Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәйәси һәм ижтимағи ҡаһарманлыҡ өлгөһө

Башҡорттар шәхестәрен күтәрә белә

Рәсәй Президентының Башҡортостан автономияһының 100 йыллығын билдәләү тураһындағы Указына ҡул ҡуйылғандан һуң республика райондарында, Рәсәй төбәктәрендә ошо ваҡиғаға бәйле саралар әленән-әле үтеп тора. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған, төбәктәрҙә ҡеүәтләү тапҡан байрамдар республика матбуғатында ла яҡтыртыла килә.

Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Көҙәш ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы, урындағы музей етәксеһе Мөхтәрәмә Шаһит ҡыҙы Ижбулатова идеяһы менән күренекле дәүләт һәм ижтимағи хәрәкәт эшмәкәре, Башҡортостандың Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе, Көҙәш ауылы уҙаманы Хафиз Ҡушай улы Ҡушаевтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған тәрән йөкмәткеле, йөрәк хистәре менән һуғарылған сара булды.

Хафиз-кантон – башҡорт балаһы

Шуныһына иғтибар иттем, әллә арҙаҡлы шәхестәрҙең рухы ҡурсалап тора, ошондай сәфәрҙәр һәр ваҡыт уң булыуы, асыштары менән хайран итә. “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес” проектын, әйтерһең, Күктәр үҙ һағы аҫтына алған. Әйткәндәй булмаһын, күҙ теймәһен! Һәр ерҙә күренекле кешеләрҙең исемдәрен мәңгеләштереү эштәре ана шулай әүҙемлек, рухи ҡеүәт, мәғлүмәти яңылыҡтар менән ойошторолһон.

Талғын ғына ҡурай моңо ағыла. Бына бер ваҡыт уны йыр тауышы алыштыра. Сараға йыйылған халыҡты, ҡунаҡтарҙы мәктәп уҡыусыһы, халыҡ-ара “Ебәк юл” конкурсы лауреаты Ислам Әхмәтйәнов “Әссәләмәғәләйкүм” йыры менән тәбрик­ләне. “Афарин, егет!” тип тыңла­ныҡ йәш талантты. Артабан һүҙ Арғаяш районы хакимиәте башлығы Исрафил Вәлишингә бирелде. Ул үҙ сығышында Көҙәш ауылы халҡына, мәктәптә ошо байрамды ойоштороуға йөрьәт иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм:
— Һәр кемебеҙ белә, Хафиз Ҡушаев – Башҡортостан тарихында ҙур шәхес. Уға арналған сараларҙы Арғаяштың үҙендә лә үткәрергә була ине, әммә һеҙҙең уҡытыусыларығыҙ ныҡ торҙо. Улар күренекле яҡташтарына арналған Башҡорт автономияһына бәйле сара тәүҙә тап Көҙәштә үткәрелергә тейеш тип тапты. Минеңсә, улар хаҡлы. Артабан эшмәкәрлекте районда ла дауам итербеҙ! – тине.

Мәктәп директоры Мөҙәрис Сиражетдинов: “Беҙҙең башҡорт халҡында әленән-әле төрлө батырҙар, күренекле шәхестәр тыуып торған. Яҡташыбыҙ Хафиз Ҡушаев та, бер ниндәй ҙә ауыр­лыҡтарға сигенмәй азатлыҡ өсөн көрәшеп, батырлыҡ күрһәткән. Беҙ уның исеме менән сикһеҙ һәм хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Хафиз Ҡушаевтың эшмәкәрлеге хаҡында үҙе ҡалдырған ҡулъяҙмаларынан беләбеҙ”, – тип тамамланы сығышын. Мәктәп уҡыусыһы Аҡмал Кәримов “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы лауреаты икән. Был байрамда ул мәшһүр әҫәрҙе өс телдә һөйләп, хайран итте. Баш­ҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә башҡорт балалары үҙҙәренең талантын аса, телен, милләте тарихын өйрәнә. Уңыштар теләйек Аҡмалға киләсәктә лә! Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы исеменән сығыш яһаған Морис Йосопов йәш егеттең башҡарыу оҫталығын юғары баһалап, уға иҫтәлек­ле бүләк тапшырҙы. “Төбәктә үтәсәк ШОС һәм БРИКС илдәре саммитына килгән төрлө ил вәкилдәре алдына сығарырлыҡ сәхнә номеры”, — тине ул.


“Милләте алдында ғәйебе юҡ...”

