Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ете балаһы – ете шатлығы
Сыңғыҙ ауылында ғүмер иткән Рәжәповтар һәр саҡ киләсәккә ынтыла

Ете балаһы – ете шатлығыИркен ишек алдында һибелеп уйнап йөрөгән бала-сағаны күргәс, уның нимәһенә аптырарға, күрше-тирәнекеләр менән бергә шулай күп күренәлер тип уйланым. Сыр-сыу киләләр, бәләкәстәр ағаларын баҫтырып маташа, тегеләре юрамал тотторған була. Унан инде һәпәләк уйнарға тотондолар. Баҡтиһәң, барыһы ла бер ғаиләнән икән. Береһенән-береһе бәләкәс ете бала! Бында бигерәк күңелле. Һоҡланғыс ғаилә менән танышыуыма ҡыуанысым сикһеҙ. Бәрәкәтле ғаиләлә ололарҙы хөрмәт итеү, кеселәргә кеселекле булыу кеүек күркәм сифаттарҙы бик асыҡ тойомларға мөмкин.


Әҙәм балаһын нимә йәшәтә?

Сыңғыҙ Рәшиҙә Туйсина, Хөсәйен Әхмәтов, Нәбиулла Мөстәҡимов, Әнүәр Әсфәндиәров, Рәфҡәт Абдуллин кеүек арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота. Ауылдың ҡотон һаҡлап ғүмер иткән ишле ғаиләләр ҙә күркәм өлгө ролен үтәй. Һүҙем – ете бала тәрбиәләгән Земфира менән Биктимер Рәжәповтар тураһында.
Һәр ауылға хас булғанса, әсәй кеше тәүге әтәстәр менән бергә, хатта уларҙан иртәрәк уянып, һыйырын һауып көтөүгә ҡыуа, һөт айырта, ә йорт хужаһы иһә иртәнге сәйҙән һуң донъя хәстәрен күҙ уңында тотоп, урманға ашыға, шуға күрә ул көндә Биктимер Рәжәповты осрата алманыҡ.
– Уй-ниәт әҙәм балаһын йәшәтә, хатта йәшәртә лә, – тип башланы һүҙен Земфира Мәсғүт ҡыҙы. – Ҡыҙыл буйы тарафтарынан Сибайға килеп төшөү бөтә хафаларҙы юҡҡа сығарҙы ла ҡуйҙы. Әйтерһең дә, ҡала миңә күптән таныш, ошонда тыуып үҫкәнмен. Ғәҙәттә, берәй сит мөхиткә аяҡ баҫһаң, албырғабыраҡ ҡалаһың бит, ә бында һәммәһен дә күңелемә яҡын ҡабул иттем. Ни өсөн шундай тойғолар кисерҙемме? Уйлауымса, был ҡалала буласаҡ тормош иптәшем мине көткән. Бына ниңә йәш кенә ҡыҙ бала үҙен ситтә тыныс тотҡан.
Земфира – сығышы менән Әбйәлил районының Амангилде ауылынан. Әле күрше Үтәгән ауылында ғүмер иткән Рәмилә апаһы менән татыу ғаиләлә буй еткергәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн атаһы ла, әсәһе лә мәрхүм, ыҡсым өйҙәре генә бала саҡ тураһындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай.
Беҙҙең халыҡ килен төшөргәндә “ошо ауылда таштай бат” тип теләк әйтә. Был яҡтарҙы үҙһенмәй тыуған яғына ҡайтып китмәһен, ныҡлап күңелен һалып донъя көтһөн тигәндән сығып шулай ти өлкәндәр. Земфира ысынында иренең ауылы Сыңғыҙҙы бер күреүҙән оҡшата, тауҙар араһына ышыҡланып ултырған Амангилде менән оҡшашлыҡтарын тиҙ таба. Хәйер, ауыл тормошо уға сит түгел дә инде.
Ҡалалағы ҡыҫынҡыларҙан, һәр төрлө сикләүҙәрҙән айырмалы, ауылда йәшәйеш бүтәнсә. Бында – хөрриәт, ҙур өйҙән сыҡһаң, ишек алды уға ҡарағанда ла иркен. Был ғаиләлә сабыйҙарҙың күплеге шуға ла, бәлки, бәйлелер. Ошо турала хужабикәнең фекерен белешәм.
Земфира Рәжәпова (Бикмәева) белде­реүенсә, һәр бала үҙенең ризығы менән тыуа, был донъяла һәр кемгә өлөш алдан уҡ әҙерләп ҡуйылған.

