Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шыршы байрамды йәмләй ҙә ул...
Яңы йыл яҡынлаша, өй түрҙәрен ҡупшы шыршылар биҙәй. Берәүҙәр яһалма шыршы менән сикләнә, икенселәр урмандан килгән сибәркәйҙе һайлай. Тик шуныһы — бәғзеләр ҡупшыҡайҙы урмансылыҡ хужалығынан йә баҙарҙан барып алаһы урынға, бер нисә йөҙ һум аҡсаһын йәлләп, урмандан “сәлдерә”, ә ҡайһы берәүҙәр хатта бизнес ҡорған. Шыршылар нисек һаҡлана, закон боҙоусыларға ҡаршы ниндәй көрәш алып барыла... Ошолар хаҡында ҡыҙыҡһынып, Федераль дәүләт урман һәм янғын күҙәтеүе хеҙмәтенең Стәрлетамаҡ район-ара территориаль бүлеге начальнигы урынбаҫары, Ишембай бүлексәһе етәксеһе Ринат ЗӘЙНУЛЛИНҒА бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

— Ринат Ғаяз улы, Яңы йылға әҙерлек нисек бара?

— Эштең ҡыҙған мәле. 31 де­кабргә тиклем “Шыршы” опера­цияһы бара. Әле шыршылар һа­тыуға сығарыла, тимәк, күҙәтеү эше лә киңәйҙе.
— Тикшереү нисек ойошторола?

— Рәсәй Эске эштәр министр­лығы, һалым инспекцияһы менән берлектә рейдтарға сығабыҙ. Мәҫәлән, оло юлда шыршы тейәлгән машинаны туҡтатабыҙ ҙа документтарын һәм ағастарҙы тикшерәбеҙ. Әйтәйек, документта биш ағас теркәлгән, ә машинала – унау. Ошо ваҡытта ҡалған биш шыршының ҡайҙан килгәнен асыҡлай башлайбыҙ инде. Маши­налағы ағас һаны документтағына тура килгән осраҡта ла “закон боҙолмаған” тип әйтеп булмай. Әйтәйек, кеше биш ағасты ҡырҡырға рөхсәт алғас та, башта биш шыршыны ҡырҡып алып ҡайта ла аҙаҡ ошо документтар менән йәнә урманға йүнәлә... Бындай осраҡты асыҡлау маҡсатында беҙ ағас тейәгән кеше менән йәнә урманға барабыҙ һәм шыршы­ларҙы төптәре менән сағыштырып ҡарайбыҙ, сөнки рөхсәт ҡағыҙында бер төрлө урын күрһәтелә, ә ул ағасты икенсе ерҙә ҡырҡыуы бар. Был осраҡта, билдәле, төптәр шыр­шының олонона тура кил­мәйәсәк.

— Аңлашылыуынса, ағасты һатыуға урман хужалығы ғына әҙерләмәй. Теләгән кеше, ағас яҙҙырып алып, үҙе ҡырҡырға ла хоҡуҡлымы?
— Эйе, теләгән кеше үҙе барып ағас ҡырҡа, уны тапшыра, һата ала. Тик бының өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары булырға тейеш һәм урман хужалығынан ғына түгел. Мәҫәлән, баҙарҙа теләгән һәр кем шыршы һата алмай бит.

Әйткәндәй, беҙ һатыуға тип ағас алған эшҡыуарҙарҙы, өй түрен биҙәр өсөн шыршыны киҫергә рөхсәт алған кешеләрҙе генә түгел, урман хужалығы хеҙмәткәр­ҙәрен дә тикшерәбеҙ. Уларҙың мутла­шырға хатта мөмкинлектәре күберәк тә әле. Мәҫәлән, урман хужалығы исеменән үҙҙәре ҡырҡ­ҡан ағастарҙы һатып ебәреүҙәре ихтимал.

— Рейдтарҙа полиция хеҙ­мәтенең роле аңлашыла, ә бына һалым инспекцияһы нисек ярҙам итә?