Сара Хафиз Ҡушаевтың тормош юлын сәхнәләштереү менән бергә барҙы. Мәктәп уҡыусыларының иҫ киткес тетрәндергес уйнауы, башҡортса тап ошо ерлек һөйләшендә аралашыуы таң ҡалдырҙы! З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамам­лаған режиссер Айҙар Ишбирҙиндың ҡулы шунда уҡ танылды был сәхнә күренештәрендә. Фотоларҙа беҙ күреп өйрәнгән Хафиз Ҡушаевҡа оҡшаған малайҙы – Айнур Абдулваһаповты ҡайҙан тапҡандарҙыр, әммә ул образға инеп, шул тиклем рухлы, һуңғы һулы­шына тиклем үҙ эшенә тоғро ҡаһарман башҡорт ирен һынландыра алды. Йәш алып барыусылар Юлай Ҡорманов менән Элиза Бикҡолова Айҙар Ишбир­ҙин менән Эльвина Фәтҡуллинанан һис ҡалышманы. Ә атаһы булып уйнаған Рәшит Ҡасимовта залдағылар тап атай кешегә генә хас тойғолар сағылдырған образды күрҙе.

— Эй, Хоҙайым, халҡым тип йөрөнө бит улым. Милләте алдында, ошо ере алдында бер ғәйебе юҡ уның. Аллаҡайым, балаҡайымды үҙеңдең киң мәрхәмәтеңдән, рәхмәтеңдән ташлама! – тигән мөрәжәғәте барыһының да күңел түренә үтеп инде. Ошо сара үҙе үк атайҙың теләктәре ҡабул булыуы хаҡында һөйләй түгелме һуң?!

Камерала бергә ултырған егет ролен башҡарған Рәфил Ҡуйбәков, надзиратель булып уйнаған Руслан Зәйнет­динов шулай уҡ образдарын оҫта асты. Ә әсәһе һуң? Йә, Хоҙайым, уның йөрәге өҙгөлә­неү­ҙәрен, тәрән һыҙланыуҙарын нисек маһир итеп күрһәтте Сәғиҙә Фәт­ҡуллина. Тәрән йөкмәткеле сценарий Хафиз Ҡушаевтың эшмәкәрлеге, йәшә­йеше менән тулыһынса таныштырҙы.

Мәктәптең башланғыс кластар уҡы­тыусыһы, музей етәксеһе Мөхтәрәмә Ижбулатова яҡташтарының исеме, Башҡортостан тарихында тотҡан урыны хаҡында күптән ҡыҙыҡһыныуын, ошо хаҡта электән сара ойошторорға йыйыныуын белдерҙе. Уға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Мәскәүҙә сыҡҡан “Башкиры” китабын тапшырҙыҡ. Уның кеүек милләте менән тәрәндән ҡыҙыҡһынған кешегә был йыйынтыҡ ҡул аҫтында тотона торған баҫма булыр.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, күләмле тарихи романдар авторы, Хафиз Ҡушаевтың туғаны Спартак Ильясовтың нәҫел-нәсәбе бөгөн дә йәшәй Көҙәштә. Ул үҙенең сығышында бала сағынан Хафиз Ҡушаевтың эшмә­кәрлеге, ҙур ғәмәлдәр башҡарыуы хаҡында ишетеп үҫеүен әйтте, хәҙер исе­мен мәңгеләштереү эшен дауам итергә кәрәклеген тәҡдим итте. Ул Сайма инәй Фазыловаға бүләктәрен тап­шыр­ҙы. Сайма Ғәзиз ҡыҙы үҙ сиратында “Хафиз һәм Ҡәйүм Ҡушаев­тарҙың исемен ауылда ғына түгел, Арғаяшта, Силә­бе өлкәһендә лә мәңгеләштереү мөһим” тине.

Тамашасылар алдында Людмила Черепанова сығыш яһарға сыҡҡас, башта ғәжәпләнгән һымаҡ та иттек. Баҡтиһәң, был гүзәл ханым Хафиз Ҡушаевтың ҡустыһы Ҡәйүм Ҡушаевтың ейәнсәре икән. Ул тулҡынландырғыс хәлдәр, Хафиз Ҡушаевтың ҡәберен оҙаҡ йылдар эҙләүҙәре, уның 1941 йылда вафат булыуы хаҡында мәғлүмәт барлығы тураһында һөйләне. Бик күп архив материалдары халыҡҡа билдәле була башлағас, ул да Мәскәүгә барып, олатаһы васыяты буйынса Хафиз Ҡушаев тураһында белешә башлай. Шунда уның золом ҡорбаны булыуын, Мәскәүҙең Донское зыяратында дөйөм ҡәберлектә ятыуын асыҡлай. Йәнә лә шуныһы бик ҡәҙерле булды: Ҡәйүм Ҡушаев ғүмере буйы көндәлек алып барып, ағаһы, ошо осор тура­һында яҙып барған. Людмила Борисовна ошо яҙмаларҙы “Воспоминания ровесника двадцатого века: К.К. Кушаев” тигән китабында туплап, нәшер итеп сығарған. Был баҫмалағы яҙмалар менән Баш­ҡортостан халҡы ла танышырға тейеш. Яйлап “Ватандаш” журналы уҡыусы­ла­ры таныша торһа, киләһе йыл З. Бии­шева исемендәге “Китап” нәш­риәтендә айырым китап итеп сығарыуға өлгә­шергә кәрәк был йыйынтыҡты. Ола­тайҙарының ҡулъяҙмаларына ҙур иғтибар биреп, ҡәҙерләп һаҡлаған, китап итеп нәшерләгән өсөн рәхмәт!

