Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡыҙ бала – өйгә биҙәк” ти Хәйбулла районында йәшәүсе Суриндар
“Ҡыҙ бала – өйгә биҙәк” ти Хәйбулла районында йәшәүсе СуриндарБәләкәй Арыҫланғол ауылынан Фариза менән Хөрмәт Суриндар үҙҙәренең ике улы ҙурайып, Өфөгә уҡырға киткәс, яндарына ике ҡыҙҙы тәрбиәгә ала.


Ошо ауылда тыуып үҫкән, бәхет­тәрен тыуған ерендә тапҡан Суриндар 1987 йылда өйләнешә. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы Радик һәм Илмир улдары донъяға килә.
Бөгөн уларҙың икеһе лә Себер тарафтарында эшләй. Радик кәләше менән сәскәләй ике ҡыҙ үҫтерә, бәләкәстәре әлегә өйләнмәгән. Улдарын оло тормош юлына оҙатҡан ғаилә ҙур йортта үҙҙәре генә тороп ҡала. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, мул, етеш тормошта йәшәйҙәр. Донъяларына нимәлер етешмәгән кеүек, етемһерәп торғандай тоя улар үҙҙәрен. Фариза Хөсәйен ҡыҙы ситләтеп кенә тормош иптәшенә берәй баланы тәрбиәгә алыу, бигерәк тә ҡыҙсыҡ тәрбиәләү тураһында һүҙ ҡуҙғата. Шуны ғына көткән тиерһең, Хөрмәт Азат улы шунда уҡ йәмәғәтенең һүҙен хуплай.
Күп тә үтмәй, тейешле документтар юллап, опека органдарына тапшырыла. Яуап һүҙ оҙаҡ көттөрмәй: ғаиләне Сибай ҡалаһына саҡыралар. Йөрәкһенеп, юлда бер-береһенә һүҙ ҡушырға ла ҡыймай, һәр кем үҙ уйҙарына бикләнеп, балалар приютына килә улар. Уларға ҡыҙҙың яңғыҙ түгеллеген, бер туған һеңлеһе барлығын да әйтәләр. Тәүҙә ҡыҙҙарҙы ун көнгә ғаилә менән таныштырыу маҡсатында Суриндарға алып ҡайтырға рөхсәт бирелә. Ул саҡта Ленаға ни бары алты, ә Әлиәгә өс йәш тә тулмаған була.
— Барып күргәс тә, ҡыҙҙар күңелгә оҡшаны. Лена урыҫса һөйләшә ине, — тип ул мәлде хәтергә алды хужабикә. — Тәүҙә өйҙөң һәр әйберен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул иттеләр, бигерәк тә малдарҙы яраттылар, тышта рәхәтләнеп уйнарҙар ине. Яйлап ҡыҙҙар менән уртаҡ тел таптыҡ, бер-беребеҙгә яҡыная башланыҡ, нисектер күңелгә яҡын һәм ҡәҙерле кешеләргә әүерелделәр.
Суриндар еткән улдары менән дә кәңәшләшә, атай-әсәйҙең был аҙымын улар ҙа хуплай. Хатта һеңлеләрен күрергә ҡайтып та етәләр. Тәғәйенләнгән көнгә Суриндар, ике ҡыҙҙарын машинаға ултыртып, хәҙер инде уларҙы ҡалдырырға түгел, ә документтар юллап, үҙҙәренә тәрбиәгә алырға бара. Шуны ла әйтергә кәрәк: ауылда тәрбиәгә балалар алғандар күп. Бер ауылда ғына дүрт ғаиләлә ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған 10 бала тәрбиәләнә.
Бөгөн Лена 8-се класта, Әлиә 6-сыла белем ала. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә уҡыуға зирәк. “Беренсе класҡа башҡортса белмәй барған Ленаны уҡытыусыһы әкренләп өйрәтеп алды. Рәхмәт инде уға”, — ти Фариза Хөсә­йен ҡыҙы. Башҡортса рәхәтләнеп һөйләшкән был матурҡайҙарға ҡарап, әле бөрөләнеп тә өлгөрмәгән яҙмыш­тарының шул тиклем ҡатмарлы икән­леген төшөнмәҫһең дә, сөнки Суриндар уларҙы үҙҙәре­неке­ләй күреп ярата һәм баға. “Ҡыҙҙа­рым” тип кенә тора атайҙары ла.
Әсәләренә бигерәк тә ярҙамсы инде улар! Бергәләшеп телеңде йоторлоҡ тәмлекәстәр бешерһен­дәрме, бәйләү йә сигеүгә тотонһон­дармы — барыһын да күҙҙең яуын алырлыҡ итеп эшләп ҡуялар. Лена бейеүгә ғашиҡ, Оло Әбеш урта мәктәбендәге бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Әлиә мал ярата, уларҙы сәғәттәр буйы ҡарарға ла риза. Йәйге миҙгелдә ҡыҙҙар ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарына бара, ағайҙары Себер яҡтарынан ялға ҡайтҡанда, бергәләшеп тәбиғәт ҡосағында ял итергә, балыҡ ҡармаҡларға, һыу инергә йөрөйҙәр.
— Ҡыҙҙарыма ҡарайым да күңел шатлана, — ти бәхетле әсә. –Уларҙың киләсәге матур булһын. Ғәмһеҙ бала саҡтарын ҡулдан килгәнсә шатлыҡлы һәм матур итергә тырыштыҡ. Ҡалғаны үҙ ҡулдарында, тәүфиҡлы булһындар.
Ысынлап та, нур һәм ҡот балҡыған был йорттан күңелебеҙ тулып, ҡыҙ­ҙарға һоҡланып сыҡтыҡ. Артабанғы тормоштары ла бөгөнгөләй нурлы, ҡотло һәм бәхетле булһын!

