Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман өйө: балаларҙы нисек һаҡларға?
Ҡайҙалыр бер бала токтан һуғылып үлгән, күрше районда янғында һәләк булғандар... Көн дә ишетелеп торған яңылыҡтар араһында бындай ҡурҡыныс хәлдәр етәһе. Күбеһенең сәбәбе – ата-әсәнең иғтибарһыҙлығы. Ә беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уҡыйбыҙ, кемдер ғәйеп ташлай, бәғзе берәү ҡайғы уртаҡлаша, һәм шуның менән вәссәләм. Ә ошондай уҡ хәлдең үҙе менән дә булыу ихтималлығы хаҡында кемдең уйлап ҡарағаны бар?

...Берҙән-бер көн иҙәндә машиналары менән уйнап ултырған балам беҙҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Ун йыл тирәһе яратып үҫтергән гөлөмдөң бер генә япрағын сәйнәп ҡараған. Баҡтиһәң, ул ағыулы үҫемлек булған. Кем ғәйепле?

Әлбиттә, был гөлдө алған саҡта, киләсәктә балам булыр, ошоноң япрағынан ағыуланыр тигән уй башҡа инеп тә сыҡмаған бит. Ләкин әлеге хәлдән һуң ғына бөтөн гөлдәремде лә ентекле өйрәнергә, ағыулы-зарарлыларын ташларға, балаларға файҙалы булғандарын ғына алырға тигән ҡарарға килдем.

Һәм тағы ла “Бындай ваҡытта сабыйға тәүге ярҙамды нисек күрһәтәләр икән?” тигән һорау тыуҙы. Әсәләрҙең күбеһе бала янғанда йәки тән температураһы ҡырҡа күтәрелгәндә лә нимә эшләргә белмәй юғалып ҡала бит. Ауыл ерендә фельдшер беҙҙе һаҡлап ҡына ултыра алмай шул. Бындай осраҡтар өсөн алдан, бала тыуғас уҡ участка педиатрҙары күрһәтмәләр биреп, өйрәтеп ҡуйһа ине. Буклеттар ярҙамында, мәҫәлән.

Уйлай башлаһаң, уйылып китмәле. Хәҙерге электроника заманында һәр өйҙә тиерлек иҙән тулы – тоташтырғыс сымдар. Йорт төҙөгәндә розетка аҙ ҡуйылған, уның ҡарауы, хәҙер фильтрҙар ярҙамға килә. Бер-береһенә тоташҡан, кәрәккән-кәрәкмәгәне лә шунда ҡуша сеймәлгән. Унда балаң түгел, үҙең быуылып тормалы.

Токтан һуғылыу ҡурҡынысын телефонға көс йыйҙырыу ҡоролмалары ла тыуҙыра. Термопоттар, мультибешергестәр ҙә әлеге эсәктәй сырмалған фильтрға тоташҡан. Был сымдарҙы һис юғы өҫкәрәк беркетеп ҡуйырға бәғзе атайҙарҙың ваҡыты юҡ. Ҡатындар ҙа ҡыҙыҡ инде: балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн шуны ғына эшләтә алмайҙармы ни иренән? Теләгән башҡа нәмәһен таптырып алыуға көстәре етә, тик быға түгел.

Күптән түгел ишле балалы ғаиләләр йәшәгән йорттарға янғын хәүефен һиҙеп сигнал биреүсе ҡоролмалар ҡуйып сыҡтылар. Шуларҙың да ҡәҙере юҡ бит. Бер ҡатын ошо ҡоролманы иҫерек иренең йолҡоп бәреүенә зарланһа, икенсеһенең бөтөнләй шкаф башында ята.

Балалы өйҙәрҙә шулай уҡ сифатһыҙ мебель хәүеф тыуҙыра. Ярты биленән ысҡына торған стенканың өҫкә ауыуы осрағын беренсегә ишетмәйем. Шулай уҡ телевизор ҡолауы, ике ҡатлы карауаттың емерелеүе лә йыш ишетелә. Быларҙы беләбеҙ, әммә хәүефһеҙлек сараларын алдан күрмәйбеҙ.

Уйынсыҡтарға килгәндә иһә, тотош тарих яҙмалы. Ҡытай ялтырауыҡтарының һаулыҡҡа зыян килтереүен, ғүмергә ҡурҡыныс янауын беләбеҙ, ләкин балабыҙҙың һүҙен йыға алмайбыҙ. Мәҫәлән, һыуға һалһаң ҙурая торған шарсыҡтар тәү ҡарашҡа борсаҡтай ғына, йотһаң да ҡурҡынысы юҡ һымаҡ. Тик шул быстыҡ ҡына нәмәнең тамаҡ төбөнә ҡыҫылып, төкөрөктән ҙурайып, баланың тын юлын ҡаплау ихтималлығы ла бар. Ундайҙар “Киндер-сюрприз”дарҙың эсендә лә була. Шулай уҡ барби, лолл, арзан машина һ.б. уйынсыҡтарҙың ваҡ әйберҙәрен дә һис йәлләмәй сүп һауытына ырғытырға кәрәк.

Хәҙер ауылдарҙа һәр кемдең тиерлек автомат кер йыуыу машинаһы бар. Балаларыбыҙ таҙа йөрөй, шөкөр. Тик ҡайһы бер розеткаларҙың машинаны эшләтеүгә көсө етмәй икән. Юғарыраҡ температурала йыуһаң, иреүҙәре ихтимал. Ә инде үҙең урамға сыҡҡанда ҡуйып китһәң… Етмәһә, хәҙер өйҙәр бәләкәй генә осҡондан да гөлп итеп тоҡанып китерлек материалдар менән көпләнеп бөттө.

Бындай осраҡтарҙан һаҡланыу өсөн тәү сиратта кисекмәҫтән өс фазалы счетчик ҡуйҙырыу өсөн ғариза яҙырға кәрәктер. Ә йортобоҙҙо заманса матурайтҡыбыҙ килә икән, материалдарҙың төрлө яҡлап хәүефһеҙ, һаулыҡҡа зыянһыҙ булғандарын, сифатлыларын, нығын һайлау – именлектең бер нигеҙелер.

Ҡыҫҡаһы, йортобоҙҙо балаларыбыҙ өсөн бәхет утрауына әүерелдерәйек. Ошо урында дәүләткә лә мөрәжәғәтемде еткергем килә. Ишле ғаиләләрҙән балалар баҡсаһы, мәктәп өсөн ремонтҡа аҡса йыйыуға юл ҡуйғансы, уларға үҙҙәренең өйөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы төҙөкләндереүгә мөмкинлек асһағыҙ ине. Ни тиһәң дә, күп бала тәрбиәләнгән йорттар ҙа бит – дәүләт учреждениелары, уларҙа илебеҙҙең киләсәге үҫә.

Балалар беҙгә Аллаһ Тәғәләнән аманат итеп бирелгән. Һәм, һис шикһеҙ, уларҙың именлеге, сәләмәтлеге, белеме өсөн беҙ – ата-әсә – яуап тотасаҡбыҙ. Тәбиғәттә хатта кескәй генә ҡошсоҡ та ныҡлы оя ҡормайынса бала сығармай.

Яңылыҡтар таҫмаһындағы күңелһеҙ хәлдәрҙе бергәләп бөтөрәйек. Кескәйҙәребеҙҙең бала сағы йәйғорло, мөғжизәле, хәүефһеҙ әкиәт илендә үтһен.


Автор: Таңһылыу МӘЗИТОВА.
Фото: familyclub.net.ua
Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 174

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840