Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәғрур Кирәлегә терәлеп...
Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә

Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә, йыр-моңға ла һәләтле, һәр ир-уҙаманы гармунда уйнай, ихата һайын тиерлек йылҡы малы тоталар, үҙидаралыҡ ныҡ үҫешкән тигәнде ишетеп, шул төйәкте мотлаҡ барып күреү теләге тыуҙы. Командировкаға рус гәзитенән коллегам менән бергә юлландыҡ.

Тамырҙары – быуаттар төпкөлөндә

Ҡоҙғон-Әхмәр Белорет ҡалаһынан ни бары алты-ете саҡрымда ғына урынлашҡан икән – ҡырсынташ түшәлгән юлдар буйлап тиҙ генә барып еттек. Ауылдың әүҙемселәре беҙҙе юл ситенә үк сығып ҡаршы алды. Иң тәүҙә атаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Хәмзин ерләнгән урынды инеп күрҙек. Бик ҡәҙерләп, ҡарап тота уның ҡәберен ауылдаштары. Яҡты иҫтәлегенә арнап, район кимәлендә ике йылға бер йырсылар конкурсы ла үткәрелә.

Йәнтөйәген өйрәнеүгә күп көс һалған, уның тарихына арнап китап сығарған Фәрит Шәйәхмәтов ауылдың үткәнен шулай бәйән итте:
– Аҡһаҡалдарыбыҙ һөйләүенсә, ата-бабабыҙ хәҙерге Белорет заводы урынында йәшәгән. Йәғни Ағиҙел йылғаһының уң яҡ яры буйында, иҫ киткес матур туғайҙа, беҙҙең менән Әзекәй-Күнтәй, Ҡаҙыш, Аҙналы-Мышы ауылдары халҡы бергә көн күргән. Ә инде һулда абҙаҡтар, байымдар йәшәгән.

Был ауылды Ҡатай тип атағандар. Ул, үҙ сиратында, Нуғай даруғаһына ҡараған. Бынан тыш, ошо ауылдың исеме ҙур бер биләмәгә бирелгән. Ул Ҡатай волосының үҙәге булып торған.

XVIII быуат башында аҫаба башҡорт ерҙәрен күпләп тартып алыуҙар башлана. Ул ерҙәрҙә хәрби нығытмалар, заводтар төҙөлә, дворяндарға, сауҙагәрҙәргә, офицерҙарға, һалдаттарға һәм Үҙәк өйәҙҙәрҙән һәм Урта Волга буйынан күсеп килгәндәргә бушлай таратыла.

Башҡорттар бер нисә тапҡыр баш күтәрә. Батша хөкүмәте был яуҙы аяуһыҙ баҫтыра. Йөҙәрләгән башҡорт ауылдары яндырыла, халҡын тотоп аталар, аҫалар, һөргөнгә ебәрәләр, йәберләйҙәр. Ҡара­һаҡал етәкселегендәге яуҙан һуң, Ҡатай волосы үҙәге булған Ҡатай ауылы ла яндырыла. Төрлө араға бүленгән халҡы ян-яҡҡа ҡасып китергә мәжбүр була. Ҡатай ауылы кешеләре Ағиҙелдең уң яҡ яры буйлап өҫкә табан биш-алты саҡрымға күсеп барып ултыра.

Әхмәр олатай, үҙенең улдарын, балаларын, яҡын туған-тыумасаһын алып, ошо ерҙәргә килеп урынлаша. Минең фаразлауҙар буйынса, Ҡоҙғон-Әхмәрҙең ауыл булып ойошоуына 270 йылдан ашыуыраҡ ваҡыт үткән.

Эйе, бик матур ергә килеп урынлашҡан ата-бабалары: әллә ҡайҙан күренеп ултырған мөһабәт Кирәле, Малиновка тауҙары, сылтырап аҡҡан Боғанаҡ йылғаһы ауылға ҡабатланмаҫ йәм бирә. Йорттарҙың да төҙөк, ҡаралған булыуы шундуҡ күҙгә ташлана.

