Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Соҡорһоҙ юлдарҙа йөрөр саҡ

Быға өлгәшеү өсөн аҡса ғына түгел, оҫталыҡ, тырышлыҡ һәм... намыҫ та талап ителә.

Күптән түгел республикабыҙ Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың еүеш асфальтҡа битум һәм гудрон һалыуҙы тыйыуы, температура ныҡ түбән төшкәндә лә быны эшләргә ярамауы тураһындағы иҫкәртеүе барлыҡ матбуғат сараларында хәбәр ителде. Ысынлап та, “фәләнсә километр юл түшәнек” тип отчет өсөн генә төҙөлөш алып барыу кемгә кәрәк? Шуғалыр ҙа яҙ һайын яңы юлда соҡорҙар барлыҡҡа килә, тәгәрмәс эҙенең ярылып ятыуы йөрөргә ҡамасаулай... Етешһеҙлектәр төҙәтелерме, юлдар заман талаптарына яуап бирә башлармы?

Бормалы-бормалы булһа...

Беҙҙең республика – юл селтәре буйынса ил төбәктәре араһында алдынғыларҙың береһе, ә Волга буйы федераль округында хатта тәүге урынды биләй: дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙың оҙонлоғо 47 мең километрҙан аша, шуның 800 километры федераль әһәмиәтле. Юлдарҙың насар булыуы элек-электән килгән күренештер ул, моғайын. Юҡһа, халыҡ “Юл аҙабы – гүр ғазабы” тигән тапҡыр фекер әйтмәҫ ине. Ғөмүмән, халыҡ ижадында был өлкәгә арналған мәҡәлдәр күп: “Юлға сығыр булһаң, биш сабата үреп ал”, “Юл бормалы булһа, алда ни булыры күренмәй”, “Юлдағы кеше ураҙа тотмаһа ла ярай”, “Өйҙәге фекерҙең юлда кәрәге юҡ”, “Йәйәүлегә янсыҡ та йөк”, “Бер көнгә юлға сыҡһаң, бер аҙналыҡ аҙыҡ ал” һ.б.

Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: хәҙерге юлдарҙы элеккеһе менән сағыш­тырырлыҡ та түгел. Уҙған быуаттың аҙағында республиканың алыҫ райондарына көнөнә барып ҡайтыу хыял ғына була торғайны. Хәҙер иртән Өфөнән сығып китһәң, төш етмәҫ борон йыраҡтағы районға барып та етәһең, төш ауыуға – тағы баш ҡалалаһың. Автомобилдәр тиҙ йөрөшлө һәм ҡеүәтле, юлдар ҙа күпселек арауыҡта сәғәтенә 100-120 километр тиҙлектән төшмәй барырлыҡ. Дөрөҫ, ҡайһы бер ерҙә асфальтта соҡорҙар хасил булыуы, юл ремонтлаусыларҙың бер үк урында оҙаҡ мыштырлауы кәйефте ҡырып ҡуя, төҙөүселәр күпер йүнәткән мәлдә тығынға ла эләгәһең. Тимәк, юл сифатын ҡарап, тикшереп, төҙәтеп торалар.

Төҙөүселәрҙең оҫталығы арта барһа ла, юл һалыуҙа заман талаптарына яуап бирерлек кимәлгә етмәгәндәр әле. Хәтерегеҙҙәлер: бынан өс йыл элек Өфөлә БРИКС һәм ШОС саммиттарын уҙғарыу алдынан баш ҡаланан аэропортҡа илткән юлды ҡабат-ҡабат эшләнеләр. Дөрөҫөрәге, эшләттеләр. Бер ҡараһаң, абруйлы ҡунаҡтар үтәсәк төп трасса бит инде, ләкин хатта шуны ла Европа талаптарына яуап бирерлек итеп төҙөй алмайҙар, район-ара юлдарҙы әйтеп тә тораһы түгел. Бындай осраҡта юлсылар, ғәҙәттә, климатты ғәйепләй: температураның ҡырҡа үҙгәреп тороуы арҡаһында битумда ярыҡтар барлыҡҡа килә һәм уларҙы һыу “ашай” башлай, ҡыш боҙ туңып киңәйтә.

