Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алтын табылған ерҙең халҡы ла уңған

Райондың иң ҙур биләмәһе нисек көн күрә?

Миндәк ауылының барлыҡҡа килеүе был яҡтарҙа алтын ятҡылыҡтарының табылыуы менән бәйле. 1872 йылдан 1917 йылға тиклем Николаевка, Миндәк, Миссели йылғалары буйҙарында 19 прииск эшләгән, алтын ятҡылыҡтары ваҡ сәнәғәтселәр тарафынан сығарыла, улар араһында француз алтын табыусылары ла була.

Тырыштар юғалып ҡалмай

1927 йылда егерме ат ҡеүәтенә торошло күсмә пар машинаһынан көс алған амальгамация фабрикаһы төҙөлә. Уты­ҙынсы йылдарҙа “Благодатное” тип исемләнгән яңы алтын ятҡылығы табылғас, “Башзолото” тресы составына ҡараған Миндәк руднигы барлыҡҡа килә. 1938 йылда руданы тулы циклда эшкәртеүсе фабрика асыла. Миндәктә төрлө социаль-көнкүреш объекттары төҙөлә башлай, меңәрләгән яңы эш урыны булдырыла.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Миндәк руднигы, илгә ҡиммәтле металл етештереп, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҙур өлөш индерә. Дәһшәтле йылдарҙа рудникта башлыса ҡатын-ҡыҙ эшләй, ә 800-ләп ир-ат, ҡулына ҡорал тотоп, Ватанын һаҡларға фронтҡа китә. Фабриканың электр станцияһы өсөн яғыулыҡ кәрәк була, үҫмерҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар Рафиҡ һәм Ҡуш-таш ятҡылыҡтарынан миҙгеленә 16-шар мең тонна торф сығарып, производствоның өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итә. 1943 йылда алтын сығарыу планын арттырып үтәгәне өсөн Миндәк руднигы Дәүләт оборона комитетының күсмә Ҡыҙыл байрағы менән наградлана. Һуғыштан һуң ауыл уртаһында яуҙа башын һалған яугирҙәр иҫтәлегенә — обелиск, бынан бер нисә йыл элек Рафиҡ ауылында тыл геройҙары хөрмәтенә һәйкәл асыла.

60-сы йылдарҙа ауылда балалар баҡсаһы, китапханалар, музыка мәктәбе, ветеринар хеҙмәте, ремонт-төҙөлөш цехы, көнкүреш хеҙмәтләндереү комбинаты, янғын часы һәм башҡа учреждениелар барлыҡҡа килә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 90-сы йылдарҙа шахта ла, фабрика ла ябыла. Бөгөн Миндәк ауыл советы — Учалы районының иң эре биләмәләренең береһе. Уға Аһылай, Баттал, Ҡаҙаҡҡол, Ҡарағужа, Ҡобағош, Оҙонгүл, Озерный һәм Миндәк ауылдары ҡарай. Биләмәлә 1808 йортта 4394 кеше йәшәй. Шуларҙың 800-ө балалар баҡсаһына йөрөй һәм мәктәп йәшендә, 1056-һы – пенсионер, 687-һе – хеҙмәт йәшендә.

Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, талапсан, эшлекле хакимиәт башлығы Зөлфиә Ишмаметьева оҙатыуында беҙ данлы тарихлы биләмәнең бөгөн нисек көн күреүе, халҡын ниндәй мәсьәләләр борсоуы, киләсәккә пландары менән таныштыҡ.

Биләмәлә сәнәғәт предприятиелары юҡ, шуға күрә эш табыу мәсьәләһе киҫкен тора. Ир-егеттәр башлыса Себер тарафтарында вахта ысулы менән хеҙмәт итергә мәжбүр, халыҡтың бер өлөшө бюджет өлкәһендә эшләй.

Ауыл советы биләмәһендә ике балалар баҡсаһы, өс урта дөйөм белем биреү мәктәбе бар, Ҡобағош һәм Баттал ауылдарында мәктәптәрҙең филиалдары эшләй. Миндәк участка дауаханаһы, ете ФАП — граждандарҙың һаулығын, алты клуб, өс китапхана, күп функциялы бер клуб, сәнғәт мәктәбе буш ваҡыттарының күңелле һәм файҙалы үтеүен хәстәрләй. Шулай уҡ ике ветеринар участкаһы, полиция, янғын һүндереү, электр селтәрҙәре, газ, почта хеҙмәттәре бар.