Хәйбулла районы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Ғалимдар Беловежье зубрҙарының киләсәген билдәләргә тейеш – Радий Хәбиров
Өфө «Шифахана-2027» Бөтә Рәсәй форумын ҡабул итә

Өфө «Шифахана-2027» Бөтә Рәсәй форумын ҡабул итә 18.05.2026 // Йәмғиәт

Өфө «Шифахана-2027» Бөтә Рәсәй форумын ҡабул итә...

Тотош уҡырға 1

Республикала VII «Айыҡ ауыл» конкурсының еңеүселәре бүләкләнде

Республикала VII «Айыҡ ауыл» конкурсының еңеүселәре бүләкләнде 18.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә VII «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалсылары ......

Тотош уҡырға 1

Республика етәксеһе Ғәҙелгәрәй ауылында һыу үткәргес төҙөргә ҡушты

Республика етәксеһе Ғәҙелгәрәй ауылында һыу үткәргес төҙөргә ҡушты 18.05.2026 // Йәмғиәт

Республика етәксеһе Ғәҙелгәрәй ауылында һыу үткәргес төҙөргә ҡушты...

Тотош уҡырға 1

Файҙалы каникулдар: Башҡортостан уҡыусылары йәйгеһен ҡайҙа ял итәсәк һәм нимәгә өйрәнәсәк

Файҙалы каникулдар: Башҡортостан уҡыусылары йәйгеһен ҡайҙа ял итәсәк һәм нимәгә өйрәнәсәк 18.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек тамамланыуға табан бара. Бөтәһе 2 меңгә яҡын ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанға йәйгеcә йылы килде

Башҡортостанға йәйгеcә йылы килде 18.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанға йәйгеcә йылы килде...

Тотош уҡырға 1

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған 15.05.2026 // Йәмғиәт

Өфө блогеры Эверестҡа артылыуҙы башлаған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты 15.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан милли архивы Башҡорт атлылары дивизияһының уникаль фотоһүрәте менән уртаҡлашты...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде

Башҡортостандың өс районы биләмәһендә юғары класлы янғын хәүефе индерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт

Муниципалитет халҡынан һәм ҡунаҡтарынан һаҡлыҡ күрһәтеүҙәрен һорайҙар....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде 15.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Ҡорбан байрамына әҙерлек тикшерелде...

Тотош уҡырға 1

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне 15.05.2026 // Йәмғиәт

Хәйбуллала Файза Бикбова бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды

Өфөнөң Совет майҙанында кадеттарға наградалар тапшырылды 15.05.2026 // Йәмғиәт

Улар – Башҡортостандың ғорурлығы, тип билдәләне республика етәксеһе Радий Хәбиров....

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә