Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үлмәҫбайҙар йәшәй әле арала
Борон-борондан халҡыбыҙ ауыҙ-тел ижады аша йәшәүгә йәм табып, уйын-көлкө аша ауырлыҡтарҙы еңә алған. Тыуған иле өсөн ирҙәре, улдары башын һалғанда ла, күтәрә алмаҫтай ҡайғы килгәндә лә йыр-моңдо ташламаған, эргәләге яҡындары, ауылдаштары ярҙамға килгән. Арала йәшәгән Үлмәҫбайҙар, Хужалар ауылдарҙың йәме булған.

Бөгөн дә йәшәй улар арала. Кешеләргә кәрәклеген хатта үҙҙәре белмәйенсә лә ғүмер итә, көнитмешебеҙҙе биҙәй, аҡыллы, тапҡыр, йор һүҙҙәре менән күңелгә нур өләшә. Лаҡаптарҙан махсус тупланмалар киләһе йылда ла йәшәр, тип ышанабыҙ. Тик уның өсөн һеҙҙең әүҙемлегегеҙ, урындарҙан яҙып ебәреүегеҙ генә һорала.

“...Итегенә крем бармы?”

Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Шыршы байрамы етеп килә. Ауылдағы күп ирҙәрҙең ғәзиз баштары яу яландарында ятып ҡалған. Хәҙисә инәйҙең дә ире, батырҙарса һәләк булып, тыуған яҡтарына ҡайта алмай. Береһенән-береһе бәләкәй балалар менән Хәҙисә инәй ҡала. Әйтеүе генә анһат, алты балаһы була уның.

Үҙе атай, үҙе әсәй ролен үтәп, бар хәленсә балаларын ас-яланғас итмәҫкә тырыша. Ун биш йәшлек ҡыҙы Ишһылыуға ауылда иң беренселәрҙән булып Яңы йыл уңайынан күн итек һатып ала. Итеккә аҡсаны ҡайҙан, нисек тапҡандыр инде, уныһы беҙгә ҡараңғы. Атаһы булған ҡыҙҙар ҙа бындай итекте кейгәндәре булмаған әле ул ваҡытта. Шулай Ишһылыу шыршы янында дер һелкетеп, күн итеген кейеп бейей...

Бер ваҡыт магазинда байтаҡ кешенең нимәгәлер сират торғанын күреп, Хәҙисә инәй килеп инә лә (әллә ҡыҙына шундай итек алыуына ғорурланып, әллә кешеләр ҙә белһен тип инде) һатыу­сынан:
— Мөждәбә! Ишһылыуҙың итегенә крем бармы? — тип ҡысҡырып һораған.

— Эй, Хәҙисә апай! Крем барлығын-бар ҙа ул, тик Иш­һылыуҙың итегенә тип яҙыл­ғаны юҡ шул, — тигән көлөп, һатыусы.
Ошонан һуң ауылда байтаҡ йылдар буйы берәйһе магазиндан крем алырға булһа, “Иш­һылыуҙың итегенә крем бармы?” йәки, фәлән-фәләндең итегенә крем кәрәк ине, тип һорарҙар ине.

Рәхилә ӘБДРӘХИМОВА.

Әбйәлил районы,
Буранғол ауылы.


“Баяғы һүҙеңде бер ҡабатла әле...”

Яңы йыл алдынан ат менән Ырымбурға барған саҡ. Үрге Бабалар ауылына килен булып төшкән Маһикамал бер төркөм ҡатындар менән знакумдарына сәйләргә кергәндәр, ти. Ул ваҡытта ырымбурҙарҙа ҡыҫтап сәй яһау ғәҙәте булмаған. Хужа:
— Килтер, Маһикамал, тағы берәрҙе эс әле, – тигән.
Тегеһе:
— Булды, булды, – менән сик­ләнгән.
Бер аҙ ваҡыт үткән. Ҡа­тындар менән хужа гөрләшеп сәй эсә икән. Көлөшәләр, мәҙәк хәлдәр һөйләшәләр, ти. Маһи­камал, ултыра торғас, хужаға:
— Баяғы һүҙеңде бер ҡа­батла әле, — тигән, имеш.

А. БУЛАТОВА.

Көйөргәҙе районы.


“Үгеҙ үлһә, мин түләйем”...

Беҙ бала саҡта Һаҡмар йылғаһы мул һыулы булды, шуға ла яҙ көндәре бик ныҡ таша торғайны. Яҙғы сәсеү етмәҫ элек булған бар техниканы арғы ярға сығарып ҡуялар. Боҙ ағып бөткәс, һал менән халыҡ та теге ярға сыға.

Шулай бер көн Сабирйән бабайҙы үгеҙе менән аръяҡҡа сәсергә орлоҡ алып сығырға ҡушалар. Хәҙрәт кисеүендә һал көтөп тора. Сабирйән үгеҙен шунда мендерә. Ҡуҙғалалар былар, Һаҡмар уртаһына еткәс, үгеҙе ниҙәндер өркөп ситкә тайшана, һалдағы йөк, бабай, егеүле үгеҙ бер-бер артлы һыуға сума. Ул да булмай, бабайыбыҙ ярға ҡарай йөҙә башлай. Ә ярҙа торған түрә­ләрҙең береһе: “Үгеҙеңде туғар! Үгеҙҙе ҡотҡар! Үлтерәһең бит!” – тип ҡысҡыра. Ә Сабирйән бабайыбыҙ: “Үлһен! Үгеҙ үлһә, мин түләйем, ә мин үлһәм, кем түләй?!” – тип яуап бирә икән.