Биләмәлә 15 йүнсел эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Бигерәк тә “Триада”, “Промсельсервис”, “Агросельхозресурс”, “Ҡауыев” йәмғиәттәре, Мөхөтдинов, Бирғәлин, Сысуев, Ғәзизов КФХ-лары уңышлы эшләй. Ауылдаштарын эш урындары менән тәьмин итеүҙә, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүҙә уларҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.

— Ауылдаштары өсөн төрлө саралар, байрамдар үткәргәндә, беҙҙең эшҡыуар­ҙар даими рәүештә бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә, — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Зөлфиә Закир ҡыҙы.

Халыҡтың тырышып, матур йәшәргә ынтылыуы ҡыуандыра. Йәштәр күпләп тыуған яҡтарында төпләнә, хаҡлы ялға сыҡҡас, атай нигеҙенә ҡайтып йәшәү­селәр ҙә бар. Ауылдарҙың тышҡы ҡиәфәте лә йылдан-йыл күркәмләнә, йорттар был яҡтарҙа төҙөк, ҡаралған булыуҙары менән айырылып тора, яңы өй һалып сығыусылар ҙа байтаҡ. Бигерәк тә Баттал, Озерный ауылдары һәр яҡтан өлгө булып тора.


Малы барҙың һыйы бар

Халыҡ күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрарға тырыша. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, биләмәнең 1056 хужалығында 1924 баш һыйыр малы, 243 йылҡы, 1938 баш ваҡ мал иҫәпләнә.

Ошо көндәрҙә шәхси хужалығында мал тотоусылар өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Мәғлүм булыуынса, Федераль законға ярашлы, граждандар үҙ малын һуйып һатырға булһа, ул ҡурала түгел, ә махсус урында эшкәртелергә тейеш. Быға тиклем районда бындай махсус урын берәү – Учалы ҡалаһында ғына ине. Бигерәк тә алыҫ ауылдарҙа йәшәгән­дәр­гә малды әллә нисә саҡрым алыҫ­лыҡҡа килтереп һуйыу мәшәҡәт тыуҙырҙы.

Республикала быйыл граждандарҙың башланғысы менән ауыл хужалығы ҡулланыусылары кооперативы төҙөгән осраҡта килемде арттырыусы проект­тарҙы тормошҡа ашырыу буйынса программа эш башланы. Был проекттарға 300 миллион һум аҡса бүленгән. Уның ярҙамында меңдән ашыу бәләкәй хужалыҡ грант яуланы.

Биләмәгә ҡараған Озерный ауылында йәшәгән Айҙар Ғиниәтуллин да, 19 кешенән торған кооператив төҙөп, мал һуйыу пунктын асыу маҡсатында ошо программала ҡатнаша һәм 1,7 миллион һум грантҡа лайыҡ була.

Мал һуйыу пунктын кооператив ағзалары үҙ аҡсаһына төҙөй, буш торған мал базаһын ҡулайлаштырып, төҙөк­ләндереп алалар. Тиҙҙән иҫәптәренә күсәсәк грант аҡсаһына үлсәгес, ветеринария лабораторияһы өсөн ҡорамалдар, итте сабыу, ҡырҡыу ҡулайламалары һәм халыҡтың заявкаһы буйынса малды барып алыу өсөн арба алырға ниәтләйҙәр.

Бина бөтә ветеринария-санитар талаптарға яуап бирә: һыуытҡыс, махсус һуйыу урыны, йөктө күтәреү механизмдары, һыу үткәргес бар. Ике кеше өсөн эш урыны булдырылған. Көнөнә һигеҙ баш мал һуйыу мөмкин буласаҡ.

— Әлегә беҙҙә ветеринар юҡ. Мал хужаһы урындағы хакимиәттән һәм ветеринария участкаһынан белешмә алып килергә тейеш. Иттең нисек эшкәртелеүен мал хужаһы күҙәтеп торасаҡ. Малдың тиреһен, эсәктәрен дә беҙгә тапшыра алалар. Хеҙмәтләндереү хаҡы ла әллә ни ҡиммәт булмаясаҡ, — ти Айҙар Ғиниәтуллин.