Башҡортостандың Силәбе өлкәһен­дәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Амур Хәбибуллин Көҙәш мәктәбенә башҡорт ырыуҙары китаптарын бүләк итте, ә “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәре Венера Ситдиҡоваға ижади хеҙмәттәшлек өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы. Әйткәндәй, коллегабыҙ Венера Фәнис ҡыҙы саранан тура репортаж алып барып, радио тыңлаусыларҙы ваҡиғалар менән таныштырып барҙы. Үҙ сығышында ул Рабиға Ҡушаеваны ла хәтергә алып, киләсәктә уларҙың барыһының рухына арналған сара үткәрергә лә тәҡдим итте.

Тарихсы Азат Ярмуллин Башҡорт автономияһы, уның айырым шәхестәре, Хафиз Ҡушаев эшмәкәрлеге тураһында фотоматериалдарға, архив документтарына нигеҙләп сығыш яһаны. Ул Баш­ҡортостандың Милли музейы бинаһын­а Хафиз Ҡушаевтың исемен мәңгеләш­тереп, иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйырға тәҡдим итте. Башҡортостандың Силә­беләге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, ҡоролтай әүҙемселәре был эште үҙ иңенә алһа, моғайын, киләһе йыл тантаналы сара ла ойошторорға булыр.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Башҡорт теленең һигеҙ том­лыҡ һүҙлеге, “Башкиры” китаптары Ар­ғаяш китапханаһына, Көҙәш мәктәбе­нә тапшырылды. Шулай уҡ Рәхмәт хаты Көҙәш мәктәбе коллективына бирелде.


Яҙмышында – дәүер сағылышы

Көҙәштәр сараларҙы бик киң йүнәлештә ойошторҙо. Тантаналы саранан һуң “ХХ быуат ваҡиғалары көҙгөһөндә Хафиз Ҡушаевтың ғүмер юлы һәм яҙмышы” тигән темаға түңәрәк өҫтәлдә артабанғы эштәр, маҡсаттар хаҡында һүҙ алып барылды. Сарала Башҡортостандан килгән делегация, Арғаяш районы хакимиәте башлығы Исрафил Вәлишин, урынбаҫары Луиза Йосопова, Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Амур Хәбибуллин, Арғаяш районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Ильяс Сафиуллин, Силәбе дәүләт университеты доценты, фән кандидаты Рәшид Хәкимов, яҡындары, туғандары, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Түңәрәк өҫтәлдә Мөхтәрәмә Ишбулатова — Көҙәш, Аҡбаш, Арғаяштың яңы урамдарына Хафиз менән Ҡәйүм Ҡу­шаев­тарҙың исемен биреү, Азат Ярмуллин — йыйылған материалдарҙы дәүләт архивына тапшырыу, булғанда­рын электрон вариантта һаҡлау, Рәшит Хәкимов — Силәбелә Ҡушаевтарға арналған ғилми-ғәмәли конференция ойоштороу һәм уға “Башҡорт автоно­мияһы төҙөлөшөндә Силәбе башҡорт­тарының роле” тигән теманы һайлау, Людмила Черепанова олатаһының йы­йын­тығын яңынан нәшер итеү тура­һында тәҡдимдәр әйтте. Улар барыһы ла Резолюцияға индерелде. Шулай уҡ унда Арғаяш районында башҡорт телен һәм Башҡортостан мәҙәниәтен, тарихын уҡытыу тураһында ла пункт бар. Уны беҙгә сарала ҡатнашҡан уҡыусы тәҡдим итте. “Апай, бында үҙебеҙ шулай баш­ҡортса һөйҙәшәбеҙ ул, ә тел уҡытыл­май. Бәлки, башҡорт теле тураһында ла әйтергә кәрәк булыр?” – тине, әйтелгәндәргә ҡушылып. Бына бит улар ниндәй Силәбе башҡорттары — милләтем тип янып торалар!