“Кредитһыҙ ҙа донъя көтәм”

Бәй, Сибай тураһында һүҙ башланым да, әммә дилбегәне ҡыҫҡараҡ тоттом. Бер-ике әйбергә иғтибар итергә кәрәктер. Сибай педагогия колледжында белем эстәгәндә Биктимерҙең ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ бер һылыуҡайға күҙе төшә. Баҫалҡылыҡ, мөләйемлек һымаҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас сифаттарға эйә ҡыҙ ҙа – ошо уҡыу йорто студенты. Егет ике уйламай уның менән таныша. Әйткәндәй, Земфира – башланғыс кластар уҡытыусыһы, ә Биктимер – хеҙмәт уҡытыусыһы, өҫтәп, БДУ-ның Сибай филиалын тамамлаған тарихсы.
Ғаилә хужаһына кеҫә телефоны аша бер генә һорау бирҙем. Былай ҙа мәшәҡәттәре баштан ашҡан, эш кешеһен бүлдермәҫкә ине иҫәбем.
– Ағас эше менән шөғөлләнеүегеҙҙе беләбеҙ. Күптәр үҙ эшен асҡанда кредит юллай. Ә һеҙҙә был тәңгәлдә хәлдәр нисек? – тинем.
– Һаҡлыҡта әҙме-күпме аҡсам бар ине, шуның менән башлап ебәрҙем эшемде. Иң беренсе атай-әсәйемә рәхмәтем сикһеҙ, улар миңә ғүмер биргән, тәрбиәләгән, башлы-күҙле итте, башҡа сығарҙы. Беләһе­геҙме, мин кредит алыу яҡлы түгелмен. Унһыҙ ҙа донъя көтәм.
VIII класҡа күскән Тимур – атаһының төп ярҙамсыһы, шәхси хужалыҡтағы күп мәшәҡәттәр уның иңендә. Мал-тыуар ҡарау, йәшелсәгә, еләк-емешкә һыу һибеү һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Хәйер, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәргә атаһы бер үҙе генә өлгөрә алмай бит. Бер үк ваҡытта ул – ҡусты-һеңлеләрен ҡурсалаусы ла. Бәләкәс туғандарының барыһы ла уның күҙенә генә ҡарап тора тиһәм, шаштырыу булмаҫ. Унан бер йәшкә кесе Ғәзинурҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, атаһы шикелле машинаны оҫта йөрөтөргә өйрәнәсәк. Тағы ла бер мәктәп уҡыусыһы бар – Динислам II класты тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә тамамлаған. Һәр ваҡыт йүгереп йөрөгәс, нисек арымайҙыр, хәбәрен теҙә генә, тыңлап ҡына өлгөр.
Алты һәм дүрт йәшлек Баязит менән Ильяс балалар баҡсаһына йөрөй. Ҡайһы берәүҙәр уларҙы игеҙәк икән тип тә уйлай. Шулай ҙа Баязит үҙенең ағай булыуына һөйөнә. Ә ике йәш менән барған Эльмира өсөн һылыуы Гүзәлиә (ике айлыҡ) тыуыуы ҙур шатлыҡ. Сәңгелдәкте бәүеткән була рәхәтләнеп, бауҙы тотҡан килеш йыш ҡына йоҡлап киткән саҡтары ла булғылай. Әсәй кеше ҡыҙҙарының булыуына шатланып бөтә алмай, ни тиһәң дә, серҙәштәр һәм әхирәттәр буй еткерә.

Тормоштары – Һаҡмар йылғаһылай

Моғайын, ҡайһы бер ҡыҙыҡһы­ныусыларҙы “был ғаилә Әсәлек капиталын ниндәй маҡсатта тотонған, өсөнсө балаға ер участкаһын алғанмы?” тигәнерәк һорауҙар борсойҙор. Дөрөҫ, ғаиләне дәүләт үҙенең ярҙамынан өҙмәгән. Йәштәр йорт һалғанда уңайлы мөмкинлектән файҙа­ланғандар. Баймаҡ тарафтарынан Сыңғыҙға килеп ингәндә ҙур бер йорт балҡып ултыра – шул булыр Рәжә­повтарҙың донъяһы. Әсәлек капиталын балалар мәнфәғәтендә тотонғандар, граждандарҙың льготалы категорияларына ер бүлеү нигеҙендә йәштәр Сибай ҡалаһы янынан – Күлтабан ауылынан ер алған.
Ә бына ете бала әсәһе Земфира Рәжә­поваға “Әсәлек даны” миҙалы һаман да бирелмәгән.
– Документтар йыйып, тейешле урынға тапшырҙым. Киләсәктә был бүләккә лайыҡ булырмын тип ышанам. Иң мөһиме – иремдең һәм балаларымдың иҫән-һау булыуы. Илдә тыныслыҡ булһын! – ти ул.
Биктимер Рәжәповтың Марсель һәм Мансур исемле ағайҙары бар, Зөһрә һәм Венера тигән апайҙары – уның өсөн өлгө. Әйткәндәй, Земфира ла, Биктимер ҙә – төпсөк балалар. Психологтар аңлатыуынса, ғәҙәттә, ғаиләләге кесе бала бөтә яңылыҡтарҙы һәм үҙгәрештәрҙе тиҙ шәйләй һәм күңеленә еңел һеңдерә. Эйе, улар барыһын да күреп үҫә. Шуға күрәлер ҙә, бәлки, донъя көткәндә һәр төрлө мәшәҡәттәрҙе артыҡ шауламай ғына үткәреп ебәрәләрҙер.

Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523