Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Айнур ШӘЙБӘКОВ: “Үҫешер өсөн хәрәкәттә булырға кәрәк”

Спортҡа ла, йәмәғәтселек эшенә лә ваҡыт таба.

Ике тапҡыр донъя чемпионы, Европа беренселегенең бронза һәм көмөш призеры, Рәсәй чемпионы... Уның шашка буйынса шәхси иҫәптә лә, команда составында ла яулаған ҡаҙаныштары бихисап. Башҡортостанда, Рәсәйҙә билдәле шашкасы, Республика шашка федерацияһы етәксеһе Айнур Шәйбәковтың бала сағы, үҫмер йылдары нисек үткән, төп һөнәренән тыш тағы ниндәй шөғөлдәре бар, ниндәй уй-ниәттәр менән ҡайнап йәшәй – ошолар хаҡында уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

“Олатайымдың уйнарға өйрәткәне”

Айнур – ғаиләлә баш бала. Алты йәш сағында, ҡустыһы Илнур донъяға килгәс, уны Ишембай районына өләсәһе менән ола­таһы янына ебәрәләр. Нәҡ шул осорҙа олатаһы шашка тигән тылсымлы донъяны тәү башлап малайға аса, был уйын төрөнә һөйөүҙе лә ул уята.

– Фәрит олатайым кис һайын шашка уйнар ине, мин дә өйрә­нергә теләк белдерҙем. Еңелһәм, илай торғайным, – ти Айнур, ул саҡтарҙы иҫләп.
Шулай кис артынан кис үтә, шашка уйыны серҙәренә төшөнөү еңелдән булмай. Малайҙың был сәменә тейә, ҡалалағы ата-әсәһенә үҙен килеп алыуҙарын һорап шылтырата. Әммә Ишем­байға ҡайтып күп тә үтмәй, Айнур йәнә ауылға ашҡына.

– Килгәс, олатай менән тағы шашка уйнарға тотонам. Тағы еңеләм, тағы илайым, – ти ул.

Айнур Ишембайҙағы Әхмәт­зәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназияһында белем ала. Башланғыс кластарҙа мәктәп программаһына, өҫтәмә дәрес булараҡ, шашка уйыны инә. Айнурҙың беренсе тренеры Александр Павлович Мельников менән танышыуы ошо күнек­мәләрҙән башлана:

– Барыһы ла ысын дәрес формаһында үтә торғайны. Александр Павлович өйгә эш бирә, күнегеүҙәр эшләргә ҡуша, улар өсөн хатта билдә лә ҡуя ине. Уның ошондай тырыш, талапсан, яуаплы эшмәкәр­леге арҡаһында беҙҙә, уҡыусыларында, берен­селеккә ынтылыу сифаттары уянды. Тора-бара балалар ара­һында шашка уйынына ҡыҙыҡ­һыныу шул хәтлем артты, хатта тренерҙың бәләкәй генә кабинетына кеше һыймай башланы.
Айнурҙың билдәле шашкасы булып ки­те­үенә, ҙур еңеүҙәренә ике сәбәп этәргес бирә: ул гел бе­ренселеккә, камиллыҡа ынты­ла һәм олатаһы алдында үҙен бу­рыс­лы тоя. “Ул миндә сәм уятты”, – ти егет.

Тәүге еңеүҙәр, тәүге үрҙәр

Уңыш тырыштарға йылмая. Шашка уйынында ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн Айнурға күп көс тү­гергә тура килә. Тренеры Александр Павловичтың алымы тиҙ­лек­кә түгел, киреһенсә, һәлмәк, яй аҙымдарға ҡоролған: ул йәш уйынсыға бер туҡтауһыҙ күнегеү­ҙәр бирә, Айнур уларҙы эшләп алып килеүгә, икенселәрен тоттора.

Тора-бара һөҙөмтәләр күренә башлай: ҡышҡы каникул мәлдә­рен­дә Айнур олатаһын еңеүгә өлгәшә.

