Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҙанлы таң – көнгә ҡеүәт
Аҙанлы таң – көнгә ҡеүәтБайрамса кейенгән, йөҙҙәрендә нур балҡыған, ҡараштарынан изгелек бөркөлгән ҡәрҙәштәребеҙ иртә менән иман йорттарына табан ағыла. Ир-егеттәрҙең күбеһе – ҡорбан салыу майҙансығында. Аҙан тауышынан һыҙылған таң тотош көнгә ҡеүәт биргәндәй. Мәсеттәрҙән аят-сүрәләр яңғырай, уларға һәр кемдең изге теләктәре, йылы һүҙҙәре, ышаныс һәм өмөт хистәре ҡушыла.

Ҡорбан ғәйетен республика­быҙ мосолмандары ошондай күркәм, татыулыҡ, шәфҡәтлелек бөркөлөп торған мөхиттә ҡаршы алды. Хал­ҡыбыҙҙың Ислам диненә йылдан-йыл нығыраҡ яҡынайыуы, хаҡ юлға ынтылыуы һөҙөмтәһе был. Ауыл-ҡалаларҙа мәсеттәрҙең арт­ҡан­дан-арта барыуы; мәхәллә­ләрҙең уңыш­лы эшмәкәрлеккә ынтылыуы; имам­дарҙың, белемен даими камиллаштырып, халыҡ араһында нығыраҡ абруй яулай ба­рыуы, һәр яҡлап өлгө күрһәтеп йәшәргә тырышыуы; балаларын Ислам ҡанундары нигеҙендә тәр­биә­ләргә тырышҡан ата-әсәнең кү­бәйеүе; мәктәптәрҙә дин дәрес­тәре уҡытылыуы – ошо һәм башҡа күркәм күренештәр төбә­гебеҙҙәге мосолман өммәтенең яҡтылыҡҡа ынтылышы сағы­лышы. Дәүләтебеҙ ҙә, рухи ҡим­мәтебеҙҙең йәшәйеш­тәге оло әһәмиәтен баһалап, дини ойошмалар, конфессиялар эшмә­кәр­легенә һәр яҡлап булышлыҡ ҡыла, халыҡ­тың күңел ихтыяждарын ҡәнәғәт­ләндереү йәһәтенән даими эш алып бара.
Аҙанлы таң – көнгә ҡеүәтҠорбан – Раббыбыҙ тарафынан бирелгән ниғмәттәргә рәх­мәтле булыу, йомартлыҡ, шәф­ҡәтлелек, бер­ҙәмлек байрамы. Баш ҡалабыҙҙа ғәйет уңайынан мал салыуҙың быйыл бер майҙансыҡта уҙғарылыуын да дини остаздарыбыҙ мосолман­дарҙың нығыраҡ ойошоуы, уртаҡ маҡсатта яҡынайыуы билдәһе тип баһаланы. “Ҡорбанға тәғә­йенләнгән һарыҡ­тарҙың күп өлөшө үҙебеҙҙең йүнсел­дәрҙеке булыуы ла һөйө­нөслө, – тине улар. – Был күренеш – өммәт менән дәүләттең дөйөм хеҙмәт емеше. Республикала ғәйет мәлендә бер нисә иман йорто асылды, байрам алдынан күп мәсеттәр яңыртылды, биләмә­ләрендә өмә яһалды. Ихлас күңелдән башҡарыл­ған был эштәр – халҡыбыҙҙың үҙ асылына ҡайтырға, татыулыҡта, дуҫлыҡта, именлектә йәшәргә, мәңгелек ҡиммәттәрҙе дауам итергә ынтылыуына дәлил”.
Аҙанлы таң – көнгә ҡеүәтҠорбан байрамы өс көн бара. Ошо мәлдә мосолмандар бер ҡорға йыйылып, ғәйеттә башҡа­рылырға тейешле изге ғәмәл­дәрҙе атҡара, дини мәжлестәр үткәрә, туғанда­рының, яҡында­рының хәлен белә, бүләктәр өләшә. Кисәнән алып республи­ка­быҙҙың барлыҡ мәсет­тәре, уларҙың янындағы биләмәләр гөрләп тора. Өлкәндәр фарыз ғибәҙәттәрҙе атҡар­һа, балалар уйнап кинәнә, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Баш ҡалабыҙ Өфөлә иһә кисә, мәсеттәрҙә байрам саралары тамамланғас, халыҡ “Ватан” этноауылы янындағы биләмәлә үткә­релгән “Ҡорбан Хәләл Fest” фести­валенә йыйылды. Кискә ҡәҙәр барған байрамда көрәш, волейбол, регби, пейнтбол ярыштары үткә­релде, уҡ атыусылар мәр­гәнлектә көс һынаны. Фести­валгә килгәндәргә шулай уҡ сағыу концерт, тәмле былау тәҡдим ителде.


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә