Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ҒҮМЕРҘЕҢ ҺӘР МИҘГЕЛЕ ҠИММӘТ
ҒҮМЕРҘЕҢ ҺӘР МИҘГЕЛЕ ҠИММӘТҺәр ауылдың матур тормош юлы үткән, эшһөйәр, һәр һөнәргә маһир кешеләре була. Ауырлыҡтар алдында баш эймәй, ҡайғы-хәсрәтте сабыр ғына күтәреп, тирә-яғындағыларға изгелек, күңел йылыһын өләшеп йәшәй улар.

Яҡуп ауылында йәшәгән Зөбәржәт Туйгилдинаны уңған, булдыҡлы, иманлы, әҙәпле ҡатын тип белә яҡташтары. Ҡөрьән мәжлестәрендә аяттар уҡыған инәйҙе ауылда, мулла булмағас, баҡыйлыҡҡа күсеүселәрҙе тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатыу, мәсеттә төрлө дини байрамдар үткәреүгә лә саҡырып торалар.
Ауырыуҙы өшкөрөп дауалау өсөн килеүселәр бар. Ҡайһылары уны үҙҙәре килеп алып китә. Баш тартмай Зөбәржәт апай, им-томоноң шифаһы ғына тейһен. Тағы ла бөгөн бик һирәк осрай торған бер шөғөлдө белә. Ул да булһа – сыҡҡан быуынды урынына ултыртыу. Уҡымышлы врачтарҙың да ҡулынан килмәй бындай эш. Һирәктәр өлөшөнә төшкән һәләт ул. Заманында кендек инәһе лә булып йөрөгән Зөбәржәт Хәйернас ҡыҙы.
Сығышы менән инәй 1-се Кинйә ауылынан. Әсәһе алтынсы балаһын тапҡанда йәшләй генә үлеп ҡала. “Биш бала етем ҡалдыҡ. Атайым үгәй әсәй алып ҡайтты. 9 йәш­тән иген утарға сыҡтым. Кинйәлә һарыҡ фермаһында эшләнем, тракторҙа прицепщик та булдым. Утауға сыҡһаң, 100 г мысай, һоло йә ҡарабойҙай оно бирәләр. Иләгәндән ҡалған ҡылсығына хәтлем ҡайнатып, ҡуян тубығы турап аш бешерәбеҙ. Күберәген үлән ашап йәшә­нек. Атайыбыҙ һуғыштан әйләнеп ҡайтманы. Юҡлыҡты, аслыҡты кисергәс, барҙың ҡәҙерен яҡшы беләбеҙ, – тип хәтер ебен һүтә күпте күргән Зөбәржәт апай. – Ас булһаҡ та, эшләнек тә эшләнек. Күңел төшөнкөлөгөнә бирел­мәнек. Эшкә йырлап бара, йырлап ҡайта торғайны халыҡ. Киндер баҫыуын гектарлап бүлеп бирәләр. Эре, ҙур булып үҫкән киндер араһында һалам кеүек нәҙек кенә баҫа тигән нәмә үҫә. Шуны көлтәләп һыуға һалдыралар. Һәр кем үҙе өсөн ҡул менән йолҡоп йыя. Һыуҙа ятып серегәс, киптерәһең, ҡамылын бөтөрһәң, ебәк кеүек була. Шулай эш итеп, колхозға килолап тапшырабыҙ. Бер аҙҙан киндер сәсеүҙе туҡтаттылар ҙа етен үҫтерә башланылар. Тәпәш кенә үҙе, күм-күк булып матур сәскә ата. Етен киндергә ҡарағанда нығыраҡ икән...”
Эшкә әрһеҙ булғанғалыр, ҡайҙа ауыр эш – шунда ҡушалар Зөбәржәт апайҙы. Ике кеше эшләгән тиклемде бер үҙе башҡара.