Ергә эйелгән туҡ була

Ауыл балаларының күбеһе Белорет ҡалаһындағы лицей-интернатта йәшәп белем ала. Социаль объекттар аҙ булғас, айырыуса ҡатын-ҡыҙ өсөн эш урындары етешмәй. Шуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы үҙенең йүнселлеге, егәрлелеге менән айырылып тора. Һәр йортта ҡура тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрау өсөн бында бөтөн мөмкинлектәр бар, көтөүлектәр иркен, бесән күп. Белорет ҡалаһының яҡын булыуы иһә продукцияны аҡсаға әйләндереү өсөн бик ҡулай. Яҙ етеү менән Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы тиҙәк һата башлай, һуңынан ҡымыҙлыҡ, еләк-емеш, бәшмәк өлгөрә. Көҙ картуфты, һуғым өсөн итте ауылдан уҡ килеп алып китә ҡала халҡы.

Күп ауылдарҙа элекке ферма бинала­рының нигеҙҙәре генә һерәйеп ултыра. Ә Ҡоҙғон-Әхмәргә килеп инеү менән ситтәге төҙөк мал аҙбарҙары күҙгә ташланды.

Советтар осоронда Юл төҙөлөш идаралығының ярҙамсыл хужалығы урынлашҡан була бында. Унда һыйыр малы аҫрала. Заманалар үҙгәреп, колхоз-совхоз бөтөрөлгәс, ферма ҡулдан ҡулға күсә, һуңғараҡ бөтөнләй ташлан­дыҡҡа әйләнә. 2007 йылда иһә бер туған Раян менән Илгиз Харуновтар крәҫтиән (фермер) хужалығы асып, шәхси ихаталарында эре мөгөҙлө мал аҫрай башлай. Бер аҙҙан әлеге ферма биналарын ҡуртымға алалар. Бөгөн уларҙың һәр береһе алтмыш бишәр баш мал тота.

Харуновтар алты балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Аталары Миндебай Әнәс улы ғүмере буйы комбайнер хеҙмәтен башҡара, социалистик ярыштар еңеүсеһе була. Әсәләре бик иртә яҡты донъя менән хушлаша. Балаларҙың барыһы ла кесе йәштән эшкә өйрәнеп, тырыш булып үҫә.
Илгиз Миндебай улы ауылда баш­ланғыс мәктәпте тамамлағас, Белореттағы мәктәп-интернатта уҡый. Һуңынан тракторист, водитель һөнәрҙәрен үҙләштерә. Ҡалала эш тәҡдим итһәләр ҙә, тыуған ауылына ереккән ир-уҙаман ситтә йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй. 2000 йылда Исмаҡай ауылы һылыуы Юлиә менән ғаилә ҡороп, изге төйәгендә төпләнә. Ғаиләгә йәм өҫтәп, ҡыҙ һәм улдары донъяға килә. Хәҙер инде Эльвина, Белорет лицей-интернатын тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға ингән, Шакир иһә – алтынсы класта, һәр эштә лә атаһының уң ҡулы ул.

Бөгөн Харуновтар күркәм йорт һалып, етеш, татыу ғүмер кисерә. Илгиз Миндебай улының хужалығында бөгөн өс берәмек техника бар, 125 гектар ергә күп йыллыҡ үлән сәсәләр. Биш кешегә эш урыны булдырылған.

Берҙәмлектә – бәрәкәт, тип юҡҡа әйтмәгәндәр: килешеп, кәңәшләшеп башҡарғас, эштәре ырамлы Харунов­тарҙың. Көн һайын “тимер ат”ты йүгәнләп, 250 литр һөттө Белорет ҡалаһы баҙарына алып барып һатыу, иҫәп-хисап мәшәҡәт­тәре – Юлиә Юлай ҡыҙы иңендә. Үҙҙә­ренең тәғәйен сауҙа майҙансыҡтары ла бар, ҡала кешеләре сифатлы продукцияны ихлас һатып ала.

Хужалыҡты үҫтереү өсөн Илгиз Миндебай улы ике йыл элек бер миллион ярым һумлыҡ дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкән. Ошо аҡсаға ферма бинаһын тулыһынса һатып алған. Йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының “Иң яҡшы коллектив-фермер хужалығы” исемен дә яулаған. Мал һанын тағы ла арттырып, эшен киңәйтергә, йылҡы ла үрсетә башларға иҫәп тота бөгөн фермер.
Әйткәндәй, Харуновтар ауылда үткәрелгән һәр сарала әүҙем ҡатнаша, матди яҡтан ярҙам да күрһәтә.

Атҡа ҡарата һөйөү көсө

Ауылда һәр йорт аша тиерлек йылҡы малы аҫрала. Ат сабыштары ойоштороу ҙа йолаға ингән, район һабантуйында, башҡа кимәлдәге ярыштарҙа ла Ҡоҙғон-Әхмәр юртаҡтары беренселекте бирмәй. Ә ҡымыҙҙары – районда иң билдәлеһе.

Айгиз Вәлиев бала саҡтан ат йәнле булып үҫә, ун йәшендә беренсе тапҡыр район һабантуйында атта сабышып, өсөнсө урын яулай. Ауылда башланғыс белем алып, унан Белорет мәктәп-интернатында уҡығас, моңло тауышлы егет Өфө сәнғәт училищеһына килә. Әммә атҡа булған һөйөүе көслөрәк булып сыға – кире ҡайта. Күрше ауыл һылыуы Динә менән ғаилә ҡороп, тыуған ерендә төпләнә.

Бөгөн Вәлиевтәрҙең шәхси хужа­лығында 15 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Шуларҙың өсәүһе – сабыш аттары. Айгиз Вадим улы Себергә миҙгел эштәренә йөрөй, үҙе булмағанда хужалыҡтағы бөтөн мәшәҡәт ҡатынының, балаларының иңенә ята.
Сабыш аттарына айырым тәрбиә талап ителә икән.

– Сифатлы бесән, шәкәр, йомортҡа ашатабыҙ. Шәкәр организмда глюкоза өсөн кәрәк, ә йомортҡа тын алыуҙы тәрәнәйтә, – тип аңлатты хужа.
Күптән түгел, Айгиз Вәлиев Мәскәүҙең үҙәк ипподромында Рәсәй Президенты призына уҙғарылған ат сабышында еңеү яулаған. Сара 15-се тапҡыр уҙғарылһа ла, башҡорт милли колориты менән һуғарылған “Терра Башкирия” тигән ярыш тәүгә ойошторолған. Уның шарттары буйынса, жокейҙар саф башҡорт тоҡомло юртаҡтарҙа сабыша. Республиканан мәртәбәле сарала ҡатнашырға теләгән 60 кешенән заявка ҡабул ителә.

Шуларҙың туғыҙына ғына баш ҡалаға барыу бәхете йылмая. Башҡорт көйө аҫтында милли кейемдә сабыша улар. Ике саҡрым араны Айгиз Вәлиев беренсе булып үтә. Тиҙҙән ул Ҡырымда Башҡортостан данын яҡларға йыйына.

“Етегән”, “Тальянҡай”, “Наза”...

Дәртлеләр, һәләтлеләр тигәндәре дөрөҫ булып сыҡты. Ауыл уртаһында урынлашҡан ике ҡатлы мәҙәниәт йорто алдында беҙҙе гармунсылар төркөмө һәм ағинәйҙәр ҡоро ағзалары бейеп-йырлап ҡаршы алды.

Учреждениеның тышы лы, эсе лә бында егәрлеләр эшләгәне, халыҡ өҙөлмәгәне хаҡында һөйләп тора. Бинала яңы ғына ремонт уҙғарылған, буяу еҫе лә бөтмәгән әле. Тыштан ингән урынға ҙур хәрефтәр менән “Ғәли Хәмзин исемендәге мәҙәниәт йорто” тип яҙып ҡуйылған. Данлыҡлы яҡташтары исемен учреждениеға былтыр ноябрҙә биргәндәр.

Ҡоҙғон-Әхмәрҙә һәр байрам, иҫтәлекле дата сағыу билдәләнә. Мөдир Наил Хәмзин етәкселегендә клуб хеҙмәткәрҙәре ауылдаштарының ялын, буш ваҡытын күңелле, файҙалы уҙғарыу өсөн барыһын да эшләй.

Мәҙәниәт йортонда, төрлө йәштәге­ләрҙең ихтыяжын, ҡыҙыҡһыныуын иҫәпкә алып, бер нисә түңәрәк ойошторолған. Мәҫәлән, “Етегән” вокал төркөмөндә урта йәштәге ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнә. Улар район кимәлендәге сараларҙа ла ҡатнашып, приз­лы урындар яулай.

“Тальянҡай” 30 – 50 йәштәге ир-ат өсөн булдырылған. Былтыр коллектив “Уйна, гармун!” район конкурсында ҡатнашып, өсөнсө дәрәжә дипломға лайыҡ булған. “Беҙҙә өс тиҫтәләп кеше гармунда һыҙҙыра, һәр мәҙәни сара үҙәгендә – улар”, – ти ауылдаштары.

