Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һинең йәрең...Суфия инәй менән Наил бабайҙы тәү тапҡыр күргән кеше аптырашта ҡаласаҡ һәм ихлас һоҡланасаҡ: шул тиклем дә тигеҙ ҡартайырҙар, бер-береһенә ғәжәйеп йылы мөнәсәбәттә булырҙар икән!

Бабайҙың тыныс һәм аҡыл бөркөп торған йөҙөнә ҡарап, һис юғы берәй завод директоры йә уның урынбаҫары вазифаһын биләгәндер һәм хаҡлы ялда ла үҙенең етәксе ғәҙәттәрен, олпатлығын ташламағандыр, тип фараз ҡылдым. Һәр һүҙен еренә еткереп, уйлап ҡына һөйләр, ваҡытын бушҡа үткәрмәҫ, кешеләргә ҡарата гелән ябай һәм ярҙамсыл уҙаман ул. Белеүемсә, үткән дәүер етәкселәре тап шулай булған, йәшәү шарттары ла, хатта матди хәлдәре лә ябай эшселәрҙекенән әллә ни айырылмаған. Суфия инәй иһә бабайының күҙенә генә ҡарап тора, уның һәр һүҙен йөпләп, ыңғайына торорға өйрәнгән. Өйҙәрендә бөхтәлек һәм тәртип. Өлкәндәрҙең тормош ҡанундары, танышыу тарихы менән бер аҙ хәбәрҙар булғас, шуға төшөндөм: уларҙың бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәте дини инаныуҙарыбыҙға бәйле мәңгелек ҡиммәттәргә ҡоролған.
Һикһәнгә аяҡ баҫырға торған Суфия Ғәзиз ҡыҙы менән 84-ен ваҡлаған Наил Насир улы Ғүмәровтарҙың бергә йәшәүенә инде алтмыш йыл булып килә. Стәр­летамаҡтың иң өлкән һәм күркәм пар­ҙарының береһе улар. Тәү ҡарашҡа ябай ғына булып тойолған ғаилә бәхетендә, әлбиттә, әллә күпме һынауҙар, балҡыштар, юғалтыу-табыштар сағыла.
– Волейбол уйнай инек. Ҡаршылағы өйҙән бер туғанын етәкләгән, икенсеһен күтәргән ҡыҙ сығып килә. Ғәжәйеп сибәр һәм булдыҡлы зат шунда уҡ күңелемә ятты. Әйтерһең дә, фәрештәләр: “Ул – һинең йәрең, ғүмерлек юлдашың”, – тип шыбырҙаны. Ошо көндән алып аралаша башланыҡ, – тип хәтерләй Наил бабай тыуған ауылы Ҡарағоштан Стәрлебашҡа уҡырға барып, ғашиҡ булған сағын.
Был осрашыуға күп тә үтмәй, егет хәрби хеҙмәткә алына. Өс йыл буйы ике ғашиҡ йәнде тик һағыныу хаттары тоташтырып тора. Әрме бурысы үтәлгәс, тәүге һынау үткән мөхәббәттән матур ғаилә тарихы башлана. Өс балаға ғүмер бирә Ғүмәровтар, уларға Лилиә, Фәнил, Әлфиә тигән матур исемдәр ҡушалар. Икеһе лә ғүмер буйы Стәрлетамаҡтың “Синтез-Каучук” заводында зарарлы цехта эшләй. Шуға хаҡлы ялға иртә сығалар.
– Эшкә һәр көн байрамға барғандай йыйына торғайныҡ, – тип хәтерләй бабай. – Ярышып, сәмләнеп, яҡшыраҡ, күберәк булһын тип тырыштыҡ. Завод директоры үҙе яныбыҙға килеп, хәл белешеп, нисек эшләүебеҙ менән ҡыҙыҡһыныр ине. Ураған һайын ял йортона, шифаханаға юллама тәҡдим итә торғайнылар. Айлыҡ, йыллыҡ пландарҙы үтәмәй ҡалғанды хәтерләмәйем. КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитеты беренсе секретары менән даими осрашып торор инек...
