күп йәштәр йыйылғайны, төрлө уйын уйнайҙар. Уны күҙ ҡараштарым менән эҙләйем, ләкин таба алмайым. Их, ул, ахыры, мине оҡшатмайҙыр инде, тинем дә ҡайтып киттем. Шунан һуң Ғәлиә менән бәйләнеш өҙөлдө. Ә бына X класты уңышлы тамамлағас, дүрт-биш ауылдашыбыҙ яҡындағы Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға индек. Оҙаҡ һуҙмай ятаҡҡа урынлаштыҡ. Ғәжәп, Ғәлиә – физика-математика факультетында, ә мин филология факультетында уҡый башланыҡ. Һирәк-һаяҡ юлда осрай теге. Бына бит, мин әйтәм, Хоҙай Тәғәлә барыбер бер-беребеҙгә яҡын йөрөргә ҡушҡан. Ҡышҡы имтихан­дарҙы яҡшы тапшырып, ауылда­рыбыҙға таралыштыҡ.

Беҙҙе, I курс студенттарын, мәк­тәпкә осрашыу кисәһенә саҡырҙылар – унлаған егет һәм ҡыҙ йыйылғайны. Башҡалар илебеҙҙең төрлө ҡала­ларында уҡығас, килә алманы. Һәр беребеҙ күңелле студент тормошо, нисек уҡыуыбыҙ тураһында һөйләп бирҙек. Осрашыу кисәһенән ҡай­тырға сыҡтыҡ, ә Ғәлиәләрҙең өйө – беҙҙең яҡта. Шунда үҙем алдан һүҙ башланым. Ҡыҙ тыңлай-тыңлай килде лә, ҡапыл миңә боролоп: “Ғәлим, башымды ҡатырма, бер егет менән таныштым инде, ул да мине ярата, башҡаса һинең менән осрашырға теләмәйем”, – тине лә йән-фарман өйөнә табан йүгерҙе.

Был һүҙҙәр ток менән һуҡҡандай мине шаңҡытты. Ишекте нисек асып ингәнемде лә хәтерләмәйем, төн буйы йоҡлай алмай сыҡтым, күҙҙәремә йәш килде. Егет тә, ҡыҙ ҙа бер-береһен яратҡанда ғына, ысын дуҫлыҡ, матур ғаилә барлыҡҡа килеүенә ышандым.
Көндәр, айҙар бик тиҙ үтте, III курста ҡышҡы имтихандар башланды. Ғәлиә менән бик һирәк осра­шабыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ һорашыу, ауылдағы яңылыҡтар менән генә сикләнәбеҙ.

Бер көн иптәшем килде лә ҡыҙҙың курсташы Таһирға кейәүгә сығыуы тураһында хәбәр итте. Ул егетте мин дә беләм. Шуныһы ҡыҙыҡ: ул ауылда йәшәгән әсәһенә, апай­ҙарына әйтеп тә тормаған, ҡыҫҡаһы, бер кемгә лә хәбәр итмәгән был хаҡта. Үтә серле, йәшерен рәүештә кейәүгә сыҡҡан. Был бит башҡа һыймаҫлыҡ яңылышыу! Аҙғын нәфселе Таһирҙың мәрйә бисәһен ниңә бер кем дә белмәгән?

Бер нисә ай үткәс, атаһы-әсәһе ректорға килеп, ҡыҙҙарының Таһирҙан ауырға ҡалыуын әйткән, уларҙың законлы никахҡа яҙылыуына ярҙам итеүен һораған. Шулай итеп, Ғәлиәнең йәшерен, серле кейәүгә сығыуы юҡҡа сыҡты, уға иргә барып айырылған ҡатын тигән исем бирҙеләр. Таһирҙың был рус ҡыҙынан улы тыуған. Шуныһы ҡыҙыҡ, ул улына ла Таһир тип исем ҡушҡан. Малайҙы 6-7 йәштәр самаһында Стәрлетамаҡта күрергә тура килде.