Һигеҙ йәшендә ул республика берен­селегендә дүртенсе урынды яулай. Рәсәй чемпионатына, ҡағиҙә булараҡ, беренсе өс урынға лайыҡ булғандар үтә, әммә уларҙың береһе ауырып китеү сәбәпле, ярышҡа барыу бәхете Айнурға йылмая:
– Рәсәй беренселегенән алда, йәй көнө малайҙар менән бә­хәс­ләшеп, ҡалала башҡорт нефт­се­лә­ренә ҡуйылған һәйкәлгә үрмәләнем. Барыһы ла күңелһеҙ бөттө: ҡолап башымды ярҙым, атай-әсәйемдән быны бер ни тиклем йәшереп йөрөнөм хатта. Әммә әсәйем хәлем насарай­ғанды ваҡытында аңғарып өл­гөрҙө, башымды дауаханала тегергә тура килде. Унан һуң Рәсәй чемпионаты, ә ярыш Швейцария системаһы буйынса үтә: еңеүселәр еңеүселәр менән уйнай. Минең өлөшкә туғыҙ уйын төштө, барыһын да еңеп сыҡтым. “Беренселекте алыр өсөн ҡолап башыңды ярыр кәрәк булған икән һиңә”, – тип шаяртты аҙаҡ тренер.

Айнур бишенсе класты тамам­лауға, тренеры Александр Павлович Өфөгә күсә. Күнекмәһеҙ тормошон күҙ алдына килтер­мә­гән егет өсөн был ваҡыт арауығы ысын һынауға әйләнә. Башҡа тренер менән шөғөлләнеү ҙә ярҙам итмәй, дәрестәр күңелһеҙ тойола. Айнур ата-әсәһенән уны Өфөгә уҡырға ебәреүен һорай, әммә башта кире яуап ала.

– Август аҙағы, тыуған көнөм етте, өйгә ҡунаҡтар йыйылды. Әсәйҙең “ни теләйһең?” тигән һорауына тик бер генә яуабым: “Өфөгә ебәрегеҙ”.
Айнурҙың ныҡышмалылығы үҙенекен итә, уҡыу йылы баш­ланыуға дүрт көн ҡалыуға ҡара­маҫтан, ул Рәми Ғарипов исе­мендәге башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы булып китә. Тренеры Александр Павлович ошо уҡ гимназияла эшләгәнгә күрә, Айнурға шашка донъяһына инеп китеү ауыр булмай, ҙур еңеүҙәре лә оҙаҡ көттөрмәй. Ун ике йәшлек үҫмер, донъя беренселегендә тәүге тапҡыр ҡатнашып, үҙ төркөмөнән бер баҫҡысҡа юғарылар, ун ете йәшкә тиклемгеләр араһында беренсе урынды яулай.

Гимназияны тамамлағас, Айнур Баш­ҡорт дәүләт универси­тетының физика-тех­ник институтына уҡырға инә. Уҡыу менән шашка уйындарын бергә алып барыу ҡыйынға төшә уға, ҡайһы саҡ бер күнекмәлә генә һигеҙ сә­ғәт ултырырға тура килә. Китап­тарҙы ярышҡа юлланған мәл­дәр­ҙә лә ҡулға алып була, тигән бер ҡатлы өмөтө йыш ҡына аҡлан­май, сөнки бер уйын дүрт сәғәттән алып һигеҙ сәғәткәсә дауам итә, унан һуң физика менән шөғөл­ләнеп ҡара...

Әммә ныҡышмалылығы, эшһө­йәрлеге был юлы ла ҡотҡара Ай­нурҙы, ул студент йылдарында та­нылған шашкасылар Тамара Танһыҡҡужина, Алексей Чижов, Юрий Черток, Евграф Зубов ме­нән шашка уйындары буйынса уҡыу китаптары сығарырға өлгөрә.