Киләсәктә эшҡыуар, ит эшкәртеү цехы асып, ауылдаштары өсөн яңы эш урындары булдырырға уйлай.

Их тәмле лә Миндәк икмәге!

Миндәк икмәген учалылар ғына түгел, Белорет, Әбйәлил райондары, хатта күрше Силәбе өлкәһе халҡы ла яратып һатып ала.
Икмәкхана 1955 йылда төҙөлә. Таштан эшләнгән бинаға алты тиҫтә йыл булһа ла, бөгөн дә производство эшмәкәрлеге бөтә талаптарға яуап бирә. Совет заманында ҡомалаҡ менән әсетелеп беше­релгән Миндәк икмәге өсөн сират теҙелер була. Бөгөн дә хеҙмәткәрҙәр боронғо традицияларҙы күҙәтеп, ҡамырҙың тәүлек буйы өлгөргәнен көтөп, сифатлы икмәк бешерә.

— 2009 йылда эште башлағас, тәүҙә оҙаҡ йылдар ошо өлкәлә хеҙмәт иткән тәжрибәле белгестәрҙе саҡыртып алдыҡ. Йәшерәк хеҙмәткәрҙәрҙе улар ҡомалаҡ менән әсетеп икмәк бешереү серҙәренә төшөндөрҙө. Ул йылдарҙа ҡорамалдар ҙа, техникабыҙ ҙа аҙ ине. Яйлап продукциябыҙҙы күрше райондарға ла сығарҙыҡ, ассортиментты байыттыҡ, икмәк кенә түгел, кондитер изделиелары ла етештерә башланыҡ, — тине предприятие директоры Юрий Шеметов.

Бөгөн икмәкхана 80-дән ашыу төр продукция етештерә. Махсус заказдар менән дә мөрәжәғәт итеүселәр бар. Тиҙҙән торт, перәник бешерә башларға ниәтләнәләр.

Икмәкхана заман менән бергә атлай. Баҙар шарттарында көнәркәшлек көслө булһа ла, предприятие етәкселеге, төрлө кимәлдәге тендерҙарҙа ҡатнашып, Учалының ғына түгел, күрше район­дарҙың да дауаханаларын, мәктәп, балалар баҡсаларын икмәк менән тәьмин итеү хоҡуғына өлгәшкән. “Магнит”, “Монетка” сауҙа селтәрҙәре лә Миндәк икмәген теләп ҡабул итә. Предприя­тиеның алты автомашинаһы бар, продукцияны учреждениеларға, магазин­дарға үҙҙәре үк илтеп ҡуялар.

Ә ауыл халҡы мейестән генә сыҡҡан йылы икмәк менән туҡланһын өсөн, икмәкхана эргәһендә киоск урынлашҡан. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә уға төкәтмә төҙөп, майҙанын киңәйткәндәр.

Бөгөн предприятиела 20 кеше эшләй, заказ күп булған осраҡта өҫтәмә көс тә йәлеп итәләр. Технологтарҙың, хеҙмәткәрҙәрҙең оҫталығын камиллаштырыу маҡсатында, ситтән белгестәр саҡыртып, даими рәүештә оҫталыҡ дәрестәре, уҡыуҙар үткәрелә.

Зөлфиә Бикйәнова Миндәктә тыуып үҫә. Урта белем алғас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, Ҡаҙағстандың Джамбул аҙыҡ-түлек сәнәғәте технологияһы институтына уҡырға инә. Уны тамамлап, оҙаҡ йылдар Ҡустанай он етештереү заводында баш технолог булып хеҙмәт итә. Тыуған ер үҙенә тарта, 2013 йылда ғаилә Башҡортостанға күсеп ҡайта һәм Зөлфиә Йомаҙил ҡыҙы Миндәк икмәк­ханаһына технолог булып эшкә урынлаша.
— Һөнәремде бик яратам. Коллекти­выбыҙ татыу, берҙәм. Предприятиебыҙ һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтыла, үҫешә. Рә­хәт­ләнеп эшләр өсөн беҙҙә уңайлы шарттар тыуҙырылған, эш хаҡы ла лайыҡлы һәм ваҡытында түләнә, — тине ул.