Т. АМАНҒОЛОВА.

Баймаҡ районы,
Муллаҡай ауылы.


“Ситкә алып ҡуйғандар...”

Сталин заманы. Сыңғыҙ ауылында йәшәгән алдынғы колхозсы Фәтхиәне малсылыҡтағы ҡаҙаныштары өсөн Мәскәүгә Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә ебәрәләр.
Йөрөп ҡайтҡас, маҡтана икән:
– Бабай, мин Сталин менән ҡултыҡлашып фотоға төштөм бит әле.
Бабайы тиҙ генә фото­һүрәтте алып ҡарай һала. Ә унда йөҙәрләгән кеше араһында Сталин ҡап уртала ултыра. Ә Фәтхиә ситтә генә тора.
– Ҡайҙан бергә булһын, һин вәәбтце ситтә инде.
Фәтхиә бирешмәйенсә:
– Төшкәндә эргәһенә ултыр­ғайнымсы, ҡайһылай ситкә алып ҡуйған булғандар, мәлғүндәр, – тип яуаплаған.

Айрат СИРБАЕВ.

Баймаҡ районы.


“Бөгөн бирерме, иртәгәме?”

Һуғыш ваҡытында колхоз рәйесенә Нәбирә инәй нин­дәйҙер йомошҡа ингән.
“Юҡ, еңгә, шундай положение, йомошоңдо үтәй алмайым”, — тигән колхоз рәйесе. Нәбирә инәй үҙенсә көйәләнә икән: “Һин положениела булһаң, мин дә — положениәлә!”

Икенсе ваҡыт инәй уға ат һорап килгән. Рәйестең асыулы ваҡытына тура килгәндер инде, инәйҙе “на черт сдался, Нәбирә еңгә” тип тиргәп ташлаған.

Конторанан сыҡҡанда инәй һөйләнә, ти: “Сдался тип әйтте былай, бөгөн бирер микән, иртәгә микән?..”

Фәрзәнә ЗАҺИТОВА.

Әбйәлил районы.


Партияға инмәгән

Һуғыш осоронда Инйәр лес­промхозының Ноҡат биләмә­һендә коммунистарҙың йыйылышы бара. Йөйәктән Зиннәт исемле ағайға: “Атауллин! Һин коммунист кеше, башҡаларға өлгө күрһәтеү өсөн иртәгәнән башлап йөгөңә утынды күберәк тейәргә тейешһең”, — ти икән етәкселәр.
Зиннәт тора ла:
— Һуң, ағай-эне, мин коммунист булыу менән, ала бейә коммунист түгел бит әле, – тигән, ти, аптырап.

Ринат ШӘЙБӘКОВ.

Белорет районы.

“Әле ямғыр яуа бит”

Элек колхоздарға уполномоченный тип аталған кешеләр һәр кампания ваҡытында килеп тула ине. Уңыш йыйыу ваҡы­тында бер вәкилде Әлибай бабайымдарға фатирға ҡуялар.
Төшкө аш ваҡытында көслө ямғыр яуып, түбәнән һыу үтә башлай. Вәкил бабайҙан:
– Ниңә өйөңдөң башын япмайһың? – тип һорай.
Бабай аптырап ҡалмай:
– Бынау яуында ҡалайтып япмаҡ кәрәк, – ти.
– Аяҙ ваҡытта ябырға кәрәк, – тине.
– Ул ваҡытта һыу үтмәй бит, – тип яуап бирә бабайым.

Т. ФӘТХУЛЛИН.

Ғафури районы.


“Әйләңдейгес”

Был лаҡап Ялсыҡайҙа сыҡ­ҡан. Баҡтиһәң, ауылда күптән йөрөй икән.
Һуғыштан ҡайтҡас, бер бабай һөйләгән:
– Ауыҙҙа сигәйет... Ятам окоп­та. Алда – дошман тан­кы­һы. Баш осонда дошман самолеты. Сигәйетемде танкка табан ыйғытҡайным, теге шайтланы. Бензобакка эләккән теге сигәйет. Теге самолетты ла атып төшөйҙөм. Шунан мине Сталин үҙенә саҡытып та алды. “Һине, Ғәйфулла, әйләндейгес итеп күсейәм. Бүтән һыуыҡ окопта ятмаҫһың”, — тине.

“Шул “әйләңдергес” тигәнең нимә була ул, Ғәйфулла ағай?” – тип һорағандарға “борсаҡ шыттырырға” яратҡан бабай:
– Ялалылалҙы йөҙө менән әйләндейеп йөйөүсе. Саниталкалал яңылыш ниместе дауалап ҡуймаһын өсөн. Мин әй­ләндейеп йөйөйөм, улал минең алттан дауалап йөйөй, – тип яуаплай.

Ошо хәбәрҙе ауылда йыш иҫкә төшөрәләр. Борсаҡты эре ярыусыларға ла, “р” өнөн әйтә белмәгәндәргә лә “әйләндейгес” тиҙәр.
Рида САБИТОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 712

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 723

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 845

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 012

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 854

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 811

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 835

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 094

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 140

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 246

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 215

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 204