Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡташтары рухландыра

Матур заман килде, мөмкинлектәрҙән файҙаланып ҡал.

Оло юл буйында урынлашҡан Ыҫлаҡбаш ауылының төҙөклөгөнә һоҡланмаған кеше һирәктер. Ҡунаҡ әҙ ултырыр, күп һынар, тигәндәй, эргәһенән тиҙ генә үтеп киткән ваҡытта ла бындағы тәртипте күрмәү мөмкин түгел. Йорттар ҙур, уның эргә-тирәһе бөхтә итеп йыйыштырылған. Күҙгә салынған ошо матур күренештәрҙең барыһы ла халыҡтың уңғанлығына бәйле. Миңә ҡалһа, был осраҡта тағы ла бер әйберҙе өҫтәргә кәрәктер. Һәр төбәктең, хатта һәр ауылдың иҡтисадына, үҫешенә йоғонто яһай алырҙай ойошмалар бихисап. Иванов исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы – шуға асыҡ миҫал.

– Тормоштоң ауырлығына зарланыу­ҙан айырмалы, алдыңа маҡсат ҡуйып, шуны атҡарып сығыу яғын ҡараһаң, меңләтә отошло, – тип башланы һүҙен К. Иванов исемендәге кооператив рә­йесе Сергей Афанасьев. – Ошо фекерҙе яҡлаусыларҙың күплеге шатландыра. “Беҙ булдырабыҙ!” девизы менән йәшәүселәргә ғүмер буйы һоҡланам һәм уларҙы өлгө итеп ҡуям. Шуны күңелем менән тоям, шул тиклем матур заман кил­де, мөмкинлектәрҙән файҙа­ланыу өсөн иркенлек бирелде.

Кооператив хужалыҡ эшмә­кәр­леген бер нисә йүнәлештә көйлә­гән. Бигерәк тә үҫемлекселектә һәм малсылыҡта һынатмайҙар. Ауыл хужалығы ерҙәре 3700 гектар тәшкил итә, шуның күп өлөшөн баҫыуҙар биләй. Йылына ҡарап ярайһы мул уңыш йыйып алғандар. Йәнә ҡуртымдағы 437 гектар ерҙәре бар. Ерҙе туңға һөрөүҙе һәм ужым сәсеүҙе ваҡытында тамам­лағандар.

Сергей Владимировичтың һүҙ­ҙәренә ҡарағанда, уй-ниәттәрҙе бойомға ашырғанда бигерәк тә Башҡортостан Хөкүмәте һәм Бәләбәй районы хакимиәтенең ярҙамын ифрат ныҡ тоялар. “500 ферма” республика маҡсатлы программаһында ҡатнашыу һөҙөмтә­һен­дә йәмғиәткә икенсе һулыш өҫтәл­гән.

Әңгәмәсем ярҙамсы хужалыҡ­тарҙы үҫтереү яҡлы, уларҙың өҫ­тә­мә килем килтереүҙә әһәмиәте ҙурлығына баҫым яһаны. Мәҫә­лән, бында умартасылыҡ терге­ҙел­гән. Умартасы Максим Мото­рин­дың һүҙҙәренә ҡарағанда, йөҙгә яҡын күс хужалыҡ өсөн сик түгел, киләсәктә лә уларҙың һанын арттырыу тураһында уйлайҙар.

Ыҫлаҡбаш – ер йөҙөнә ике клас­сик шағирҙы – Яков Ухсай менән Константин Ивановты биргән берҙән-бер ауыл. Хужа­лыҡтың Константин Василье­вичтың исемен йөрөтөүе ыҫлаҡ­баштарҙы айырыуса рухландыра.


Автор: Венер ИСХАҠОВ, Илдар АҠЪЮЛОВ
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523