Зөбәржәт апай 1953 йылда 16 йәшендә Түбәнге Моталға Дәүләт исемле егеткә кейәүгә сыға. “Фермала һарыҡ ҡарап йөрөйөм. Эштән ҡайтһам: “Егет килде, бүләк алышабыҙ”, – тиҙәр. Күргән-белгән әҙәм түгел. Кейәүгә барырлыҡ бер әҙерлегем дә юҡ. “Бармайым”, – тим. “Бараһың”, – тип ҡысҡырҙы ағайым. Бүләк алышыу тигәне шул: Дәүләт беҙгә – 25 һум аҡса, ә ике еңгәм уға бирсәткә менән ҡулъяулыҡ биргән. Иртәгәһенә никахҡа килгәндәр. Мин белмәйем дә, эштәмен. Аҙаҡ еңгәм: “Бына никах туйына төштө”, – тип бер һабын менән ике ҡулъяулыҡ тотторҙо. Хәҙер бикәстәргә, ҡәйнештәргә өләшергә бүләк әҙерләргә кәрәк. Ике метр аҡ тауар алып ҡайттым. Ҡулъяулыҡтар сигәм, иптәш ҡыҙҙарым да ярҙам итә. Мамыҡ тигән нәмә юҡ, йөндән бирсәткә бәйләйбеҙ. Көҙөн туй яһанылар. Элек кейәү менән кәләш туй табыны түрендә ултырманы. Иртәгәһенә беҙҙе: “Туйға төшкән бүләктәрегеҙҙе килеп алығыҙ”, – тип саҡыралар. Ишек төбөндә берәр стакан бал эсерҙеләр ҙә ҡулыбыҙға бүләкте тоттороп сығарҙылар. Туйға төшкән мөлкәт: берәр метрҙан тауар, ярты һауыт пудра һәм капрон ойоҡ. Тағы ла һарыҡ, кәзә әйткәндәр. Туйҙа дүрт көн ҡунаҡ булып, бишенсе көнөнә ҡайта торғайнылар. Ҡайным менән бейем ҡайтҡансы әлеге өс метр тауарҙан 12 күкрәксә тегеп ҡуйҙым. Бейем әбейҙәр саҡырып, “килен күкрәксәһе” тип таратып бирҙе.
Түбәнге Мотал ауылы ер йөҙөнән юҡҡа сыҡҡас, Туйгилдиндар Яҡуп ауылына күсә. Бында йәшәүҙәренә лә хәҙер 30 йылдан ашыу ғүмер үткән. Дәүләт бабайҙың мәрхүм булыуына ла ун йыл. Зөбәржәт апай яңғыҙы донъя көтә. Икмәген дә һала, бәлешен дә бешерә, йорттағы барлыҡ эштәрҙе үҙе башҡара.
“Газ бар, рәхәт, кешеләр матур өйҙәрҙә йәшәй. Теләге булғандарға эш бар ауылда, тик ялҡаулыҡ, эскелек көслө. Хужалыҡта эшләгәндәр аҡсанан тыш хеҙмәт хаҡы иҫәбенә иген, май, ит, яҙын себештәр ала. Ниңә эшләмәҫкә? Элек беҙ таяҡҡа эшләп йөрөнөк. Ирҙәр иртә китә донъянан. Әбейҙәр ҙә һирәгәйә, былтыр өсәүһе баҡыйлыҡҡа күсте. Ҡарттар үлһә бер хәл, 50–60 йәшкә лә етмәй вафат булалар”, – тип көйөнә инәй.
Уның дүрт балаһы бар. Бер улы Себерҙә, ике улы һәм ҡыҙы Маяҡта йәшәй. Ара яҡын, аҙна һайын әсәләренең хәлен белергә килеп торалар.
Ауыр замандарҙы кисергән, “ыһ” та итмәй баш баҫып егелеп эшләгән, исеме есеменә тап килеп торған апайға Аллаһ Тәғәлә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ насип итһен. Ғүмерҙең һәр миҙгеле ҡиммәт, ҡәҙерле. Һәр осорҙоң үҙ матурлығы була, тиҙәр. Донъябыҙға һинең кеүек йәм, нур өләшеп йәшәүсе ағинәйҙәребеҙ күберәк булһын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 434

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521