Юғары маҡсаттарға ынтылып йәшәүе Айнурҙы, БДУ-ны тамам­лағас, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына аспирантураға илтә. Ул “Балаларҙа аналитик һәләтте үҫтереү юлы” темаһына диссертация яҡлай.

Айнур Шәйбәков 2014 йылда шашка уйындарын тиҙлеккә уйнау буйынса донъя чемпионы була.
– Был минең өсөн ҙур һәм әһәмиәтле еңеү, сөнки тап ошондай ярыштар аша һин үҙ исемеңде тарих биттәренә уйып яҙаһың, – ти ул был хаҡта.

Изге эштәр менән ҡайнап

Айнур, спорттан тыш, әүҙем йәмәғәт эш­мәкәре лә. Инде дүрт йыл ул – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәш­тәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Хәтер һәм ғорурлыҡ – быуындар йөрәгендә” проекты өҫтөндә эшләй, Бөйөк Ватан һуғы­шында хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәр хаҡында мәғлүмәт туплау менән шөғөлләнә.

– Был проект мине әхлаҡи яҡтан тулы­ландырҙы, Тыуған илем алдында булған бурысымды яҡшыраҡ аңларға ярҙам итте. Уйлап ҡарағыҙ, әлеге ваҡытта һуғышта хәбәрһеҙ юғалғандар һаны – 125 мең. Йәнтөйәккә әйләнеп ҡайтмаған 125 мең яҙмыш... Ҡайҙа һәләк булғандар, ҡайҙа ерләнгәндәр – бер нәмә лә билдәле түгел...

Проектты ғәмәлгә ашырыусылар төрлө райондарҙағы мәғариф ойошмалары, мәктәп директор­ҙары, уҡытыусылар, уҡыусылар менән бәйләнешкә инеп, эҙләнеү эшенә тотона.

– Аҙаҡ уҡытыусылар менән уҡыусылар үҙаллы эшләй башланы. Рәсәйҙең Оборона ми­нистрлығының архивы асыҡ, уның аша күп мәғлүмәт туплап була. Шуныһы ҡыйын: беҙҙең башҡорт яугирҙәренең исем-шәрифе буталып төрлөсә яҙыл­ған. Шуға күрә, беҙ исем-фами­лияларҙан тыш, һәр һалдаттың ҡайҙан һуғышҡа юлланғанына, яуға тиклем ҡайҙа, кем менән йәшәгәненә саҡлы асыҡларға тырыштыҡ, – ти Айнур.
Шуныһы ихтирамға һәм иғти­бар­ға лайыҡ: уртаҡ көс менән уларға хәбәрһеҙ юғалған 125 мең кешенең биш меңен табырға насип була.

Сығышы менән Ғафури райо­нынан булған һалдатты тапҡанда тетрәндергес хәл тыуа. Ауыл аҡһаҡалынан “Ошондай кешене белмәйһегеҙме?” тип һорағас, ул эҙәрмәндәрҙе “фамилиялары тура килергә тейеш” тип оло йәштәге һуҡыр инәйгә ебәрә. Уға эҙәрмәндәр тулы мәғлүмәтте әйтеп тә өлгөрмәй, ул “эйе, беҙҙең һалдат” ти. “Ҡайҙан беләһегеҙ?” тигән һорауға: “Ағайым бөгөн төшкә керҙе лә “мин ҡайттым” тине”, – тип яуаплай ағинәй.

Айнур Йәштәр йәмәғәт пала­таһының эшмәкәрлеген баһалап: “Эҙәрмәндәр сылбырындағы һәр кем был эштәрҙең мөһимлеген аңлай”, – ти.
Әлеге көндә егет сираттағы проект менән янып йәшәй: Ярлы­ҡау комитеты, Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре һәм төрлө спортсылар менән төрмәләр буйлап йөрөй.