Мәҙәни тормош гөрләй

Ауылдың мөһабәт мәҙәниәт йорто 1959 йылда барлыҡҡа килә. “Халыҡ төҙөлөшө” тип йөрөткәндәр уны, йәғни рудниктың төрлө цех вәкилдәре, төп эштәренән һуң килеп, клуб төҙөлөшөндә ҡатнашҡандар, ял көндәрендә өмәләр ҙә ойошторола. Иң тәүҙә бина бәләкәй генә була, аҙаҡ яйлап бер нисә төкәтмә эшләгәндәр. Рудниктың профкомы ла тап ошонда урынлаша. Элекке заман төҙөлөштәре, хәҙерге менән сағыштыр­ғанда, ныҡ айырыла – стеналары ҡалын, таш нигеҙе ныҡлы күренә бинаның.

Бынан алты тиҫтә йыл элек төҙөлгән мәҙәниәт йорто бөгөн тыштан да, эстән дә балҡып ултыра. Төрлө йылдарҙа уның исеме лә үҙгәреп тора, ә 2015 йылда ул күп функциялы мәҙәниәт йорто тигән статус ала.

— Был типтағы мәҙәниәт йорто районда ғына түгел, республикала тәүгеләр­ҙән булып Миндәктә асылды. Тәжрибә туплау маҡсатында мине республика делегацияһы составында Белгород ҡалаһына кәңәшмәгә ебәрҙеләр. Ҡайтҡас, яңыса эшләй башланыҡ, район хакимиәтенән аҡса бүленеп, бина капиталь ремонтланды, — тип таныштырҙы беҙҙе учреждение эшмәкәрлеге менән 30 йылға яҡын мөдир вазифаһын уңышлы алып барған Фәриҙә Фәтҡуллина.

Капиталь ремонт өс этапта уҙғарыла. Беренсе йыл сәхнәнең иҙәне, тамаша залының түшәме алмаштырыла, электр селтәрҙәре яңыртыла, икенсе йылда — залдың стеналары, иҙәндәре, ә былтыр бүлмәләр ремонтлана. Бөтәһе өс миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Капиталь ремонттан һуң бина бөтөнләй икенсе төҫ ала. Сер түгел, күп ауыл клубтарында ҡыш ултырып сыҙағыһыҙ һыуыҡ, ә миндәктәргә зауыҡ менән биҙәлгән йылы, яҡты бинала матур, файҙалы ял өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған. Бинаның тышҡы яғы ла тау-байыҡтырыу комбинаты бүлгән 400 мең һум аҡсаға заманса материал менән көпләнгән, ишектәр алмаштырылған.

Бөгөн учреждение биш йүнәлеш буйынса эшләй, беренсеһе — релаксация, йәғни көсөргәнешлекте бөтөрөү, күңел тыныслығын тәьмин итеү. Теләгән ваҡытта һәр кем, гөлдәргә күмелгән фойела йомшаҡ креслоларға ултырып тыныс ҡына мөхиттә ял итә ала. Балалар ҙа күҙ уңынан ысҡындырылмай, ата-әсәһе концерт ҡараған мәлдә кескәйҙәр төрлө уйынсыҡтар менән йыһазлан­дырылған бүлмәлә рәхәтләнеп уйнай, аралаша, ял итә.

Икенсе йүнәлеш – спорт-һауыҡтырыу. Мәҙәниәт йортонда фитнес секцияһы 2009 йылда уҡ ойошторола, ә 2013 йылда миндәктәр “Спорт һөйөүсе иң алдынғы ауыл” конкурсында еңеп, муниципаль район хакимиәтенең 100 мең һумлыҡ матди ярҙамына лайыҡ була. Ошо аҡсаға яңы тренажерҙар һатып алына һәм спорт йүнәлеше киңерәк йәйелдерелә. Бөгөн Фәриҙә Мамалим ҡыҙы етәкселек иткән фитнес секцияһында 18 кеше шөғөлләнә.

Өсөнсө йүнәлеш – йәштәр менән эш. Мәҙәниәт йортонда йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын һәм ихтыяжын иҫәпкә алып, төрлө форматта саралар, дискотекалар, акциялар даими уҙғарыла.