Аҡланырға дүрт сәбәп бар

“Техникаһы яҡшы ла бит, техно­логияһы шәптән түгел” тигәндәрен йыш ишетергә тура килә. Дөрөҫөрәге, технология тейешенсә күҙәтелмәй. Асфальтты йыш ҡына ҡар өҫтөнә йәки ямғыр яуғанда түшәүҙең тейешле талаптарға тура килмәүен белгес булмаған кеше лә аңлайҙыр.
Икенсе сәбәбе – бынан 30-40 йыл самаһы уҡып сыҡҡан проектлаусы­ларҙың иҫкесә эшләүе, яңылыҡтар ҡулланыуҙы отошһоҙ тип иҫәпләүе.

Өсөнсөнән, юл өсөн ҡулланылған төп материалдарҙың – битум менән ҡырсынташтың – сифаты насар булыуы. Битум – нефть эшкәртеүҙә барлыҡҡа килгән ҡалдыҡ. Уны махсус етеш­термәйҙәр һәм сәнәғәтселәргә ул төп табышты бирмәй, йәғни ниндәй битум сыға, юлсыларға шуны оҙаталар. “Росавтодор” һуңғы йылдарҙа битумға талапты күтәрҙе, ләкин иҡтисади көрсөк арҡаһында был ҡағиҙәләрҙең ҡасан теүәл күҙәтелә башларын бер кем дә әйтә алмайҙыр. Ҡырсынташтың иһә ҙур заказсылары бар. Мәҫәлән, тимер юл идаралығы. Ул ошо материалды үтә ваҡламайынса ла ҙур партиялар менән алырға әҙер. Тимәк, карьер хужаларына ҡырсынташты, бик ваҡ итеп онтап, аҙ һанлы асфальт ойошмаларына һатыу­ҙың файҙаһы юҡ тигәндәй: сығымы ла күберәк, табышы ла ҙур түгел.

Дүртенсенән, юл-төҙөлөш ойошмалары күпселек осраҡта монополист дәрәжәһендә йәшәй, сөнки ҙур ҡала эргәһендә үҙ етештереү базаһы, келәттәре, тейешле белгестәре булған компаниялар аҙ, улар менән ярыша алырлыҡ яңы предприятиелар асыу ҙа ҡатмарлы эш булып тора.

Күптән түгел Өфөлә Ҡытайҙың “Chongqing Construction Engineering Group” төҙөлөш корпорацияһы вәкилдәре булып китте. Улар республикабыҙҙағы бер нисә юл төҙөү проекты менән ҡыҙыҡһынды һәм эште сифатлы башҡарырға вәғәҙә итте. Баш ҡаланың Инвесторҙар йортонда был ойошма белгестәре бер нисә проект менән танышты: Өфөнөң төньяҡ өлөшөндәге Интернационал урамы Октябрь проспектына ғына боролмай, ә көнбайышҡа ла дауам итеп, Ағиҙел аша һалынасаҡ күпер буйлап “М-7” федераль трассаһына барып тоташырға тейеш. Был юл Башҡортостандан көнсығышта ятҡан төбәктәр менән көнбайыштағы субъекттар араһындағы автомобиль ағымы өсөн кәрәк. Әле ошо хәрәкәт баш ҡаланан көньяҡтараҡ үткән “М-5” трассаһына ҡушылырға мәжбүр. Черниковкалағы был урам иркен генә, әммә Ағиҙелдең уң яҡ ярында ул бик текә урындағы күпер аша үтергә тейеш буласаҡ. Күпер төҙөлөшөн 2020 йылда башлауҙы планлаштыралар. Республика Хөкүмәте уның һәм юлдың проектын раҫланы ла инде. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 1,2 километр оҙонлоҡтағы күпер һәм ете километр тәшкил итәсәк юл айырсаһы һигеҙ миллиард һумдан ашыуға төшәсәк. Был сығымды республика ҡаҙнаһынан да, башҡа сығанаҡтарҙан да тәьмин итергә уйлайҙар.

Йә күпер һал, йә урап үт...

Ошо проектты әҙерләгән “Гипростроймост” институты белгестәре раҫлауынса, бөгөн Затон күпере аша Өфөгә килгән транспорт ағымының яртыһы ҡалаға ингәс тә Черниковка яғына йүнәлә. Ә ҡаланан ошо яҡҡа юлланған машиналарҙың яртыһы самаһы “М-7” трассаһына сығыуҙы маҡсат итеп ҡуя, 15 проценты был тарафтағы ҡасабаларға килә, 43 проценты самаһы Затон шоссеһына йүнәлә. Тимәк, Ағиҙел аша һалынасаҡ Черниковка күпере әле булған магистралде күпкә бушатасаҡ. Дөрөҫ, хәбәр итеүҙәренсә, был юл еңел автомобилдәр һәм пассажирҙар транспорты өсөн генә иҫәпләнгән, йәғни ауыр йөк машиналары йөрөй алмаясаҡ.