— Баҙарҙа шыршы-ҡарағай һатып торған эшҡыуарҙарҙың документтарын полиция менән берлектә тикшерәбеҙ. Мәҫәлән, һатыуға сығарылған шыр­шыларға документ булмауы йә иһә йәнә ағас һаны теркәлгән һандарға тура килмәүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта бөтә финанс документтарын байҡарға хаҡыбыҙ юҡ. Әйткәндәй, ошолай берлектә эшләү алымы бынан бер нисә йыл элек барлыҡҡа килде.
— Тикшереү һөҙөмтәләре нисек?

— Ғөмүмән әйткәндә, ғәмәлдә урмансылар араһында әлегә закон боҙоу осраҡтары теркәлгәне юҡ, ә бына рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡҡан эшҡыуарҙар осрап тора, шулай уҡ ҡайһы бер кешеләр ҙә ағас ҡырҡа, ғәҙәттә, улар бер ағас ме­нән сикләнә. Быйылғы рейдтарға килгәндә, бәхеткә күрә, әлегә беҙҙең төбәктә закон боҙоусылар осрағаны юҡ. Республикала иһә 20 шыршы ҡырҡылып, 12 мең һумлыҡ зыян килтерелгән. “Шыршы” операцияһы буйынса, ғөмү­мән, республикала 52 стационар пост һәм 116 күсмә төркөм, 600-ҙән ашыу рейд ойошторолдо, 130 гектар майҙанда 70 шыршы әҙерләү урыны тикшерелде. Ҙур ҡала­ларҙа шыршы баҙарҙары тикшерелә.

Ғөмүмән, республикала быйыл­ғы рейдтарҙың һөҙөмтәһе шуны күрһәтә: урманда 2300 тапҡыр закон боҙоу осрағы теркәлгән, шул иҫәптән 526 тапҡыр рөхсәтһеҙ ағас киҫелгән, һөҙөмтәлә бюджет 111 миллион һумлыҡ зыян күргән. Әйткәндәй, быйыл закон боҙоу, былтыр­ғыға ҡарағанда, 11 про­центҡа юғарыраҡ.

Шул уҡ ваҡытта штраф һалыу һәм язаға тарттырыу саралары ла етдиләнә. Хәйбулла районында булған хәлде барыһы ла хәтер­ләйҙер – законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡҡан енәйәтсе һигеҙ айға иркенән мәхрүм ителде. Әлбиттә, эш тағы ла һөҙөмтәлерәк булыр ине, тик бының өсөн кадрҙар мәсьәләһе лә яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейеш.

— Закон боҙоусыларға ҡара­та ниндәй саралар күрелә?

— Урманға килгән зыянды ҡапла­тыуҙан тыш, граждандар 3 меңдән алып 4 мең һумға тиклем штраф түләй, етәкселәргә 20-40 мең һум штраф ҡаралған, ә юридик шәхестәр өсөн ул – 200-300 мең һум. Зыянға килгәндә, бер ҡарағай хаҡы 2664 һум тәшкил итә, ә шыршы – 1950 һум. Әммә зыян дәүмәле 5 мең һумдан артып киткән йәки ике ҡарағай (өс шыршы) ҡырҡҡан осраҡта закон боҙоусының хатта бер йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Тик шыршыны ҡурсау­лыҡтарҙа ҡырҡҡан осраҡта хәл, әлбиттә, ҡатмарлашасаҡ. Шуны­һын да оноторға ярамай: законды белмәйенсә шыршы ҡырҡҡан осраҡта ла ташламаға өмөт итеү урынһыҙ – ҡанун алдында барыһы ла тиң!

— “Урман һылыуы” менән өйҙәрен биҙәргә теләүселәргә, шыршы менән сауҙа итеүсе­ләргә ҡарата теләктәрегеҙ ҙә барҙыр...
— Яңы йыл байрамдарын күңелһеҙ хәлдәр, хаталыҡ ҡылып, штрафтар менән ҡаршы алырға яҙмаһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521