Ижади йүнәлеш буйынса ла эш яҡшы ойошторолған. Учреждениела 12 түңәрәк эшләй. Бигерәк тә “Селяночка”, “Родники” йыр, бейеү ансамблдәре киң танылыу тапҡан. Уларға йүнен табып, костюмдар ҙа һатып алына.

Музей эше, фольклор йүнәлеше лә күҙ уңынан ысҡындырылмай. “Йәйғор” фольклор төркөмө сығышын тамашасылар көтөп ала. Мәҙәниәт йортонда музей өсөн бәләкәй генә бүлмә бүленгән. Быйыл Миндәк үҙенең 80 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләне, ауылдың данлы тарихына бәйле күп экспонаттар тупланған.

Бынан бер нисә йыл элек алты кешенән торған учреждение коллективы республика кимәлендә “Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы” булып танылып, 100 мең һумлыҡ аҡсаға сәхнә шаршауы тектереүгә өлгәшә.

Миндәктәр һынатмай

Миндәктә башланғыс мәктәп 1936 йылда асыла. 1939 йылда таштан урта мәктәп төҙөй башлайҙар, әммә һуғыш йылдарында төҙөлөш туҡтап ҡала. Яңы мәктәп 1950 йылда ғына асыла. 2002 йылда реконструкциялап, капиталь ремонтлаған­дан һуң ул бөтөнләй икенсе һулыш ала. Ошо дәүер осоронда белем усағын алты меңдән ашыу уҡыусы тамамлай. Улар араһында алты фән докторы, 30 фән докторы кандидаты, билдәле яҙыусылар, министрҙар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре бар.

Бөгөн мәктәптә, Миндәктән тыш, күрше Ҡарағужа, Рафиҡ, Ғәлиәхмәр, Килмәк ауылдарынан 203 бала белем ала.

— Беҙҙә уҡыусылар тырышып уҡыһын, төрлө яҡлап үҫешһен, буш ваҡытын файҙалы һәм күңелле итеп үткәрһен өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Мәктәпкә йыл һайын косметик ремонт уҙғарыла. Былтыр “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” програм­маһы нигеҙендә беренсе ҡатта 16 тәҙрә замансаға алыштырылды. Ошо маҡсатта 267 мең һум аҡса бүленде. Бина йылынып ҡалды, район һәм урындағы хакимиәткә, эштәрен намыҫлы башҡарған төҙөүселәргә ҙур рәхмәт, программа артабан да дауам итер, бинаның икенсе ҡатында ла тәҙрәләр алмаштырылыр, — тигән өмөтөн белдерҙе директор бурысын яңы ғына үҙ өҫтөнө алған йәш, өмөтлө етәксе Гүзәл Илһамова.

Ысынлап та, мәктәп эстән дә, тыштан да балҡып ултыра, 11 уҡыу кабинеты, иркен спорт залы, ашхана, оҫтахана бар. Уҡыусылар район ғына түгел, республика кимәлендәге төрлө олимпиада, конкурс­тарҙа ҡатнашып, призлы урындарҙы яулай. Спорт буйынса ла һынатмайҙар – волейбол, баскетбол, өҫтәл теннисы, еңел атлетика буйынса уҙғарылған ярыштарҙа миндәктәр гел алдынғы урындарҙы яулай.

Балаларға 24 уҡытыусынан торған тәжрибәле, берҙәм коллектив төплө белем биреү өсөн көс һала. Улар араһында мәғариф алдынғылары, почетлы уҡытыусылар ҙа бар.

Наталья Бәҙәмшина Магадан ҡалаһында тыуып үҫә, Санкт-Петербург иҡтисад һәм финанс университетын тамамлай. Миндәктә йәшәгән өләсәһенә йыш ҡунаҡҡа килеп йөрөй. Шунда осрата ла инде мөхәббәте Искәндәрҙе. Йәш ғаилә йорт һалып, Миндәктә төпләнә.
Омск педагогия университетында белемен камиллаштырғандан һуң, өс йыл элек Наталья Аркадьевна Миндәк мәктәбенә физика һәм информатика уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша.

