Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ололарға бер йылы һүҙ етә
Еребеҙгә шаулап-гөрләп һәр кем көтөп алған йәмле яҙ килде. Ул үҙе менән бергә Рәсәй халҡы өсөн иң мәртәбәле, шул уҡ ваҡытта һағышлы байрамын — Еңеү көнөн алып килде. Көн һайын сафы һирәгәйә барған һуғыш ветерандарына иҫән саҡта тейешле ихтирам, ярҙам күрһәтеп өлгөрҙөкмө?
Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны Еңеүҙең 67 йыллығы яҡынлашҡан көндәрҙә редакцияға Көйөргәҙе районының Ҡунаҡбай ауылында йәшәүсе 90 йәшлек һуғыш ветераны Ғәзиз Хәлит улы Мөхәмәтовтан хат килде. Ул үҙенең һәм 87 йәшлек ҡатыны — тыл ветераны Зәкиә Сәйфулла ҡыҙының бөгөн ниндәй шарттарҙа көн күреүҙәре хаҡында аңлатып, дәүләт тарафынан һуғыш ветерандарына күрһәтелгән ярҙамға — бөтә уңайлыҡтары булған фатирға — сертификат бирмәүҙәренә әсенеп яҙа.
Сәфәребеҙҙе район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтов менән осрашыуҙан башланыҡ. Әхәт Йәүҙәт улы был ғаиләнең хәле тураһында хәбәрҙар икән. Ул, махсус комиссияның ветерандың өйөнә барып, тормош, көнкүреш шарттарының яҡшы булыуы, шунлыҡтан бөтә уңайлыҡтары булған фатир сертификатына мохтаж түгеллеге хаҡында ҡарар сығарыуы сәбәпле, хакимиәт тарафынан законға ярашлы эш башҡарылыуын белдерҙе.
Ғәзиз Мөхәмәтовтың ауылына инәбеҙ. Урамдың уң яғында рәттән теҙелеп киткән йорттарҙың ташландыҡ булыуын аңлау өсөн күп кәрәкмәй. Ҡоймалары ҡыйшайған, ихаталарға сүп үләне хужа булған, һәр ерҙә ҡый-һай, буш шешә... Етемһерәп ҡалған йорттарҙың ҡыйығы ҡыйшайып, емерелергә тора.
Хат авторының өйөнә йүнәлдек. Ун йыл тирәһе элек ветерандың йорто янған да, уландары ата-әсәһенә яңы өй һалып биргән, тигәйнеләр. Шыңғырҙап торған ҡарағай бүрәнәнән төҙөлгән ыҡсым йорт, ысынлап та, күптәрҙең күҙен ҡыҙҙырырлыҡ!
Хужалар менән һөйләшәбеҙ. Тик ишетмәгән, бер күҙе бөтөнләй күрмәгән, икенсеһе саҡ күргән ветеран менән аралашыуы ауыр. Башлыса Зәкиә апай менән һөйләштек. Ғәзиз Хәлит улы һуғыштың тәүге йылында уҡ яу яланына барып ингән — Белоруссия фронтында Минск йүнәлешендә алып барылған яуҙарҙа орудие командиры сифатында ҡатнашҡан. Әсирлеккә төшкән. Ҡәһәрле яҙмыш уны сит ерҙәрҙә оҙаҡ йөрөтөп, ун йыл тигәндә генә тыуған ауылына кире әйләнеп ҡайтырға насип булған. Ең һыҙғанып колхоз эшенә тотонған. Ҡунаҡбайында ФЗО юлдарын үтеп, сит ерҙәрҙә эшләп ҡайтҡан егәрле, көслө ихтыярлы Зәкиәне осратҡан.
Башҡалар донъя көтөү, хәлдәрен еңеләйтеү өсөн уныһын-быныһын һорап, төрлө ойошма тупһаһын тапаһа, Зәкиә менән Ғәзиз үҙ көстәренә генә ышана. Тырышлыҡтары бушҡа китмәй, улдары ла ата-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Тик... бына ҡартлыҡ ҡына үҙенекен итә: һаулыҡтары ҡаҡшаған, кеше көнлө хәҙер улар. Өҫтәүенә, ауылда магазин да юҡ. Райпо автомагазины ла килмәй хәҙер, сөнки һатыуҙан килгән аҡса бензин хаҡын да ҡапламай. Социаль хеҙмәткәр кәрәк. Ярай әле, хәлдәр мөшкөлләнеп китеп, шәфҡәт туташын саҡыртҡанда, ул ярҙам итә. “Бабай хәҙер үҙе бала көнөндә, ҡарап, күҙәтеп өлгөрә алмайым. Һуңғы арала йыш ауырый — кисергән әллә күпме операциялары ла үҙенекен итәлер инде. Үҙемдең дә ҡан баҫымым күтәрелеп китеп, башымдан сыҙай алмай йығылам, — тип Зәкиә апай өҫтәлдәге дарыу өйөмөнә ымланы. — Әлдә кесе улыбыҙ көн дә килеп, йомош-юлыбыҙҙы үтәп, аҙыҡ-түлеген, башҡаһын хәстәрләй. Уға бик рәхмәтлебеҙ”.
Эйе, һүҙ юҡ, улдары тырышҡан: өйҙәре ҙур, газ, һыу үткән. Канализацияһы ғына юҡ. Үҙенең хәле лә самалы булған Зәкиә апай ирен сабый урынына тәрбиәләргә тырыша ла ул...
Хужалар менән хушлашҡас, борсоулы уйҙар тынғы бирмәне. Ҡартлыҡ бер кемде лә урап үтмәй — һәр беребеҙҙең ишеген килеп ҡағасаҡ. Ярай балалар мәрхәмәтле булһа. Юғиһә хөкүмәткә генә ҡарап ҡалыуың да бар...
Ғәзиз бабайҙың төрлө инстанцияларға ярҙам һорап яҙыуына аптырарлыҡ түгел: Тыуған илен, халҡын һаҡлап, йәш кенә көйө ут эсенә барып ингән, ғәзиз еребеҙ, матур тормошобоҙ хаҡына ғүмерен, һаулығын аямаған. Күп тә һорамай бит ветерандар. Бары тик кешеләрсә мөнәсәбәткә генә мохтаж улар...
Күптәр, хатты ҡарт үҙе яҙмай, ә улы яҙа, тигәс, улдары — ошо уҡ районда фермерлыҡ хужалығын алып барған Ғәйнетдин Ғәзиз улын да күрҙек. Тура ултырып, ҡыйыш һөйләргә яратҡандарҙан түгел икән уҙаман.
— Атайым ғүмерен колхозға арнаны, тырышып донъя көттө, һоранып-теләнселәп йөрөмәне. Бөгөн кемдәр дәүләт ярҙамы ала, уларҙың нисәүһе өйһөҙ? Үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ. Әгәр ҙә бөгөн атай-әсәйем яҡшы йортта йәшәһә, ғәйепме ни? Тимәк, ҡартлыҡ көндәрендә үҙҙәренең ярҙамынан ҡалдырмаған лайыҡлы балалар тәрбиәләгәндәр. Уларға, бәлки, кешеләрсә мөнәсәбәт, иғтибар, ихтирам ғына кәрәктер? Әлбиттә, мин — хәлле кеше, бөтә уңайлыҡтары булған фатирҙы үҙем дә һатып алып бирә алам, әммә атайым дәүләт яғынан бөтә ветерандарға ла мөнәсәбәттең бер булыуын теләй, — тине Ғәйнетдин Мөхәмәтов.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Көйөргәҙе районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521