– Юғары үрҙәргә артылыу, үҫеш өсөн даими эшләргә кәрәк. Кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙғың килһә, йәмғиәт өсөн файҙа кил­терергә ашҡынһаң, был донъяға бушҡа тыумағаныңды аңларға теләһәң, ең һыҙғанып эшлә, – ти Айнур һәм физика­лағы кеүек үҙ теорияһын килтерә: тормош­та үҙеңдең “0” түгел, ә “+” икәнеңде иҫбат итер өсөн даими хәрәкәттә булыу мөһим.

Ни өсөн тап төрмә, холоҡ төҙәтеү колониялары? Айнур был һорауға һорау менән яуап ҡайтарҙы:
– Ни өсөн беҙ көс күрһәтә алабыҙ, ә кешене йәлләү һәлә­тенән тартынабыҙ?

Бындай урындарҙа ла төрлө әҙәм балалары осрай. Айнурға улар менән осрашып һөйләшеү мөһим, хәлдәрен еңеләйткеһе килә. Шул уҡ ваҡытта был уға үҙ тормошона бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡарарға ярҙам итә.

– Холоҡ төҙәтеү колония­ла­рын­дағы балалар менән осрашам, улар менән шашка уйнайым, күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу күрәм, ҡайһы берәүҙәре ваҡытын тултырып сыҡҡас, был спорт төрө менән ныҡлы шөғөлләнергә йыйына, – тине ул.

Талант –бер процент...

Заман технологияларының шашка уйын­дарына ҡурҡыныс янау-янамауы хаҡында Айнурҙың үҙ фекере бар: һәр ата-әсә барыбер үҙ балаһын ҡайғыртып, уны төрлө файҙалы уйындарға өйрәтәсәк. Был йәһәттән шашка тәүге урындарҙың береһен биләй. Ул ҡул моторикаһы үҫе­шенә ыңғай йоғонто яһап ҡына ҡалмай, кешелә түҙемлек, яҡшы хәтер, абстракт һәм аналитик фекерләү сифаттары тәрбиә­ләй. “Шашка уйынсыларының бөтәһе лә – аналитиктар. Бер туҡтауһыҙ ағылған мәғлүмәттән, уй-фекерҙәрҙән улар кәрәген генә һайлап ала”, – ти Айнур.
Шашкасылар, уйындағы кеүек, тормошта ла һәр аҙымын үлсәп, төптән уйлап яһай.

Айнур 14 йәшендә “Ниңә шахмат түгел, ә шашка?” тигән һорауға:
– Шашка уйынында, тормош­тағы һы­маҡ, нимәнелер ҡорбан итмәйенсә, дам­каға әйләнеү мөмкин түгел, – тип яуаплай.
Хәҙер килеп үҫмер сағындағы был тапҡыр һүҙҙәренә үҙе ғәжәп­ләнһә лә, уның фекере үҙгәрмәгән – тормошта ла, спортта ла уңышҡа өлгәшер, алға атлар өсөн нимәнелер ҡорбан итергә кәрәк.

Айнурҙың бала сағы шашка уйнап үтә. Йәштәштәре урам ҡыҙырғанда, ул шашка таҡтаһы алдында ултыра. Үҙенең уңыш серен дә ул тап ныҡыш­ма­лы­лыҡтан, тырышлыҡтан күрә. “Талант бында бер генә процент, ҡалған 99-ы үҙ өҫтөңдә даими эшләүҙән”, – ти ул.

Егеттең әлеге мәлдә Рәсәйҙең иң билдәле шашкасыларының береһе булыуында Александр Павлович Мельниковтың да хеҙмәте ҙур.

– Күнекмә ваҡытында ҡайһы бер балаларҙың күңелен үҫтерер өсөн ул махсус еңелә ине, ә мине гел еңде. Ошо сәбәпле ун ике йәшкә тиклем күҙ йәше түккән­мендер. Александр Павлович тренер ғына түгел, психолог та. Шулай итеп, миндә оло сәм уятҡан, алдағы еңеүҙәремә дәртләндергән, – ти Айнур.

