Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өҫтәлең һыйлы булһын
Өҫтәлең һыйлы булһынУл ғаиләһен тәмле ризыҡ менән һыйларға ярата. Иртән тороп ҡамыр ҡуйһынмы, буҙа һөҙөп алһынмы, барыһына ла өлгөрә уңған хужабикә. Таныштары, егәрлелегенә һәм оҫталығына һоҡланып, дәрт-дарманына аптырап та ҡуя ҡайһы саҡ.
Сибай ҡалаһында йәшәгән Венера Йәнбәкова менән танышыуыма тиҫтә йыл ваҡыт уҙған. Ул эшләгән китапханаға йыш йөрөйөм. Эшен яратып башҡарыуынан тыш, алтын ҡуллы булыуы бер кемгә лә сер түгел. Күптән түгел ҡалала үткән сараларҙың береһендә Венера апайҙың үҙе әҙерләгән буҙаны һатыуын күргәс, янына бармайынса түҙә алманым. Уның татлы ризыҡ әҙерләү өлгөһөн гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итергә ине теләгем.
Йортона индем дә шаңҡып ҡалдым. Өҫтәлдә ниндәй генә ризыҡ юҡ?! Аптырауҙан: “Туй буламы әллә? Ҡамасауланым, буғай”, — тип әйтеп тә өлгөрмәнем, “Һинең килеүеңә табын әҙерләнем”, – тип яуапланы.
Ҡайнатмаһының ғына 17 төрө бар. Иртә яҙҙан әҙерләнгән бәпембә балынан алып еләк, ҡарағат, көртмәле, алма, энәлек һәм башҡалар. Уртала өҫтәл биҙәге — сәк-сәк Өҫтәлең һыйлы булһынурын алған, уның янында төрлө бәлеш, ҡомалаҡ икмәге ҡунаҡлаған. Әбйәлилдәрсә эшләнгән буҙа һыуһынды ҡандыра, йәнеңә сихәт бирә!
— Венера Әнүәр ҡыҙы, эсемлектең серен асһағыҙсы? Ни өсөн “әбйәлилдәрсә” тип атанығыҙ?
— Мин үҙем Әбйәлил районының Хәлил ауылында тыуып үҫкәнмен. Әсәйем — Күсем ауылы ҡыҙы, данлыҡлы Таһир Кусимов араһынан. Бала саҡтан әсәйемдең буҙа ҡойғанын күреп, уны эсеп үҫтек. Шифалы ризыҡты Әбйәлил районының милли эсемлеге, тип атағанда ла дөрөҫ булыр. Уның сере ябай. Мин дә, әсәйем кеүек, буҙаны шыттырылған бойҙай менән һолонан эшләйем. Шуға күрә ул, башҡаларҙыҡынан айырмалы, күпереп тора. Һуңғы ваҡытта уны геркулестан ҡойоусылар йышайҙы. Улай итеп эшләргә лә була, әммә халҡыбыҙ боронғо эсемлекте һоло менән бойҙайҙы шыттырып яһаған. Шуға күрә кемдер минең кеүек эшләһә лә, килеп сыҡмаһа үпкәләмәһен, тип кенә иҫкәртеүем. Сөнки өйрәтеп тә килештерә алмаһалар, бер серен әйтмәй ҡалдырғанһығыҙ, тип үпкәләгән хужабикәләр ҙә бар.
Өҫтәлең һыйлы булһынСамалап бойҙай менән һолоно шыттырырға ултыртам. Шытымдар сыҡҡас, уны ит турағыс аша үткәрәм. Артабан иҙмәне һыуға һалып, шыйыҡ бутҡа бешерәбеҙ. Аҙ ғына һыйыр йәки һарыҡтың эс майын өҫтәйем, аҙыраҡ сүпрә һалам. Шуларҙы бергә ҡайнатып сығарғандан һуң, һыуытырға ултыртам. Бер тәүлек үткәс, тәүҙә эре һөҙгөстән, аҙаҡ вағынан һөҙәм. Ике тапҡыр һөҙгәндән һуң, буҙа күпереп тора. Ошонан һуң уны эсергә була.
— Буҙаны һатыуға ла сығараһығыҙ шикелле. Уны үҙ итеүселәр күпме?