Ул ваҡиғалар артта ҡалды. Ғәлиә менән осрашып торҙом. Һуңғы IV курсты тамамларға ла ваҡыт етте – имтихандар тапшырабыҙ. Заманында һынау тотоу хәҙергенән ныҡ ҡына айырыла ине – сығарылыш дәүләт имтихандарын тапшырҙыҡ. Студенттарҙы йүнәлтмә буйынса төрлө район мәктәптәренә ебәр­ҙеләр. Мин дә, Ғәлиә лә үҙебеҙ уҡыған ауыл мәктәбенә йүнәлтмә алдыҡ. Ул – физика һәм математика, ә мин рус теле һәм башҡорт теленән уҡытасаҡбыҙ. Уҡытыусылар коллективы беҙҙе үҙ итте, беҙ ҙә еңел генә уҡыу йылын башлап ебәрҙек.

Ваҡыт тиҙ үтә икән, бер йыл уҙып та киткән. “Ҡасан туйығыҙ була?” – тигән һорау биреп ялҡытып бөттөләр. Башта уҡ мин Ғәлиәгә, өйләнергә кәрәк ине, тип әйткәйнем инде, ул тағы ла берәй йылға кисектерергә вәғәҙә бирҙе. Өҫ-башты, туй үткәреү ише сығымдарҙы хәстәрләү тураһында һөйләне, риза булдым. Шулай итеп, ике йыл ваҡыт артта ҡалды.

Июнь айының бер матур көнөндә һөйләштек тә йөк машинаһында район үҙәгенә ЗАГС-ҡа сығып киттек. Ғәлиәнең бер мәртәбә “ауыҙы бешкәс”, “Иң тәүҙә ЗАГС-та яҙылабыҙ, шунан һуң ғына өйләнешәбеҙ” тигән һүҙҙәре әле һаман ҡолаҡта сыңлап тора. Ҡыҙыҡ бит был донъя. Ул ваҡыттарҙа райком секретары, райсовет рәйесенең генә машиналары булды. Бер ниндәй шаһитһыҙ икебеҙ генә яҙылыштыҡ, беребеҙгә “ире”, икенсебеҙгә “ҡатыны” тигән исемдәр ҡушылып, ҡайтырға сыҡтыҡ – 15 километр алыҫлыҡта ятҡан район үҙәгенән йәйәү.

Нисек кенә булмаһын, был минең тормошомда иң шатлыҡлы көн булып иҫемдә ҡалды. Йәшләй һөйгән Ғәлиәгә өйләнеү, башта ул мине яратмаһа ла, минең өсөн оло бәхет булды. Хәҙер йәшәү өсөн урын кәрәк бит инде. Иҫке мәктәптең бер бүлмәһен беҙгә бирҙеләр. Унда бер ай самаһы көн иткәс, бында шарттар насар, тип яңғыҙ көн иткән бер әбейҙең өйөнә күстек. Бында бик уңайлы.

Үҙебеҙгә өй һалып керергә кәрәк тигән уй килде. Бер танышым хаҡын төшөрөп, бура һатыуын еткерҙе. Ағайым менән өй урынын билдә­ләнек. Бура ҙур түгел, 5 х 6 инде, бүрәнәләре нәҙек. Бер үҙем оҙон арбаға һалып, ике көндә ташып бөттөм. Бына йорттоң нигеҙен дә ҡорҙоҡ һәм, өмә яһап, бер көн эсендә күтәреп тә ҡуйҙыҡ. Бер нисә ай эсендә, материалдар етерлек булғас, үҙебеҙ һалған өйҙә йәшәй башланыҡ. Аллаға шөкөр, беҙҙә ҙур ҡыуаныс. Мәктәптә лә эшебеҙ шәп бара.

Күп тә үтмәне, тәүге мөхәббәт емешебеҙ — ҡыҙыбыҙ тыуҙы, уға Ғәлимә тип исем ҡуштыҡ. Тағы ике йыл үтеүгә, икенсе ҡыҙыбыҙ тыуҙы, уныһы — Гөлнур. Ир бала тыуһа — ҙур бәхет, ҡыҙ бала тыуһа — икеләтә ҙур бәхет, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521