“Наза” фольклор төркөмөнә 50 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙ йөрөй. Уны 1986 йылда ауыл китапханасыһы Әлфиә Дәүләтова ойошторған. Башҡорт йолаларын тергеҙеү, йәш быуынға түкмәй-сәсмәй еткереү маҡсатында ҙур эш башҡара коллектив. “Кәкүк сәйе”, “Нардуған”, “Һуғым ашы” кеүек әллә күпме йоланы шартына килтереп, боронғоса сәхнәләштерәләр, өлгөлө ғүмер кисергән парҙарҙың алтын туйҙарын, ветерандарҙың юбилейҙарын даими уҙғаралар. Ауылдың үткәнен өйрәнеүгә, оло быуын кешеләренән ата-бабалар, төбәктә булған тарихи хәл-ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт йыйыуға ҙур иғтибар бирә “Наза”лар. Районда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамының беренселәрҙән булып тап Ҡоҙғон-Әхмәрҙә уҙыуында фольклор төркөмө ағзаларының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Бынан ике йыл элек йәштәр өсөн ойошторолған “Йәшлек” хореография түңәрәге лә емешле эшләй. “Инйәр хазиналары” фестивалендә улар гран-при яулаған, “Еҙ үксә” конкурсында өсөнсө урынға лайыҡ булған.

Ә “Кирәл” драма түңәрәгенә сәнғәткә ғашиҡ төрлө йәштәге кешеләр йөрөй. Йылына бишәр тамаша әҙерләп, ауылдаштары хөкөмөнә сығара улар.

Бынан тыш, “Хазина” түңәрәгендә Ҡоҙғон-Әхмәр ҡатын-ҡыҙҙары ҡул эштәренә өйрәнә, бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлаша. Клуб фойеһындағы күргәҙмәлә күҙҙең яуын алырлыҡ сигелгән, бәйләнгән әйберҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

Кеше үҙен тулыһынса бәхетле итеп тойһон өсөн күңел бөтөнлөгө кәрәк. Бәләкәй генә ауыл халҡы ошоно аңлап, бына шулай бер-береһе менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашып, күңел асып йәшәй.

Тыуған төйәккә ерегеп

Белорет районында булғанда шуға иғтибар иттем: бында старосталар институты һөҙөмтәле эшләй. Хатта иң бәләкәй, төпкөл ауылдарҙа ла халыҡ тарафынан ихтирам яулаған абруйлы кешеләр ошо вазифаға һайлап ҡуйылған. Депутаттар менән бергә, эш хаҡы өсөн түгел, йөрәк ҡушыуы буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һанап бөткөһөҙ эштәр башҡара улар. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында хатта район кимәлендә семинарҙар ҙа үткәрелә.

Ҡоҙғон-Әхмәрҙең дә үҙ старостаһы бар. Эшлекле, заман менән бергә атлаған, үткер һүҙле Нажиә Вәлиеваны ауылда ғына түгел, районда ла яҡшы беләләр. Сермәндә тыуып үҫә ул. Мәктәптән һуң Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, Ишле ауылында хеҙмәт юлын башлай. Ҡоҙғон-Әхмәр егете Зарифҡа кейәүгә сыҡҡас, Татлыға күсенәләр. Ситтән тороп юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгескә урындағы мәктәптә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәре ышанып тапшырыла. Һөнәренә бар күңелен һала Нажиә Динислам ҡыҙы. Һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәй: уҡыусылары республика, хатта Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа еңеү яулай, Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Үҙе районда “Йыл уҡытыусыһы” исемен яулай, Межгорьела ойошторолған “Ҡаланың иң яҡшы педагогы” конкурсында ла еңеүсе була. Өс тиҫтә йыл ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған Нажиә Вәлиеваның намыҫлы, тырыш хеҙмәте Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, “Хеҙмәт ветераны” исемдәре менән билдәләнә.