Республикала хәлдәр нисек?

Айнур Шәйбәковтың Шашка феде­рацияһы етәксеһе булараҡ эшмәкәрлеге Өфөлә генә сик­ләнеп ҡалмай. Ул Урал аръя­ғында, йәғни Хәйбулла, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән райондарында, бала­ларҙы шашка уйындарына өйрәтеү мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһына.

– Күп ғаиләләрҙә ата-әсә ба­лаһы менән шашка уйнай. Беҙҙең иҫәп буйынса, республикабыҙҙың 40 районында шашка буйынса түңәрәктәр эшләп килә. Был спорт төрөнөң әүҙемлеге уның артыҡ сығым талап итмәүенә лә бәйлелер. Мин уйнай башлаған­да, атайым уйын таҡтаһын ҡа­ғыҙ­ҙан эшләп бирҙе, ә фишка ро­лен олатайымдың аҡлы-ҡа­ралы төймәләре үтәне, – ти ул.

Айнурҙың фекеренсә, тап беҙҙең республикала шашка буйынса чемпиондар тәрбиәләй беләләр.

– Шашка – республикабыҙ бренды. Беҙҙә был уйын буйынса аҫылташтар етерлек. Башҡортос­тандан тыш тағы Голландияла, Саха (Яҡут) Республика­һында был спорт төрө менән ихлас шөғөл­ләнәләр, тик уларҙа уйынсылар һаны меңдән аша. Ә беҙ ресурстар, кәрәкле көстәр етмә­гән хәлдә лә сифат менән ал­дырабыҙ: 10 кешелек команда менән дә яҡшы һөҙөмтә күрһәтә алабыҙ, – тине Айнур һәм ошо ике ил хаҡында ҡыҙыҡлы мәғ­лүмәттәр килтерҙе: Голландияла уйынсылар һаны дүрт меңгә етһә, яҡуттар шашкала тотош ауылдары ҡаршы тороп уйнай икән. Мәҫәлән, бер ауыл 300 саҡрым алыҫлыҡтағы төбәккә барып уйнап ҡайта.

Айнур әйтеүенсә, шашка Баш­ҡортос­танда күптән халыҡ уйынына әүерелгән, ул, ҡурай, бал, нефть менән бер рәттән, респуб­ликабыҙҙың йөҙө булып тора. Рәсәй, Европа, донъя чемпионаттарында Айнурҙың үҙенә йыш ҡына “Башҡорт­остандан булғас, яҡшы уйнайһыңдыр инде” тип әйткәндәре бар икән.

– Ҡытайҙар шашкала оҫта уйнауыбыҙ хаҡында ишетеп, тап беҙгә килде. Бына ошо урында (Айнур ҡулдары менән кабинетын иңләй – авт.) килешеү төҙөнөләр. Уларҙа шашка милли уйындар рәтенә ингән.

Башҡортостанда шашка буйынса халыҡ-ара кимәлдәге утыҙға яҡын оҫта бар. Был спорт төрөнөң әүҙемлеге оҙаҡ йылдар Шашка федерацияһын етәкләгән Юрий Чертоктың тырышлығы менән 1982 йылдан алып башлана. Ғөмүмән, шашка уйында­рының киләсәге ҙур, уйынсыла­рыбыҙ ғына ла бер нисә быуын тәшкил итә.

Уйлап ҡараһаң, Айнурға әле ни бары 26 йәш. Күптәр был ва­ҡытта йүнләп йәшәй ҙә башла­маған, ә ул яулаған үрҙәрендә, үҙе һыуҙағы балыҡ һымаҡ йөҙгән шөғөлөндә генә сикләнеп ҡалмай, тормошон һаман мәғәнәлерәк, тулыраҡ итергә ынтыла, даими хәрәкәттә йәмғиәткә файҙа килтереү уйы менән яна. Был аҫыл башҡорт егетенә тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр насип итһен, изге ниәттәре тормошҡа ашһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521