— Тәүҙәрәк таныштарға, туғандарға биреп ҡайтара торғайным. Артабан һораусылар йышайҙы, ә инде буҙаның ашҡаҙан, йөрәк-ҡан ауырыуҙарына дауа икәнлеген белеүселәр алдан заказ бирә. Эшләп өлгөрт кенә! Һуңғы йылдарҙа иҫерткес эсемлектәрһеҙ үткән туй мәжлестәре, төрлө юбилей тантаналары өсөн буҙа һораусылар арта. Хәҙер хаҡлы ялда булғас, төп шөғөлөм буҙа әҙерләү инде. Еңел булмаһа ла, табышлы тип әйтер инем.
— Ҡомалаҡтан бешерелгән икмәгегеҙҙе лә һораусылар барҙыр...
— Ғүмер буйы икмәкте тик ҡомалаҡ сүпрәһенә бешерәм. Магазиндан һатып алғаныбыҙ юҡ. Ҡомалаҡ икмәген ашҡаҙан еңел үҙләштерә, оҙаҡ һаҡлана. Тәмлерәк тә, сифатлыраҡ та. Көҙ урмандан ҡомалаҡ йыйып, киптереп алам, ваҡлап турап, баш эшләйем. Сүпрәне иҫкертмәй, яңыртып торорға кәрәк, шул саҡта ғына икмәк ҡабарып бешә. Күптәр ситтә уҡыған балалары өсөн бешертеп ала, икмәгең бер аҙнаға етә лә ҡуя, тип тә шаярта.
— Башҡорт халҡының милли ризығы — һеҙ бешергән сәк-сәк тә күптәрҙең табынын биҙәй…
— Ҡамырын бары тик йомортҡаға ғына баҫам. Тоҙ һалмайым, тик бер аҙ аш содаһы өҫтәйем. Ул йомшаҡ булырға тейеш, йәйгәндә он ҡушмайым. Һалма кеүек йәйәм дә туҡмас һымаҡ нәҙек кенә итеп киҫәм. Ҡамыр ҡабарып бешһен өсөн, уны киҫкәс үк бешерә башларға кәрәк, өҙлөкһөҙ болғатып тороғоҙ. Ҡыҙыу утта бешермәйем, сөнки сәк-сәк ярғыланып бөтә.
Бешереп алғас, балды иретеп, өҫтөнә ҡоям да, ҡул менән яҡшылап бутап, теләгән һауытҡа матур итеп өйөп, һалҡынса урынға ҡуям. Күптәр сәк-сәк өҫтөн ваҡ кәнфит, йөҙөм менән биҙәй. Бер ваҡытта ла сәк-сәкте биҙәмәйем, яҡшы бешерелгән аш-һыу биҙәүһеҙ ҙә өҫтәл йәменә әүерелә.
— Аш-һыу әҙерләүҙең ниндәй үҙенсәлектәре бар?
— Һәр ризыҡты әҙерләгәндә, күңел йылыңды һалып башҡарырға кәрәк, шул саҡта тәмле лә, татлы ла була. Юҡһа, хатта иттең дә тәмле бешмәүе мөмкин. Кемдер миңә ҡунаҡҡа килә икән, уға булған ихтирамым, ихлас тойғоларым үҙем әҙерләгән аш-һыуға күсә, шуға күрә ябай ғына әҙерләгән ризыҡтарым да телде йоторлоҡ килеп сыға. Һәр нәмәлә ихласлыҡ мөһим. Йомарт икәнһең, ул әҙерләгән аш-һыуҙа ла сағыла. Юҡҡа ғына халҡыбыҙ элек-электән ҡунаҡсыллығы һәм асыҡ күңеллелеге, аш-һыу әҙерләп, ҡунаҡ итә белеүе менән дан тотмаған. Беҙгә шул сифаттарҙы юғалтырға ярамай. Нисек кенә булмаһын, ҡатын-ҡыҙ булған йортта төрлө тәм-том, аш-һыу әҙерләнгән, өҫтәлдәргә ризыҡ ҡуйылған булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ғаиләңде һыйлауҙан да ҙур кинәнес бармы икән?!
Кәримә Усманова




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. УКЫУСЫ
    УКЫУСЫ от 19.05.2012, 17:21
    БИК ФАЙЗАЛЫ МЭКЭЛЭ! АНЛАП ЕТМЭНЕМ:ИТ ТУРАГЫС АША ШЫТЫМДЫ ГЫНА УТКЭРЕРГЭМЕ, ЭЛЛЭ БОЙЗАЙЫ МЕНЭН БЕРГЭ КУШЫП УТКЭРЕЛЭМЕ? РЭХМЭТ!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521