Тормоштоң ауыр һынау яуҙырған мәлдәрен дә лайыҡлы үтә Вәлиевтәр. Хәрби водитель булып эшләп йөрөгән Зариф Сәлимйән улы бер мәл ҡаты ауырып китә. Табиптар уға яман сир диагнозы ҡуйып, ауыл ерендә йәшәргә кәңәш итә. Йорт һатып алып, ғаилә башлығы Ҡоҙғон-Әхмәргә ҡайта. Ҡымыҙ, дарыу үләндәре эсеп, халыҡ медицинаһы буйынса дауалана. Нажиә Динислам ҡыҙы, ғаилә аҡсанан өҙөлмәһен өсөн, Межгорьела эшен дауам итә, ике араны һигеҙ йыл тапай ул. Улдары Юлай ҙа атаһын дауалауға бар тырышлығын һала. Шулай бергәләп еңеп сыға яман сирҙе Вәлиевтәр.

2012 йылда хаҡлы ялға сыҡҡас, Нажиә Динислам ҡыҙы ла ауылға ҡайтып төпләнә. Ҡул ҡаушырып тик ултырырға күнекмәгән ханым, урында магазин бинаһы һатып алып, шәхси эшен асып ебәрә. Бөгөн Вәлиевтәр “Роснефть” компанияһында баш белгес булып эшләгән улдарының уңыштарына шатланып, өс ейән-ейәнсәр һөйөп, бәхетле ғүмер кисерә.

Кемдәр туҡһанда ла ярышҡа сыға?

– Староста итеп һайлап ҡуйғастар, эште нисек башларға икән, тип аптырап ҡалдым, – ти Нажиә Вәлиева. – Ауыл әүҙемселәре менән йыйылып, маҡсаттарҙы билдәләнек. Беҙҙә башлыса урта һәм оло быуын вәкилдәре йәшәй. Уларҙың тормошон йәнләндереүҙе тәүге бурыс итеп алдыҡ: үҙ-үҙенә бикләнеп тик ултыр­маһындар, тупланһындар, татыу, берҙәм булһындар өсөн тырыштыҡ. Кеше үҙенең башҡаларға кәрәкле икәнлеген тойһа, буш ваҡыты файҙалы, күңелле үтһә, яман уйҙарға, эскелеккә ваҡыты ҡалмай бит.

Һәр нәмәне күтәреп алырға әҙер торған ауылдаштары яңы ойоштороусы менән тағы ла дәртләнеберәк йәшәй башлай. Мәҙәни сараларҙан тыш, спортҡа күп иғтибар бирелә ауылда. Мәҫәлән, йыл һайын 1 майҙа йүгереү буйынса уҙғарылған эстафетала өс йәшлек сабыйҙарҙан алып 90 йәшлек бабайҙарға тиклем ҡатнаша. Ҡыш ҡарҙа регби уйнау ҙа күптәрҙе йәлеп итә. Бының өсөн үҙҙәре туп та эшләп ала. Һәр урам айырым команда төҙөп, бер-береһе менән ихлас көс һынаша. Яңы йыл алдынан һындар эшләү буйынса ярыштарҙа ла ҙур ихласлыҡ күрһәтә ауыл халҡы. Уларҙың ҡарҙан, боҙҙан тыуҙырған мөғжизәләренә һоҡланмаған кеше юҡтыр.“Ауылпиада”ларҙы ла түҙемһеҙлек менән көтөп ала йәше-ҡарты.
– Һәр сарала ҡатнашырға тырышам, ҡыш ярыштарға үҙемдең ағастан эшләнгән саңғыларымда сығам, – ти күптән түгел 90 йәшен тултырған уҙаман, ауылдың иң оло кешеләренең береһе Лут Нохов.

Халыҡ күп йыйылған саралар тейешле кимәлдә уҙһын, тәртип булһын өсөн Нажиә Динислам ҡыҙы Өфөгә барып репродуктор һатып алған. Әйткәндәй, ул район һабантуйында уҙған ат сабыштарының оҫта комментаторы булараҡ та билдәле.

Спорт ярыштары, әлбиттә, кешене сәмләндерә, берләштерә, коллективҡа туп­лай. Әммә, һүҙ юҡ, уларҙы көн һайын үткәреү мөмкин түгел.
– Электән үк скандинав йөрөшө менән ҡыҙыҡһына инем, – ти Нажиә Вәлиева. – Тора-бара, ҡулыма ике таяҡ тотоп, йорт тирәләй көн дә шөғөлләнә башланым, урам буйлап йөрөргә тартындым. Шул ваҡытта, башҡаларҙы ла ошо спорт төрөнә ылыҡтырырға кәрәк, тигән уй килде башыма.