Ҙур ҡала эсендә юл һалыу еңел түгел. Ер аҫтынан үткән бихисап коммуникацияларҙы, урамдарҙы үҙгәртеү зарурлығын ғына түгел, юл үтәсәк урындағы йорттарҙың хужаларын ҡайҙалыр күсереү тураһында ла ҡайғыртырға кәрәк. Мәҫәлән, Затон күперенең яңыртып төҙөлөүе тураһында бөтәбеҙ ҙә хәбәрҙар. Уның ҡалаға ингән осонда юл төҙөгәндә Чекалин урамындағы йорттағы милекселәр муниципаль ҡаҙнанан ошо бинаны һатып алырға тәҡдим ителгән аҡсаның аҙ булыуына һылтанып, күсеп китеүҙән баш тартты. Ә был урын юлдың санитар-һаҡлағыс һыҙатына эләгә икән. Күберәк түләргә ҡаҙнаның мөмкинлеге юҡ. Ахырҙа мәсьәләне хәл итеүҙе кисектерҙеләр. Ошо уҡ юл өҫтөнә йәнә һигеҙ шәхси ағас йорт тура килгәйне. “РБК-Өфө” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, хужалары барыһына бергә 70 миллион һум һораған, бер аҙ һатыулашҡандан һуң, ҡаланың 56 миллион һум түләүенә риза булғандар.

Яңы юл һалыу менән бергә элегерәк булғанын ремонтлау ҙа туҡтамаясаҡ, әлбиттә. Хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалабыҙҙа юл селтәрен, шул иҫәптән ихаталағы асфальтты тәртипкә килтереү өсөн бер миллиард һум аҡса бүленгән. Өфөгә лә, халҡы миллион кешенән артҡан бүтән ҡалаларға ла был сумманы федераль ҡаҙнанан бирәләр. IV Халыҡ-ара ҡала төҙөлөшө форумында Өфөлә һуңғы биш йылда меңдән ашыу ихатала яңы асфальт түшәлеүе тураһында ла әйтелгәйне, ләкин был – төҙөкләнде­реүгә мохтаж булған йорт яны участка­ларының сирек өлөшө генә.

Юлдың сифатына килгәндә иһә, уға контроль ҡатылана бара. Быйыл яҙ “Рос­автодор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы заказы менән Өфө районының Булгаков ауылы янында 10 километр оҙонлоғонда асфалтьт түшәл­гәйне. Эште тикшереү мәлендә заказсы юлдың 400 метрында битумдың һыуыҡ ергә һалынғанын, йәғни технологияның һанға һуғылмағанын асыҡланы.

– Был хәлгә ҡарата акт төҙөлдө, штраф түләтеләсәк. Подрядсыға көндәр йылытҡас та был арауыҡтағы асфальтты ҡырҡып алырға һәм ҡабаттан түшәргә ҡушылды, – тип аңлаттылар идара­лыҡта. – Эш төҙөлөш ойошмаһының үҙ иҫәбенә башҡарыласаҡ.

Юл һалыу – стратегик әһәмиәтле бурыс. Ҡасандыр Өфөнөң Карл Маркс урамындағы “Башавтотранс” идаралы­ғына ингән урында “Юлдар – иҡтисадты алға этәреүсе ул” тигән яҙыу тора ине. Был ыңғайҙа заманында күренекле шағир Роберт Рождественский яҙып ҡалдырған юлдар ҙа иҫкә төшә: “Коммунизм – ул Совет власы плюс юлдар!” Шуға күрә уны теләһә нисек һала алмайҙар, ә алдан уйланылған планға нигеҙләнеп башҡаралар.

Башҡортостанда ла “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты күптәнән бирле тормошҡа ашырыла. Был проект нигеҙендә республикала Юл эшмәкәрлеге программаһы буйынса проект әҙерләнде. Ул ҡайҙа һәм ниндәй объекттар төҙөләсәген күҙ алдында тота. Программаның проекты “Росавтодор”ҙың махсус комиссияһы тарафынан раҫланды ла инде. Объекттар Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларын һәм Өфө, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Кушнаренко райондарын, йәғни республиканың үҙәк өлөшөн үҙ эсенә ала. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты 4 декабрҙә республика халҡын ошо проектты асыҡ тикшереүҙә ҡатнашырға саҡыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523