Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ике ҡыҙым – пар ҡанатым”
“Ике ҡыҙым – пар ҡанатым”...Бер тәндә ике йөрәк тибә! Эйе, ниндәй мөғжизә был? Юҡ... мөғжизә түгел, тормош, әсә ҡарынында яралған сабыйҙың ғүмере ана шулай башлана. Әсә менән бала араһында бәйләнеш юл ала. Ҡасанға тиклем дауам итер һуң был юл? Сиге бармы уның? Юҡтыр... Әсәнең тәнендә генә түгел, аҙаҡ инде күңелендә ике, бәлки, өс, алты, ун йөрәк тибеүҙән бер ҡасан да туҡтамай. Башта Ерҙә, унан... Күктәрҙә! Шулай булырға тейеш, тәбиғәт беҙҙе шулай яралтҡан.


Тәүге сабыйына буйға уҙғанын белгән Зиләнең түбәһе күккә тейә – ул әсә буласаҡ! Шунан да ҙурыраҡ бәхет бармы ни донъяла?! Кем булыр ул бала? Ҡыҙмы, малаймы? Кемгә оҡшар? Әлегә йәш ҡатындың башында хыял тантана итә. Сабыйын төрлөсә күҙ алдына килтерә, уның киләсәген уйлай. “Сабыр ит, гүзәл затым, барыһы ла булыр. Әсә бәхетенән һыуһының ҡанғансы ауыҙ итерһең. Килер көн, бер түгел ике ҡыҙың бынамын булып үҫеп етер, һине бәхетле итер. Тик шартым бар: әлегә һынауҙарҙы үтә тор”. Күрәһең, ҡатынға Хоҙай шулай әмер биргән.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдары, үҙгәрештәр заманы. Зилә Бибакова ҡаланың ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһында эшләп йөрөгән еренән баҙарға ит һатырға күсә. Ә ниңә, һөнәре буйынса һатыусы бит. “Баҙар һәр заманда ла баҙар булып ҡалыр, аҡсаһыҙ ултырмаҫбыҙ”, — тип уйлай ул һәм яңылышмай. Эштәре, ысынлап та, өҫкә үрләй – инде үҙенең дә бер нисә “нөктәһен” булдыра. Ғаиләһенең килемен арттырыу маҡсатында Себер тарафтарына ла йүнәлә бер мәл, тик был аҙымдың хата икәнлегенә тиҙ төшөнә: хеҙмәт урыны тапмай ҡайта, ә баҙарҙағы эшмәкәрлеге туҡтап ҡала.
Инде ни ҡылырға? Урамда – сираттағы иҡтисади көрсөк, ә ул — ике балалы тол ҡатын. Кейем-һалым түгел, аҙыҡ-түлекте лә сикләргә тура килгән заман булараҡ иҫләй ул йылдарҙы Зилә ханым.
Әлмисаҡтан гүзәл затты беҙҙең ҡанға тәү сиратта балаһын тәрбиәләгән шәхес итеп һеңдерҙеләр. Ул – ғаилә тотҡаһы, өй усағын һүндермәй тотоусы. Тик, тормош шарттары шулай булғас, ең һыҙғанып икмәк, мал табырға ла сығып китергә тура килә был затҡа. Хәйер, “әсә” тигән изге һәм мөҡәддәс бурысты үтәү – үҙе үк ҙур эш. Балаһы әле ҡарынында көйө уның өсөн борсола әсә. Үҫкәндә бергә илай, бергә һыҙлана, шатлана һәм ҡыуана, сөнки ике кендек ғүмер буйы күҙгә күренмәҫ ептәр менән бер-береһенә тоташып тора. Иманым камил, Зилә Хәйбулла ҡыҙы ла Динәнең тәүге тештәре сыҡҡанда бергә илағандыр, Гөлшат имтихандарын тапшырғанда үҙе һынау тотҡандай булғандыр. Шулай булырға тейеш, тәбиғәт беҙҙе шулай яралтҡан...