— Бала сағымдан уҡытыусы булырға хыяллана инем. Атай-әсәйем кәңәше буйынса икенсе һөнәргә уҡыным. Шулай ҙа мәктәп гел үҙенә тартты. Балалар менән эшләүемә, улар өсөн көн һайын ниндәйҙер яңылыҡ аса алыуыма сикһеҙ бәхетлемен, — ти остаз.

Наталья Бәҙәмшина былтыр районда “Йыл уҡытыусыһы” исемен яулап, республика кимәлендә Учалы данын яҡлай. “Мәғлүмәт-коммуникация технологияларын һөҙөмтәле ҡулланыу” номинацияһын­да уға етеүселәр булмай.


“Барыһы ла үҙеңдән ҡала”

Биләмәлә эш мәсьәләһе киҫкен торһа ла, тыуған яҡта төпләнгән йәштәр бай­таҡ. 242 йәш ғаиләлә әлегә бер бала үҫһә, 154-ендә икешәр сабый ҡанат ны­ғы­та. Быйыл 9 айҙа 12 никах теркәлгән.

Ләйсән Хәмитова Миндәктә тыуып үҫә, 9-сы класты тамамлағас, Сибай педагогия колледжына уҡырға инә. Рәмил — күрше Килмәк ауылы егете, урта белемле булғас, ул Сибай дәүләт универси­тетының тарих факультетын һайлай. Яҡташ булараҡ, шул ваҡыттарҙа уҡ бер-береһен белеп, аралашып йөрөй йәштәр.

Ләйсән уҡыуын тамамлап, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай, ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетында уҡып юғары белем ала. Рәмил университетты уңышлы тамамлап, әрме бурысын үтәп ҡайта. Миндәктә участ­ковый булып эш башлай. Тап шул ваҡытта һөйөү хистәре ҡабына ла инде ике йәш йөрәк араһында. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс, гөрләтеп туй үткәрәләр. Ғаиләгә йәм өҫтәп, Алһыу исемле ҡыҙҙары тыуа. Тәүҙә ауылда йорт яллап йәшәп тора йәштәр, ә бер нисә йылдан үҙ ҡулдары менән ҙур, күркәм өй төҙөп сығалар. Апаһына иш булып, Фидан улдары донъяға килә.

— Бер ҡасан да ҡалала йәшәү уйы булманы, тормош иптәшем дә ауылға ерегеп үҫкән кеше, — ти Ләйсән Насип ҡыҙы.

Бөгөн ул Миндәк мәктәбендә уҡыусыларға биология һәм химия фәндәренән белем бирә. Ауылда уҙғарылған һәр мәҙәни сараның, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй Хәмитовтар. Күркәм йорттары әллә ҡайҙан балҡып, “бында егәрлеләр йәшәй” тип ҡысҡырып ултырғандай. Баҡса тултырып йәшелсә, емеш-еләк тә үҫтерә уңған хужалар, ә йәй йорттоң тирә-яғы күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләргә күмелә.

Ләйсән Насип ҡыҙы — ижадҡа ғашиҡ шәхес. Күптән түгел Учалы Яҙыусылар ойошмаһы уҙғарған “Илһам сығанағы – Ирәмәл” конкурсында яҡташы Әхмәҙиә Шәриповтың шиғырын һөйләп, финалға сығып, бар тамашасыны әсир итә. Ноябрь айында Әсәләр конкурсында Гран-при яулай. Мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән драма түңәрәгенең дә иң әүҙем ағзаһы ул.

Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, балалары ла үҙҙәренә оҡшап әүҙем, эшлекле булмаҡсы Хәмитовтарҙың. Икенсе класс уҡыусыһы Алһыу “бишле”гә генә өлгәшә, өҫтәл теннисы менән ихлас шөғөлләнә, балалар баҡсаһына йөрөгән дүрт йәшлек Фидан хәрефтәрҙе таный ҙа башлаған. Ғаилә башлығының эше бик ҡатмарлы, ваҡыты тар булыуға ҡарамаҫтан, Хәмитовтар тәбиғәт ҡосағында йыш булырға ярата, ғөмүмән, әүҙем ялды өҫтөн күрә улар.