Был сәфәр, аңлауымса, ҙур эштәрҙең башы ғына булды әле. Силәбе башҡорт­тары Башҡорт автономияһына ҡағы­лыш­лы тағы ла байтаҡ сара ойошторор әле. Улар бит тота ла эшләй, ана ниндәй һәйкәл асып ҡуйҙылар данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы, халыҡ геройы Миңлеғәле Шайморатов хөрмә­тенә! Хафиз Ҡушаевтың исемен дә улар әленән-әле иҫтәлекле ваҡиғаларҙа телгә алалар. Өлкәнең төп милләте бул­ған башҡорттар шәхестәрен күтәрә белә!

Шартына килтереп, көҙәштәр байрамды аят уҡытыу менән тамамланы. Туғандары хәйер таратты, теләктәр теләнде. Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһен доғаларыбыҙҙы!

Хафиз

Башҡорт Автономияһы ҡаһарманы
Хафиз Ҡушаевтың яҡты иҫтәлегенә
Ҡөрьән Хафиз, һиңә үтенес бар,
Зинһар, йыҡма инде һүҙемде:
Быны һинән тик көҙәштәр түгел,
Быны һинән тик Арғаяш түгел,
Олуғ Башҡортостан үтенде!

Ясин сығыу ғына етмәҫ төҫлө,
Тотош Ҡөрьәнде бер сыҡ әле.
Әрүахтар доға көтә, тиҙәр,
Баш тартыусы беҙҙә юҡ әле.

Ҡөрьән аяттары айҡап сыҡһын
Был уҙаман булған һәр ерҙе.
Моңло көйҙәр һалһын күңелдәргә
Теге дәүерҙәрҙән күперҙе.

Көйләп уҡы, һөйләп уҡы беҙгә
Ҡәүемебеҙ нисек күп ине –
Ҡырғанда ла ҡырып бөтөрмәҫлек
Боронғонан килгән түл ине.

Көйлә беҙҙә әүәл замандарҙан
Мең ҡалҡанға торош рух барын.
Ҡара көстәр илгә ташланһа ла,
Еңәлмәгән милләт диуарын.

Һөйләп аңлат һәр бер сүрәләрҙе,
Һәр береһе иман хаҡында:
Аллаһ һүҙен йөрәгендә һаҡлар
Ирҙәр йәшәгәнен халҡымда.

Илап тыңлаһындар сал инәйҙәр,
Юшҡындары китһен юйылып:
Ошо ерҙең ҡара тупрағында
Исеме, тип ҡалған уйылып.

Күҙен йомоп уйға батһын ҡарттар,
Бар ине, тип ысын уҙаман.
Тарих төпкөлөндә ятмай бит ул,
Бына ғына тора ул заман.

Ғәжәпләнһен, әйҙә, йәш-елкенсәк –
Бына һиңә, тиеп, ауылдаш!
Кемгә – ерҙәш!
Кемгә ырыуҙаш ул!
Вәлидигә булған дауылдаш!

Тыңлаһындар ҡырҙар, туғайлыҡтар,
Тыңлаһындар күлдәр сайҡалып.
Әллә күлдәр, әллә зар илауҙан
Күҙ йәштәрен түккән был халыҡ?!.

Оҙон булһын Ҡөрьән сүрәләре,
Халыҡ йыры кеүек бик оҙон.
Үҙ иленә дошман булдымы ни?
Ник ҡарҡылдай илдә ҡарағош?

Уҡы, хәҙрәт, уҡы сүрәләрҙе,
Минең уйым – түгел минеке.
Йөрәктәге хистәр – уртаҡ беҙҙең,
Иңгә төшкән хәсрәт – илдеке.

Бына тағы, тағы йылдар үтер,
Доғаларың айҡар быуатты.
Йөҙ йыл үткәс, Күктәр ҡөҙрәте ул
Был дәүерҙе тертләп уятты.

Ысын аҡлыҡ, ысын сафлыҡ ҡына
Ҡояш кеүек итә тантана.
Дөрөҫлөктө хөкөм итеп булмай,
Хоҙай йөрәгендә һаҡлана.

Илатһын да беҙҙе изге доғаң,
Таҙартһын да беҙҙең күңелде.
Бөгөн золом үҙе ҡорбан булды,
Хәҡиҡәттән үҙе еңелде.

Ҡөрьән, Хафиз. Рәхмәт доғаң өсөн!
Әйтерҙәрем булһын ҡушаят!
Ҡабул итһен Хоҙай!
Ә исеме –
Хафиз Ҡушай улы Ҡушаев!


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА
Фото: Силәбе өлкәһе


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 051

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 400

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 310

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497