Зилә Бибакованың ауылса бешерелгән икмәген, тәм-томон районда күптәр яратып ауыҙ итә. Күрәһең, бешереүсеһе һалған һөйөүҙән, әпәкәйҙең барыһына ла баш булыуын аңлауҙан киләлер был уңыш. Шуға икмәкхананың яҡшы эшләүен, эшҡыуарҙың тағы бер нисә магазины булыуын да телгә алып китеү фарыз. Тик балаларын бағып та, бына ошо тиклем бизнесты булдырырға ла, уны ауыҙлыҡларға ла ҡайҙан көс тапҡан һуң ул? Хәйер, яуабы ошо уҡ һөйләмдә, буғай – балаларҙы кеше итеү, аяҡҡа баҫтырыу, сәләмәтлеген ҡайғыртыу теләгенән. Бына беҙҙе, ата-әсәләрҙе, нимә йөрөтә, йәшәтә, утҡа-һыуға һала, батырлыҡҡа өндәй, баш китерлек ҡылыҡтарға этәрә!
Тормоштоң ҡайһы бер оҙайлы ваҡыт арауығын иҫкә төшөрөп булмай, шул уҡ ваҡытта мәлдәр мәңгегә хәтерҙә уйыла тигән бер аҡыл эйәһе. Эйе, мәлдәр күп йәһәттән ҙур көскә эйә шул. Кинйәбулат ауыл хакимиәтенең ул саҡтағы рәйесе Әүҡәт Дәүләтов эш таба алмай йөрөгән Зиләгә үҙҙәрендә икмәкхананың туҡтап ҡалыуын хәбәр итә. Баҙарҙа бергә һатҡан дуҫтары он биреп тора, шулай боҙ ҡуҙғала. Тик, тәүге ҡоймаҡ һымаҡ, тәүге икмәктең дә уңмауы бар – һүҙем бында тура мәғәнәлә лә, эштәргә аяҡ салған күренештәр тураһында ла. Бөгөн икмәктең көйөүен, ҡорамалдарҙың, машинаның боҙолоп тороуын, көнләшеүселәрҙең тәҙрәләрҙе ватып китеүен, урлашыуҙарҙы, яуапһыҙлыҡты һәм башҡаларҙы бер тынала һанап китергә була, ә үҙ ваҡытында Зилә ханым өсөн һәммәһе – айырым ҙур ваҡиға.
Иң мөһиме — уларҙың һәр ҡайһыһын йырып сыға алған эшҡыуар-әсә. Барыһының исемен телгә алып китмәһәк тә, был йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙыусылар етерлек булғандыр. Ябай эшсенән алып район етәкселегенә тиклем. Зилә Хәйбулла ҡыҙы үҙе лә бит: “Хоҙай беҙҙең яҡлы барыбер, әмәлен таба, теләгең бар икән, ярҙам көтмәгәндә килә”, — ти.
“Инвестиция” тигән төшөнсәне ҡулланырға күнегеп киттек телмәребеҙҙә. Хатта баланы кеше итеүҙә лә. Был йәһәттән Зилә ханымдың ҡыҙҙарына яҡшы инвестиция һалғанына шик юҡ. Балалары икеһе лә юғары белемле, эш башлап китер өсөн башланғыс капитал бар – Динә юридик хеҙмәт күрһәтһә, Гөлшат туризм өлкәһендә үҫешә. Егеттәрҙең төн йоҡоһон алырлыҡ бөтә яҡлап та килешле ҡыҙҙар. Тәмле итеп бешерәләр, матур итеп башҡортса һөйләшәләр, тырыштар.
Инвестиция... Эш бында “Ҡояш аҫтындағы урын” хаҡында ғына түгел, әлбиттә. Иң мөһиме — үҙҙәре икмәкһеҙ ултырған заманда ла, кешеләргә икмәк бешереп һатыу, кеше булып ҡалыу, ерҙә изгелек сәсеп йәшәү, артыңдан эҙ ҡалдырыу – бына ниндәй баһалап бөткөһөҙ инвестиция һалған ҡыҙҙарына эшҡыуар-әсә!
— Балаларым үҫеп етте инде, хәҙер үҙҙәре ярҙамсы – ике ҡанатым. Оло тормош башлап, мине өләсәй итерҙәр, ризыҡтары ҡайҙа нисек кенә яҙмаһын, йөрәгем улар менән һәр саҡ бергә буласаҡ, фәрештәләр һаҡлап ҡына торһон инде, — тигән фатиха-теләктәрен дә еткерә әсә кеше.
Был әсәлә өс йөрәк тибә...

Ишембай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523