— Ауылда ла рәхәтләнеп йәшәргә була. Барыһы ла үҙеңдән ҡала, тырыш, егәрле булырға кәрәк. Ауыл ерендә балалар ҙа эшкә күнегеп, саф һауала күп йөрөгәс, һау-сәләмәт булып буй еткерә – шуныһы бигерәк тә яҡшы, — ти Ләйсән Хәмитова.

Берҙәм эштә — бәрәкәт

Бөгөнгө Миндәк биләмәһендә элек өс ауыл советы була. 2009 йылда Ҡаҙаҡҡол, Озерный, Миндәк ауыл советтарын берләштерәләр. Әлбиттә, был идара итеүҙә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Төрлө йомош-фәлән тыуһа, әллә нисә километр ара үтеп, ауыл хакимиәтенә килеү ҙә еңелдән түгел.
— Халыҡтың хәлен аңлап, Озерный, Ҡаҙаҡҡол ауылдарына белгестәр бер­кеткәнбеҙ, улар төрлө белешмә-документтар әҙерләп бирә. Бынан тыш, ауыл советы бинаһында күп функциялы үҙәктең бүлексәһе эшләп килә, — тине хакимиәт башлығы Зөлфиә Ишмаметьева.

Һәр ерҙәге кеүек, хәл итеүҙе талап иткән проблемалар ҙа бар биләмәлә. Оҙонгүл, Рафиҡ, Ҡарағужа халҡын “зәңгәр яғыулыҡ”тың булмауы борсой. Һәр ауылда тиерлек эскелеккә бирелеп, балаларын ҡарамай, бер ҡайҙа ла эшләмәй, кәйеф-сафа ҡороп йәшәргә яратҡан әҙәмдәр бар.
— Проблемаларҙы депутаттар, йәмәғәт ойошмалары, ауылдарҙың активы менән уртаға һалып, кәңәшләшеп хәл итәбеҙ, имен булмаған ғаиләләрҙең йорттарына ҡатын-ҡыҙ ойошмалары, абруйлы ауылдаштар менән рейдтар уҙғарабыҙ, өйҙәрендә суррогат алкоголь һатҡандарҙы асыҡлау буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла, — ти Зөлфиә Закир ҡыҙы.

Халыҡ был яҡтарҙа берҙәм, һәр баш­ланғысты дәррәү күтәреп алырға әҙер булыуы менән айырылып тора. 2014 йылдан алып “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында бик әүҙем ҡатнаша улар. Ошо арауыҡ эсендә биләмәлә программа нигеҙендә алты проект тормошҡа ашырылған: Миндәк һәм Ҡобағош ауылдары урамдарына энер­гия һаҡлағыс яҡтыртҡыстар ҡуйыл­ған, Ҡаҙаҡҡол ауылының үҙәк урамы төҙөкләндерелгән, Килмәк зыяраты кәртә­ләнгән, ике йыл дауамында Миндәктә спорт майҙансығы төҙөлгән һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

— Киләһе йылда ла программала ҡатнашып, Озерный урамдарын яҡтыртырға ине. Ошо көндәрҙә йыйылыш үткәрелде, халыҡ был идеяны дәррәү күтәреп сыҡты, — ти хакимиәт башлығы.

Быйыл йәй Миндәк үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләне. Төбәктәренең данлы тарихы менән ғорурлана миндәктәр, биләмәгә ҡараған һәр ауылда Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған яугирҙәр иҫтәлегенә обелисктар бар, бынан ике йыл элек Рафиҡ ауылында һуғыш ваҡытында ололар менән бер рәттән Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн торф сығарыуҙа тир түккән үҫмерҙәргә һәйкәл асыла. Ә быйыл юбилей алдынан алтын табыусы шахтерҙарға хәтер һәм хөрмәт символы итеп миндәктәр үҙ ҡулдары менән тағы бер һәйкәл булдыра. Ул ваҡыттарҙа руда ташыған ысын вагонетканы табып, уны руда менән тултырып, рельстарға беркетеп ҡуялар.

Үткәндәренә тоғро булғандарҙың киләсәге лә өмөтлө була, тиҙәр. Шахтерҙар төбәгендә йәшәүселәр быға, һис шикһеҙ, хаҡлы!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523