Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешенең мөмкинлеге сикһеҙ

Әхмәтгәрәй Мөтиғуллинға көн дә йомош менән киләләр.

Ҡамышлытамаҡ урамдары буйлап үткән саҡта ҡапҡаларҙағы семәрле биҙәктәрҙән күҙҙәр ҡамаша. “Әхмәтгәрәй Мөтиғуллиндың ҡулы теймәгән ҡапҡа һәм ҡойма һирәктер бында. Мәсет ҡапҡаларын да матурлап бирҙе”, – тине ауыл халҡы, урам осондағы йортҡа күрһәтеп.

Оҫта “тимер ат”ын урамға индереп йөрө­гән мәлгә тура килдек. “Күрше ауылға барып мейес сығарҙым”, – тип аңлатты ул. Баҡтиһәң, һуңғы йылдарҙа районда ҡайһы берәүҙәр ҡабаттан мейестәрен тергеҙә башлаған. Урманлы яҡта йәшәгәс, өйҙө утын яғып йылытыу газдан файҙа­ланыуға ҡарағанда отошлораҡ тип иҫәпләйҙәр.

Мейес сығарыу серҙәрен Әхмәтгәрәй Мәкки улы Татарстанда янғын хәүефһеҙ­леге буйынса белем алған сағында бер ҡарттан өйрәнгән. “Бабайҙың кирбесте лә күтәрергә хәле етмәй ине. Ул әйтеп ултыр­ҙы, мин эшләнем. Көн һайын өйөнә йөрөп, барыбер өйрәнеп алдым. “Мейесте насар сығарып, кешеләрҙе интектермә”, – тигәне гел иҫтә”, – ти оҫта. Мейессене Өфөгә лә йыш саҡыралар икән, әммә ул гел баш тарта, сөнки һыйыры менән башмағын, “Каспер” ҡушаматлы ап-аҡ бөҙрә көсөгөн оҙаҡҡа ҡалдырып китергә йәлләй.

Ыҡсым ғына йортҡа инеү менән беҙҙе ҙур йылы мейес ҡаршыланы. Төпкө бүлмә­лә­ге өҫтәлдә ағастан эшләнгән һырлы ҡумталар, урам исеме һәм йорттоң һаны яҙылған биҙәкле алтаҡталар, аш-һыу бүл­мәһендә кәрәкле әйберҙәр ята ине. Былар барыһы ла – егәрле хужаның ҡул эше өлгө­ләре. “Баҡса мәшәҡәттәре тамам­лан­ғас, шулай ағас эшенә тотонам”, – ти ул.


Оҫтаның тормошон йәмләгән мәшә­ҡәт­тәргә был көҙ яңыһы өҫтәлгән – өс мәктәп уҡыусыһы ағас һырларға өйрәтеүен һорап килгән. “Әлегә үткер бысаҡтар тот­торорға ҡур­ҡам, шуға күрә ҡыҙыҡһы­ныу­ҙары һүре­леп ҡуймаһын тип, эште һүрәт төшөрөүҙән башланыҡ”, – тип йылмая Әхмәтгәрәй Мәкки улы. Ҡала ерендә бындай һабаҡтар өсөн аҡса алырҙар ине, ә киң күңелле ауыл кешеһе, “балаларға тормошта ярҙамы тейер” тип, бушлай шөғөл­ләнә. Баяғы өҫтәлдә тағы ла “Ҡырғыҙ. Баш­ҡорт ырыуы тарихы”, Ғәли бине Әбү Талиб­тың “Һөйләм оҫталығы юлынан” китаптарын күреп, үҙе тураһында һөйләргә яратмаған эшһөйәрҙең донъя малына түгел, күңел байлығына ҡыҙығып йәшәүен тойҙоҡ.

...Мөйөштәге телевизор өҫтөндә иһә “Инвалидтарҙың шашка спартакиадаһы” ти­гән яҙыулы ике кубок тора. Эйе, геро­йыбыҙ теүәл егерме йыл уң аяҡһыҙ йәшәй. Тормошондағы ошондай ҡатмарлыҡты ул, әйтерһең, сәмләнеп донъя көтөү, һәр көндө һоҡланғыс эштәр атҡарыу өсөн сәбәп тип ҡабул иткән. “Аҡ ҡалфаҡ” Бөтә донъя татар ҡатын-ҡыҙы йәмәғәт ойошмаһының Баҡалы районындағы филиалы етәксеһе Фәриҙә Яппарова әйтеүенсә, бөгөн Ҡамышлытамаҡ ауылын Әхмәтгәрәй Мөтиғуллинһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Мейес сыға­рыу, тимерҙе иретеп йәбештереү, ағастан берәй әйбер эшләү кеүек йомоштар төшһә, оҫта бер ҡасан да инәлтмәй, халыҡта “пирожковоз” тип йөрөтөлгән машинаһына ҡорамалдарын тейәп, ихлас йылмайып килеп тә етә. “Кешеләргә “юҡ” тип әйтә белмәйем. Әллә насар, әллә һәйбәт ғәҙәт?”– тип көлә тынғы белмәҫ эшһөйәр.

– Район һәм республика күләмендәге мәҙәни сараларға Әхмәтгәрәй Мәкки улы менән кәңәшләшеп әҙерләнәбеҙ. Ул сабата, ситән үрә, күргәҙмәгә ағастан эшләнгән әйберҙәрен биреп тора, спектаклдәрҙә лә ҡатнаша, – ти Фәриҙә Дахит ҡыҙы.

Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа “инвалид” һүҙенән ситләшергә, уның урынына “мөмкинлектәре сикләнгән” һүҙбәйләнешен ҡулланырға тырышалар. Әхмәтгәрәй Мөтиғуллин миҫалында иһә кеше мөмкинлектәренең сикһеҙлегенә инандыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523