Иң тәүҙә ауылдаштарын йыйып, скандинав йөрөшөнөң ҡайҙа, нисек барлыҡҡа килгәнен, файҙаһын тәфсирләп һөйләп бирә ул. Махсус таяҡтар табыу мәсьәләһе килеп сыҡҡас, аптырап тормай – магазинындағы эш ҡоралдары өсөн тәғәйенләнгән һаптарҙы сығарып тоттора. Шулай башлана ла инде урындағы халыҡтың яңы спорт төрө менән дуҫлашыуы. Бөгөн урамда ҡулдарына ике таяҡ тотоп төркөм-төркөм булып йөрөүселәр ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Араларында, мәҫәлән, 85 йәшлек Мөнирә Сәлимова ла бар. Ул был спорт төрө менән өсөнсө йыл мауыға.
– Быуындарым һыҙлап йыш ауырый торғайным, – ти инәй. – Һуңғы йылдарҙа, Аллаға шөкөр, сир-сырхауҙарым бөттө.

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы, әйткәнебеҙсә, килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе бергә кәңәшләшеп хәл итергә күнеккән. Ауылда башлыса оло йәштәгеләр көн иткәс, билдәле, йыш ҡына ауырып та китәләр. Был ваҡытта фельдшер Әлфиә Ғәлина тиҙ арала ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Шулай ҙа медпункттың торошо борсой халыҡты – ныҡ иҫке бинала урынлашҡан ул. Кисекмәҫтән капиталь ремонт талап ителә.

– Яҙ ҡыйығынан һыу тамсылай башлағас, кәңәшләшеп һөйләшкәндән һуң, бина түбәһен ауылдың ир-аты йыйылышып ремонтлап ҡуйҙы. Киләһе йыл урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, ошо проблеманы хәл итергә ине. Ауыл халҡы үҙ өлөшөн, һис шикһеҙ, индерәсәк, ситтә йәшәгәндәр ҙә, эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмаясаҡ. Район етәкселегенең, урындағы хакимиәттең был тәңгәлдә ярҙам ҡулы һуҙырына ышанабыҙ, – ти староста.

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡын газ мәсьәләһе лә борсой: “зәңгәр яғыулыҡ” ауылға өлөшләтә генә үткән.

– Был мәсьәләнең ҙур сығым талап итеүен, уны республика һәм ил ҡаҙнаһының ярҙамынан тыш хәл итеп булмаясағын аңлайбыҙ. Әгәр яңы урамдарға газ үтһә, йәштәр ҙә ауылда күберәк ҡалыр ине, – ти Нажиә Динислам ҡыҙы.

Хеҙмәт йәшендәге кешеләрҙең күбеһе Белоретҡа йөрөп эшләй. Яҙын-көҙөн юлдар соҡор-саҡырға әйләнә.
– Ошо алты-ете саҡрым араға асфальт түшәлһә, тормошобоҙ тағы ла ҡотайыр ине, – ти ауыл халҡы.

– Беҙҙә өс йөҙ самаһы кеше йәшәй. Һәр ауыл, һис һүҙһеҙ, үҙе бәләкәй дәүләт кеүек: йолаларыбыҙ, ҡанундарыбыҙ, айырым маҡсаттарыбыҙ, бурыстарыбыҙ бар, – ти Нажиә Динислам ҡыҙы. – Депутаттар, йәмәғәт эштәрендә башлап йөрөүселәр менән бергәләп заман сиренә ҡаршы көрәшәбеҙ. Беҙҙең магазинда спиртлы эсемлектәр бөтөнләй һатылмай, уны йәшерен рәүештә таратырға тырышҡан­дарҙың өйҙәренә рейдтар үткәрәбеҙ. Һөҙөмтә бар: күптәр хаҡ юлға баҫа. Ауылыбыҙҙың Зилә Мөхәмәҙиева етәкселегендәге ағинәйҙәр ойошмаһы ла йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреүҙә, ғаилә институтын нығытыуҙа баһалап бөткөһөҙ ҙур эш башҡара.

Әйткәндәй, бөгөн староста тағы бер маҡсат менән яна: ауылда мәсет төҙөтөргә теләй ул. Вәлиевтәр ғибәҙәтхана йортоноң проектын эшләтеп алған да инде. Әле төҙөлөштөң урынын билдәләү, документтар туплау менән булалар. Ниәттәренең тормошҡа ашырына, изге эште ауылдаш­тарының да күтәреп алырына шик юҡ. “Берҙәмлектә – бәрәкәт” тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521