Наил Насир улы КПСС ҡала комитеты бюроһы ағзаһы ла була. Билдәле, һәр завод эшсеһен, әгәр үҙе тырышлыҡ, уңғанлыҡ күрһәтмәһә, бындай урынға һайлап ҡуймайҙар. Маҡсаты ла, сәбәбе лә билдәле: ҡеүәтле сәнәғәт үҙәге һа­налған, тимәк, матди байлыҡ ябай эшселәр көсө менән табылған Стәрлетамаҡтың партия ойошмаһында ошо төп терәк-таяныстың мәнфәғәттәрен яҡларлыҡ тура һүҙле, ғәҙел хеҙмәт кешеһе булырға тейеш.
Наил Насир улына партия эштәре буйынса ла төрлө йөкләмә биреп торалар. Тырышлығы, фиҙакәрлеге өсөн байтаҡ наградаға лайыҡ була уҙаман. Уға айырыуса “Нефть һәм химия сәнәғәте алдынғыһы” исеме, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены ҡиммәт. Тынғыһыҙ, хәрәкәтсән кеше хаҡлы ялға сыҡҡас та өйҙә түҙеп ятамы һуң?! Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, заводта бер нисә йыл аппаратсы йөгөн тарта, предприятие баҡсасылары ойошмаһына етәкселек итә, күпмелер ваҡыт төнгө ҡарауылсы ла булып ала. Ғөмүмән, һаман да тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй.
Наил Ғүмәровтың атаһы – Бөйөк Ватан һуғышына тиклем ауыл балаларын уҡытҡан, парторг бурысын атҡарған, яу башланғас иһә хәл иткес алыштарҙа ҡатнашҡан кеше. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, немецтарға әсирлеккә эләгеүе сәбәпле ошо ҡәҙәр эштәр атҡарған яугир үҙе лә, ғаиләһе лә шик аҫтына алына.
– Башта “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ килде, унан үлеме тураһында хәбәр иттеләр, – тип хәтер ебен һүтә Наил ағай. – Әммә бер нисә йылдан атай ҡайтып төшмәһенме! Беҙ ул ваҡытта һеңлем менән әсәйҙән етем ҡалып, уның апаһы ҡарамағында йәшәй инек инде. Атай менән күрешкән мәлде һис онотаһы түгел...
Ә инәй – һигеҙ балалы ғаиләнән. Ишлелек, һуғыштан һуңғы ауыр заман... Ниндәй михнәттәр аша үтергә тура килгәнен Суфия инәй үҙе генә белә.
– Атай менән әсәй илде тергеҙә, ә беҙ, үҙҙәренә тәрбиә кәрәк, ололарҙың йылыһына мохтаж балалар, кесерәктәрҙе ҡарайбыҙ. Ас булдыҡ, әммә ҡусты-һеңлеләребеҙҙе аҙыҡһыҙ ҡалдырманыҡ, – тип күҙ йәштәрен һөртөп ала Суфия Ғәзиз ҡыҙы.
Етемлекте, аслыҡ-яланғаслыҡты күргән, ишле ғаиләлә татыулыҡтың ҡиммәтенә инанып үҫкән бабай менән инәй ул-ҡыҙҙарына бәләкәйҙән тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәтә. Изге төшөнсәләр рәтендә хеҙмәткә һөйөү ҙә ныҡлы урын алған.
– Эш – кешенең юлдашы, ул ашата ла, кейендерә лә, – ти инәй менән бабай бер тауыштан. Был хәҡиҡәтте балалары ла үҙләштергән: бер ҡыҙы – билдәле табибә, икенсеһе – музыка уҡытыусыһы, улдары Фәнил – сәнәғәт предприятие­һында етәксе урынбаҫары.
Атай-әсәйҙең бер-береһенә нисек баҡҡанын сабый күреп үҫә, әлбиттә. Суфия инәй менән Наил бабайҙың балаларының матур йәшәү сере, һис шикһеҙ, ошо күркәм тәрбиәгә бәйле.
– Тормошта төрлө хәлдәр була. Асыу­ланышып та ҡуяһың, үпкәләшәһең дә, – ти Суфия инәй. – Әммә ошондай мәлдәрҙә мөнәсәбәтте артабан боҙмаҫҡа кәрәк. Бабай ут булһа, мин, һыу һымаҡ, уның ҡыҙыулығын һүндерә лә ҡуя инем. Шулай берең асыуланһа, икенсең тынысландыра белергә тейеш.
Ут, һыу... Был төшөнсәләр ғаилә усағының инде алты тиҫтәгә яҡын йыл дөрләүенең сере булып ҡала. Артабан да ялҡынланып янһын был усаҡ!

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521